
Алтын тамыр (родиола иремельская - Rhodiola iremelica Boriss.) һәр саҡ тәбиғәт һөйөүселәрҙең иғтибар үҙәгендә булды һәм булып ҡала. Был үҫемлек илебеҙҙең Алыҫ Көнсығышында, Алтай, Саян тауҙарында киң таралған. Башҡортостанда алтын тамыр Урал тауҙарының Машаҡ, Ҡырҡты, Ямантау, Ирәмәл кеүек бейек һырттарында осрай. Екатеринбург ғалимы профессор Л. П. Горчаковский күрһәтеүенсә, беҙҙә үҫкән алтын тамыр Ирәмәл родиолаһы тигән экологик төркөмдө тәшкил итә. Уның тураһында Өфө ғалимы, профессор М. М. Ишморатова "Родиола иремельская" тигән китап яҙып ҡыуандырҙы.
Алтын тамырҙың тарихы ярайһы уҡ бай. Боронғо Тибетта ламалар үҙҙәренең ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, уны Алтай тауҙарынан эҙләп алып ҡайтҡандар. Боронғо Алтайҙа кеше ике ғүмер йәшәй тип ышанғандар. Яңы өйләнешеүселәргә марал мөгөҙө менән бергә алтын тамыр бүләк иткәндәр. Был ырыуҙың дауам ителеүенә ишара булып һаналған. Алтын тамыр үҫкән урын ҡаты сер итеп һаҡланған. Профессор Л. Сергеевский тапҡан яҙмаларҙа күрһәтеүенсә, күп быуаттар элек Ҡытай контрабандистары уны сик аша бик ҡиммәтле байлыҡ сифатында йәшерен рәүештә генә алып сыҡҡандар. Быуаттың ниндәйҙер бер осоронда уны, нисектер, онотоп та торалар. Тик халыҡтың хәтерендә ныҡ һаҡланыуы арҡаһында ғына алтын тамыр хәҙерге заман медицинаһында яңынан үҙ урынын алды.
Алтын тамыр - толстянкалар ғаиләһенә ҡараған ҡыҫҡа йыуан тамырлы дарыу үләне. Тамырсалары йомшаҡ, өҫтән ҡарағанда йәшкелт һары алтын төҫөндә, ә эске яҡтан улар ап-аҡ бармаҡ һымаҡ тырпайып тора һәм айыу табанын хәтерләтә. Улар арҡырыға 1 - 5 см, ә оҙонлоҡҡа 5 - 20 см тирәһе була. Һабаҡтары бер нисәү, өсмөйөш формаһындағы итләс япраҡтар менән ҡапланған, 30-45 см оҙонлоғонда. Ултырма япраҡлы сәскәләре бер ергә йыйылған. Ике өйлө үҫемлек, сәскәһенең таж япраҡтары һары төҫтә. Июль айында сәскә ата, орлоғо июль - август айҙарында өлгөрә. Йыш ҡына уны ҡуян кәбеҫтәһе - молодило менән бутайҙар. Дөрөҫ, улар үҫемлектәр классификацияһы буйынса бер үк ғаиләгә ҡарайҙар, ә төрҙәре буйынса айырылалар.
Алтын тамыр - исеме есеменә тура килгән үҫемлектәрҙең беpehe. Уның тамырында гликозидтар (родиолозид һәм солидрозид), эфир майҙары, ҡуҙғалаҡ, янтарь, лимон кислоталары бар. Алтын тамыр төнәтмәһенән "Золотой Алтай" һәм "СЭВ-кола" тигән эсемлектәр әҙерләйҙәр. Был эсемлектәрҙең һуңғыһы үҙенең үҙенсәлектәре менән бөтә донъяға даны таралған кока-коланан байтаҡҡа юғары баһалана.
Сәфәрғәле ЙӘНТҮРИН,
биология фәндәре докторы, профессор.
"Киске Өфө" гәзите, №31, 7 - 13 август 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|