«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пациенттарға медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын һәм дауаханаларҙа ҡайһы бер табиптарҙың тупаҫ һәм битараф мөнәсәбәтен ҡаты тәнҡит утына тотто. Һеҙгә ошондай күңелһеҙ күренештәр менән осрашырға тура килгәне бармы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
БАЛАЛАРҘЫ МӘКТӘПКӘ ӘҘЕРЛӘЙБЕҘ!
+  - 


Быйыл Башҡортостанда баланы мәктәпкә әҙерләү ныҡ ҡына ҡиммәтләнгән. "ПлатформаОФД" компанияһы мәғлүмәттәре буйынса, мәктәп өсөн иң кәрәкле әйберҙәрҙе алырға ата-әсәләргә 18 900 һум тотонорға тура киләсәк - был былтырға ҡарағанда 6 процентҡа күберәк.

Иң ҡиммәтле әйберҙәр иҫәбенә мәктәп формаһы, рюкзак, балаларҙың мәктәп эсендә кейә торған аяҡ кейеме, аяҡ кейеме һәм кроссовкалар инә. Мәҫәлән, мәктәп формаһы уртаса 5400 һумға төшәсәк, былтырғы менән сағыштырғанда хаҡ 7 процентҡа артҡан. Көндәлек - 12, аяҡ кейеме - 10, ә дәфтәр һәм ручкалар 3-7 процентҡа ҡиммәтләнгән. Мәктәп формаһын ҡулдан 1500 һумға алырға мөмкин. Ресейл-платформаларҙа яңы әйберҙәр ҙә арзаныраҡ буласаҡ. Бөтә кәрәк-яраҡты 6000-6700 һумға һатып алырға мөмкин.
Ә шулай ҙа был хаҡтар айырым ғаиләләрҙә нисегерәк сағылыш тапҡан? Балаларҙың матди яҡтан ғына түгел, мораль яҡтан да әҙерлеге кәрәк бит әле, был йәһәттән хәлдәр нисек? Ошо һорауҙарға яуап табыр өсөн бер нисә әсәйгә мөрәжәғәт иттек:

Альбина ШӘРИПОВА, банк хеҙмәткәре: Бәләкәй ҡыҙым быйыл беренсе класҡа бара, беҙ уны алда нимә көтәсәге хаҡында аңлатып, мораль яҡтан яйлап ҡына әҙерләйбеҙ, әлбиттә, белгәндәрен онотмаһын өсөн китаптар уҡыйбыҙ, шиғырҙар ятлайбыҙ. Ул кескәй сағынан уҡ мәктәпте ашҡынып көтә ине, яңы аралашыуҙарға, танышыуҙарға һәр ваҡыт асыҡ. Әммә үҫә төшкән һайын, апаһының дәрес эшләп ултырғанын күргәс, ҡыҙым мәктәпкә бик етди ҡарарға кәрәк икәнен аңлай башланы. Алаһы әйберҙәргә килгәндә, ҡыҙым барасаҡ гимназия талаптары буйынса, мәктәп формаһы мотлаҡ һоро төҫтә булырға тейеш. Ҡалалағы йәрминкәләрҙә бер һатыусы ла беҙгә хаҡы, төҫө йә сифаты буйынса тап килгән вариант тәҡдим итә алмағас, маркетплейстарға мөрәжәғәт итергә тура килде. Үҙем мин, ғәҙәттә, ҡул менән тотоп, ҡарап алырға яратҡан кеше, ә был юлы оло ҡыҙым менән бергә заказ эшләнек, һөҙөмтәлә, һайлаған ике комплект мәктәп формаһы яҡынса ете меңлек булды. Канцелярия тауарҙарын унынсы класҡа барған оло ҡыҙым үҙенә кәрәген генә биргән кеҫә аҡсаһына шул уҡ маркетплейстарҙан һатып ала. Уға өҫ кейемен генә яңыртасаҡбыҙ. Ә бәләкәй ҡыҙым менән магазиндар буйлап йөрөп сығырбыҙ, тип уйлайым, сөнки беренсе кластарға махсус ручка һ.б. алырға тәҡдим итәләр. Минең үҙемә лә балам нимә һайлағанын күреү мөһим. Дәфтәрҙәрҙе гимназия, ата-әсәләрҙән аҡса йыйып, барыһы өсөн дә бер иштән аласаҡ, шуға күрә ҡалған ваҡ-төйәк яҡынса 2-3 меңлек булыр тип фаразлайбыҙ.
Оло балаларым тәүге тапҡыр мәктәпкә барғанда бар кәрәк-яраҡты өр-яңынан алырға тура килә ине, ә бәләкәсенә апаһынан, мәҫәлән, яҡшы сифатлы портфель йә сәс таҫмалары ҡалыуы аҡсаны янда ҡалдырырға ярҙам итә. Балалар бик тиҙ үҫә, уларға тигән өҫ һәм аяҡ кейемдәре хәҙер ололарҙыҡы менән бер хаҡта, әйберҙәргә бик һаҡсыл ҡарап өйрәнергә тура килә. Ә илдәге, донъялағы хәлдәрҙе күҙ уңында тотҡанда, беҙҙең күп балалы ғаиләбеҙҙең, ике ҡыҙыбыҙҙан башҡа өлкән студент улыбыҙ бар, бюджеты өсөн был бик тә мөһим.

Әлиә КИЛСУРИНА, хужабикә: Беҙҙең ғаиләлә әле бер генә уҡыусы - оло ҡыҙым Әминә быйыл бишенсегә барырға йыйына. Башланғыс мәктәптән һуң яңы класҡа барасаҡ, класташтары ла икенсе буласаҡ, шуға бер-аҙ тулҡынлана ла балам. Әммә ул уҡырға, яңыны өйрәнергә ярата, киләсәктә ят предметтар инәсәген белгәс, 1 сентябрҙе түҙемһеҙләнеп көтә башланы. Үҙенә бик оҡшаған әҙәбиәт дәрестәрен дә һағынған, йәйгелеккә бирелгән әҙәбиәт исемлегендә уҡылмаған китап ҡалманы инде.
Балалар бик тиҙ үҫә шул, былтыр кейгән кейемдәренең күбеһе быйыл ярамай, мәктәп формаһын, спорт костюмын, ҡайһы бер көндәлек кейгән әйберҙәрҙе өр-яңынан алдыҡ. Яңы кешене кейеменә ҡарап ҡаршы алалар бит, ә балалар араһында был бигерәк тә таралған, шуға күрә ҡыҙымдың үҙенә оҡшағанын, килешлеһен һайларға тырыштыҡ. Бюджет яғынан был сығымдар яҡынса 15 меңлек булғандыр, моғайын. Канцелярия тауарҙарынан ҡайһы бер кәрәк-ярағы былтырҙан ҡалғайны, мәктәп портфелен дә былтыр ғына яңыртҡайныҡ, шуға күрә быйыл был йәһәттән сығымдар 3 мең тирәһе булды.
Күп ата-әсәләр балаларына һәр уҡыу йылына ҡыйбатлы яңы телефон алып бирә, был йәһәттән беҙ икенсерәк ҡарашта. Уҡыусылар кластарҙа барыбер телефон ҡулланмай, һәр дәрес алдынан улар йыйылып алына, ә мәғлүмәт табырға кәрәк булһа, өйҙә компьютер бар. Бер-бер хәл була ҡалһа, беҙҙең менән бәйләнештә була алһын өсөн ябайыраҡ телефон алып биргәйнек, әлегә шуға риза ҡыҙым.
Бала үҫтереү - анһат эш түгел, эйе, мәктәп һәм класс өсөн кәрәк-яраҡ, ашау мәсьәләһе, ҡыҙыҡһыныуҙары буйынса йөрөгән түңәрәктәр ҙә арыу ғына сығымдар талап итә, әммә ҡыҙымдың көн һайын ниндәйҙер яңы мәғлүмәт белеп ҡайтыуы, уның ҡаҙаныштарын күреп ҡыуаныу беҙҙең өсөн барыһынан мең артыҡ. Иң мөһиме, донъяуи хәлдәр яҡшырып китһен, балаларыбыҙҙы яҡты, тыныс киләсәк көтһөн ине.

ӘЙТКӘНДӘЙ...
Башҡортостанда уҡыусыларҙың ата-әсәләренә финанс йөкләмәһен кәметеү өсөн адреслы төбәк программалары эшләй икәнен беләһегеҙме?

Күп балалы ғаиләләр өсөн:
- йыл һайын һатып алынған мәктәп формаһы һәм аяҡ кейеме өсөн компенсация алырға мөмкин. 2027 йылдан уны онлайн рәсмиләштерергә мөмкин, тип хәбәр итте "Башинформ";
- беренсе класс уҡыусылары өсөн бушлай канцелярия тауарҙары бирелә.
Бынан тыш, күп балалы ғаиләләрҙәге балалар автобустарҙа 40 тапҡыр бушлай йөрөү хоҡуғына эйә, шулай уҡ, әгәр ғаиләнең йән башына уртаса килеме йәшәү минимумынан артмаһа, бушлай мәктәп туҡланыуы ҡаралған. Ошондай ярҙам тураһында Өфө районынан күп балалы әсәй Гөлшат Байегетова шулай ти: "Беҙҙең ғаиләлә 5 бала, уларҙың дүртәүһе мәктәп уҡыусылары, иң ҙур ярҙам - форма өсөн төбәк компенсацияһы. Элек ҡағыҙҙар йыйырға, социаль яҡлау идаралығына барырға, балалар менән сиратта торорға тура килә ине. Быйылдан башлап бөтә рәсмиләштереүҙе онлайн күсерергә вәғәҙә итәләр, старт көтәбеҙ.
Беҙгә льготалы туҡланыу, беренсе класҡа барған кесе ҡыҙыма канцелярия йыйылмаһы бирелә. Был ярҙамһыҙ хәҙерге хаҡтар менән дүрт баланы мәктәпкә әҙерләү ҡыйын булыр ине. Августа ғаилә бюджетына ҡыйынға төшмәһен өсөн кәрәкле әйберҙәрҙе июлдә үк һатып ала башланыҡ".

МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре өсөн ярҙам:
- 1-11 кластарҙа бушлай туҡланыу;
- түңәрәктәрҙең (спорт, музыкаль, художестволы) хаҡын тулыһынса компенсациялау;
- мәктәптәрҙә бушлай "продленка";
- 23 йәшкә тиклемге уҡыусылар һәм студенттар өсөн ҡала һәм ҡала яны автобустарында айына 60 тапҡыр йөрөү;
- Башҡортостандың балалар лагерҙарына һәм шифаханаларына путевкалар.
"Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларын хәстәрлек менән уратып алырға тырышабыҙ. Аталары, кемдеңдер әсәләре Тыуған илен яҡлаған уҡыусылар мохтажлыҡ кисерергә тейеш түгел. Туҡланыу, белем, үҫеш өсөн мөмкинлектәр биреү - был улар өсөн беҙ башҡара ала торған бик аҙ эштәр", - ти төбәк Башлығы Радий Хәбиров.


"Киске Өфө" гәзите, №33, 21 - 27 август 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.08.26 | Ҡаралған: 5

Киске Өфө
 

Һәр көн - ул бәләкәй генә ғүмер: һәр иртән йоҡонан уяныу - ул бәләкәй генә йәшлек; һәр көн йоҡларға ятыу - ул бәләкәй генә үлем.

(А. Шопенгауэр).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru