«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пациенттарға медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын һәм дауаханаларҙа ҡайһы бер табиптарҙың тупаҫ һәм битараф мөнәсәбәтен ҡаты тәнҡит утына тотто. Һеҙгә ошондай күңелһеҙ күренештәр менән осрашырға тура килгәне бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

АҠҺЫРҒАҠ
+  - 

Был үҫемлекте һыубаҫар туғайҙарҙа, ҡар һыуҙары йыйылыр үҙәктәрҙә, урман аҡландарында, ҡыҫҡаһы, ҡайҙа еүеш, томан һәм ысыҡ беренсе булып төшә, шунда осратырға була. Мал йөрөгән урындарҙа, ғәҙәттә, ул ғына һерәйеп ултырып ҡала, сөнки аҡһырғаҡты мал ашамай, уны урап үтеүҙе хәйерлерәк күрә. Әгәр ҙә был үҫемлекте тәжрибәһеҙ берәй йәш мал ашаһа, шунда уҡ ағыулана. Уның ауыҙынан күбектәр ҡойолоп, мәғәнәһеҙ хәрәкәттәр менән туғай буйлап саба башлай, аҙаҡ килеп тамам хәлһеҙләнә һәм тамырҙары тартыша. Билдәле, был осраҡта тик ветеринар врачтың ғына ярҙамы малды ауыр халдән ҡотҡарып ҡала ала. Аҡһырғаҡ (чемерица - Veratrum L.) бына шундай көслө ағыулы үҫемлек ул. Шуны әйтеү ҙә етә: уның тамырының ике генә грамы ла атты үлтерергә һәләтле.

Аҡһырғаҡ ярты быуатлыҡ ғүмеренең тик егерменсе йылында ғына сәскә ата башлай. Үҫешенең тәүге йылдарында тәүҙә бер генә япраҡ яра, икенсе йылда - ике, шунан - өс япраҡ… Бына шулай йылдар үтеү менән япраҡтар һаны ла арта бара. Ҡыш яҡынлашыу менән аҡһырғаҡтың ер өҫтө өлөшө кибә, ә яҙ етеүгә яңынан йәшел һабағын ер өҫтөнә һуҙа. Эре аҡһыл йәшел сәскәләре булғанда, аҡһырғаҡтың 15 - 20 япрағы була. Бынан һуң да аҡһырғаҡ йыл һайын сәскә ата. Уны бер үк ерҙә күпләп йыйырға ярамай.
Аҡһырғаҡ ләлә сәскәлеләр ғаиләһенә ҡарай. Русса исемдәренән "чемерица Лобеля" ғилми әҙәбиәттә нығынып ҡалған (чемерка, жимирица тигән исемдәре лә бар). Лобель - 1538-1616 йылдарҙа йәшәгән Голландия ботанигы. Үҫемлек бына шул ғалим хөрмәтенә аталған.
Аҡһырғаҡтың бейеклеге 1 метрҙан да ашып китә. Уның тура йыуан һабағы япраҡтар ҡуйынында тағы ла бер аҙ йыуаная төшә. Япраҡтары алмаш-тилмәш, дуға селтәре. Түбәнге япраҡтары киң - 10 сантиметрға етә. Урта япраҡтары оҙонсараҡ, япраҡ ҡуйыны юҡ. Сәскәләре йәшкелт һары төҫтә. Сәскә әргәлеге ябай, 6 өлөшкә бүленгән, япраҡсалары эллипс формаһында. Һеркәстәре - 6, бергә ҡушылып үҫкән 3 емешлек бағанаһы бар. Емеше - күп орлоҡло ҡап емеш. Ул, ғәҙәттә, өс өлөшкә бүленеп тора. Орлоҡтары һарғылт һоро, эллиптик формала, ҡанатлылар.
Шулай ҙа аҡһырғаҡтың химик төҙөлөшө өйрәнелеп бөтөлмәгән әле. Уның составында бер нисә алколоид-аминоспирт, ирекләүсе матдәләр, шәкәр, крахмал, ыҫмала һ. б. барлығы асыҡланды. Себерҙә йәшәгән халыҡ аҡһырғаҡты ревматизм һәм ҡорсаңғы ауырыуынан дауалау өсөн ҡуллана икән. Шулай уҡ аҡһырғаҡ порошогы ҡушып эшләнгән майҙы емеш ағастары тирәләй буяп ҡуйһаң, ҡуян һәм башҡа кимереүселәр яҡын килмәгәнлеге билдәле. Уны тараҡандарға ҡаршы уңышлы ҡулланалар.
Аҡһырғаҡ Башҡортостандың бөтә райондарында ла тип әйтерлек үҫә. Айырыуса ул урман-тау зонаһын үҙ итә. Файҙалы кәңәш. Сысҡанға һәм башҡа кимереүселәргә ҡаршы ҡулланыу өсөн аҡһырғаҡ төнәтмәһе былай әҙерләнә: 100 г яңы ҡаҙып алынған аҡһырғаҡ тамырҙары алына һәм 1 стакан һыуҙа 4-5 тәүлек тондоролоп тотола. Алколоидтар күберәк бүленеп сыҡһын өсөн, бер нисә тамсы көкөрт, тоҙ йәки азот кислотаһы тамсыһы ҡушыла. Ошо төнәтмәлә бойҙай, арыш йәки арпа бөртөксәләрен бүрттерәләр ҙә сысҡан йәки ҡомаҡ күп йөрөгән урынға ҡуялар.

Сәфәрғәле ЙӘНТҮРИН,
биология фәндәре докторы, профессор.

"Киске Өфө" гәзите, №30, 31 июль – 6 август 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.07.26 | Ҡаралған: 18

Киске Өфө
 
Ахмаҡ бер ниҙе лә ғәфү итмәй һәм онотмай; бер ҡатлылар барыһын да ғәфү итә һәм барыһын да онота; аҡыллылар ғәфү итә, әммә бер ниҙе лә онотмай.

(Томас Сас).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru