
Кейәү үләнен (чабрец, тимьян ползучий, богородская трава - Thymus bashkiriensis L.) күп урында ҡан үләне тип тә йөрөтәләр. Сөнки ул сәскә атҡан осорҙа бөтә тау бите ҡуйы ҡыҙыл төҫкә инә. Ә кейәү үләне тигән исеме уның ныҡ хуш еҫле булыуына бәйләнгән. Фәнни атамаһы "Тимус" латинса "көслө" тигәнде аңлата. Элек, одеколон, хушбуй кеүек парфюмерия әйберҙәре аҙ булған саҡта, йәш кейәүҙәр кәләш кейәүләгән осорҙа уны кейемдәренә ҡыҫтырып йөрөр булғандар.
Был үлән атамаһының килеп сығышын B. 3. Fүмәров үҙенең "Башҡорт халыҡ медицинаһы" тигән китабында бына нисек аңлата. Силәбе өлкәһе Арғаяш һәм Ҡоншаҡ районы башҡорттарында элек кейәү менән тәүге осрашыу алдынан йәш киленде ошо үләндең төнәтмәһе менән йыуындырғандар. Был, беренсенән, тәнгә хуш еҫ биреп торһа, икенсенән, йәш ғаиләгә татыу тормош, сафлыҡ һәм мөхәббәт юрағандар.
Кейәү үләне ергә түшәлеп үҫеүсән, тармаҡлы һабаҡлы күп йыллыҡ тау-таш үҫемлеге. Ул ирен сәскәле үҫемлектәр ғаиләһенә ҡарай. Һабаҡтары үрмәләүсән, йөнтәҫ, дүрт ҡырлы. Япраҡтары эллиптик формала, бер-береһенә ҡапма-ҡаршы урынлашҡан. Уның ҡуйы ҡыҙғылт ҡара сәскәләре түңәрәк башлы сәскә берләшмәһен барлыҡҡа килтерә.
Кейәү үләне май айынан алып сентябрь бөткәнсе сәскә ата. Сәскәләрендә 12 төрлө эфир майы бар. Был эфир майҙарының төп өлөшөн көслө бактериоцид иҫәпләнгән тимол тәшкил итә. Боронғо гректар Афродитаға ҡорбан килтергәндә кейәү үләнен утҡа ташлай торған булғандар. Был осраҡта уттың ялҡыны ҡапыл көсәйеп (эфир майҙары яныу һөҙөмтәһендә), ялҡын бейегерәк күтәрелгән. Ҡорбан килтереүселәр, Алла ҡорбаныбыҙҙы ҡабул итте, тип ҡабул иткәндәр.
Кейәү үләненең химик составында эфир майҙарының күп булыуы уны парфюмерия сәнәғәтендә ҡулланырға мөмкинлек бирә. Экспедицияларҙа йөрөгән саҡта ҡайһы бер умартасыларҙың был үләнде күпләп йыйыуҙарына иғтибар итергә тура килде. Баҡһаң, уны тәжрибәле умартасылар күптән бал ҡорттары талпанына - варроатозға ҡаршы ҡулланалар. Шуға күрә уны кейәү үләне тип тә атайҙар. Бына ошондай сифаттарға эйә икән беҙҙең тауҙарҙың биҙәге булып торған кейәү үләне.
Кейәү үләне беҙҙең республиканың бөтә райондарында тип әйтерлек үҫә. Ул Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла, Ейәнсура, Кумертау, Учалы райондарында ифрат күп осрай. Селекле тау-таш араларында кейәү үләне айырыуса күпләп үҫә. Ирәндек, Ҡырҡты тауҙарын был үҫемлек үҙенсәлекле төҫ менән биҙәп, уларға ҡабатланмаҫ биҙәк бирә, һәм уға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел.
Сәфәрғәле ЙӘНТҮРИН,
биология фәндәре докторы, профессор.
"Киске Өфө" гәзите, №30, 31 июль – 6 август 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|