
Гәзит уҡыусыбыҙға мәғлүм булыуынса, үткән аҙнала РФ Президенты Владимир Путиндың Сахалин өлкәһе һәм Курил утрауы Итурупҡа эш визиты донъя шаңдауына сәбәпсе булды, сөнки был ваҡиғаны Рәсәй мәғлүмәт саралары ғына киң яҡтыртып ҡалманы, сит ил яңылыҡтар сығанаҡтары ла етди иғтибар менән күҙәтеп барҙы.
Мәҫәлән, Nikkei (Японияның иҡтисад яңылыҡтары акционерҙар йәмғиәте гәзите) былай тип яҙҙы: "Путин Украина конфликты миҫалында территориаль мәсьәлә буйынса үҙенең ҡәтғи позицияһын белдерергә ынтыла". Ошо уҡ илдең икенсе бер баҫмаһы Kuodo news хәбәренә ҡарағанда, Японияның Сит ил эштәре министрлығы РФ Президентының Итуруп утрауына килеүенә протест белдергән, имеш, сөнки Япония Көньяҡ Курилдың башҡа өс утрауы менән бергә Итурупты ла үҙенеке иҫәпләй. Икенсе Бөтә донъя һуғышынан һуң был ерҙәр СССР составына ингәйне, ләкин ошо Курил утрауҙары буйынса оҙаҡҡа һуҙылған бәхәстәр арҡаһында Икенсе донъя һуғышы һөҙөмтәләре буйынса ике ил араһында тыныслыҡ килешеүе төҙөлмәй ҡалды. 1956 йылда, ниһайәт, үҙ-ара көсөргәнешле хәлгә сик ҡуйылды һәм СССР менән Япония араһында дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырылды. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Токио юҡ-юҡта, ә һуңғы ваҡыттарҙа бигерәк тә, Мәскәү Курил утрауҙарын Японияға бирергә тейеш, тип дәғүәләшеүен дауам итә. Рәсәй иһә законлы рәүештә ҡабул ителгән 1956 йылғы СССР декларацияһын таныуын белдерә.
Әйткәндәй, Владимир Путиндың Курил утрауҙары рәтендәге иң ҙуры булған Итурупҡа тәү тапҡыр килеүе. Дәүләт башлығы визиты Тымыҡ океан флоты күнекмәләре һәм шул уҡ ваҡытта Токио менән мөнәсәбәттәр киҫкенлеге шарттарында башҡарылды. Билдәле булыуынса, бөгөн Рәсәй рәсми рәүештә Японияны "коллектив Көнбайыштың" дошмандарса мөнәсәбәтенең бер күренеше, тип иҫәпләй һәм шунлыҡтан көнсығыш сиктәрҙә хәрби ҡарауылды көсәйтергә ниәтләй. Дөрөҫ, РФ Президенты Владимир Путин, Борис Ельцин кеүек үк, был тынғыһыҙ, "үсексән" күрше менән тыныслыҡ килешеүе төҙөргә лә әҙер ине, тип иҫәпләй сәйәси күҙәтеүселәр. Айырыуса Япония тарихындағы иң яҡшы, алдынғы ҡарашлы сәйәсмән, үкенескә, үҙ илендә йыртҡыстарса атып үлтерелгән Синдзо Абэ менән Путин араһында дуҫтарса йылы мөнәсәбәттәр урынлашҡандан һуң. Ләкин Токио тәҡдим иткән бындай компромисс вариантына икеле ҡараш йәшәп килде. Рәсәй тарафынан был мәсьәләгә 2020 йылда, РФ Конституцияһына илдең теләһә ниндәй биләмәһен ситкә биреүгә тыйыу индерелгәндән һуң, ниһайәт, нөктә ҡуйылды. Шулай ҙа ул йылдарҙа әле Мәскәү Токио менән Курил утрауҙарын башҡа төрлө шарттарҙа - берлектә иҡтисади файҙаланыу юлын ҡарарға ниәтләй ине. Хәҙер иһә, күренеүенсә, бындай тыныслыҡ килешеүенә ҡайтыу сараһы күренмәй, сөнки Япония асыҡтан-асыҡ милитаризация юлына баҫты һәм Рәсәйҙе үҙенә янаусы илдәр рәтенә индереп, уға ҡаршы Евросоюз санкцияһына ҡушылды.
Ә инде Рәсәй лидерының Итурупҡа килеүен өнәмәй ризаһыҙлыҡ белдереүҙәрҙән һәм айырыуса Японияның бөгөнгө премьер-министры Санаэ Такаити ханымдың, Путин үҙенең был визиты менән "япон халҡының намыҫына тейҙе һәм мөнәсәбәттәрҙе ҡатмарлаштырҙы" тип белдереүҙәренә ҡаршы Мәскәү көтөлмәгән тәүәккәл "йөрөш" яһаны, тип яҙҙы Ҡытай аналитиктары: Мәскәү 13 меңләп хәрби хеҙмәткәр сафын көнсығыш сиктәргә күсерҙе һәм был, әлбиттә, Рәсәй көндәштәрен хафаға һалды, ләкин Рәсәй Японияға янамай һәм уға ҡарата бер нидәй ҙә дәғүә белдермәй. Рәсәй Тымыҡ океан флотының Япон һәм Охот диңгеҙҙәре акваторияһында киң ҡоласлы хәрби күнекмәләр үткәреүе һәм РФ Президентының Сахалин һәм Курил утрауҙарына шәхсән килеп, урындағы халыҡтың тормош-көнкүрешен хәстәрләүе илебеҙҙең Азия-Тымыҡ океан төбәгендә үҙ мәнфәғәттәрен яҡлауға, шулай уҡ сиктәрен нығытыуға комплекслы һәм ҡәтғи ҡарашы хаҡында һөйләй.
Ә Европала ниҙәр бар? Новости Рәсәй мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһе Сергей Проскурин яҙып сығыуынса, 16 августа Европала ғәҙәттән тыш эҫе көндәр торҙо. Быйыл был ошо регионға ябырылыусы ҡайнар һауаның бишенсе тулҡыны. Ҡайһы бер илдәрҙә терегөмөш бағанаһы 40 һәм унан юғарыраҡ күтәрелде: болот әҫәре юҡ, йылғалар һайыға. Мәҫәлән, Рейн йылғаһы кимәле 10 сантиметрға тиклем кәмене. Былай дауам итһә, Германияның һыу юлдары һәм суднолар хәрәкәте идаралығы хафаланыуынса, йөк ташыу тармағына етди тотҡарлыҡтар янай. Уныһынан бигерәк, сиктән тыш эҫе һауа торошонан ауыл хужалығы ҙур зыян күрә. Германия, Франция, Венгрияла иген уңышы иҫәп тотолған кимәлдән күпкә кәмей бара. Өсөнсө яҡтан, ғәҙәттән тыш һауа торошо атом-энергетика секторы эшмәкәрлеген дә тотҡарлай. Францияла, мәҫәлән, өс реакторҙы туҡтатып тороу ғына ла 10 процент электр энергияһын юғалтыуға бәрәбәр. Г.В.Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университеты профессоры Юрий Ляндау раҫлауынса, Евросоюздың иҡтисади киләсәге хәүеф аҫтында. Был иң тәүҙә аҙыҡ-түлеккә, энергия, газ менән файҙаланыуға хаҡтарҙың артыуына килтерәсәк, ти профессор. Дөрөҫөн әйткәндә, Европа үҙ сәйәсәте ҡорбанына әйләнде, уның иҡтисады хәҙер нисә йыл инде бер урында тапана, үҫеш юҡ.
Эксперттар фекеренсә, ҡотолоу юлы - Мәскәү менән диалог ҡороуҙа, сөнки Рәсәй энергетика ресурстарынан башҡа Европа баҙары конкуренцияға һәләтһеҙ. Өҫтәүенә, Евросоюз Украинаны ҡорал менән тыңҡыслау маҡсатында хәрби-сәнәғәт комплексына аҡса сарыфлауын дауам итә. Владимир Путин, әгәр Евросоюз тарафынан Киевҡа ҡорал ебәреү туҡтатылһа, Украина конфликты ике-өс ай эсендә тамамланасаҡ, тип белдерҙе. Рәсәй шуның өсөн дә Украинаны ҡорал менән тәьмин итеүсе Дунай маршрутын ябыу өсөн Измаил менән Рени порттарын утҡа тота, бер үк ваҡытта Донбаста бәрелештәр дауам итә, Мәскәү А-50 самолеттарын сафҡа индерә - ҡыҫҡаһы, конфликт үҙенең хәл иткес фазаһына яҡынлай, тип фаразлай сәйәси күҙәтеүселәр.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №33, 21 - 27 август 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА