«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пациенттарға медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын һәм дауаханаларҙа ҡайһы бер табиптарҙың тупаҫ һәм битараф мөнәсәбәтен ҡаты тәнҡит утына тотто. Һеҙгә ошондай күңелһеҙ күренештәр менән осрашырға тура килгәне бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

БОЛАНУТ
+  - 

(Иван-чай, Копорский чай - Chamerion angustifolium L.)

Урман ҡапыл ғына бөткән ерҙә аҡлан тултырып үҫкән алһыу төҫтәге бейек үләндәрҙе хәтерләйһегеҙҙер? Был - боланут. "Ут" һүҙе үләнде аңлата. Йәғни болан үләне булып сыға инде. Бейеклеге 1,5 - 2 м булған был үләнде беҙҙең урмандарҙың гиганты - болан менән сағыштырыу берәүҙе лә аптыратмайҙыр. Ә бына былтыр ғына көслө янғын булған урында уның күпләп үҫеп китеүе бер аҙ ғәжәп кеүек. Баҡһаң, бында артыҡ ҙур сер ҙә юҡ. Боланут - тамырсаларҙан үрсеп китеүсән үҫемлек. Уның ер аҫтында ышаныслы һаҡланған горизонталь тамырҙары бөрөләргә бик бай була. Бына шул бөрөләрҙең һәр ҡайһыһынан яңы үҫемлек һабағы өҫкә ҡалҡып сыға ла инде. Япраҡтары алмаш-тилмәш урынлашҡан һәм бер аҙ тал япраҡтарына оҡшаған. Бынан тыш, ул орлоҡтары ярҙамында ла үрсей һәм тарала. Сәскә атыусы бер үҫемлек ҡырҡ меңдән ашыу орлоҡ сәсә. Ә боланут менән ҡапланған бер гектар майҙан дүрт миллиард орлоҡ бирә! Бына ни өсөн янғындарҙан һуң тәүгеләрҙән булып ҡотороп үҫеп китеүсән үҫемлектең боланут икәне хәҙер аңлашылалыр инде. Уның ышығында башҡа үҫемлектәр үҫеп китеүгә уңайлы шарттар тыуа. Болануттың ҡуйы үлән япмаһы, янғындан һуң яңы ғына сығып килгән ағас үҫентеләренә үҙенсәлекле юрған булып, тәүге һыуыҡтарҙан, ә йәй эҫе ҡояштың көйҙөргөс нурҙарынан һаҡлай.
Умартасылар боланутты нектарға бай үҫемлек булараҡ беләләр. Ҡояшлы көндә уның сәскәләренең төбөндә йылтырап ятҡан шыйыҡса күрергә була. Был - нектар. Шуға күрә лә боланут тирәһендә бал ҡорттары һәр саҡ геүләп тора. Унан йыйылған бал үтә күренмәле, таҙа була һәм умартасыларҙың фекеренсә, ул иң тәмлеһе лә. Көнөнә һәр умартаға унан 1 - 6 кг бал йыйыла.
Боланут элекке янғын булған урындарҙа ғына түгел, урман ситтәрендә лә, йылға буйҙарында ла йыш осрай. Хатта юл ситтәрендә лә ул күпләп үҫә. Бейеклеге 2000 - 2300 м булған тауҙарға тиклем менә ул.
Болануттың сәскәләренән һәм япраҡтарынан бешерелгән сәй ысын сәйҙән бер ҙә ҡалышмай. Элек-электән уны ҡытай сәйен алмаштырыу өсөн ҡулланғандар.
Рустар уны "пуховик" тип тә атаған. Уның шиңгән сәскәләренең таждары йөн һымаҡ еңел осоп йөрөүенән килеп сыҡҡандыр.
Болануттан салат. 50-100 г яңы ғына өҙөлгән боланут япраҡтары, 50 г йәшел һуған, 2 аш ҡалағы ваҡланған керән, 20 г ҡаймаҡ, 1/4 лимон, тоҙ, борос - тәменә ҡарап. Япраҡтарҙы 1-2 минутҡа ҡайнар һыуға һалып алғас, туралған һуған, керән, тоҙ һәм борос һалалар. Бөтәһен бергә бутап, өҫтөнә ҡаймаҡ һәм лимон һуты ҡойоп, табынға бирәләр.
Болануттан щи. 100 г яңы өҙөлгән боланут япрағы, 100 г кесерткән, 100 г ҡуҙғалаҡ, 200 г картуф, 10 г кишер, 40 г башлы һуған, 20 г маргарин, 1/2 йомортҡа, 20 г ҡаймаҡ, самалап тоҙ, борос алына. Йәшел япраҡтарҙы ҡайнап торған һыуға 1 - 2 минутҡа һалып алалар ҙа иләк сүмескә һалып, һыуын һарҡыталар. Шунан ваҡ ҡына итеп турап, майҙа быҡтыралар. Ҡайнар һурпаға йәки һыуға туралған картуфты, быҡтырылған япраҡтарҙы һәм ҡыҙҙырылған кишер менән һуғанды һалып, бешеп сыҡҡансы ҡайнаталар. Бешеп сығырға 10 минут ҡалғас, тоҙ һәм борос һалалар. Йомортҡа менән ҡаймаҡты өҫтәлгә ҡуйыр алдынан ғына өҫтәйҙәр.

"Киске Өфө" гәзите, №33, 21 - 27 август 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.08.26 | Ҡаралған: 11

Киске Өфө
 
Кеше фәрештә лә, хайуан да түгел, һәм уның бәхетһеҙлеге шунда: ул ни тиклем фәрештә булырға ынтыла, шул тиклем хайуанға әйләнә бара.

(Б. Паскаль).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru