
Яңы ғына "Ҡайтам!" тип исемләнгән концерт туры менән ярты республиканы гиҙеп сыҡҡан Гәлсәр БАЙҒУСҠАРОВА редакциябыҙға балҡып килеп инде, йөҙөндә бер генә лә йонсоу әҫәре юҡ. Үҙенең ижадына башкөллө сумған был ысынлап та гәлсәр тауышлы, алсаҡ ҡыҙға өс һорау менән мөрәжәғәт иттек.
Гәлсәр, күптәр һине "Тамыр"ҙан алып беләлер, моғайын. Шуға күрә һине тап "Тамыр" ижад юлына баҫтырҙы тип әйтһәң буламы? Ә унан башҡа һин ҡайҙарҙа һәм кемдәрҙән белем алдың?
- Әлбиттә, мине бәләкәйҙән әсәйем менән бергә гримеркаларҙа, гастролдәрҙә бергә йөрөп, "Тамыр"ҙа үҫкән ҡыҙ тип әйтергә мөмкин. Бала саҡтың барлыҡ йылы хәтирәләре ошо студия менән бәйле. Һәм ғүмеремдә иң төп остазым, әлбиттә, минең әсәйем - Ҡолһарина Гөлназ Фәрит ҡыҙы. Ул һәр ваҡыт минең янымда, күңелдәр болоҡһоп торған саҡтарҙа миңә илһам һәм дәрт биреп, өлгө булып тороусы кешем.
Бала сағым, ғөмүмән, бик бәхетле үтте һәм һәр ваҡыт музыка менән бәйле булды кеүек тойола. Бер генә лә буш ваҡытым булмай торғайны: өс йәшемдән "Тыр-тыр" Фирҙәт ағай Ғәлиев менән бергә "Сәңгелдәк"тә төшә башлап, "Тамыр"ға йөрөһәм, унан һуң Ә.Ш. Фәйзуллин исемендәге 39-сы гимназияла белем алыуҙан башҡа, Н. Сабитов исемендәге 1-се музыка мәктәбенә йөрөнөм.
Музыка мәктәбендә белем алғанда уҡытыусым Сәлишева Наилә Батыр ҡыҙы мине пианинола уйнарға ғына түгел, ә музыканы тойорға һәм тыңларға өйрәтте. Был мәктәптә ете йәштән ун дүрт йәшкәсә уҡыйҙар, әммә мине, фортепьянола уйнау теләгем ныҡ көслө булғас, дөйөм талаптарҙан тайпылып, биш йәштән алғайнылар, ике йыл әҙерлек класында уҡыным. Шулай итеп, туғыҙ йыл буйы белем алған музыка мәктәбем миңә үҙ талантымды асырға ярҙам итте.
Мине һәр саҡ сәхнә үҙенә тартты, үҙемдең йырҙарымды ижад итеү теләге ныҡ булды. Гимназияла уҡығанда атайым менән әсәйем, үҫкәс, бәлки, икенсе һөнәр һайларһың, тиҙәр ине, буласаҡ юрист итеп тә күрергә теләй ине улар мине. Әммә мин хыялыма һәр саҡ тоғро ҡалдым, туғыҙынсы кластан һуң уҡ сәнғәтҡә китеү ниәтендә инем. Атайым шул мәлдә 11-се класҡа тиклем уҡырға кәңәш итте һәм, әгәр уҡып бөткәнсе теләгем һүрелмәһә, артабан ижад юлы буйлап китеүемә ҡаршы булмам, тигәйне. Үҙ һүҙҙәрендә торҙолар яҡындарым, мәктәпте тамамлағас, документтарымды үҙем теләгән Мәскәүҙәге Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһына тапшырҙым.
Ғәҙәттә, был академияға училище тамамлап баралар, ә мин унда тура мәктәптән һуң инә алдым, сөнки минең төплө белем биргән, көслө уҡытыусым булды. Был уҡыу йортона конкурс һәр ваҡыт ҙур, инеү, әлбиттә, еңелдән булманы, ҙур әҙерлек талап итте, әммә, Аллаға шөкөр, моратыма ирештем. Академияла уҡый башлағас, минең өсөн өр-яңы донъя асылды, үҙемде тылсым иленә барып эләккәндәй тойҙом: тирә-яҡта барыһы ла ижадҡа сумған, коридорҙарҙа һәр ваҡыт кемдәрҙер репетиция яһай, һин һәр ваҡыт йыр-моңда... Уҡырға ингәс кенә ошо мөхит миңә быға тиклем ни хәтле етмәгәнен аңланым һәм, ниһайәт, үҙемде үҙ урынымды тапҡан итеп хис иттем. Вокал буйынса уҡытыусым Анастасия Рудольфовна Прокошева мине ошо йыр донъяһына алып инеүсе булды. Ул дөрөҫ йырларға өйрәтте, техникамды ҡуйҙы, шуның өсөн уға бик ныҡ рәхмәтлемен.
Әгәр тормошомдо ижад менән бәйләй алмаһам, мин, бәлки, медицина йәки психология юлын һайлар инем. Мин әле лә үҙемде йыр һәм музыка аша кешеләрҙең күңелен дауалаусы итеп күрәм. Кешеләргә йәшәргә көс һәм ышаныс биреү, йыр-моңға өйрәтеү минең өсөн бик мөһим.
Һин әле күберәген Мәскәүҙә йәшәйһең, ижад итәһең, ә шулай ҙа һин үҙеңде башҡорт йырсыһы тип иҫәпләйһеңме? Башҡорт халҡына хеҙмәт итеү бурысы һиндә ни кимәлдә һалынған?
- Башҡорт халҡына, мәҙәниәтенә хеҙмәт итеү - минең иң төп маҡсатым. Мин үҙемдең башҡорт ҡыҙы булыуым менән бик ғорурмын. Ҡайҙа ғына барһам да, үҙемде башҡорт тип, исемем Гәлсәр, туған телемдән "хрусталь" тип тәржемә ителә, тип таныштырам. Төрлө фестивалдәрҙә ҡатнашҡан ваҡытта мин һәр саҡ үҙемдең тыуған ерем хаҡында һөйләйем. Күп кешеләр Башҡортостандың Рәсәй составында булыуын да белмәйҙәр хатта, шуға күрә башҡаларҙы үҙебеҙҙең мәҙәниәтебеҙ һәм сәнғәтебеҙ менән таныштырыуҙы үҙемдең миссиям итеп күрәм.
Йырҙарыма килгәндә, мин башҡортса ғына түгел, рус һәм инглиз телдәрендә лә ижад итәм. Әлеге мәлдә үҙ юлымды эҙләү өҫтөндәмен: төрлө йүнәлештәрҙә, төрлө жанрҙарҙа, үҙебеҙҙең халыҡ йырҙарын башҡа жанрҙар менән берләштереп тә эшләп ҡарайым. Мәҫәлән, Айҙар Хәмзиндың яңы оранжировкаһында сығарған "Асылыҡай" йырын Динә Ғәрифуллина менән дуэт итеп башҡарғайныҡ. Әле лә концерттарҙа ул йыр менән сығыш яһағанда күптәр бейергә төшөп китә, ултырып ҡына сыҙамай. Тағы ла быйыл "Ете ҡыҙ" легендаһына арналған альбом өҫтөндә эш алып барабыҙ. Унда һәр бер йырҙы ошо ете ҡыҙҙың береһе булып йырлаясаҡмын, һәр береһенең образы, яңғырашы өҫтөндә ентекле эшләйбеҙ. Ете ҡыҙ - ете йыр.
Халыҡ йырҙарын башҡарғанда иң тәүҙә тыңлаусыларҙы һәр йырҙың тарихы менән таныштырам. Эйе, беҙҙең Башҡортостанда был ғәҙәти, өйрәнеп бөтөлгән күренеш булып тойолһа, шул уҡ Мәскәү тамашасыһы өсөн мин һөйләгәндәр яңы, ҡыҙыҡ һәм илһам бирерлек.
Күптәр миңә йырҙарымды күңелемдән, йөрәгемдән алып йырлауым һиҙелә тип әйтәләр. Был минең өсөн иң ҙур баһа. Ижад эше бик күп көс, энергия һәм ваҡыт талап итә. Бер йыр ҙа әҙер генә көйөнсә алға килтерелеп ҡуйылмай. Ниндәй халыҡ йырын һайлайһың, ҡайҙа һәм ниндәй оранжировка эшләйһең, ниндәй инструменттар индерәһең - этаптары бихисап. Миңә ошо процесс бик оҡшай. Музыканттарҙа, әгәр Аллаһ Тәғәлә өҫтән һиңә ниндәйҙер идеялар биреп, һин шул идеяларҙы тиҙерәк тормошҡа ашырмаһаң, улар икенсе кешегә күсә, тигән теория бар. Илһам уның менән ҡуллана, уны сағылдыра белгән кешегә генә килә. Шуның өсөн башымда ниндәйҙер яңы идея тыуа ҡалһа, мин уның ҡойроғонан тотоп, тиҙ арала тормошҡа ашыра башлайым, сөнки икенсе юлы ул миңә эләкмәҫкә мөмкин. Был һәр ваҡыт иғтибар талап иткән бик нескә процесс.
Һин әле яңы ғына республика буйлап гастролдәрҙә йөрөп ҡайттың. Өфөлә һине, әлбиттә, йырсы булараҡ яҡшы беләләр, ә райондарҙа нисек ҡабул иттеләр?
- Эйе, бер аҙна буйы һәр кем тыңлай, һәр теләгән ғаилә, балалар, олатай-өләсәйҙәр килә алһын өсөн хәйриә концерттары ҡуйып ҡайттыҡ. Минең өсөн был беренсе тәжрибә, быға тиклем бындай масштаблы гастролдәргә сыҡҡаным юҡ ине. Әлбиттә, көн һайын концерт ҡуйыуы еңел эш түгел. Һин һәр ваҡыт юлда, йоҡо, ял хаҡында ваҡытлыса онотоп торорға тура килә, кешеләр менән аралашыу ҙа бик күп энергия талап итә. Әммә тамашасыларҙың алҡыштары, йылы һүҙҙәре аша бар һалған көсөң һиңә кире килә. Был осраҡта иң мөһиме эшең менән янырға, эмоцияларға йомарт булырға кәрәк. Әгәр ижадыңдан тик матди файҙа ғына көтһәң, тиҙ арала хеҙмәтеңдән биҙеүең ихтимал бит. Мин был турҙан барлыҡ арыуҙарҙы онотторорлоҡ илһам тейәп ҡайттым. Ҡайтҡандың иртәгәһенә бер ҡайҙа ла барырға, сумаҙандарҙы йыйырға кәрәкмәй икәнен аңлағас, хатта бер аҙ моңһоу ҙа булып китте.
Тәүге концертыбыҙ Мәләүез ҡалаһында үтте. Кеше килерме, тамашасы булырмы, тип бик ныҡ тулҡынланғайныҡ, әммә ҡурҡыуҙарыбыҙ юҡҡа ғына булып сыҡты: 530 урынлыҡ зал тулы ине. Икенсе көндө беҙ Стәрлебаш районына юл алдыҡ. Концертҡа "Йәйләү" лагерының бик актив ҡыҙҙары һәм малайҙары килгәйне, ихлас итеп күңел асып, аҙаҡтан автографтар алып ҡайтып киттеләр. Был район халҡының ихласлығы, асыҡлығы һәм иң эмоциональ концерт менән хәтеремдә уйылып ҡалды.
Унан башҡа беҙ Сибай, Баймаҡ ҡалаларында, Аҡъярҙа сығыш яһаныҡ. Унда мине бөтәһе лә белмәгәндер, моғайын, сөнки күберәген өлкән йәштәге тамашасылар йыйылғайны, әммә улар ҙа тәүҙә оялыбыраҡ ултырһа, һуңынан асылып киттеләр. Һуңғы концерт үткән Иҫке Собханғолда беҙҙе мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре лә, тамашасылар ҙа бик йылы ҡаршы алды. Бар концерт бер тында ғына, бик еңел үтте.
Райондарҙа мине, әлбиттә, күберәк "Тамыр"ҙағы бәләкәй ҡыҙ тип беләләр. "Башҡортостан, илгенәм" йырын йырлағанда фонға минең бәләкәй сағымда төшкән "Сәңгелдәк" тапшырыуынан кадрҙар, ансамбль менән бергә йырлағандың өҙөктәрен ҡуйғайныҡ. Шул яҙмаларҙан һуң кешеләр тап ошо йырҙы көтөп алған кеүек тойолдо. Бик күптәр тап ошо кескәй Гәлсәрҙе, ошо йырҙы хәтерләүе хаҡында белдерҙе.
Айһылыу ДАУЫТОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №31, 7 - 13 август 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА