
Башҡортостан Башлығының РФ Милли гвардияһы ғәскәрҙәре менән үҙ-ара эш итеү буйынса кәңәшсеһе Артур Йомағужин, бөгөн алғы һыҙыҡта Пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары иң кәрәкле белгестәрҙең береһе булып тора, ти.
Офицер БПЛА операторҙарын "һуғыш аллалары" тип атай, сөнки улар колонналарҙы оҙатып, хәрби транспорттың хәүефһеҙлеген тәьмин итә, разведка алып бара, утты корректорлай һәм тыныс халыҡты һаҡлай. Шуны белеү мөһим: пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары йыраҡтан тороп эшләй. Дрондарға идара итеү пультынан алғы һыҙыҡҡа тиклем бер нисә тиҫтә километр булыуы ихтимал.
"Телефон һәм компьютерҙан башҡа бер нәмә лә белмәйем, тигән йәштәр беҙгә кәрәк тә инде. Тейешлеһенә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үҙебеҙ өйрәтербеҙ. Сикләүҙәр юҡ, беҙҙә эш бик күп. Ватанды һаҡлаусылар рәтенә баҫырға ҡарар иткәндәргә республика билмәһендәге хәрби комиссариаттарға барырға һәм төбәгебеҙҙә ойошторолған батальондарҙа һәм "Башҡортостан" полкында хеҙмәт итергә теләүегеҙҙе белдерергә кәңәш итәм. Мин үҙем бишенсе йыл Махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итәм һәм тәжрибәмдән сығып, исемле башҡорт батальондарында һеҙҙе туғандарса ҡаршы аласаҡтар, үҙҙәренеке күреп, бөтәһенә лә өйрәтәсәктәр, тип әйтә алам. Башҡортостан үҙ подразделениеларын дрондар һәм бөтә кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин итә, республика Башлығы Радий Хәбиров был эштәрҙе шәхсән контролдә тота", - тип билдәләй Артур Йомағужин.
Төбәк Башлығы кәңәшсеһе белдереүенсә, хәрби комиссариаттарға килгән йәштәр башлыса тиҙ өйрәнеү һәләтенә, яҡшы реакцияға, техник фекерләүгә эйә, тәрән эрудициялы. Башҡортостан батальондары тәүге көндәрҙән үк МХО биләмәләрендә үҙҙәрен лайыҡлы күрһәтте, бөтә йүнәлештәрҙә лә һөҙөмтәле хәрби хәрәкәт алып баралар. Хеҙмәткәрҙәргә МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә тәғәйен барлыҡ дәүләт ярҙам саралары, льготалар һәм социаль гарантиялар ҡаралған. Контрактта билдәләнгән аҡсаға өҫтәп, һөҙөмтәлелек өсөн өҫтәмә түләү бар. Дошман позицияһына, техникаһына уңышлы һөжүм итеүселәргә 50 меңдән 500 мең һумға тиклем аҡсалата премия яҙыла.
БПЛА подразделениеларында хеҙмәт итеү тураһында тулы мәғлүмәтте башбат.рф сайтында һәм 122 телефоны буйынса алырға мөмкин. Шулай уҡ быны Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 156 адресы буйынса урынлашҡан Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты аша ла эшләп була. Ғариза Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ла ҡабул ителә.
Ҡасим ҒӘҘЕЛШИН әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №31, 7 - 13 август 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|