
Йомағужа иҫкәртә
Йомағужа һыуһаҡлағысы тураһында айырым әйтергә кәрәктер. Сөнки уның тарихы - гидротехник ҡоролмалар төҙөүҙең ыңғай һәм кире яҡтарын асҡан, тәбиғәткә һаҡһыҙ ҡағылыу эҙемтәләрен күрһәткән оло фәһем ул.
Төҙөлөш "Иштуған һыуһаҡлағысы" исеме менән башлана. Ағиҙелде быуып, йылғаның санитар-гигиена торошон яҡшыртыу һәм Мәләүез ҡалаһынан Өфөгә тиклемге уның урта ағымында ятҡан Салауат, Ишембай, Стәрлетамаҡ ҡалаларын һәм сәнәғәт предприятиеларын һыу менән тәьмин итеүҙе яҡшыртыу, ташҡындарҙы көйләү маҡсатын тотҡан проект идеяһы һуғыштан һуңғы йылдарҙа уҡ тыуа. Ләкин ҙур төҙөлөшкә тотонор өсөн дәүләттең аҡсаһы булмай. Ниһайәт, 1978 йылда 24 проектлау һәм ғилми-тикшереү ойошмалары ярҙамы менән, Дондағы Ростов ҡалаһынан "Южгипроводхоз" проект институты тейешле документтарҙы эшләп бөтә һәм 1981 йылда Мәләүез районы менән сиктәш Күгәрсен районы биләмәһендә, Иштуған ауылы янында, төҙөлөшкә әҙерлек башлана. Проект буйынса, плотинаның бейеклеге - 68 метр, оҙонлоғо 2 километрға яҡын ҡарала. Ошо ғәйәт ҙур ҡоролма Павловка һыуһаҡлағысынан ике тапҡырға күберәк һыу йыйып тоторға тейеш була. Һыу баҫасаҡ урындан 1819 кеше йәшәгән 10 ауылды күсереү планлаштырыла.
Удар комсомол төҙөлөшө тип иғлан ителгән объектҡа йәштәр ағыла. Производство планына ярашлы, эшкә 4,5 мең кеше йәлеп итеү ҡарала. 1987 йылға төҙөлөш-монтаж эштәре планын "Башгидрострой" тресы 100 процентҡа үтәй. Проект буйынса бүленгән 429 миллион һум совет аҡсаһының 118 миллионы үҙләштерелә. Плотина күтәреүҙән тыш, Йомағужа ауылында производство базаһы төҙөлә - 500 автомашинаға иҫәпләнгән гараж, бетон заводы, ҡаҙанлыҡ, 4 ҡатлы административ корпус һәм башҡа объекттар ҡалҡып сыға.
Әйткәндәй, нәҡ 1987 йылдың йәйендә минең үҙемә лә Иштуған һыуһаҡлағысы төҙөлөшө майҙанында булырға тура килде. "Башгипроводхоз" проектлау-тикшереү институтының геология бүлегендә инженер-геолог булып эшләп йөрөгән сағым. Беҙҙе буласаҡ пионер лагеры урынын тикшерергә командировкаға ебәрҙеләр. Шунда атлап йөрөй торған экскаваторҙы күрҙем. Ул иҫ китмәле дәү ине. Сүмесе эсенә бульдозер тракторы иркен инеп ултырмалы!
Ошо уҡ йылдың июнендә Башҡорт АССР-ы өлкә комитетының 1-се секретары Миҙхәт Шакиров отставкаға китә, ә "Ленинсе" республика йәштәр гәзитендә Иштуған һыуһаҡлағысын төҙөүгә бәйле тәнҡит мәҡәләһе донъя күрә. Үҙгәртеп ҡороу, асыҡлыҡ (гласность) елдәре быға тиклем тыйылып килгән мәсьәләләрҙе күтәреп сығыр өсөн юл аса. Экологтарҙың хәүефләнеүен йәмәғәтселек күтәреп ала. Йомағужа һыуһаҡлағысы төҙөлөшөн туҡтатыуҙы талап иткән петицияға 60 меңдән ашыу кеше ҡул ҡуя, ошо мәсьәлә буйынса Бөтә Рәсәй Тәбиғәтте һаҡлау йәмғиәтенең республика советы янында Йәмәғәт экология комиссияһы ойошторола. Яҙыусы, журналист Борис Павлов экологтар хәрәкәтенең рупоры була. Сығыштарының береһендә ул: "Беҙ ошо урында ҡаза төҙөйбөҙ!" - ти.
Булдырылған Йәмәғәт комиссияһы мәсьәләне төрлө яҡлап өйрәнгәндән һуң, ғалимдар фекеренә таянып, Иштуған һыуһаҡлағысын төҙөү ҙур хата, тигән һығымтаға килә һәм власть органдарынан уны туҡтатыуҙы талап итә.
Проект буйынса һыуһаҡлағыс өс мәсьәләне хәл итергә тейеш була: республиканың көньяғындағы ҡалаларға етешмәгән күләмдә өҫтәмә һыу биреү, таҙартылмай ағыҙылған сәнәғәт һыуҙарын таҙаһы менән ҡушып, уларҙың тирә-яҡ мөхиткә зарарын кәметеү һәм баҫыуҙарҙы һуғарыу. Экспертиза һөҙөмтәһе шундай: бөтә өс позиция буйынса ла проект авторҙарының концепциялары һәм иҫәпләүҙәре нигеҙһеҙ, ул тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса заманса стратегияға яуап бирмәй, йылғаны һауыҡтырыу проблемаһын хәл итеүҙең альтернатив варианттары иҫәпкә алынмаған.
Иштуған һыуһаҡлағысы төҙөлөшө тураһында иҫкә алғанда, ғәҙәттә, экология мәсьәләһе күҙ алдына килеп баҫа. Ә урындағы тиҫтәләгән ауылдарҙа йәшәгән халыҡ күргән михнәттәр онотолған да инде.
1965 йылда һыуһаҡлағыс төҙөү тураһында хөкүмәттең тәүге ҡарары сыҡҡас, һыу баҫырға тейешле ауылдарҙа йорттар һалыу, хужалыҡ ҡаралтыларын яңыртыу тыйыла. Кешеләр иҫкеләрен йөпләп, ауышҡан һарай-кәртәләрен терәтеп, ҡыҫынҡы ярым-емерек өйҙәрҙә йәшәргә мәжбүр була. Мәктәп-дауаханалар, клубтар, юлдар төҙөлмәй. Хәле еткәндәр күсеп китә, күпселек 90-сы йылдарға тиклем һуғыштан һуңғы осорҙо хәтерләткән, 25 йыл эсендә йорттары тағы ла нығыраҡ туҙған ауылдарҙа ыҙа сигә, асылда, ана-бына күсенәбеҙ, тип сирек быуат сумаҙан өҫтөндә йәшәй. Бындай кәйеф, билдәле, кешенең рухын, булмышын ҡаҡшата, деградацияға дусар итә. 1989 йылда колхозсылар сходында сығыш яһаусыларҙың береһе: "Эштәрҙе яйға һалырға вәғәҙә биреүҙәре менән ғарҡ булдыҡ инде. Бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр юҡ. Күп кенә йорттарҙың түшәмдәре таяуҙа саҡ тора. Иштуғанда электр линияһы 1953 йылда, колхоз ойошторолған саҡта, ҡуйылған бағаналарға эленгән. Саҡ ҡына ел өрһә, ут һүнә. Кешеләр менән күпме уйнарға була? Кемгә ышанырға?" - тип асырғана.
Балалар баҡсаһы төҙөлмәгәс, кескәйҙәр өйҙә ололар менән ҡала. Һыуһаҡлағыс төҙөүселәре тау тоҡомдарын шартлатҡан саҡта Һыртлан ауылында иҫкергән йорт түбәһе ишелеп төшә һәм өйҙә булған сабыйҙың ғүмерен ҡыя. Иштуған ауылында шундай уҡ хәлдә авария хәлендәге йортта бикле ҡалдырылған алты йәшкә тиклемге өс бала кирбестәре ҡаҡшаған мейестән сыҡҡан янғында үлә.
Экологтар, ғалимдар, уларға эйәреп, халыҡ ҡаршы сыҡҡан Иштуған һыуһаҡлағысы төҙөлөшө 1990 йылдың апрелендә туҡтатыла. Төҙөүселәрҙән һуң шартлатып аҡтарылған тау битләүҙәре, тәләфләнгән ер, тирәктәре ҡырҡылған яланғас Ағиҙел ярҙары, юҡҡа сыҡҡан туғай сабынлыҡтары, ҡара тупрағы ҡырып алынған элекке баҫыу майҙандары ятып ҡала. Тыуған төбәгенең ошолай тәләфләнеүен кисергән урындағы халыҡтың дөйөм кәйефен, күңел торошон Братск ГЭС-ын төҙөүгә бәйле Ангара йылғаһын быуғанда юҡҡа сыҡҡан Матера ауылы тарихын һүрәтләгән яҙыусы Валентин Распутиндың "Прощание с Матерой" повеса аша аңларға булалыр.
Ә Ағиҙел йылғаһы барыбер быуылды. 1998 йылдың декабрендә, экологтарҙың ҡаршы сығыуына ҡарамай, Иштуғандан юғарыраҡ, Күгәрсен районында, Йомағужа һыуһаҡлағысы төҙөлөшө башлана. 2004 йылдың яҙында ул тәүге ташҡын һыуын ҡабул итә. Һыуһаҡлығыс быуаһының оҙонлоғо - 605 м, бейеклеге - 65 м. Быуалағы дөйөм һыу йөҙө майҙаны - 35,6 кв км, күләме - 600 млн куб м. Бөгөн Йомағужа һыуһаҡлағысы - Павловка, Нөғөш кеүек үк, туристарҙы йәлеп итеп торған, халыҡ яратып йөрөгән, ял иткән урын ул. Төҙөлөү тарихын бик үк иҫкә алып бармайҙар хәҙер.
Шулай итеп...
Тәбиғәт һаҡһыҙ ҡағылыуҙы ҡабул итмәй. Тирә-яҡ мөхиткә техноген баҫым урындағы халыҡтың яйға һалынған көнкүрешенә лә кире йоғонто яһай, экологияны ҡаҡшата. Һүҙ юҡ, иҡтисадты үҫтереү өсөн сеймал кәрәк. Урмандарҙы ҡырҡмайынса, шахта ҡаҙымайынса, йылғаларҙы быумайынса ла булмай. Тик балта күтәрер, Ер битенә кәйлә осон ҡаҙар, йылға ағышын үҙгәртер алдынан мең тапҡыр уйларға, кәңәшләшергә, халыҡ һүҙенә ҡолаҡ һалырға ла кәрәктер, тим.
Рәсүл БАЙГИЛДИН.
(Аҙағы. Башы 30-31-се һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №32, 14 - 20 август 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА