«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пациенттарға медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын һәм дауаханаларҙа ҡайһы бер табиптарҙың тупаҫ һәм битараф мөнәсәбәтен ҡаты тәнҡит утына тотто. Һеҙгә ошондай күңелһеҙ күренештәр менән осрашырға тура килгәне бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ГЕОРГИ БАШҠОРТТАР ТУРАҺЫНДА (Аҙағы)
+  - 

Бала тапҡанда улар башҡа бер мосолмандарға хас булған йолаларын үтәй. Ерләү йолаһы хаҡында әйткәндә, уларҙың мәрхүмдәрҙе ерләргә аттарын һыбай менеп алып барыуы сәйер тойола. Ерләүселәр һәм мулла алдан һыбай бара; мәйет ике ат араһына аҫып ҡуйылған таҡтаға һалынып, бәйләп ҡуйыла, ә уның артынан яҡшы аттарҙа оҙата килеүсе дуҫ-иштәре бара. Мәрхүмде ерләгәс, уны алып сыҡҡан тирмә янында мулла доға ҡыла, һуңынан шунда уҡ мәрхүмдең яҡындарын һәм дуҫ-иштәрен һыйлау йолаһы башҡарыла.
Башҡорттар элек-электән мосолман ҡанундарын үтәп йәшәй, намаҙ ҡылыу өсөн ҡорамдары, мәктәптәре һәм дин әһелдәре бар, диндәре буйынса артыҡ наҙан булмаһалар ҙа, мәжүсилектән ҡалған йолалары ла аҙ түгел. Ниндәй ҙә булһа байрам ваҡытында, мал салынғас, бешерелгән иттәрен ҡоштабаҡҡа һалып, ҡояшҡа ҡаратып ҡуялар һәм, мәжүси шамандарға оҡшатып, төрлөсә эйелеп-бөгөлөп, йола үтәйҙәр. Уларҙың ен-шайтандарҙы ҡыуыусы бер нисә кешеһе була, улар шайтан күрәҙәселәре, тип атала. Улар төндәрен килеп йөрөүсе шайтандарҙы күрәбеҙ, тип тә һөйләйҙәр, йәнәһе, уларға аталар, ҡылыс менән сабалар, таяҡ менән туҡмайҙар, һаҙлыҡтарға һәм һыу ятҡылыҡтарына ҡыуып индерәләр, яралайҙар һәм, үҙҙәре әйтеүенсә, үлтерә лә алалар. Улар артыш ҡыуағы ботаҡтарының йорт эсенән барса яуыз ен-пәрейҙәрҙе ҡыуып сығарыуына һәм барса сихырлы арбауҙарҙан һаҡлай алыуына ышана. Улар сихырлауҙан ҡурҡа; әммә шул уҡ ваҡытта үҙҙәренең сихырсылары ла бар, улары элек булғандарҙы һәм киләсәкте күрә алыуҙары хаҡында һөйләй. Бал ҡорттары булған ағастарға, сихырҙан һаҡлау өсөн, ат баштарын элеп ҡуялар.
Аналыҡ сире арҡаһында хасил булған өйәнәктәрҙең, уларҙа йыш ҡына күҙәтелгән көслө хәсрәткә дусар булыуҙың, шулай уҡ йөклө ҡатындарҙа осрай торған өйәнәктәрҙең сәбәбен ен эйәләшеүенән, йә иһә уның кешегә ҡағылыуынан күрәләр. Сирлеләрҙең ендәрен ҡыуыу өсөн мулла саҡырыла, ул Ҡөрьән китабынан алынған сихырҙан ҡотҡарыу һүҙҙәрен ҡысҡырып ҡабатлай. Бындай ғәмәлдәр көн һайын башҡарыла, сирле кешенең енен ҡыуып сығарыу маҡсатында уны төрткөләйҙәр, һуғып та ебәрәләр, ныҡ итеп әрләйҙәр һәм төкөрөнәләр. Ошондай сирле кешегә еңелерәк була башлағас, яуыз ен яңынан уның эсенә инмәһен өсөн муйынына тире киҫәгенә тегеп ҡуйылған яҙыу тағып ҡуйыла.
Ер эшкәртеүгә арналған һабантуй байрамдары (мулла уҡыған доғаларынан башҡа) сирмештәрҙекенә оҡшаш. Ер эшкәртеүгә әллә ни илтифат итмәһәләр ҙә, был байрамға бар ауылдары менән һыбай киләләр, унда ҡатын-ҡыҙҙары һәм балалары ла ҡатнаша. Тәүҙә мулланың ерҙең уңдырышлығын һәм үләндәрҙең мул булып үҫеүен теләп уҡыған доғаларын тыңлайҙар, һуңынан ашап-эсеп, йырлап-бейеп, ат сабыштырып, башҡа бер ғәмәлдәр башҡарып, күңел асалар.

Бәҙри ӘХМӘТОВ тәржемәһе.
(Аҙағы. Башы 26-32-се һандарҙа).

"Киске Өфө" гәзите, №33, 21 - 27 август 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.08.26 | Ҡаралған: 5

Киске Өфө
 
Һәр көн - ул бәләкәй генә ғүмер: һәр иртән йоҡонан уяныу - ул бәләкәй генә йәшлек; һәр көн йоҡларға ятыу - ул бәләкәй генә үлем.

(А. Шопенгауэр).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru