«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пациенттарға медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын һәм дауаханаларҙа ҡайһы бер табиптарҙың тупаҫ һәм битараф мөнәсәбәтен ҡаты тәнҡит утына тотто. Һеҙгә ошондай күңелһеҙ күренештәр менән осрашырға тура килгәне бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ЙЫЛАНТАМЫР
+  - 

Яҙ көндәрендә һыубаҫар туғайҙарҙа, һыу оҙаҡ һаҡланған уйпат урындарҙа, һирәк ағаслыҡта үҫкән был үләнде тиҙ генә танып белергә була. Йылантамыр (горец змеиный, раковые шейки - Polygonum bistorta L.) бигерәк тә әсе тупраҡлы, торфлы урындарҙы үҙ итә.

Йылантамыр Алыҫ Көнсығышта, Себерҙә, Памир тауҙарында һәм Европа өлөшөнөң урта һыҙаттарынан алып төньяғына тиклем үҫә. Был үҫемлекте Башҡортостандың таулы райондарының бөтәһендә лә осратырға мөмкин. Уны Хәйбулла, Баймаҡ, Йылайыр райондарында ирәүән тип тә йөрөтәләр. Йылантамыр - күп йыллыҡ үҫемлек. Исеме лә есеменә тура килә ҡарағусҡыл ҡыҙыл, һоро төҫтәге тамыры йылан һымаҡ уралып ята. Һабағы, ғәҙәттә, берәү генә. Оҙонса япраҡтары алмаш-тилмәш урынлашҡан (улар бер аҙ ат ҡуҙғалағы япраҡтарына ла оҡшаған).
Йылантамырҙың сәскәләре, бер тирәгә уҡмашып, башаҡ формаһында була. Алһыу төҫтәге был сәскә ойошмаһы һабаҡтың осонда урынлашҡан. Сәскәләре алһыу төҫтәге 5 япраҡлы сәскә эргәлегенән, 8 һеркәлектән һәм бергә ҡушылып үҫкән 3 емешлек бағанаһынан тора. Емеше ҡарабойҙайға оҡшаған һоро төҫтәге шыма ялтыр сәтләүек. Уның осо 2 - 3 тешле уйым менән тамамлана. Ул май-июль айҙарында сәскә ата, ялтыр өс ҡырлы емештәре август айҙарында өлгөрә.
Йылантамыр үҫемлегенең тамырсаһы составында 25% ирекләүсе матдә, катехин, галл кислотаһы, крахмал һ. б. матдәләр бар.
Ветеринарияла йылантамыр төнәтмәһен малдарҙың ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеге боҙолғанда ҡулланыу һәйбәт һөҙөмтә бирә. Тире эшкәрткәндә был үҫемлектең тамырын ҡулланалар. Был осраҡта тире ҡыҙғылт һары төҫкә инә. Бынан тыш, йөн буяу һәм туҡымаларҙы буяу өсөн ҡара, һары буяуҙар алырға мөмкин.
Һуңғы йылдарҙа малдарҙы һыубаҫар туғайҙарҙа системаһыҙ көтөү, һаҙлыҡлы урындарҙы бер ниндәй нигеҙһеҙ киптереү был ҡиммәтле дарыу үҫемлеге ареалын байтаҡҡа кәметте. Мәҫәлән, Хәйбулла районында ул бөтөнләй юҡҡа сыҡты, ә башҡа райондарҙа ул аҙайғандан-аҙая бара. Йылантамырҙы көҙ көнө сентябрь, октябрь айҙарында ҡаҙып алып киптереп ҡуялар. Был осорҙа уның бөтә файҙалы матдәләре тамырҙа тупланған була. Аптекаға уның һәйбәт һәм дөрөҫ киптерелгәнен генә алалар. Йылантамырҙы бер үк урында 8 - 10 йыл үткәс кенә йыйырға мөмкин икәнен иҫтән сығарырға ярамай!

Сәфәрғәле ЙӘНТҮРИН,
биология фәндәре докторы, профессор.

"Киске Өфө" гәзите, №32, 14 - 20 август 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.08.26 | Ҡаралған: 6

Киске Өфө
 
Һәр көн - ул бәләкәй генә ғүмер: һәр иртән йоҡонан уяныу - ул бәләкәй генә йәшлек; һәр көн йоҡларға ятыу - ул бәләкәй генә үлем.

(А. Шопенгауэр).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru