«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пациенттарға медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын һәм дауаханаларҙа ҡайһы бер табиптарҙың тупаҫ һәм битараф мөнәсәбәтен ҡаты тәнҡит утына тотто. Һеҙгә ошондай күңелһеҙ күренештәр менән осрашырға тура килгәне бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ЕҢЕҮҘӘР ЕҢЕЛ БИРЕЛМӘЙ
+  - 

РФ Оборона министрлығы хәбәр итеүенсә, үткән аҙнаның һуңғы тәүлегендә Рәсәй ғәскәрҙәре Украина ҡораллы көстәренең дрондар менән идара итеүсе 74 пунктын юҡ иткән.

Хәрби эксперт Юрий Кнутов һөйләүенсә, Киев властары ошоға тиклем беҙҙең "Герань" пилотһыҙ аппараттары көнбайыш Украинаға килеп етә алмай, тип иҫәпләй ине. Ә бына яңыртылған "Герань-5" дроны хәҙер Украинаның һауа оборонаһы системаһы өсөн "баш ауырыуына" әүерелде, сөнки беҙҙең камиллаштырылған реактив двигателле модель хәҙер сәғәтенә 500-600 км-ға тиклем тиҙлектә, йәғни дошмандың зенит артиллерияһы уты зонаһынан шәберәк тиҙлектә осорға һәләтле. Бынан тыш, "Герань-5" юғары интеллектуаль система, ул яһалма интеллект элементтары менән йыһазландырылған: уның хәтеренә теге йәки был урындың цифрлы картаһы һалынған, өҫтәүенә, "күреү һәләте" машинаһы ҡулланыла. Бынан тыш, беҙҙең тағы ла бер радиоэлектрон контроль системаһынан "йәшеренә" торған быяла-сүс кабелле "Кенәз Вандал Новгородский" (КВН) дроны хаҡында хәрби эксперттар: "Супердрон ВСУ менән НАТО-ның ҡотон осорҙо: ҡеүәтле яңы ҡорал сәпкә алмаған объект юҡ", - тип белдерҙе. Һәм, ысынлап та, Рәсәй дрондары "ишетеү һәләтенә" лә эйә булды, улар яҡынлашып килгән тауыш буйынса дошманды һағалап тора һәм юҡ итә.
Британияның Guardian гәзите яҙып сығыуынса, украин властары үҙенең энергетика инфраструктураһын Рәсәй һөжүменән яҡларға һәләтһеҙ хәлдә ҡалды. Британияның төп матбуғат баҫмаһы билдәләүенсә, һуңғы ике ай эсендә Киевтағы хәлдәр хафаланырға мәжбүр итә. Рәсәй Ҡораллы Көстәре Украина армияһынан айырмалы рәүештә, фәҡәт дошмандың хәрби-сәнәғәт комплексы эшен тәьмин итеүсе сәптәргә генә һөжүм итә: энергетика объекттары, оборона сәнәғәте, хәрби идара һәм элемтә тармаҡтары. ВСУ-ның һауа көстәре таныуынса, үткән аҙна тәүлегендә дошман Рәсәйҙең бер генә баллистик ракетаһын да бәреп төшөрә алмаған. Был хаҡта улар оборона министрлығы белешмәләрендә мәғлүмәт бирмәүҙе хуп күрә. Рәсәй Президенты Владимир Путин 22 август Дәүләт флагы көнө айҡанлы халҡыбыҙға ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе: "Фронтта дошман өсөн хәл ни тиклем ҡатмарлаша төшһә, Киев режимы һөжүме шул тиклем аяуһыҙ, кешелекһеҙерәк була бара. Беҙ ҡаршы көрәшкән көстөң неонацистик, бандеровсы һәм русофоб асылы тап ана шунда сағыла ла инде. Мин ышанам: беҙҙең яугирҙар һынатмаҫ. Улар менән - бөтөн Рәсәй, хеҙмәт коллективтары, фабрика, заводтар, инженерҙар, ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре, ирекмәндәр, бөтөн беҙҙең халыҡ фронты, граждандар йәмғиәте". Шул уҡ ваҡытта ил башлығы Киевтың артабанғы хәлдәр үҫешен һәләкәткә килтереп еткермәҫкә маташыуын, ләкин бындай ихтималлыҡтың ҡаралыуы хаҡында ла белдерҙе.
РФ Ҡораллы Көстәре фронтта хәрби хәрәкәт темптарын тиҙләтте, тине Президент. Оборона министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, үткән аҙнала беҙҙең яугирҙар 11 тораҡ пунктын азат иткән. Еңеүҙәр еңел бирелмәй, дошман аҡтыҡ көсөн йыйып тартҡылаша. Рәсәй ғәскәрҙәре Славянск йүнәлешендә бер нисә төркөмгә бүленеп алға бара һәм ВСУ-ның берҙәм оборона һыҙығын бер нисә урындан өҙөп, бандеровсылар частарын айырым-айырым юҡ итергә ниәтләй. Әлеге ваҡытта беҙҙең яугирҙар штурмларға йыйыныусы Славянск йылылыҡ-электр станцияһы (Николаевкала) бик ҡатмарлы объект, сөнки дошман оҙайлы ваҡыттар буйына ошондағы оборона позицияларын нығытыу менән мәшғүл булды, шунлыҡтан, фронттың был участкаһында хәлдәр көсөргәнешлерәк була бара.
Төп хәлдәр Вашингтон кабинетында хәл ителә, тип яҙып сыҡты Finаncial Time гәзите. Билдәләнеүенсә, АҠШ президенты Дональд Трамп Зеленскийҙың Рәсәй территорияһына һөжүм итеү өсөн дрондарҙы Starlink элемтәһе менән файҙаланыу үтенесен кире ҡаҡты. Киев режимы ала алманы, сөнки Макстың да спутник технологияларын конфликтты йәйелдереү маҡсатында файҙаланыуҙы хупламауы билдәле ине. Эксперттар фекеренсә, Трамп Зеленскийҙың ҡаныу белмәгән "аппетиты" конфликтты тыныс көйләү юлында кәртә булып тороуын яҡшы аңлай булыр. Икенсенән, уның да түҙемлегенең сиге бар. Тағы ла дөрөҫөрәге, Дональд Трампта әлегә Украина ҡайғыһы ла юҡ. 21 августа Көньяҡ Каролиналағы һайлауҙар алды митингыһында сығышында, әгәр аралыҡ һайлауҙар һөҙөмтәһендә демократтар Конгресты контролгә алһа, демократтар уға импичмент иғлан итергә маташасаҡ, ләкин ни өсөн шулай эшләргә теләүҙәрен үҙҙәре лә аңламай, тип белдерҙе. Шуға күрә АҠШ президенты Республика партияһы яҡлыларҙы 3 ноябрҙә буласаҡ һайлауҙарҙа берҙәм ҡатнашырға саҡырҙы. Әйткәндәй, Financial Times гәзите белдереүенсә, 2025 йылда Трамп власҡа килгәндән һуң АҠШ-тың теркәлгән һайлаусыларының яртыһынан күберәге үҙҙәренең финанс хәле хөртәйеүенә зарлана. Көрсөк хәүефе менән янамаһа ла, АҠШ-тың инвесторҙарҙа борсолоу тыуҙырыусы дәүләт бурысы 40 трлн долларға барып баҫҡан. Был бюджет ҡытлығына килтерә - ул иһә 2 трлн долларға еткән. Ошондай шарттарҙа ил иҡтисадына инфляция баҫымы ла көсәйә бара. Был йәһәттән Иран менән һуғышҡа бәйле нефткә хаҡтарҙың тотороҡһоҙлоғо һәм шул арҡала өҫтәмә сығымдар ҙа төп сәбәптәрҙең береһе булып тора.
Был аҙнаның тәүге яңылыҡтары тағы ла ике бала һәләкәте һәм етәүһенең йәрәхәтләнеүе хаҡындағы хәбәр менән башланды: ВСУ дрондарының Краснодарҙағы Озон логистика пунктына һөжүме яҡындағы шәхси балалар үҙәгенә килеп төшә... Бындай вәхшилек кисекмәҫтән үҙ язаһын алыр, тип ышанайыҡ.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №34, 28 август - 3 сентябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.08.26 | Ҡаралған: 12

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru