«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пациенттарға медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын һәм дауаханаларҙа ҡайһы бер табиптарҙың тупаҫ һәм битараф мөнәсәбәтен ҡаты тәнҡит утына тотто. Һеҙгә ошондай күңелһеҙ күренештәр менән осрашырға тура килгәне бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

БАЛА - КӨҘГӨ. Ә КӨҘГӨЛӘ НИ КҮРЕНӘ?
+  - 

Психолог булараҡ, практикамда бер хәл менән йыш осрашам: атай-әсәйҙәр балаларын консультацияға алып килә, проблемаларҙы сисеүгә әҙер, әммә сәбәп үҙҙәрендә лә икәнен күрмәй. Күп осраҡта өлкәндәр менән дә эшләргә кәрәк булып сыға.

Һәр ата-әсә балаһы аҡыллы, тәртипле, белемле, үҙ-үҙенә ышанған булып үҫһен тип хыяллана. Бының өсөн нимәләр генә эшләмәйбеҙ - китаптар уҡыйбыҙ, түңәрәктәрҙә, секцияларҙа шөғөлләнәбеҙ, тауыш күтәрмәҫкә, баҫым яһамаҫҡа тырышабыҙ. Әммә һөҙөмтә теләгәнсә килеп сыҡмай. Ни өсөн? Сөнки өйрәткәндәребеҙ баланың бер ҡолағынан инә, икенсеһенән сыға. Ә бит балаларыбыҙ беҙҙең нисек йәшәүебеҙгә, нисек һөйләшеүебеҙгә, нисек ҡыланыуыбыҙға, үҙ-ара мөнсәбәттәрҙә хөрмәт бармы, әллә яһалмалыҡ өҫтөнлөк итәме - шуға ҡарай.
"Бала - балсыҡ" тигән фраза киң таралған. Ни әүәләһәң, шул килеп сыға, тиҙәр. Әммә бала - балсыҡ түгел, ул - көҙгө. Беҙ унда үҙебеҙҙе, реакцияларыбыҙҙы, ғәҙәттәребеҙҙе, интонацияларыбыҙҙы, ауыр ҙа, ҡыуаныслы ла мәлдәрҙә үҙебеҙҙе нисек тотоуыбыҙҙы күрәбеҙ. Балағыҙ арығанда, кәйефегеҙ булмағанда үҙегеҙҙе нисек тотаһығыҙ, хаталарығыҙҙы нисек төҙәтәһегеҙ, үҙегеҙгә, тәнегеҙгә, һаулығығыҙға ниндәй мөнәсәбәттәһегеҙ, аҡса мәсьәләһен нисек хәл итәһегеҙ, асыу, үпкә, күңелһеҙлекте нисек кисерәһегеҙ, буш ваҡытығыҙҙы, ялығыҙҙы нисек үткәрәһегеҙ, кешеләр тураһында нисек фекер йөрөтәһегеҙ, нисек аралашаһығыҙ - шуларҙы күҙәтә. Бала быны үҙенә һеңдерә һәм ошо ғәҙәттәрҙе дөрөҫ, тейеш тип ҡабул итә. Ә ата-әсәгә үҙен үҙгәртеүе ҡыйын, сөнки был ауыр, был яуаплылыҡ, был ваҡыт талап итә. Шуға ла баланы төрлө түңәрәктәргә бирәбеҙ, әрләйбеҙ, "үҫеп еткәс аңлар" тип көтәбеҙ. Әммә ул барыбер беҙҙең кеүек була, йәки ҡурҡыуҙарыбыҙҙы, сикләүҙәребеҙҙе ҡабатлай.
Иң яҡшы тәрбиә - үҙеңде тәрбиәләү. Был өгөт-нәсихәт түгел, был көндәлек практика. Мәҫәлән, һеҙ "юҡ" тип әйтергә өйрәнәһегеҙ икән - бала ла сиктәрҙе белер; хаталарығыҙҙы танырға өйрәнәһегеҙ икән - бала ла уңышһыҙлыҡтан ҡурҡмаҫ; үҙ тойғоларығыҙ хаҡында асыҡ һөйләшәһегеҙ икән - бала ла йомоҡ булмаҫ; үҙегеҙҙе тәүге урынға ҡуйырға өйрәнәһегеҙ икән - бала ла үҙ баһаһын белер.
Ҡыҙғанысҡа күрә, ҡайһы бер ата-әсәләр үҙҙәре бала һымаҡ. Был уларҙың йәшәү рәүешендә, холоҡ-ғәҙәттәрендә сағыла. Ундай атай-әсәйгә бала тәрбиәләү бик ауыр бирелә, сөнки ул үҙенең хис-тойғоларын аңламай, нимә теләгәнен белмәй, үҙ тормошо өсөн тейешенсә яуаплылыҡ алмаған.
Шулай уҡ күптәр үҙҙәрен онотоп, һуңғы урынға ҡуйып, тик бала хаҡына ғына йәшәй. Был да балаға кире йоғонто яһай.
Үҙеңде ҡорбан итеү - яратыу түгел. Бындай хәлдә бала ғәйеп һәм бурыс тойғолары менән үҫә. Үҙенә ҡул һелтәп, тик бала тип йәшәгәндәр бәхетлеме икән? Бала бәхетле булыуын теләһәгеҙ - үҙегеҙ бәхетле булырға өйрәнегеҙ. Балалар - дауамыбыҙ. Улар беҙҙең көткәндәрҙе аҡларға, килеп сыҡмаған хыялдарҙы тормошҡа ашырырға тырышырға тейеш түгел, сөнки уларҙың үҙ юлы бар. Әммә ул юлда беҙҙең эҙҙәребеҙ ҡаласаҡ.

Гөлсинә ЙОСОПОВА,
психолог.

"Киске Өфө" гәзите, №33, 21 - 27 август 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.08.26 | Ҡаралған: 5

Киске Өфө
 
Һәр көн - ул бәләкәй генә ғүмер: һәр иртән йоҡонан уяныу - ул бәләкәй генә йәшлек; һәр көн йоҡларға ятыу - ул бәләкәй генә үлем.

(А. Шопенгауэр).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru