
Ниәттәр ғәмәлгә ашырмы?
"2012-2014 йылдарға Башҡортостан Республикаһында дөйөм һәм шәхси файҙаланыуҙағы мелиорация системаларын һәм айырым урынлашҡан гидротехник ҡоролмаларҙы камиллаштырыу" маҡсатлы программаһы раҫланды һәм РФ Ауыл хужалығы министрлығына тапшырылды", - тип яҙған 2012 йылдың мартында "Регнум" агентлығы. Был инде төбәктең икенсе етәксеһе дәүеренә ҡарай һәм үрҙә аталған быуалар төҙөлөшө менән бер нисек тә бәйле түгел.
2013 йылдың июль айында Дүртөйлөлә "Һуғарылған баҫыусылыҡтың үҫеш перспективалары һәм иҡтисади һөҙөмтәлелеге" тип аталған республика семинар-кәңәшмәһе үтә. Тик унда Урал аръяғы райондары хужалыҡтары тураһында бер һүҙ ҙә әйтелмәй.
"2014 йылда дөйөм һәм шәхси файҙаланыуҙағы мелиоратив системаларҙы һәм айырым урынлашҡан гидротехник ҡоролмаларҙы төҙөүгә, реконструкциялауға һәм техник яҡтан ҡайтанан йыһазландырыуға 44 миллион һум йүнәлтелде. Был һуғарыулы ерҙәрҙең 1191 гектарға артыуына килтерҙе. Эштәр Әлшәй, Туймазы, Баҡалы, Өфө райондарында алып барылды", - тип хәбәр итә "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы 2015 йылдың майында. Күреүебеҙсә, бында ла Урал аръяғы иҫкә алынмай.
Атап үтелгән программа 2014 йылда 2020 йылға тиклем оҙайтыла. Уға ярашлы, һуғарыулы ерҙәр майҙанын 9 мең гектарға арттырыу планлаштырыла.
"2014 - 2021 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында "Рәсәйҙең ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрен мелиорациялауҙы үҫтереү" федераль маҡсатлы программаһы һәм "Рәсәйҙең мелиорация комплексын үҫтереү" ведомство программаһы сиктәрендә 7 мең гектарға яҡын һуғарылған участка файҙаланыуға тапшырылды. Ейәнсура районында - 235, Бүздәк районында - 900, Мәләүез районында - 210, Ауырғазы районында - 258, Туймазы районында 507 гектар майҙанда һуғарыу системаһы сафҡа инде", - тип яҙа "Современное состояние и перспективы развития орошаемого земледелия в Республике Башкортостан" мәҡәләһендә "Мелиорация и водное хозяйство" журналы 2022 йылдың 1-се һанында. Беҙ күрергә теләгән райондар ундағы исемлектә лә юҡ.
"Башҡортостан Республикаһы ҡоро һәм ямғырлы йылдар сиратлашыуы менән характерланған тотороҡһоҙ игенселек зонаһында урынлашҡан. Рәсәй гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда ҡоро килгән йылдар 42 процент ихтималлыҡ менән билдәләнә. Республикала ҡоролоҡ 1948, 1949, 1955, 1957, 1958, 1963, 1965, 1972, 1975, 1981, 1991,1995, 1998, 2010, 2012 һәм 2021 йылдарҙа күҙәтелде.
2010 һәм 2021 йылдарҙағы ҡаты ҡоролоҡ һәм уның БР агросәнәғәт комплексына килтергән зыяны һуғарылған игенселекте үҫтереү, булған һуғарыу системаларын тергеҙеү һәм һыу мелиорацияларының яңы инновацион технологияларын индереү кәрәклеген ышандырырлыҡ итеп күрһәтә", - тип әйтелә был мәҡәләлә. Уның авторҙары - Башҡортостан ауыл хужалығы университеты ғалимдары А.В. Комиссаров, А.Р. Хәфизов, М.Ғ. Ишбулатов, А.Ф. Хәзипова.
Ысынлап та, 2021 йылда ҡоролоҡтан республиканың 33 районы зыян күрә. Өмөт ителгән 5 млн. тонна уңыштың яртыһы ла йыйып алынмай. Ошоға бәйле һуғарыу майҙандарын киңәйтеү мәсьәләһе тағы ла ҡалҡып сыға. Республика етәкселеге, сығымдарҙың яртыһын ҡаплауға йүнәлтелгән федераль программала ҡатнашып, 2030 йылға һуғарыу майҙандарын 40 меңдән 100 мең гектарға еткереү бурысы ҡуя.
"2021 йылдың 25 мартында Республика йортонда быға тиклем Һарытау һәм Пенза өлкәләрендә эшләгән "Агродинамика" компаниялар төркөмө "Инвестиция сәғәте"ндә Башҡортостандың Урал аръяғы ерҙәрен мелиорациялау буйынса күләмле проект тәҡдим итте. 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән программа 10 мең гектарҙан ашыу майҙанда һуғарыу системаһын эшләтеп ебәреүҙе, шулай уҡ кукуруз һәм соя үҫтереүҙе күҙ уңында тота. Масштаблы мелиорация селтәренең хаҡы 4 миллиард һумға баһалана. Проекттың финанс директоры Анастасия Калягина һүҙҙәренсә, яһалма һыу һибеү Әбйәлил, Баймаҡ, Учалы һәм Хәйбулла райондары биләмәһендә йәйелдереләсәк", - тип яҙып сыҡты Ауыл хужалығы министрлығы үҙенең рәсми сайтында.
Асыҡ сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса, 2021 йылда республикала Ауырғазы һәм Мәләүез райондарында дөйөм майҙаны 468 гектар булған ауыл хужалығы ерҙәрен һуғарыуҙың ике мелиоратив системаһы файҙаланыуға тапшырыла. 2023 йылда өс проектҡа 253 млн һум бюджет аҡсаһы бүленә. Шул иҫәптән уны Әбйәлил районынан фермер хужалығы ала. 2024 йылда ла мелиорация өлкәһендә 1077 гектар майҙанда үҙәк райондарҙа өс проект ғәмәлгә ашырыла. Тик майҙандар Урал аръяғы райондарына ҡарамай.
Ғөмүмән, сит өлкәләр инвесторҙарының эше рәсми сайттарҙа ла, киң мәғлүмәт саралары материалдарында ла бер нисек тә сағылмай. Тимәк, Урал аръяғында ҡоролған тиҫтәгә яҡын һыуһаҡлағыс тәғәйенләнештәренең баҫыуҙар һуғарыуға ҡағылышлы пункты әле лә үтәлмәй ҡала килә.
Фекерҙәр төрлө
Ә дала климатын йомшартыу йәһәтенән быуаларҙың йоғонтоһо бармы икән? Һыуҙы һыу тарта, тигән инаныу киң таралған халыҡта. Йәғ-ни, һыу ятҡылығына ямғыр болоттары тартыла һәм уның тирә-яғында яуым-төшөм йышыраҡ була. Һаҡмар ағышының һул яғында ятҡан Йылайыр районының дала ерҙәрендә, киреһенсә, ике тиҫтә йылға яҡын йәйҙәр ҡоро килә. Шул арҡала кешеләр хатта картуф сәсмәй башланы, сөнки үҫмәй. Быуаларҙың күпләп барлыҡҡа килеүе Урал аръяғының микроклиматын, киреһенсә, насар яҡҡа үҙгәртмәнеме икән, тигән уй тыуа. Сөнки киң масштаблы был эштәрҙең гидрологтарҙың, метеорологтарҙың күп йыллыҡ күҙәтеүҙәренә һәм тикшеренеүҙәренә нигеҙләнеүе шикле. Мәсьәлә, әлбиттә, ныҡлап өйрәнеүҙе талап итә.
Әбделкәрим ауылы өҫтөндә быуа барлыҡҡа килеүгә бәйле Һаҡмар үҙенең түбәнге ағышында экологик бәләгә юлыҡты, үҙәне ләмләнә, үлән, мүк баҫа, балыҡ бөтә, тип бара уны һыулаған ауылдарҙа йәшәгән кешеләр. Элекке яҙғы ташҡындар үтмәгәс, һыу юлы таҙармай шул.
"Һаҡмар һыуһаҡлағысын төҙөү ыңғай яҡтарҙан тыш, кире һөҙөмтәләргә лә килтерҙе. Йылғаның түбәнге ағымында һыу кәмене, ул ҡойған Урал йылғаһының һайығыу проблемаһы тағы ла киҫкенләште. Һыуһаҡлағыстар төҙөү, ғөмүмән, йылғаның экосистемаһын боҙа, быуанан юғарыраҡ - ерҙәрҙе һыу баҫыу, унан түбәндә ағымдың кәмеүе һәм йылғаның кесерәйеүе иҫәбенә. Йәғни йылғаның тәбиғи ритмдары һәм динамикаһы яһалма режимға күсә. Балыҡтарҙың һәм башҡа һыу тереклегенең йәшәү һәм ыуылдырыҡ сәсеү урындары үҙгәрә, йәки юҡҡа сыға. Иген баҫыуҙарында һәм тораҡ биләмәләре майҙандарында ер өҫтө һәм ер аҫты һыуҙарының күтәрелеүе, ерҙәрҙең һаҙланыуына һәм татырланыуына - уларҙың деградацияһына килтерә", - тип белдерә экологтар.
Урал аръяғында үткән осорҙа төҙөлгән һәм бөгөн күптәренең иҡтисади яҡтан әһәмиәте самалы булған һыуһаҡлағыстарҙы хеҙмәтләндереүгә, хәүефһеҙлектәрен даими тәьмин итеүгә ярайһы ғына бюджет сығымдары талап ителә. Уларҙың һәр береһендә махсус биналар ҡоролған, тәүлек әйләнәһенә техника менән дежур ойошторолған. Хәүефһеҙлек һәм техник регламенттарға ярашлы, билдәләнгән ваҡыт арауығында ағымдағы һәм капиталь ремонт үткәрелә. Быйыл, мәҫәлән, Һаҡмар һыуһаҡлағысында күләмле эштәр бара. Был турала "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы яҙып сыҡты. "Баймаҡ районында Һаҡмар һыуһаҡлағысының гидротехник ҡоролмаларына капиталь ремонт башланды. 2005 йылда төҙөлгән объект Һаҡмар йылғаһы ағымын көйләй, биләмәләрҙе ташҡындан һаҡлай һәм ауыл хужалығы предприятиеларын һыу менән тәьмин итә. Былтыр гидротехник ҡоролмаларҙы ремонтлауға подрядсы менән 226,9 миллион һумға контракт төҙөлгән. Финанслау республика бюджеты средстволарынан һәм федераль субсидиялар иҫәбенә тормошҡа ашырыла. Эштәр 2,5 йылға иҫәпләнгән һәм 2026 йылдың октябрендә тамамланасаҡ. Капиталь ремонт һыуһаҡлағысты хәүефһеҙ файҙаланыуҙы тәьмин итәсәк", - тиелә мәҡәләлә.
Рәсүл БАЙГИЛДИН.
(Дауамы. Башы 30-сы һанда).
"Киске Өфө" гәзите, №31, 7 - 13 август 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА