
Мин ҡағыҙ ҡоло. Һуңлап ҡына мәктәпкә барҙым. Һуғыш осоро ине. Ауылда мәктәп юҡ. Күрше ауылға йөрөп уҡый башланым. Яҡшылап хәреф танығас, төҫлө рәсемдәренә ҡыҙығып, ҡулыма килеп эләккән гәзитте (ул "Пионерская правда" икән) почта аша алдыра башланым. Уҡыйым, әммә яҙыу русса булғас, аңламайым.
Урта мәктәпте күрше Юлдыбай ауылында тамамланым. Шул йылдарҙа әҙәби китаптар уҡыу менән ныҡлап мауыҡтым. Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, инде үҙаллы аҡса ла таба башлағас, гәзит-журналдарҙы өйөмә күпләп алдырҙым. Ул осорҙа матбуғат йоғонтоһо уғата көслө ине. Халыҡсан да булғандыр баҫмалар. Уҡыйһың, тормоштағы хәл-ваҡиғалар йоғонтоһонда оҙаҡ итеп уйланып йөрөйһөң, матбуғат аша үҙеңдең дә фекереңде белдерәһең, ниндәйҙер мәсьәләне күмәкләп күтәрмәләп тә алаһың. Заманаһы шундай ине. В.И.Лениндың "...газета - агитатор, пропагандист, организатор", тигән һүҙе ысынында ул саҡтағы баҫмалар асылына тап килә ине.
Ниндәйҙер мәсьәләне күмәкләп күтәрмәләүгә килгәндә, шундай миҫал. Бер саҡ районыбыҙ гәзите ("Һаҡмар") аша оло йәштәгеләргә мөрәжәғәт итеп, хәбәрләшеп, инициатив төркөм булдырып, район башлығына осрашыуға индек. Уға "Һуғыш балалары" ("Дети войны") ойошмаһы булдырыу тураһындағы тәҡдимебеҙҙе белдереп, беҙҙең исемдән республика Башлығына хат яҙырға һораныҡ. Унан тыш, гәзиттәр аша ла мөрәжәғәт менән сығыш яһаныҡ. Һәм Республика Башлығы Р.Хәбиров ошо туралағы законға ҡул ҡуйҙы. Әйткәндәй, ил Президенты В.Путинға ла ике тапҡыр хат яҙҙым. Сөнки Үҙәк гәзит "... в поверженной Германии издан закон о детях войны и ежегодно им оказывается материальная помощь", тип яҙғайны.
Әлбиттә, матбуғат баҫмаларының был асылы үҙгәрҙе хәҙер. Аңлауыбыҙса, һәр редакция үҙенсә йәшәргә ынтыла. Аҙ ғына ҡала барған уҡыусыларын нисек тә үҙенә ылыҡтырмаҡсы булып, уҡырға саҡыра, әйҙәй. Әммә үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамаймы икән улар, тип тә уйланыла. Шулай тип раҫларға сәбәбем дә бар: бик күп мәҡәләләр яҙып та, улар беҙҙең гәзит-журналдарҙа, шулай уҡ "Киске Өфө"лә лә, баҫылмай ҡалды. Элек редакция хеҙмәткәрҙәре яҙғаныңа баһа биреп, ҡулдан хат яҙып ебәрер ине, хәҙер ундай хаттарҙы төштә генә күрергә ҡалды.
Ҡыҫҡаһы: матбуғат йәшәһен өсөн мәғлүмәт биреү генә етмәй, ул халыҡ менән бәйләнештә булырға, халыҡ менән фекер алышырға тейеш. Элек матбуғат халыҡты туплау, берләштереү, бәлки, әүрәтеү маҡсаты менән совет, партия органы булараҡ финансланды.
Эйе, бөгөн гәзит-журналдар уҡыусыларҙы ылыҡтырыуҙың төрлө сараларын ҡулланып ҡарай. "Киске Өфө", мәҫәлән, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙе Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан китаптар менән бүләкләй. Быныһы бик мәслихәт! Бүләкләнеүселәр исемлеге баҫманы ҡайҙа күберәк алдырыуҙарын сағылдыра. Улар күберәк беҙҙең Баймаҡ төбәгенән инде. Күптәре минең таныштарым. Тимәк, беҙҙең төбәк ҡағыҙ баҫмаларҙан төңөлмәгән әле.
Үҙем алдырған гәзит-журналдарҙың йыллыҡ тиражын элек-электән яҙа киләм, бөгөнгө менән сағыштырам (бөгөнгө мәғлүмәттәрҙе күрһәтеү уңайһыҙ ҙа әле ул). 2006 йылда "Башҡортостан" - 24605, "Йәшлек" - 38761 дана; "Киске Өфө" 2007 йылда 6121 дана менән баҫылған. 23400 дана менән сыҡҡан "Аҙна" бөгөн юҡ.
Ниңә уҡыуҙан биҙрәне әле халыҡ? Ауылдар, ярай, почтаһыҙ һәм почтальонһыҙ ҡалып бөтөп бара инде, шуға алдырмайҙар. Ә баш ҡалала, мәҫәлән, китапһыҙ, гәзит-журналһыҙ йәшәмәҫкә тейешле күпме фән эшмәкәре, яҙыусы, артистар, уҡытыусылар, башҡа интеллигенция вәкилдәре көн итә. Улар тураһында гәзит-журнал биттәрен тултырып бирелгән һауалы яҙмаларҙы уҡып торабыҙ. Тик был кешеләр үҙҙәрен донъяға танытҡан гәзит-журналды алдырамы? Уҡыймы?
Уйландыра. Бөгөн мәғлүмәт сығанағы үтә күп. Һәм кешенең олоһо ла, кесеһе лә ул мәғлүмәтте башлыса смартфон, айфондар аша ала. Тик был нәмәкәйҙәрҙең кеше организмына ни тиклем зарарлы булғанына иғтибар итеүсе генә юҡ. Ерҙә миллион йылдар элек барлыҡҡа килгән ябай организмдан үҫешкән тереклек барыһына ла яйлап яраҡлашҡан. Ә яһалма нурҙар аҙ ғына ваҡыт эсендә бар Ер шарын яулай бара. Бар, ул нурҙарға тиҙ генә яраҡлаш! Һәм ул нурҙар кешегә генә "йәбешмәй", ә бөтә тереклеккә тәьҫир итә, үҙгәртә. Ул беҙ ашаған икмәктә лә, эскән һыуҙа ла бар. Шул арҡала бөгөн донъяла ниндәй генә ауырыуҙар барлыҡҡа килмәй ҙә, күпме зәғиф балалар тыуа. Киләсәктә кешелек шул күҙгә күренмәгән нурҙарҙан "аҡылдан шашасаҡ" бит!
Етмәһә, хәҙер халыҡты ҡағыҙ баҫмаларҙан айырып, "электрон матбуғат"ты алға һөрөү тураһында һөйләнәләр. Мобиль матбуғат кемгәлер мәғлүмәт еткерә, ләкин фекер алыштыртмай, кешеләрҙе берләштермәй, киреһенсә, уларҙы бер-береһенән алыҫлаштыра, айыра. Тик халыҡ быны бигүк аңлап бөтмәй әле. Аңлағас иһә, берҙән, һаулыҡ киткән булыр, икенсенән иһә... Ҡағыҙ баҫмаларҙың да юҡҡа сыҡҡан булыуы ихтимал. Эш шуға табан бара түгелме?..
Йәмних ҠАШҠАРОВ.
Баймаҡ районы Әбделкәрим ауылы.
"Киске Өфө" гәзите, №31, 7 - 13 август 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА