«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пациенттарға медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын һәм дауаханаларҙа ҡайһы бер табиптарҙың тупаҫ һәм битараф мөнәсәбәтен ҡаты тәнҡит утына тотто. Һеҙгә ошондай күңелһеҙ күренештәр менән осрашырға тура килгәне бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

БӘҒӘНӘШ
+  - 

Был дарыу үләненә көтмәгәндә тап булдым. Йәй башланған мәл ине. Трамвайҙа осраған ғалим-шағир Вафа Әхмәҙиев (хәҙер мәрхүм инде): "Әйҙә, бәғәнәш (воронец колосовидный - Actaea spicata L.) үләнен күрһәтәм. Өфө урмандарында ла үҫә ул. Хәҙер сәскә атҡандыр инде", - тип мине ҡала Советы туҡталышына алып барҙы.

Мәжит Ғафури исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы миллиондан ашыу халҡы булған ҙур ҡаланың уртаһында урынлашһа ла, үҙенең тәбиғилеген һаҡлай әле. Йөҙйәшәр имәндәр, һылыу йүкәләр, күркәм сағандар менән бергә айыу баланы, зелпе ҡыуаҡтары бында йырып үткеһеҙ булып үҫә. Яҙ килеү менән кәкүк емеше, тайтояҡ, яҙ күрке аҡ умырзая, дарыу үләндәренән сөйәл үләне, юл япраҡтарының бер нисә төрө, ҡырҡҡолас кеүек иртә сәскә атыусы үҫемлектәр ҡалҡып сыға. Сирек сәғәт самаһы ваҡыт үтеүгә бәғәнәште үҙенә хас үҫемлектәр берлегендә - ҡатнаш урманда, ҡарағай, акация һәм айыу баланы ҡыуаҡтары күләгәһендә осраттыҡ. Русса "воронец колосовидный" тип атала ул. Аҙаҡ шағир бәғәнәш үләненең Ишембай, Күгәрсен, Ғафури райондарында күпләп үҫеүе һәм урындағы халыҡҡа яҡшы таныш булыуы тураһында һөйләне. Уның икенсе исеме "Салауат тамыры" икәнен дә хәтергә төшөрҙө.
Бәғәнәш, әйтеп үтелгәнсә, шыршы, ҡарағай урмандарында үҫә. Ҡатнаш урмандарҙа ла осрай. Ул үҫкән тирәлә ваҡ ҡымыҙлыҡ, ҡырҡбыуын, ҡаҙаяҡ үләндәре үҫеүсән. Бәғәнәштең бейеклеге 30 - 40 сантиметр. Япраҡтары киң, овал (эллипс) формаһында, бер-береһенә ҡапма-ҡаршылаш урынлашҡан. Япраҡ һабы тирәһендә улар тарайып бәләкәйләнә. Яҙ көнө аҡ сәскә ата, емеше ҡара төҫтә. Ҡыҙыл емешлеләре лә бар. Улары "воронец красноплодный" тип атала. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: был үсемлектең орлоғо тупраҡта ике ҡыш ятҡас ҡына шытым бирә. Беренсе йыл үҫенте тик бүлбеләргә оҡшаған һурыусы һәм һаҡлыҡ тамырҙарын ғына барлыҡҡа килтерә. Июль айҙарында орлоҡ өлөштәре кибеп һәләк була һәм үҫенте ҡышҡылыҡҡа бүлбеләр рәүешендә китә. Икенсе яҙға үҫемлек тәүге япраҡтар барлыҡҡа килтерә.
Бәғәнәш һуңғы йылдарҙа күп ғалимдарҙың, бигерәк тә фармацевтика өлкәһендә эшләүселәрҙең, иғтибарын йәлеп итә. Хәҙер был үләндән күп төрлө дарыу эшләү мөмкинлектәре асыҡланды. Әйтергә кәрәк, бәғәнәш аҙ-аҙлап осрай. Шуға күрә уны тәләфләргә ярамай. Билдәле булыуынса, ул ағыулы үҫемлектәр исемлегенә инә һәм уның менән эш иткәндә мотлаҡ һаҡлыҡ сараларын иҫәпкә алырға кәрәк.

Сәфәрғәле ЙӘНТҮРИН,
биология фәндәре докторы, профессор.

"Киске Өфө" гәзите, №31, 7 - 13 август 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.08.26 | Ҡаралған: 18

Киске Өфө
 
Күңелһеҙ кешеләрҙе тыңлап, өмөтһөҙ әҙәмдәрҙе төҙәтергә тырышып, алтын ваҡытыңды әрәм итмә. Был - ауырыу маҡсаттар һәм алдатҡыс ынтылыштар.

(О. Уайльд)

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru