
"Андыҙ барҙа, ат үлмәҫ…" тигәндәр боронғолар. Халыҡ был үҫемлекте дауаланыу өсөн күптән ҡулланып килгән һәм уның әһәмиәтен мәҡәл менән дә нығытҡан. Билдәле ғалим, профессор Е. В. Кучеров башҡорттарҙың борон-борондан андыҙ ҡайнатмаһын ҡаймаҡ менән бутап бәйгегә әҙерләнгән аттарға эсереүҙәре тураһында яҙа. Ат ашамағанда, мандымағанда, аш һеңдереү органдары насар эшләгәндә лә андыҙ ҡайнатмаһы бирә торған булғандар. Йылҡы малында йыш осраған ҡылйылан ҡыуыу, ҡорсаңғы кеүек ауырыуҙарҙы дауалау өсөн дә ҡулланғандар.
Андыҙ (девясил высокий - Inula helenium L.) - күп йыллыҡ үҫемлек. Тамыры ағастыҡы кеүек йыуан, үҙенә генә хас әскелтем еҫе бар. Андыҙҙың япраҡтары бик ҙур була, ҡайһы берҙәре хатта ярты метрға етә. Улар бәрхәт һымаҡ йомшаҡ, йөнтәҫ булып һабаҡта ултырып үҫә. Июль айынан сентябргә тиклем сәскә ата, сәскәләре көнбағыштыҡына ныҡ оҡшаш, ләкин таж япраҡсалары киң булмай. Рустар андыҙҙы "девясил" тип йөрөтәләр, сөнки уның буйы бик оҙон. Ҡайһы берҙәренең оҙонлоғо бер - ике метрға тиклем етә. "Девясил" һүҙе "девять сил" мәғәнәһенән алынған, йәнәһе, көстө туғыҙ мәртәбә арттыра.
Андыҙ ҙур булмаған сауҡалыҡ, туйралыҡ араһында, һирәк таллыҡта йыш осрай. Уның исеме лә үҫеү урынына ҡарап бирелгән булһа кәрәк. Был шифалы үҫемлек төрки халыҡтарының бөтәһендә лә тиерлек андыҙ, андыз, андуз, андызауты, андыз уты тип йөрөтөлә. B. В. Радловтың 1888 йылда сыҡҡан "Төрки һөйләштәренең һүҙлек тәжрибәһе" тигән китабының 1-се томында "андыҙ" һүҙе ике мәғәнәлә бирелә. Тәүгеһе - үлән исемен, икенсеһе ғосман-төрки телдәрендә сауҡалыҡ, туйралыҡ, таллыҡты йәки бәләкәйерәк урманды аңлатҡан. Шул тирәлә үҫкән үләнде лә андыҙ уты (үләне) тип әйтеүҙәре бик мөмкин.
Андыҙ еүеш туғайҙарҙа, йылға буйҙарында йыш осрай. Благовар районының Балҡантау буйҙары, Баймаҡ районының Төйәләҫ, Урғаҙа, Таналыҡ йылғалары туғайҙарында андыҙҙың күпләп үҫеүен осратырға тура килде. Һуңғы йылдарҙа күп баҡсасылар уны үҙ баҡсаларында үҫтерә башланы. Андыҙ күсереп ултыртҡандан һуң тиҙ генә ерегеп үҫеп китә. Уны тамырҙан да, орлоҡтан да үҫтереп була.
Яңы ҡаҙып алынған тамырҙы, һыуыҡ һыу менән яҡшылап йыуғас, еләҫ урында күләгәлә киптерергә кәрәк. Дөрөҫ киптерелгән тамыр хуш еҫле, әскелтем тәмле була. Тамырҙы һаҡлау срогы - 3 йыл. Уны һәйбәт елләтелгән урында һаҡлайҙар.
Андыҙ тамыры аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә ҙур ғына урын тота. Уны балыҡ консервалағанда тәмләткес үлән сифатында ҡулланалар. Кондитер сәнәғәтендә ул имбирҙы алмаштыра. Америка Ҡушма Штаттарында андыҙ тамырҙарынан ҡайнатма, кәнфит эшләйҙәр.
Андыҙҙан эшләнгән эсемлек. 300 г яңы ҡаҙып алынған йәки 50 г киптерелгән андыҙ тамыры, 100-150 г шәкәр ҡомо, ярты стакан мүк еләге һуты, 1 л һыу. Ваҡлап туралған тамырҙы 20-25 минут ҡайнаталар. Аҙаҡ уны һөҙөп, шәкәр ҡомо һәм мүк еләге һутын өҫтәйҙәр. Эсер алдынан һыуыталар.
Мүк еләге һуты урынына балан һуты алырға ла була.
Сәфәрғәле ЙӘНТҮРИН,
биология фәндәре докторы, профессор.
"Киске Өфө" гәзите, №31, 7 - 13 август 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА