«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пациенттарға медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын һәм дауаханаларҙа ҡайһы бер табиптарҙың тупаҫ һәм битараф мөнәсәбәтен ҡаты тәнҡит утына тотто. Һеҙгә ошондай күңелһеҙ күренештәр менән осрашырға тура килгәне бармы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
"ҺҮҘ МОҢО" БЕРЛӘШТЕРӘ
+  - 


Йәш яҙыусыларҙың ижадына иғтибар кәрәк, сөнки яҡын киләсәктә улар әҙәбиәттең төп йөгөн тартыусылар булып үҫеп сығасаҡ. Был йәһәттән илебеҙҙә бик матур үрнәктәр бар. Ихтимал, улар тураһында бөтә кеше лә хәбәрҙар түгелдер. Бына шуға ла "Тел-арт резиденцияһы. Һүҙ моңо" тип аталған проект тураһында мәғлүмәт бирмәксебеҙ. Бер нисә йыл ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, төрлө милләт вәкилдәрен үҙенә йәлеп итеүе менән отошло заман проекттарының береһе ул. Алтайҙа үткән был сарала йәш шағирә Зарина НАЗЫРОВА ҡатнашты, башҡорт һүҙ сәнғәтен ҙур сәхнәлә яңғыратты. Беҙ уға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

Зарина, һин әле генә Алтайҙа йөрөп ҡайттың. Бөгөнгө заманда йәш ижадсыларҙы берләштергән саралар булыуы ҡыуандыра. Шулай ҙа асыҡлап китәйек, "Һүҙ моңо"проектының маҡсаты нимәнән ғибарәт, исеме есеменә тура киләме?

- Исеме есеменә тура килә, тип алдан уҡ әйтеп ҡуям. Сөнки илебеҙҙең төрлө төбәктәренән йыйылған йәш авторҙар һүҙ моңон, һүҙ ҡөҙрәтен үҙҙәренең туған телендә нисек тоя, нисек аңлай, нисек ҡабул итә - бар ғаләмгә шулай еткерә. "Тел арт-резиденцияһы. Һүҙ моңо" проекты Рәсәй Федерацияһы Президенты фондының мәҙәни башланғыстары ярҙамында Мәскәүҙәге милләт-ара мөнәсәбәттәр мөхитендәге ресурс үҙәге тарафынан бойомға ашырыла. Уның маҡсаты - Рәсәй халыҡтарының телдәрендә әҙәби әҫәрҙәр ижад итеү аша йәш быуынды илебеҙҙең мәҙәни мираҫын һаҡлауға ылыҡтырыу. Проекттың етәксеһе - Анжелика Сергеевна Засядько, ул ҡатнашыусыларға һәр эштә йүнәлеш биреп, дәртләндереп торҙо. Проекттың Алтайҙағы программаһына эләгер өсөн иң яҡшы унау иҫәбенә инеүселәргә йыл буйы тиерлек ең һыҙғанып эшләргә тура килде. Былтыр йәй аҙағынан ойоштороусылар һәм ҡатнашыусылар араһында йәнле әңгәмә, онлайн аралашыу башланды. Сентябрь айынан проекттың асыҡ лекторийы иғлан ителде: шарт буйынса һәр лекция һайын өйгә эштәрҙе башҡарып, тапшыра барырға кәрәк ине. Лекцияла эксперттар йәштәргә дөйөм йүнәлеш биреп, үҙҙәренең тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Шулай уҡ онлайн-квартирниктар үткәрелеп торҙо: унда ҡатнашыусыларға төрлө билдәле шәхестәр менән яҡындан әңгәмәләшеү бәхете тейҙе. Йәмғеһе етмешкә яҡын ҡатнашыусы онлайн-марафонда үҙ ижады менән таныштырҙы һәм шуларҙың уныһына ғына Алтайҙа үткәрелгән программаға эләгеү бәхете тейҙе. Башҡортостандан ике вәкил булдыҡ: мин һәм Салауат ҡалаһынан балалар өсөн әҫәрҙәр яҙыусы йәш ижадсы Альбина Кашапова.
Дөйөм өҫтәп әйткәндә, "Тел арт-резиденцияһы. Һүҙ моңо" проектының Алтайҙа уҙғарылған программаһының төп маҡсаты - үҙ туған телендә ижад иткән йәштәргә йүнәлеш биреү, улар араһында әҙәби-мәҙәни бәйләнеш булдырыу, үҙ-ара дуҫлыҡ ептәрен нығытыу, һәр туған телдең моңон, үҙенә генә хас үҙенсәлеген һаҡлап ҡалыу, телде популярлаштырыу. Ҡатнашыусылар ун көн был юҫыҡта мөһим эштәр менән мәшғүл булды: ҡыҙыҡлы оҫталыҡ дәрестәрендә тәжрибә тупланылар, ижад иттеләр, бер-береһе менән яҡынданыраҡ таныштылар, күркәм тамаша әҙерләнеләр, клип төшөрҙөләр. Тамашала сәхнәнән бер юлы рус, башҡорт, муҡшы, тыва, сыуаш, удмурт, ҡалмыҡ, хакас, алтай һәм ненец телдәре яңғыраны. Шулай уҡ ойоштороусылар коми, татар телдәрендә тамашасыларҙы ихлас сәләмләне. Проекттың тәүге көндәренән үк ҡатнашыусыларҙы актерлыҡ оҫталығына өйрәткән педагог Аруна Тельбекова тамашаның режиссеры булды. Күңелле репетициялар, сығыш алдынан тулҡынланыу - барыһы ла артта ҡалды. Һәр ҡатнашыусы "Тел арт-резиденцияһы. Һүҙ моңо" проектына рәхмәтле.

Бөгөнгө йәш ижадсыларҙы нимә берләштерә, илһамландыра? Фекер, ҡараш айырымлыҡтары булыуы ла бик тәбиғи.

- "Тел арт-резиденцияһы. Һүҙ моңо" ижадсыларын туған телгә һөйөү, ижадҡа ынтылыу берләштерә, тип әйтер инем. Һәр кем үҙенең рухи көмбәҙенә таяна, үҙенсә илһамлана. Мәҫәлән, миңә сәйәхәттә йөрөү ыңғай тәьҫир итә. Ҡайҙалыр сәфәрҙән әйләнеп ҡайтһам, мотлаҡ шәлкемдәр яҙам. Ҡырым, Байкал дәфтәре шәлкемдәренә хәҙер Алтай шиғырҙары ла өҫтәлде. Кемдер тынлыҡта ҡалыуҙы хуп күрә, ә кемгәлер мотлаҡ йәнле аралашыу кәрәк. Быны мин проектта ҡатнашыусыларҙы күҙ уңында тотоп әйтәм. Ижад итеү - ул илаһи мәл. Фекер-ҡараштар төрлө, әммә барыбыҙҙы ла татыу ғаиләгә Рәсәйебеҙ берләштерә. Быйылғы Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек йылында ошондай шәп проекттың тормошҡа ашырылыуы - ҡыуаныслы күренеш. Төрлө тәбәктәрҙән килгән йәш яҙыусы-шағирҙар Алтайҙағы программанан һуң да аралаша, үҙ-ара хеҙмәттәшлек итә: әҫәрҙәрҙе үҙ-ара тәржемә итеү эше яйға һалына.

"Тел-арт резиденцияһы. Һүҙ моңо" проектының артабанғы эшмәкәрлеге тураһында ла белге килә. Башҡорт шағирҙарының ундағы урынын нисек баһалайһың?

- Беренсе проект "Тел арт-резиденцияһы" тип аталып, беҙҙең Башҡортостаныбыҙҙа - Бөрйән районында Ағиҙел буйында уҙғарылды. Ул ваҡытта башҡорт теле вәкиле булып йәш шағирә Зөһрә Сафина-Рәхмәтуллина ҡатнашты. Ундағы ҡатнашыусыларҙың ижадын туплаған "Родное" йыйынтығы ла донъя күрҙе.
Икенсе тапҡыр үткәрелгән проект сиктәрендә лә беҙ, уның ун ҡатнашыусыһы, татыу, ҙур ғаилә булып йәшәнек бәрәкәтле Алтай төбәгендә. Аралашыуыбыҙҙы "Һүҙ моңо" тип аталған күркәм тамаша менән түңәрәкләп ҡуйҙыҡ: Чемал районының Анос ауылының мәҙәниәт йортонда, Таулы Алтайҙа республиканың Халыҡтар дуҫлығы йортонда, Барнаулда В.М. Башунов исемендәге Мемориаль китапханала сығыш яһаныҡ. Шулай уҡ эшебеҙ һуңында ижадыбыҙҙы сағылдырған йыйынтыҡты көҙгә ҡарай сығарырға тейешбеҙ.
Башҡортостаныбыҙҙы беренсе һәм икенсе проектта лайыҡлы күрһәттек, тигән фекерҙәмен. Зөһрәнең фәлсәфәүи уйға ҡоролған шиғырҙары, Альбинаның тәрән мәғәнәле, тыуған яҡ моңон сағылдырған әҫәрҙәре бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ. Мин дә проектта ҡатнашҡанда шиғырҙарым менән төрлө майҙандарҙа сығыш яһаным, Башҡортостаным, тыуған яғым - Йылайыр районы Һабыр ауылы, ата-әсәйем хаҡында ижадым аша һөйләнем. Шулай уҡ Алтайға мәҙхиә булып яңғыраған шиғырымды ла уңайы сыҡҡан һайын тамашасыларға һөйләп ишеттерҙем.
"Тел арт-резиденцияһы. Һүҙ моңо" кеүек проекттар тормошҡа ашырылғанда, эшлекле һәм файҙалы аралашыу булғанда, минеңсә, киләсәк быуын ошо моңдо, һүҙ ҡәҙерен юғалтмаҫ, тигән ышаныстамын. Шуға күрә был проект артабан да үҙ эшен дауам итер, сәскә атыр, тиеп өмөтләнәм.

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №32, 14 - 20 август 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.08.26 | Ҡаралған: 11

Киске Өфө
 

Һәр көн - ул бәләкәй генә ғүмер: һәр иртән йоҡонан уяныу - ул бәләкәй генә йәшлек; һәр көн йоҡларға ятыу - ул бәләкәй генә үлем.

(А. Шопенгауэр).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru