«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пациенттарға медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын һәм дауаханаларҙа ҡайһы бер табиптарҙың тупаҫ һәм битараф мөнәсәбәтен ҡаты тәнҡит утына тотто. Һеҙгә ошондай күңелһеҙ күренештәр менән осрашырға тура килгәне бармы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
ОҘАТА КИЛ - 5 (Аҙағы)
+  - 


Кәүҙәһе бирешеп бөгөлгән, рухы һүнгән, тормошона ҡул һелтәгән ҡатындың тауышы тау ҡыуышынан һығылып сығып сылтырап аҡҡан саф инештәй көслө һәм һоҡландырғыс ине. Ул тар, ярым ҡараңғы, таш лабиринтты хәтерләткән диспансер коридорын, тәҙрәләренә ҡорос рәшәткә ҡағылған хәстәхананы яҡтыртып, нурландырып ебәрҙе һымаҡ, таш стеналар ян-яҡҡа тартылып, түшәм юғарыға күтәрелеп, хлорка, дарыу еҫе һеңгән торлаҡ күҙ менән ҡаш араһында ылыҡтырғыс, күркәм йәннәт баҡсаһына әүерелде. Әҙәм балаһы һүнһә лә, йыр-моң мәңгелек икән, Сажидәнең йыры мине тағы ла бер тапҡыр ошо хаҡиҡәткә инандырҙы.
- Вы что себе позволяете, тут лечебное учреждение! - Көтмәгәндә эргәбеҙҙә сибек кәүҙәле, етендәй һары сәсле, осло танаулы, һыпра төшкән ҡаҡ түшле шәфҡәт туташы пәйҙә булды.
- Не видите что ли, она поет, сестричка! - тинем илаһи һиллекте боҙған ҡыҙға асыуланып.
- Опять напилась что ли?
- Выбирайте слова, уважаемая сестричка, соблюдайте этикет!
- Плевать хотела на ваш этикет, соблюдаю инструкцию, то, что положено. А то выламываются к нам всякие посетители, спаивают пациентов, потом мне отвечать!
- Она абсолютно трезва!
- Не оправдывайтесь, я знаю вас! - Сажидәгә күҙҙәрен аҡайтып тексәйҙе. - Пошла быстро в палату, тебе систему надо ставить, потом уколы делать! - Тәрбиә, әҙәп төшөнсәләрен һанламаған шәфҡәт туташы ҡуш йоҙроҡтай осаһын бейетеп, тырт та мырт баҫып китеп тә барҙы.
- Мине йыуындырырға, таҙарындырырға йыйыналар, китәйем булмаһа... - Сажидә төйөнсәкте ҡуйынына ҡыҫып, китеү яғына ҡарай ыңғайланы.
- Сәләмәтләнеп ҡайт, ә мин һине көтөрмөн! - Хәлфетдин ҡатынының артынан эйәрә бирҙе.
- Һин унда барма, ярамай, - тине Сажидә, шунан миңә ҡараны. - Үнгәр, әгәр киләсәктә минең хаҡта берәй нимә яҙһаң, матур, килешле, ябай итеп яҙ, йәме? Йәмһеҙ йәшәһәм дә, әҙәмсә көн итергә тырыштым, килеп кенә сыҡманы, йырлап, ҡыуанып, Хәлфетдинемде ҡыуандырып йәшәргә ине лә, ошо ҡәһәрле ауырыу емерҙе барыһын. Хәмер йыуған тормоштоң ҡото бумай. Һис кемгә, һис ҡасан насарлыҡ, хаслыҡ эшләмәнем, өйөбөҙҙәген таратһам, араҡыға һатһам, өләшһәм дә, яттарҙың әйберенә оронманым... Һине оҫта яҙа тиҙәр, минең ҡойто яҙмышты ла төҙәтеп, үҙгәртеп, еренә еткереп яҙырһың бит, ә, үнгәр? Тағы минең турала яҙғанда, башҡалар һабаҡ алһын өсөн, һис ҡасан эсмәгеҙ, эсә күрмәгеҙ, араҡы - ул атом бомбаһы ише, кешене генә үлтереп ҡалмай, тоҡомдо, нәҫелде ҡорота, тип тә өҫтә.
- Айыҡ саҡта аҡыллы кешеһең һин, Сажидә, күңелең саф, уйлаған уйҙарың яҡты!
- Һайра, һайра, һандуғасым... - Сажидә йыр һүҙҙәрен ишеттереп шыбырҙап, ярым ҡараңғы коридор буйлап атланы һәм көтмәгәндә ҡайырылып, ҡулын болғаны. - Хушығыҙ... Ҡотһоҙ мине түгел, йырымды йыш иҫегеҙгә төшөрөгөҙ... Һеҙгә йырым ҡалһын... Оҙата кил, ғүмеремдең, йәшәлмәгән йылдарына...
Парктағы теге ултырғыс янына килдек.
- Миңә ошонда көтөргә ылауҙы, - тине Хәлфетдин.
- Тәҡдимем көсөндә ҡала, бәлки, беҙҙә ҡунып ҡайтырһың?
- Юҡ, мал-тыуарҙы ҡаршы алаһы бар, башҡа эштәр ҙә етерлек.
Арҡам менән тойҙом, Хәлфетдин мине күҙ яҙлыҡҡансы өмөтһөҙ, һүнгән ҡарашы менән ҡарап оҙатты.
Тағы ла ике көндән ауылдан, Сажидә вафат, тигән хәбәр килеп етте. Уның дауаханала шулай тиҙ арала үлеп китеүе мине аптырауға һалды. Кеҫә телефоныма йәбешеп, таныш һандарҙы йыйҙым, ә унан асыулы тауыш ишетелде:
- Башҡаса шылтыратмағыҙ, был минең номер!

3

Тағы ла тыуған төйәгемә юлым төштө. Быйылғы яҙ бигерәк иртә килде, апрель аҙаҡтарында инде бар тирә-яҡ ҡышын былай ҙа наҡыҫ ҡына яуған ҡарҙан әрселде. Көндәр йылы, сыуаҡ торғас, йылға буйҙарындағы, уйһыулыҡтарҙағы талдар һап-һары "бәпкәләр"гә күмелде, ҡайын ағастарындағы, муйыл ҡыуаҡтарындағы бөрөләр йәшкелт морондарын төртөп, бүртеп, шартлап асылыр хәлгә етте. Тик әле уҫаҡтар ғына элекке торошта һаман да ҡарайып күренәләр, улар ҙа былайтып оҙаҡ төмһәрә алмаҫ, шаулап-гөрләп килгән яҙ наҙына эйәреп, тиҙҙән асылырҙар, тороҡ ботаҡтарына йәшкелт япраҡтарын элерҙәр. Ҡарҙы тишеп сыҡҡан умырзая сәскәләренә эйәргән муйыл ҡыуаҡтары ла тәлгәш сәскәләргә тулышыр, туй күлдәген кейергә әҙерләнер. Ошо миҙгелде Хәлфетдин яҡын күрә, ярата ине бит. Яҙ етте иһә, ай-вайыма ҡарамай, мине ҡырға саҡыра торғайны. Бер юлы ҡырға ҡыш оҙоно ҡурала йонсоған малды ла ҡыуалап сығарабыҙ. Иркенгә сыҡҡан мал-тыуар уйнаҡлай, Хәлфетдин инде үләндәре яңы ғына шыта башлаған сирәмгә тәгәрәп, шарҡылдап көлә-көлә осоноп, тәкмәс атырға тотона. Ҡарап торһаң, ҡыҙыҡ, мәрәкә инде. Бөгөн уны мотлаҡ күреп ҡайтырға тигән ныҡлы ҡарарға килдем.
Тиҙ арала йомоштарымды йомошлағас, ауыл осондағы өй янында туҡталдым. Ҡапҡаһы ауыҙына еңел машина терәлеп туҡтаған, стеналары ҡыҙыл кирбес менән көпләнгән, ҡыйығы ҡара һоро төҫтәге ҡалай менән ябылған, танымаҫлыҡ кимәлдә күркәмләнеп киткән, евротәҙрәләрендә ҡояш нурҙары уйнаған йорт семәрле тимер рәшәткәләр менән кәртәләп алынғайны. Килешле итеп эшләнгән бәләкәй ҡапҡаны асып, эс яҡҡа үттем, ишек алдында ла тулы тәртип, тик шуныһы - таҙ бөтһә лә табыты ҡала, тигәндәй, теге арба менән күпмә һалынған кәритә урынында ине...
Ҡара төҫтәге ҡиммәтле күн менән көпләнгән ишек янына беркетелгән саҡырыу кнопкаһына баҫтым.
Эс яҡтан тоноҡ тауыш ишетелде:
- Инегеҙ, бикһеҙ бит!
Спорт костюмы, еңел, йомшаҡ шипатайҙар кейеп алған Хәлфетдин диванда гәзит-журналдар ҡараштырып ултырған еренән, мине күргәс, өтәләнеп тороп баҫты ла, ҡыуанып, ҡоласын йәйҙе, шунан күрешергә тип ике ҡулын һондо: - Һинең дә беҙгә килер көнөң бар икән!
- Һаумы, Хәлфетдин дуҫ, нисек йәшәп ятаһың әле?
- Мына ошолай инде... - Күркәм, заманға ярашлы итеп йыйыштырылған йорт эсе күңеленә яттыр әле Хәлфетдингә, ул ҡарашын ситкә алды.
- Урман-ҡырҙарҙа һин көтөп алған яҙ гөрләй, ә һин өңөңә бикләнгәнһең түгелме?
- Әҙәм өлөшөнә яҙ миҙгеле тик бер тапҡыр ғына 18 йәштә бирелә, башҡаса ул ҡабатланмай!
- Бер аҙ ултырып сығырға мөмкиндер бит?
- Һорап тораһың тағы, мынауынан, йомшаҡ дивандан урын ал, ә мин, - янына ултырғыс тартты, - ҡаршыңа утырайым.
- Хан һымаҡ көн итәһең бит әй, тәҙрә төбөңдә алҡа гөлдәр сәскә ата, өр-яңы ҡаралты, ярты мөйөштө биләгән плазмалы телевизор, өҫтәлеңдә емеш-еләк тултырылған ваза!
- Нисек бар - шулай... - Хәлфетдин уратып яуап бирҙе.
Осрашыу әңгәмәһен ялғап китә алмай бер килке һүҙһеҙ ултырҙыҡ. Әүәле һин дә мин, ауырлыҡһыҙ аралаша инек, беребеҙ икенсебеҙҙе ярты һүҙҙән аңланы, хәҙер ентекләп ҡырынған, сәстәрен терпеләй итеп алдырған, килешле итеп кейенеп алған, төҫ-башҡа йәшәреп киткән Хәлфетдин миңә ят, таныш түгел бер кеше һымаҡ күренде, тик күҙҙәре генә элеккеләй һағышлы, ян-тирәгә рыя, рыя ғына түгел, битараф ҡарайҙар.
- Сажидә хаҡында һуңлап ҡына ишеткәйнем, йә килеп булманы, йә шылтыратып һөйләшә алманым.
- Ни хәл итәһең инде. Һин дә ҡайтып, һәр ауылдашты ерләшеп йөрөй алмаҫың билдәле. Теге саҡ шулай ҡапыл ғына килеп сыҡты шул. Сажидә беҙ сығып киткәс, яйын табып, диспансерҙың подвалына төшкән дә халатының билдеге менән аҫылынған. Ҡайтып та өлгөрмәнем, медпункттың фельдшерына шылтыратҡандар. Ылау яллап, кире елдерҙем. Тегендә лә мәсьәләне тиҙ генә хәл итмәйҙәр бит инде, өсөнсө көнгә генә ҡайтып төштөм. Үҙенә ҡул һалырҙан алда Сажидә тумбочкаһы өҫтөндә миңә тәғәйенләнгән яҙыу ҡалдырған: "Үҙемде ағыулаһам да һинең тормошоңдо, киләсәгеңде ағыуларға хаҡым юҡ. Кисер, башҡаса юлын күрмәйем. Мин һине яраттым һәм яратам. Сажидәң." Беҙҙә ауылдаштар һуңғы юлға оҙатыуға әүҙемдәр бит инде у, тотош ауыл халҡы зыяратҡа сыҡты. Йылы һүҙҙәрен әйтеп оҙаттылар, өсөн, етеһен, ҡырҡын уҡытырға ярҙамлаштылар. Аҡ йәнле, саф күңелле, йыр-моңға ғашиҡ йән ине бит Сажидәм, барлыҡ аҡсамды йыйып түләп, ҡәберенә нота билдәһен тәпәйҙәренә эләктереп юғарыға ынтылған ҡошто һынландырған аҡ мәрмәр таш ҡуйҙырттым. У уға, һис һүҙһеҙ, лайыҡ. Башҡалар араһында буғанда көңгөр-ҡаңғыр аралашып, ситенлек һиҙелмәй бит инде у, өйгә бер үҙем бикләнгәс, бүре булып олор хәлгә төштөм, яңғыҙлыҡ бер Хоҙайға килешһен, инһәм дә яңғыҙмын, сыҡһам да, берәй эш эшләйем тиһәм, тотонғаным ҡулда таралып, һыпырылып төшөп бара. Сажидә киткәс, уның менән тотош тормошомдо ерләгәндәй булдым. Сәйер ишетелһә лә әйтәйем инде, көн һайын эсеп ҡайтһа ла, бола, талаш ойошторһа ла, арба, кәритәгә һалып алып ҡайтһаң да, яныңда ҡатының буһын икән у, яңғыҙ кеше ҡанаты һынған ҡош менән бер.
Ярты йыл шулай ҡыу томшоҡ булып йәшәлде. Яңғыҙ башымды терәр урын таба алмағанлыҡтан үҙемә-үҙем ҡул һалыр хәлгә етелде. Шулай аптыранып йөрөгәндә ошо ғына мәлде аңдыған тиерһең, Зәбирә килде. Уның хаҡында теге саҡ бер аҙ һөйләй биргәйнем бит әле. Шулай итеп, у йортомдо баҫып килеп инде лә тәртип урынлаштырырға керешеп китте, уаҡытын да, аҡсаһын да йәлләмәне. Ошо ерҙә тағы шуны әйтмәксемен, ҡатын-ҡыҙҙы әҙәп, тәүфиҡ, ғорур була белеү матурлай, уны бейек һәм бөйөк итә. Бер ниндәй ауырлыҡһыҙ, үҙенән-үҙе килеп ингән нимә бер ҙә генә ҡыуаныс, шатлыҡ килтермәй. Йәш саҡта үҙемә ҡарата алмай ярты йыл тирәһе Сажидәнең артынан йүгереп йөрөлгәйне - үҙе бер татлы һөйөү ғазабы. Ә Зәбирә, мин һиңә бисә булам, тип көсләп, һорауһыҙ-ниһеҙ үҙе килде лә инде, әрһеҙләшеп, түшәк бүлеште. Ир менән ҡатын түшәге изге нимә - унда кем етте, шуны һалырға ярамай. Башты ташҡа ороп бумай, көн итәм инде әсирлеккә төшкән тотҡондай. Киҫелгән түтәрәм икмәк ҡайырылары ише көн итәбеҙ инде шунда, ҡыҙыҡһыныуҙары, ынтылыштары менән йәшәгән ул - бер башҡа, үткәндәремде һағынған мин - үҙемсә көн итәм, берекмәҫ, мәңге ҡушылмаҫ ике яртыларбыҙ. Әйт әле, хөрмәтле яҙыусы, алдан планлаштырылған бәхет буламы у?
- Бәхет ул - көндәлек ҡабатлана килгән бәләкәй генә шатлыҡ-ҡыуаныстар йыйылмаһы.
- Мына мыныһын дөрөҫ әйттең. Беҙҙең йәшәү - күҙгә ҡаҙалған дегәнәк һымаҡ, сәғәт һайын, көн һайын ауырттыра, сүпте һурып сығарып ырғытырлыҡ әмәл генә юҡ. - Әйткәндәрен раҫларға теләгән Хәлфетдин ҡул һырты менән шешмәкләнгән күҙ ҡабаҡтарын ыуҙы. - Бүлексә ябылғас, булған техника ҡайҙалыр ҡыуылғас, эшһеҙ ҡалынғайны бит, теге, Сажидә тере саҡта шабашкала йән аҫралды, хәҙер базанан тауар ташыйым. Зәбирә ауылда ике урында һатыу нөктәһе асып ебәрҙе, аҡсаға мохтажлыҡ кисермәйбеҙ былай.
- Һәйбәт булған.
- Һәйбәт... - Уның әйткәненә ниндәйҙер мәғәнә, кинәйә һалыуын аңлап етмәнем.
- Ауылда нисек йәшәйҙәр әле?
- Нисек тип, эш тә юҡ, аш та юҡ, һәр кем хәленән килгәнсе, мөмкинлеге самаһында осто-осҡа ялғап көн итә инде. Өҙмәй ҙә ҡуймай эсәләр, сифатһыҙ араҡы эсеп себендәй ҡырылалар...
- Эсәләр шул, ни ҡылмаҡ...
- Сараһыҙлыҡтан алйып, илереп шулай итәләрҙер. Кешегә әҙәмсә йәшәү өсөн иң тәүлә ҡулына эш тотторорға кәрәк, шунан нимәгә булһа ла өмөтләндерергә. Хеҙмәт кенә маймылдан кеше яһай, тип әйткән бит әле бер аҡыл эйәһе, эшһеҙ, шөғөлһөҙ кеше ҡанатһыҙ ҡош менән бер. Элек һис ҡасан бумаҫ, тормошҡа ашмаҫ коммунизмдың бер килеп етеренә алданып ымһынып йәшәнек, алдандыҡ, әммә хыялландыҡ. Хәҙер бер Хоҙайға ышанырға, инанырға ҡала.
- Ауыл һайын мәсеттәр, ғибәҙәтханалар ҡалҡыттылар ҙа бит, уларҙың күбеһе буш тора.
- Килешәм. Хәмергә табыныусылар, аҡса ҡолдары унда йөрөмәй. Көмөшкә ҡойоп һатыу үҙенә күрә табышлы тармаҡҡа әүерелеп китте. Өҫтәүенә Зәбирә өҙлөкһөҙ араҡы ташып, халыҡты һыйлай, көнө-төнө һорағандарға, теләнселәгәндәргә ишегебеҙ тәүлек әйләнәһенә ябыуһыҙ, бикһеҙ. Хәҙер аҡса юҡ бит, ала ҡарғала аласағың буһын тип, һуңғыға яҙып бирәбеҙ, шулай итеп ярты ауыл беҙгә бурыслы, бирәсәкле. Кемдәргәлер ғәйеп яғып, тағып утырған булам тағы, мин дә бит шауҙырлатып хәмер, һыра, шарап ташыусы, янған утҡа кәрәсин һибеүсе. Хәтереңдәме, элек икәүләп Һаҡмарға мурҙа һала торғайныҡ. Мурҙа еменә алданған оптолар, ҡыҙылғанаттар, сабаҡтар тула торғайны мурҙабыҙ эсенә. Хәҙер беҙҙең йорт ана шул алдатҡыс мурҙа һымаҡ. Емгә алданып киләләр, әммә кире сығыр урындары ғына юҡ, сөнки хәмер мурҙаһына бикләнгәндәр, араҡы ауына сырмалғандар.
Сажидә, зәғиф бала тапҡым килмәй, ти торғайны, бәлки ул хаҡлы ла булғандыр, хәҙер ана шул һыу мейе, иҫкә ярым балалар ишәйгәндән-ишәйә бара. Махсус йорттарҙы, детдомдарҙы арттырып, күкрәк һуҡҡан булалар, у бит проблеманан сығыу юлы түгел. Киләсәктә көнөбөҙ ошо зәғиф балаларға терәлеп ҡалырмы? Хәҙер тештәре төшөп, йәмһеҙ ауыҙҙы хәтерләткән, ярты өйҙәре бушап, йә нигеҙ урындары ғына һерәйеп ҡалған ауыл ныҡ ҡартайҙы, элек балалар лыҡа тулы мәктәптә бөгөн ике тиҫтәгә яҡын бала уҡый. Беҙҙә генәме, тотош Ерҙә шулай, балалар бумағас, беҙҙең киләсәгебеҙ, иртәгәге көнөбөҙ юҡ тигән һүҙ. Ауылдар бөтһә, ары ни ҡылырҙар икән, ауылдар менән бергә эшсән кешеләр, таланттар, телебеҙ юҡҡа сыға. Беҙҙең менән киләсәктә ни булыр, ә?
- Һорама, белмәйем...
- Һин белмәйһең, икенсе берәүҙең яуабы юҡ, кем белә һуң?
Хәлфетдин кеҫәһенән затлы сигарет килтереп сығарып, бармаҡтарында әүәләне лә уны асыу менән өҫтәл өҫтөнә ырғытты:
- Зәбирә өйҙә төтәткәнде яратмай. Сәй ҡойоп ебәрәйемме әллә, хөрмәтле мосафир?
- Яңы ғына һыйланылар.
- Шулай булыры билдәле, редакторһың бит, көтөп торғандарҙыр, барыһы ла ал да гөлдән һалдырғандарҙыр.
- Һин һалдырғансы бөтәһе лә насар түгел, ыңғай яҡтар ҙа бар бит, бына ошолай, матур итеп йәшәп ятыуыңды күреп ҡыуанам, Хәлфетдин дуҫ. Әйт әле, һин ризаһыңмы тормошоңдан, бәхетлеһеңме?
- Ҙур, күктән төшкән бәхет бумай һис ҡасан, яңы ғына үҙең дә әйттең бит, миңә ҡалһа, бәхет у, тәүге һөйөү ише, бер тапҡыр ғына килә, ҡабатлап кимәй, у мәңгелек. Сажидәне көн һайын тиерлек төшөмдә күрәм, у эсеп алып, элеккеләй болармай инде, бары аяҡтарымды ҡосоп, фанилыҡта ҡылғандарына ярлыҡау һорай. Ярлыҡайым, ғәфү итәм, кисерәм, сөнки у минең икенсе яртым бит.
- Ә Зәбирә?
- У мине ярата, нисек бармын, шулай ярата. Кеше һис ҡасан яңғыҙы йәшәй алмай, тап киләме, әллә юҡмы, у кем менән дә булһа бергә ҡалырға һәм йәшәргә бурыслы, уға ауыр мәлдә терәк һәм таяныс кәрәк. Бөгөн быуамдың йырылған сағы, шуға күп һөйләйем шикелле
- Зарар юҡ, булмаһа, мин ҡуҙғалайым инде, Хәлфетдин, юл ыңғай ғына туҡталғайным.
- Йәшерәк тә, сибәрерәк тә, тәрбиәлерәк тә буған йәш ҡатыным менән танышып ҡайтырһың, бәлки?
- Һинең менән Сажидәнең донъяһында өсөнсө кешене күргем килмәй, әйҙә, элеккесә ҡалһын!
- Бына быныһын йәшермәй тураһын әйттең.
Ишек алдына сыҡтыҡ. Ишек ҡырындағы арба менән кәритәгә ымланым:
- Был нимәләр һаман да урынында икәндәр.
- Урынында, Сажидә тауыш бирә ҡалһа, ҡаршы барып алыр хәлдәмен. - Хәлфетдиндең йөҙөнән моңһоулыҡ күләгәһе йүгереп үтте. - Зәбирә сығарып ырғытырға йыйынғайны ла, ҡаты ғына итеп, теймә, оронма, тинем.
- Шәп бит әй, иномарка! - Урамда машинаға ымланым.
- Зәбирәнең аҡсаһына һатып алынған.
- Һиңәлер бит?
- Мин уны унда-бында ҡыуалаусы водитель һәм бер үк ваҡытта ауылға һуңлатмай араҡы ташыусы даставщик, шунан таваравид.
- Сибай базаһына барғаныңда беҙгә лә һуғылғылап йөрө.
- Кәрәкме икән? Уйымдағын бында әйтеп бөтөрҙөм бит инде. Сажидәнең яратҡан йыры "Оҙата кил" хәтереңдәме?
- Ундай йырҙы онотоу мөмкинме икән?
- Шул йырҙағыса итеп әйтәм, яҡын туғандар ҙа ҡалмай бара, әгәр хәбәр итә ҡалһалар оҙата кил... ғүмеремдең йәшәлмәгән йылдарына...
Шул саҡ беҙгә табан килгән ҡатынды күреп ҡалдым. Ауыл хужаһылай, урам тултырып, килешле баҫып атлай.
- Зәбирә... - тине Хәлфетдин.
Уңғансы ул беҙгә яҡынланы. Сәстәрен ҡыҫҡа итеп киҫтереп, ерән төҫкә буятып, ветровка, килешле джинсы салбар, кроссовкалар кейеп алған урта йәштәрҙәге ҡатын ылыҡтырғыс, урта сибәр ине.
- Һаумыһығыҙ, мине Зәбирә тиҙәр! - Эргәбеҙгә килгәс, буялған тырнаҡлы нәфис ҡулын һондо. - Бата уҡытмаһаҡ, загста тормаһаҡ та, - Хәлфетдингә шелтәләгәндәй итеп ҡарап алды, - Ҡотләхмәтова, тип өндәшергә мөмкин!
- Хәйерле көн! - Исемемде әйтеп, нәфис бармаҡтарҙы усыма йомарланым.
- Һеҙҙе ошоғаса күреп белмәһәм дә, заочно танышмын. Әйҙәгеҙ, төш мәле бит, сәйгә рәхим итегеҙ!
- Рәхмәт. Рәхәтләнеп һөйләшеп ултырҙыҡ та, Хәлфетдин, бына, оҙатырға сыҡты.
- Улайһа, ярай. Килгеләп йөрөгөҙ, Хәлфедин һеҙҙе йыш иҫенә төшөрә. - Зәбирә инеп китте лә, бер аҙҙан еңел куртка алып сығып, Хәлфетдиндең яурынына һалды: - Ялтырап торһа ла яҙғы көн алдатҡыс, һалҡын алдырып ҡуйма. Бөгөн төштән һуң һатыуға барып тормам, бөтә кеше өй тирәһендәге эштәре менән булаша, беҙ ҙә ишек алдын, өй артын һепереп сығарайыҡ, түтәлдәргә сәскәләр ултыртаһы ла бар!
Еңел хәрәкәтле ҡатындың артынан ҡарап ҡалдым.
- Сәскә сәсеп кенә ҡана ла һуң тормошто йәмләп булһа... - Хәлфетдин ауыр уфтанды.
- Һин бик мыжыҡ, һайлансыҡ кешегә оҡшағанһың, дуҫ, нимә етмәй һиңә?
- Нимә етмәйме? Минең холоҡто беләһең, бар йәһәттән дә камил кеше бумай, Зәбирәгә тоғро ҡалып, уны рәнйетмәй, кешесә йәшәргә тырышасаҡмын, бик тә тырышасаҡмын, әммә йөрәкте урынынан алып, икенсене ҡуйып, йәнгә утырған туҙанды елдә ҡаҡҡылап, күңелде алмаштырып бумай, мына шу...
- Улайһа, иҫке йөрәгең, күнегелгән күңелең менән нисек тә йәшәргә тырыш, йәме, йәшәргә тырыш...
Ҡулдарыбыҙҙы ҡаты итеп ҡыҫып хушлаштыҡ. Мин ҡайтыр юлға төштөм, Хәлфетдин һәлмәк баҫып, йылға аръяғындағы ҡалҡыулыҡ яғына китте, йәш, талантлы, һөйкөмлө саҡтағы Сажидәһен күрергә, уның йырын тыңларға китте...

(Аҙағы. Башы 28-31-се һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №32, 14 - 20 август 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.08.26 | Ҡаралған: 9

Киске Өфө
 

Һәр көн - ул бәләкәй генә ғүмер: һәр иртән йоҡонан уяныу - ул бәләкәй генә йәшлек; һәр көн йоҡларға ятыу - ул бәләкәй генә үлем.

(А. Шопенгауэр).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru