
Боронғо грек мифологияһында ошондай юлдар бар: "Үҙенә үлемһеҙлек яулап алыр өсөн Геракл ун ике батырлыҡ эшләргә тейеш булған. Иң һуңғыһы - ергә өс башлы эт - Церберҙы төшөрөү. Иҫ киткес ҡаты алышта ул Церберҙы еңә һәм уны тере килеш ергә алып ҡайта. Ергә яҡынлашҡас, эт көн яҡтыһынан иҫе китеп ҡурҡа һәм өс ауыҙынан да ағыулы төкөрөктәр сәсеп ҡотора башлай. Бына ошо төкөрөктәр төшкән һәр бер ерҙә ағыулы үҫемлектәр үҫеп сыға. Был хәл, имеш, боронғо грек ҡалаһы Аконе тирәһендә була". Ошо үҫемлектәр был тирәлә бик тә ҡотороп үҫкәнгә күрә, латинса исеме аконит булып тарихҡа һәм фәнгә инеп ҡалған.
Мүктәк (борец, аконит высокий - Aconitum L.) - бик ныҡ ағыулы үҫемлек. Уның ағыуын хатта тәүтормош кешеләре лә ҡулланған. Улар уҡ остарына ошо үҫемлектән алынған ағыуҙы һөрткәндәр. Ихтимал, шуға күрә лә химиктар үҫемлектәр араһында беренсе булып тәүҙә мүктәк үләненә иғтибар иткәндәрҙер. Унан көслө алкалоид аконитин алғандар һәм медицинала ҡулланыу өсөн тәҡдим иткәндәр.
Боронғо Рәсәйҙә был үлән "ағыу-батша" тип йөрөтөлгән, һәм кем уны йыя, шул кешене үлем язаһы көткән. Бына ниндәй ҡыҙыҡлы тарихҡа эйә икән мүктәк үләне.
Япраҡтары киң һәм бармаҡ һымаҡ киҫкеләнгән булғаны өсөн, уны күп урында айыутабан тип тә йөрөтәләр. Урман ситтәрендә, йылға буйҙарында уның оҙонлоғо метр ярымға етә. Июнь-июль айҙарында 40 көн самаһы сәскә атып ултыра. Был ваҡытта һабаҡ осонда күкшел-аҡһыл сәскәлектәр хасил була. Сәскәһенең төҙөлөшө лә хас элек батырҙар кейгән шлемды хәтерләтеп тора. Бына шуға күрәлер ҙә уны рустар борец тип атағандарҙыр. Мүктәк беҙҙең республиканың таулы райондарында үҫә. Айырыуса ул Белорет, Ишембай, Бөрйән, Fафури райондарында күп осрай.
Башҡортостанда был үҫемлекте ентекләп өйрәнеүсе булып биология фәндәре докторы Николай Иванович Федоров һанала. Ул бигерәк тә был үҫемлектең химик составына һәм дауалау сифаттарына иғтибар итә.
Сәфәрғәле ЙӘНТҮРИН,
биология фәндәре докторы, профессор.
"Киске Өфө" гәзите, №30, 31 июль – 6 август 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|