«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пациенттарға медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын һәм дауаханаларҙа ҡайһы бер табиптарҙың тупаҫ һәм битараф мөнәсәбәтен ҡаты тәнҡит утына тотто. Һеҙгә ошондай күңелһеҙ күренештәр менән осрашырға тура килгәне бармы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
УРМАН - ТӘБИҒӘТТЕҢ АҪЫЛ ХАЗИНАҺЫ, УНЫ ИСРАФ ИТМӘЙЕК, ТИ ҒАЛИМДАР
+  - 


Сираттағы әңгәмәбеҙҙә ауыл хужалығы фәндәре кандидаттары - Башҡорт дәүләт аграр университетының ер төҙөлөшө кафедраһы доценты Руслан Радик улы ЗӨБӘЙЕРОВ һәм урмансылыҡ һәм ландшафт дизайны кафедраһының өлкән уҡытыусыһы Динә Әнүәр ҡыҙы РАФИҠОВА ҡатнашты.

Әңгәмәбеҙҙе бер фәлсәфәүи һорау менән башлап ебәрәйек әле. Донъя башынан бирле кеше тәбиғи мөхиттә көн итә. Тәбиғәттең иң әһәмиәтле, иң кәрәкле бер өлөшө - ул урман. Урмандарҙан башҡа кешелекте күҙ алдына килтереүе лә ҡыйындыр. Минеңсә, кешене кеше иткән, уға йәшәү мөмкинлеге биргән бер йәшәйеш факторы итеп ҡарарға кәрәктер урмандарҙы...

Руслан Зөбәйеров:
Мин урмандарҙың кешелек өсөн әһәмиәтен ғәмәли күҙлектән баһаларға теләйем. Һөнәрем дә төҙөлөш эштәре менән бәйле булғас, был минең өсөн ҡыҙыҡлы һорау. Университетта ла ошо проблемалар буйынса лекциялар уҡыйым. Урмандың төп продукцияһы - ағас. XXI быуатта йәшәһәк тә, ағасты таш-бетон, башҡа төрлө яһалма материалдарҙан эшләнгән нәмәләр тулыһынса алыштыра алмай. Беҙ үҙебеҙ ҙә ағас өйҙәрҙә йәшәп үҫтек, улар әлегәсә иң уңайлы йәшәү мөхитен хасил итә. Мебель етештереүҙе генә алып ҡарайыҡ - бөтә донъяла ағастан яһалған йорт ҡаралтылары бик ҙур һорау менән ҡулланыла. Экологик яҡтан ағас өйҙәрҙең тиңе юҡ. Хәҙер бит бик күп төрлө яһалма материалдар етештерелә, әммә экологик яҡтан иң таҙа һәм зыянһыҙы - ул ағас. Бына кешелек донъяһының иң тәүге, иң боронғо мәлдәрен күҙ алдына килтерһәк, тәү кешеләр өсөн ағас-ҡыуаҡтарҙың ни тиклем мөһим булғанын анығыраҡ аңлар инек. Шул уҡ ел-ямғырҙан һаҡлаусы ябай ҡыуыш ҡорор өсөн дә ағас кәрәк бит. Ут табыу серенә төшөнгән тәү тормош кешеләре өсөн ағас алыштырғыһыҙ яғыулыҡ материалы булған, технологик яҡтан шул тиклем алға киткән XXI быуатта ла миллиондарса кеше утын өсөн ағас киҫеүен дауам итә.
Динә Рафиҡова: Урмандар айырым бер тәбиғи мөхитте формалаштырған. Урманды һәр яҡтан уникаль булған экологик система итеп ҡарарға кәрәк. Уйлап ҡараһаң, урман һауаһынан да шифалыраҡ башҡа бер нәмә лә юҡ һымаҡ. Һулап туйғыһыҙҙыр ул урман һауаһы. Һәр бер ағастың япраҡтарында иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем фотосинтез процестары бара, һауалағы углекислый газды үҙләштереп, кислород бүлеп сығара бит улар. Бер ҙур ағас етештергән кислород 10 кешене йыл буйына һуларлыҡ таҙа һауа менән тәьмин итә ала. Унан башҡа, урмандарҙың гигант һыуһаҡлағыс икәнлеге лә билдәле.
Руслан Зөбәйеров: Океан фитопланктоны ла кислородты күп миҡдарҙа бүлеп сығара, иҫәпләүҙәр буйынса, ул Ер шарындағы кислородтың 80 процентын бирә икән.
Динә Рафиҡова: Уныһын инҡар итеп булмай, әммә һәр бер кеше үҙе тыуған-йәшәгән мөхиттә көн итә. Үҙебеҙҙе уратып алған тәбиғәт, ағастар һәм үҫемлектәр биргән кислородты һулап йәшәйбеҙ бит. Һулаған һауанан башҡа ла урман кешегә күп төрлө йәшәү мөмкинлектәрен бирә - быныһы ла бик мөһим. Еләк-емеш тиһеңме, бәшмәкме - барыһы ла урманда ярала бит. Йәй айҙарынан көҙгә тиклем халҡыбыҙ урмандарҙа ер һәм ҡайын, ҡурай еләген, бәшмәк, балан, гөлйемеш, ҡайын бәшмәге (чага) һәм башҡа бик күп төрлө еләк-емештәрҙе йыя.

Кеше менән урман араһындағы бәйләнеште мәңгелек тип раҫлау хаҡтыр. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин үҙенең "Мәңгелек урман" романында ошо хәҡиҡәттең әҙәби-тарихи асылын бик оҫта сағылдыра алған.

Руслан Зөбәйеров:
Эйе, урман мәңгелек булған кеүек, кешелек тә мәңгелек ул. Был донъя башынан бирле шулай. Етдиерәк итеп фекерләгәндә, тәү кешеләргә ағасһыҙ ҡоро далаларҙа көн итеүе еңелдәрҙән булмаҫ ине. Эволюция тәғлимәтенә ярашлы, иң боронғо әҙәм балалары маймылдарҙан әллә ни айырылып тормаған, имеш. Ағас башынан төшкәнбеҙҙе онотмайыҡ әле (көлә). Дарвин тәғлимәтенә ышанһаң, боронғо кешеләр, маймылдар һымаҡ, ағас баштарында йәшәгән, тиҙәр. Улар, ағас башынан төшөп, ерҙә тура баҫып йөрөй башлағас ҡына кеше, йәғни Homo sapiens, аң-зиһенгә эйә булған, тип һанала.

Ә дини тәғлимәт киреһен раҫлай бит: Аллаһы Тәғәлә яралтҡан Әҙәм менән Һауа йөҙ-ҡиәфәттәре яғынан хәҙерге кешеләрҙән әллә ни айырылып тормаған, тип фекер йөрөтөргә була. Дарвинса, эволюцион үҫеш барышында нәҫелдән нәҫелгә бары тик йәшәйеш өсөн файҙалы сифаттар ғына күсә бара. Барса йәнлектәрҙең, шул уҡ маймылдарҙың тәне йөн менән ҡапланған, ул эҫенән дә, һыуыҡтан да һаҡлай. Файҙалы сифатмы? Әлбиттә. Ә әҙәми заттарҙың тәне тотош йөн менән ҡапланмаған, тимәк, бында эволюцияның ҡатнашлығы юҡ.

Руслан Зөбәйеров:
Улай булғас, тәү кешеләргә аяҡ бармаҡтары ни өсөн кәрәк булған һуң? Ағас башынан йығылып төшмәҫ өсөн, тип әйтергә була, улар ҡул һәм аяҡ бармаҡтары ярҙамында ботаҡтан ботаҡҡа еңел генә күсеп йөрөгән. Ә йөнтәҫ кешеләргә килгәндә, ҡайһы бер милләт вәкилдәре әлегә тиклем мул йөнлө булып ҡалған бит (көләләр).

Башҡортостандың 6,3 миллион гектар майҙанын эреле-ваҡлы урмандар биләй. Бында ағаслыҡтарҙың бөтә формалары ла инә: саф урмандарҙан башҡа, ауыл хужалығы ерҙәрендәге, ауыл, ҡасаба, ҡала биләмәләрендәгеләре, парктарҙа, урман һыҙаттарында үҫкәндәре һ.б. Ә саф урман фондының дөйөм майҙаны - 5,7 млн га. Ул дәүләт, йәмғиәт, төрлө предприятиелар һәм айырым кешеләр ихтыяждары өсөн файҙаланыла. Урман саманан тыш киҫелгән осраҡтарҙан башҡа, ағас башҡа бер сәбәптәр арҡаһында киҫелә башлаһа ла, әүҙемлек күрһәткән экологтар дау күтәрә, төрлө власть органдарына мөрәжәғәттәр ебәрә. Дөрөҫлөк кем яғында?

Руслан Зөбәйеров:
Әгәр ҙә төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү өсөн кәрәк булған ағастар ваҡытында киҫелмәһә, урмандар ҡартая, ағастар ҡорой, йығылып, ерҙә сереп ята. Үҙегеҙ беләһегеҙ, был меңәр гектар урман майҙандарында йыл һайын көслө янғындар башланыуына ла сәбәп була. Әгәр ҙур урмандарҙа ағастары киҫеп алынған һыҙаттар булһа, был янғындың бик ҙур майҙандарға таралыу хәүефен кәметә. Шуға күрә һеҙ телгә алған кардиналь ҡарашлы экологтар менән бер нисек тә килешеп булмай.

Дини тәғлимәткә ярашлы, Аллаһы Тәғәлә ер йөҙөндәге барса нәмәләрҙе - үҫемлектәрҙе, ағастарҙы, балыҡтарҙы, ҡош-ҡортто Әҙәм балаларына тәғәйенләп яралтҡан. Иншаллаһ, Көньяҡ Уралда быларҙың барыһы ла бар, тик уларҙы һаҡлап, рациональ файҙалана белергә генә кәрәк. Башҡортостан урмандарында ағастарҙың ниндәйе генә юҡ! Иҡтисади яҡтан ҡайһы ағастарҙы иң үтемлеһе, тип әйтеп була?

Руслан Зөбәйеров:
Әйтергә кәрәк, иң элгәре ылыҫлы ағастарға элек-электән ихтыяж ҙур булды. Улар бура бурау, таҡта ярыу, мебель етештереү өсөн иң ҡулайлыһы, тип иҫәпләнә. Заманында тарихи Башҡортостан биләмәләрендә диңгеҙ караптарын төҙөүгә яраҡлы ҡарағайҙар үҫкән. Белорет яҡтарына юл тотһаң, тау һырттарында шәмдәй төҙ күккә олғашып үҫкән ҡарағай һәм шыршы ағастарын күреп, һоҡланып туя алмайһың. Ә төҙөлөш күҙлегенән иң ҡиммәтле һаналған ағас - ул ҡарағас. Башҡортостанда ул киң таралмаған, әммә Рәсәй урмандарының 62 процентын ҡарағас тәшкил итә. Ҡарағастан буралған өйҙәр, мәсет һәм сиркәүҙәр бик ныҡ була, сөнки был ағас дымға бирешмәй. Әүәл Венецияла өйҙәрҙе ҡарағастан һалырға тырышҡандар, сөнки ул һыу эсендә лә таш кеүек ҡатып, сереүгә бирешмәй.
Әлбиттә, ағастарҙың һәр бер төрөн файҙаланып була, шул уҡ ауыл хужалығында, сәнәғәттең төрлө өлкәләрендә. Хәҙерге заман технологиялары төҙөлөшкә, мебель етештереүгә туранан-тура яраҡлы булмаған ағастарҙы ла сеймал итеп ҡулланыу мөмкинлектәрен бирә. Ағасҡа һырлап төрлө һындар эшләү оҫталары өсөн йүкә ағасы бик тә ҡулайлы булыуы хаҡында иҫкә алғайныҡ инде. Шулай ҙа Башҡортостанда йүкә үҫкән урмандарҙы һаҡлау кәрәк, сөнки беҙҙең бал ҡорттары йүкә ағастары сәскә атҡан мәлдә генә йыйған шифалы йүкә балының даны бар илгә билдәле.

Улай булғас, урмандарыбыҙҙың башҡа файҙалы яҡтарын да иҫкә алып китәйек. Совет осоронда юл буйҙарына, баҫыу ҡырыйҙарына махсус рәүештә ағас һыҙаттары күпләп ултыртыла ине.

Динә Рафиҡова:
Эйе, ул ваҡыттарҙа ултыртылған ағас һыҙаттары бик күп төбәктәрҙә әлегә тиклем һаҡланып ҡалған. Улар ҡыштарын баҫыуҙарҙы ҡаплап киткән ҡарҙы көслө ел осороп алып китмәһен, буранлы көндәрҙә ҡәҙимге машина юлдарына, шосселарға, тимер юлдарына көрт һалмаһын өсөн ултыртыла. Ағас һыҙаттары менән "кәртәләнгән" баҫыуҙарҙа дым күберәк була, ул өҫкө тупраҡ ҡатламын ел эрозияһынан һаҡлай, бындай баҫыуҙарҙа уңыш та күберәк алына. Унан һуң, йырындарға ҡаршы көрәштә иң һөҙөмтәле сара - уларҙың ярҙарына ағас һәм ҡыуаҡ ултыртыу.
Руслан Зөбәйеров: Яҙ көндәрен, ҡойма ямғырҙар ваҡытында аҙмы-күпме ауышыраҡ ерҙәрҙәге баҫыуҙарға һыу эрозияһы ныҡ зыян килтерә - ерҙең өҫкө уңдырышлы ҡатламын, ул гумус тип атала, түбәнгә табан аҡҡан һыу йыуҙырып алып китә. Бындай баҫыуҙарҙа ла ағас һыҙаттарын ултыртыу файҙалы. Ә яҙҙарын һыу ташҡанда көслө ағым йылға ярҙарын емерә, был осраҡта ла яр буйҙарына ағас ултыртыу ыңғай һөҙөмтә бирә. Әйткәндәй, ер өҫтөн эрозиянан һаҡлауҙа ағас тамырҙарының ни тиклем файҙалы булыуын иҫбатлаған ғилми эштәр ҙә бар.

Солоҡсолоҡ - урман зонаһында йәшәгән ҡәүемдәрҙең бик боронғо һөнәре. Заманында ул Европала ла булған, әлеге ваҡытта унда йәшәүсе "цивилизациялы" кешеләр солоҡтоң ни икәнен дә белмәйҙәр. Совет осоронда киң танылыу тапҡан табиб-сәйәхәтсе, "Сәйәхәттәр клубы" телетапшырыуын алып барған Юрий Сенкевич Башҡортостан солоҡсолары тураһында телефильм дә төшөргәйне.

Руслан Зөбәйеров:
Башҡорттар - боронғо солоҡсолар. Башҡортостанда, бигерәк тә Бөрйән районында, ошо шөғөлдө үҙләштереп, солоҡ балын алыусы оҫта ҡортсолар бар. Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә солоҡсолоҡ ғәмәлдә юҡҡа сыҡҡан. Англиянан килгән ғалим-географтарҙың, тележурналистарҙың Бөрйән башҡорт солоҡсолары хаҡында видеофильм төшөрөп, уны Европала инглиз телендә күрһәтеүе билдәле. Улар Бөрйәнде иҫ киткес географик төбәк, ә уның солоҡсоларын кешелектең иң боронғо шөғөлдәренең береһен - солоҡсолоҡто хәҙерге заманға тиклем һаҡлап алып ҡалған уникаль кешеләр, тип атаған.
Динә Рафиҡова: Боронғо башҡорттарҙың көнкүрешендә ике шөғөл - солоҡсолоҡ менән йылҡысылыҡ өҫтөнлөк иткәндер, тип уйлайым. Ошо тәү замандарҙан бирле солоҡ балы һәм шифалы ҡымыҙ ата-бабаларыбыҙҙың иң файҙалы, иң ҡиммәтле ризығына әйләнгән. Уларҙың ҡәҙимге аҙыҡ ҡына түгел, кеше сәләмәтлеген нығытыусы тәбиғи фактор икәнлеген хәҙерге биологтар һәм табибтар ҙа раҫлай. Урман зонаһында үҫкән ағас-ҡыуаҡтарҙың, башҡа бер үҫемлектәрҙең тамырҙарынан башлап емештәренә тиклем барыһы ла кеше организмын, хәҙергесә әйткәндә, биологик актив матдәләр менән тәьмин итә. Элекке замандарҙа табибтар булмаған, әммә күп төрлө урман продукцияһының, дарыу үләндәренең һаулыҡты һаҡлау, сирлеләрҙе дауалау өсөн ни тиклем мөһим булыуын боронғолар ҙа яҡшы аңлағандыр.

Совет тарихсыһы һәм этнологы, тарих фәндәре докторы Лев Гумилев милләттәрҙең формалашыуына географик мөхит, тәбиғи ландшафт көслө йоғонто яһай, тигән һығымтаға килгән. Көньяҡ Урал боронғо замандарҙан бирле ҡуйы урманлы тәбиғәт зонаһы була. Башҡорт этносы, уның милли менталитеты формалашыуында урман йоғонтоһон күҙаллап буламы икән?

Руслан Зөбәйеров:
Иң элгәре урман зонаһында йәшәү халҡыбыҙҙың мәҙәниәтендә, борондан бирле һаҡланып килгән традицияларында сағыла. Матди мәҙәниәт өлкәһен алһаҡ, ата-бабаларыбыҙ етештергән йорт-ҡура әйберҙәренең, ҡорал-ҡорамалдарының, аш-һыуҙарының, кейемдәренең, биҙәүестәренең, башҡа нәмәләренең үҙенсәлектәре уларҙың ағастарҙы һәм башҡа үҫемлектәрҙе ни рәүешле файҙаланыуы менән бәйле булыуын бик асыҡ күрәбеҙ. Мәҫәлән, ағастан яһалған һауыт-һаба күп быуаттар дауамында даими ҡулланылышта булған. Ағас ижауҙар, ҡалаҡтар, туҫтаҡтар, ҡымыҙ бешеү көбөләре, һыу күнәктәре, мискәләр, һандыҡтар, арбалар, дуға-ҡамыттар, эйәрҙәр һ.б. көнкүреш әйберҙәре - былар барыһы ла халҡыбыҙҙың хәҙергә тиклем һаҡлана килгән матди-мәҙәни мираҫын тәшкил итә.

Әйткәндәй, Лев Толстойҙың Ясная Поляналағы йорт-музейында бер ҡыҙыҡлы экспонат һаҡлана. Ул да булһа, тотош бер ағас киҫәгенән юнып яһалған ҡымыҙ һоҫа торған ижау икән. Был ижау үҙенә күрә бер сәнғәт әйбере кеүек ҡабул ителә: ул юнып-соҡоп ҡына түгел, һырлап, семәрләп яһалған. 1899 йылда уны бөйөк рус яҙыусыһына Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың яҡын дуҫы, Өфө ҡала Думаһы гласныйы, штабс-ротмистр Арыҫланғәли Солтанов бүләк иткән...

Динә Рафиҡова:
Әлбиттә, халҡыбыҙҙың ағас эшкәртеүсе, унан һырлап тороп төрлө матур әйберҙәр эшләүсе маһир оҫталары күп булған. Шул уҡ ваҡытта урмандарҙың халҡыбыҙҙың рухи мәҙәниәтендә лә сағылыш табыуын иҫкә алырға кәрәк. Мәҫәлән, башҡорт фольклорында урман айырым урын биләй, шул уҡ әкиәттәрҙә, риүәйәттәрҙә, бигерәк тә халыҡ йырҙарында, кешенең эске хис-кисерештәре уның тәбиғәткә, урман-тауҙарға, айырым ағастарға, башҡа бер үҫемлектәргә ҡарата булған мөнәсәбәттәре менән бермә-бер бәйләнешле рәүештә асылыш таба. Хәҙерге заман әҙәбиәтендә һәм шиғриәтендә урман образы айырым урын тота: күренекле рус яҙыусыһы Леонид Леонов үҙенең "Русский лес" тип исемләнгән киң билдәле романында урман образын бығаса күрелмәгән бейеклеккә күтәрһә, алдараҡ иҫкә алынған яҙыусыбыҙ Ноғман Мусин халҡыбыҙ тарихын башҡорт урмандары яҙмышы менән бәйләп асыуҙы беренсе планға сығара.

Башҡорт халҡын ике ҙур төркөмгә - тау-урман һәм дала башҡорттарына бүлеп ҡарарға мөмкин. Уларҙың холоҡ-мөнәсәбәттәрендә ниндәйҙер айырмалыҡтар бармы икән?

Динә Рафиҡова:
Дала башҡорттары башҡалар алдында үҙҙәрен асығыраҡ холоҡло итеп тотһа, ғүмере буйына урман мөхитендә көн итеүсе милләттәштәребеҙ ябығыраҡ холоҡло булып тойола. Бөрйән районында йәшәүсе дуҫ ҡыҙҙарым бар. Улар баҫалҡы, әммә үҙ дәрәжәләрен белеп һөйләшә, артыҡ эмоциональ түгелдәр, тиҙ генә асылып та бармайҙар.
Руслан Зөбәйеров: Халыҡтың айырым милли төркөмдәренең холоҡ-фиғеле оҙайлы ваҡыт дауамында бер үк тәбиғи мөхиттә формалаша. Уйлап ҡараһаң, урман кешене уңайлыраҡ йәшәү шарттары менән тәьмин итә, барыһы ла эргәлә, бер ҡайҙа ла ашығырға кәрәкмәй. Шуға ла улар тынысыраҡ холоҡлолар, бер нәмәгә лә артыҡ бошоп бармайҙар. Ә далала йәшәүселәр тормош шарттарын яҡшыртыу өсөн һәр даим көрәшергә мәжбүр була. Элекке дәүерҙәрҙә дала кешеләре өсөн иң мөһим йәшәү факторы - көтөүлектәр. Уларға хужа булыу, дошмандарҙан һаҡлау - ир-аттарҙың төп бурысы. Ә был уларҙан көслө, ҡыйыу, йылғыр булыуҙы талап итә, шуға күрә дала башҡорттарының йәшәү рәүеше үҙенән-үҙе әүҙем шәхестәр тәрбиәләүгә булышлыҡ итә.

Әммә был тема буйынса бик тә борсоулы бер мәғлүмәтте иҫкә алмайынса булмай. РФ-ның "Эксперт" тигән рейтинг агетлығы Рәсәй субъекттарында урман менән файҙаланыу тотороҡлоғо индексын билдәләгән. Барлығы 5 фактор буйынса баһа бирелә: урмандарҙы янғындан һаҡлау, зарарлы бөжәктәргә һәм ағас ауырыуҙарына ҡаршы көрәш, киҫеп алыу масштабы, урман майҙандарын тергеҙеү һәм бюджет менән тәьмин итеү. Иң юғары индекслы 5 төбәккә Орел, Сахалин өлкәләре, Камчатка крайы, Ленинград өлкәһе һәм Краснодар крайы инә: индекс күрһәткестәре 0,62 - 0,42. Башҡортостандың индексы - минус 0,49 булып, беҙ 78-се урынды биләйбеҙ. Был ситуацияны нисек аңлатырға була һуң?

Руслан Зөбәйеров:
Ул агентлыҡ Башҡортостан буйынса шундай түбән күрһәткесте нимәгә нигеҙләнеп билдәләгән икән?

Агентлыҡ, статистика мәғлүмәттәренән башҡа, Ерҙе дистанцион зондлау мәғлүмәттәрен һәм Роскосмостың "Цифрлы ер" геоаналитик платформаһынан алынған карталарҙы ҡулланған, был платформа космостан төшөрөлгән фотолар һәм яһалма интеллект ярҙамында тәбиғәт активтарына һәм хужалыҡ итеү торошона мониторинг уҙғара.

Руслан Зөбәйеров:
Мин барыбер ошо агентлыҡтың баһаһы менән бер нисек тә килешә алмайым, сөнки республикала урман менән файҙаланыуға, уны тергеҙеүгә ныҡлы контроль булдырылған. Ағастары киҫелә торған майҙандағы һәр ағас иҫәпкә алынған, тип әйтергә була. Әлеге рейтинг күрһәткестәрен төҙөүселәр хаталанған, тип һығымта эшләү дөрөҫ булыр.
Урмандарыбыҙҙы рациональ файҙаланыу буйынса беҙҙә байтаҡ саралар ғәмәлгә ашырыла. Статистика мәғлүмәтттәренә ярашлы, 2018 - 2023 йылдарҙа Башҡортостанда йылына уртаса 14-15 мең га майҙанда ағас ҡырҡылған, 14 мең га майҙанда йәш ағас үҫентеләре ултыртылған. 2024 йылда хәл тағы ла яҡшыраҡ яҡҡа үҙгәргән, тип иҫәпләнә - 13,5 мең га ерҙә урман киҫелһә, 16 мең гектар майҙанда яңынан ултыртылған, йәғни, урмандарҙы тергеҙеү планы 118 процентҡа үтәлгән.
Динә Рафиҡова: Һүҙ барған индекс күрһәткесен билдәләү өсөн үтә ҡатмарлы 5 фактор буйынса иҫәпләүҙәр алып барылғанына иғтибар итергә кәрәк. Уларҙың береһе буйынса ғына, мәҫәлән, шул уҡ бюджет сығымдарын ҡаплау кимәле бик түбән баһалана икән, дөйөм баһа ла ыңғай булмаясаҡ. Нисек кенә булмаһын, республикабыҙҙа урмандарҙы тергеҙеү буйынса күп эштәр башҡарыла. Был өлкәлә хөкүмәт, урман хужалығы етәкселәре урман менән файҙаланыусылар алдына киҫелгән майҙандарҙы 100 процентҡа һәм унан да артығыраҡ кимәлдә тергеҙеүҙе төп маҡсат итеп ҡуя һәм уның үтәлешен контролдә тота. Йәнә бына нимә мөһим: ағас әҙерләү өсөн урман майҙандарын ҡуртымға биреү күп төрлө процедураларҙан тора, ағас әҙерләүселәрҙең проекттарына махсус экспертиза эшләнә, ағасы киҫеп алынған майҙандарҙа инвентаризация уҙғарыла, урман киҫеүселәрҙән йылына бер нисә мәртәбә отчет талап ителә. Әлбиттә, ағас әҙерләүселәрҙең төрлөһө бар, ваҡыты-ваҡыты менән проблемалы ситуациялар ҙа килеп сыға, әммә мин республика урман хужалығының эшенә ыңғай баһа бирер инем.

Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер төбәктәрҙә, шул уҡ Нуриман, Белорет яҡтарында бәғзе бер ойошмаларҙың ҡабул ителгән ҡағиҙәләрҙән тайпылыуы, ағасты ҡуртымға алынғандан байтаҡҡа артығыраҡ майҙанда киҫеүе кеүек кире күренештәр хаҡында ишетеп торабыҙ. Мәҫәлән, Өфө фанера комбинаты туризм менән бәйле урындарға яҡын урман майҙандарын ҡуртымға алып, Инйәр буйындағы Ирәкташта 13 га, Белорет районында Яланғас һыртына алып барған туристар һуҡмағы янында 7 га ерҙең ағасын ҡырып һалған, эштәрен ошо майҙандарҙы таҙартмай, урманды тергеҙмәй генә тамамларға иҫәп тотҡан. Халыҡтың ризаһыҙлыҡ белдереүе, власть органдарына, прокуратураға мөрәжәғәт итеүе арҡаһында ғына ошондай күркәм тәбиғәтле урман биләмәләренә артабан да хилафлыҡ ҡылыу туҡтатыла.

Руслан Зөбәйеров:
Бындай осраҡтарҙы бер һүҙ менән генә аңлатып була: ҡуртымға алынған урман майҙандарында барған эштәр тейешле кимәлдә контролдә тотолмаған.

Урман темаһы хаҡында фекер алышҡанда ваҡытында ҙур ығы-зығы менән төҙөлгән "Кроношпан-Башҡортостан" (хәҙер ул ЯСЙ "Ультрадизайн" тип атала) тигән предприятие, экологик хәүеф тыуҙырыуҙан башҡа, республикабыҙ урмандарының бик ҙур майҙандарын ҡуртымға алып, үҙенә кәрәкле ағас сеймалын күпләп әҙерләй. Ә заводҡа йылына яҡынса 1 млн кубометр ағас талап ителә. Ошо заводтың эшмәкәрлегенә тейешле кимәлдә контроль булдырылғанмы икән?

Руслан Зөбәйеров:
Беҙҙҙең етештереү өлкәһе менән туранан-тура бәйләнешебеҙ юҡ, сөнки вузда ғалим-педагог вазифаһында эшләйбеҙ, шуға күрә һеҙҙең һорау буйынса объектив мәғлүмәт бирә алмайбыҙ.
Динә Рафиҡова: Билдәле булыуынса, ошо завод ағас юнысҡыһынан, ныҡ ваҡланған ағас сеймалынан ДСП, ОСП, ХДФ плиталарын, ламинат етештерә. Ғәҙәттә, продукция етештереү өсөн түбән сортлы ағас сеймалы ҡулланыла, шуға күрә был предприятие тәбиғәткә әллә ни зыян килтермәйҙер, тип уйлайым.

Шулай ҙа уҡыусыларыбыҙ иғтибарына бынан бер йыл элек иғлан ителгән бер мәғлүмәтте еткереү урынлы булыр, тим. Былтыр апрель айында тәбиғәтте һаҡлау буйынса район-ара прокурор дәғүәһе буйынса Өфө район суды экологик хәүефлелеге яғынан 1-се категорияға индерелгән ЯСЙ "Ультрадизайн" заводының ошоға тиклем комплекслы экологик рөхсәт итеү документы булмауын билдәләп, 4 ай эсендә тейешле экологик экспертиза үткәртеп, әлеге юридик документты алыуын талап итте. Республикабыҙҙың йөҙҙәрсә ауылдары гүзәл тәбиғәт ҡосағында, зәңгәр күлдәр, йырлап аҡҡан йылғалар, урман менән ҡапланған тау һырттарына йәнәш урынлашҡан. Республикабыҙға килгән туристарҙың күңелен арбарлыҡ урындар етерлек беҙҙә. Шуға ла беҙҙә агротуризм, урман, тау туризмы йүнәлештәренә иғтибарҙы бермә-бер арттырыу кәрәктер.

Динә Рафиҡова:
Беҙҙең университеттың урмансылыҡ һәм ландшафт дизайны кафедраһы мөдире, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты Заһир Рәхмәтуллин әлеге ваҡытта урмандарҙы үҙләштереү проекты өҫтөндә эшләй. РФ-ның "Урман кодексы"на ярашлы, урман менән файҙаланыуҙың 16 төрө бар. Улар иҫәбенә урмандарҙа рекреация зоналарын булдырыу ҙа инә. Улар әүҙем ял итеү, һаулыҡты нығытыу, кешегә дәрт-дарман өҫтәү маҡсатында булдырыла. Әгәр урмандарыбыҙҙың иң гүзәл урындарында ял итергә килеүселәр өсөн глемпингтар, башҡа уңайлы шарттары булған инфраструктура проекттарын тәҡдим итеүселәр бар икән, уларға урман участкалары ҡуртымға бирелергә тейеш. Был республикабыҙҙа эске туризмды үҫтереүгә булышлыҡ итер ине.

Европа илдәрендә шоссе буйлап елдереп барғанда юл эргәһендәге ағаслыҡтарҙың шул тиклем ҡараулы булғанына иғтибар итмәй булмай: ағас аралары тап-таҙа, сүп-сар ҙа, ергә йығылып, сереп ятҡан ҡоро-һары ла күренмәй. Ә беҙҙә юл буйҙарындағы, ауыл-ҡасабалар эргәһендәге ағаслыҡтар әлегәсә бер нисек тә таҙартылмай, "ҡырағай" булып, күҙгә бәрелеп тора. Етмәһә, мәҙәниәтһеҙ кешеләрҙән ҡалған сүп-сар тулып ята...

Руслан Зөбәйеров:
Европа урмандары беҙҙекенән күпкә бәләкәйерәк, кеше һанына ҡарата тура килгән урман майҙандары артыҡ ҙур түгел. Унда урман участкаларын һәр даим ҡарап, хәстәрләп тороу мөмкинлеге бар. Ә Рәсәй урмандарының осо-ҡырыйы юҡ кеүек тойола. Шуға күрә барса урман майҙандарын тәртиптә тотоу физик яҡтан мөмкин булмаған хәл, тип әйтергә була.
Динә Рафиҡова: Бында халыҡтың мәҙәниәтле булыуын иғтибарға алырға кәрәк. Европалағы дөйөм туризм мәҙәниәте менән беҙҙәге "ҡырағай" туризм торошо араһында айырма ҙур. Мәҙәни туризмды үҫтереү өсөн күп эшләйһе бар әле беҙгә: закон һәм әхлаҡ талаптарын үҙ белдеге менән һәр даим үтәргә тырышыусы, эске мәҙәниәте юғары үҫешкән шәхестәрҙе тәрбиәләү еңел, тиҙ генә хәл ителә торған проблема түгел. Бигерәк тә балалар, йәштәр менән тиҫтә йылдар дауамында өгөт-нәсихәт алып барыу фарыз.

Әйткәндәй, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров ошо йәһәттән барыбыҙға ла өлгө булырлыҡ саралар ойоштора. Ул Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә йылына бер нисә мәртәбә ауыл кешеләре менән йылға, күл буйҙарында экологик өмәләр ойоштороп, байтаҡ ҡына майҙандарҙы тәртипкә килтерә. Урман төпкөлдәренә барып етеп булмаған хәлдә лә, ауыл-ҡасабаларға, ҡалаларға яҡын урмандарҙы тәртиптә тотоу программаһын булдырып, уны бойомға ашырыу һәйбәт һөҙөмтәләр бирер ине.

Руслан Зөбәйеров:
Минеңсә, тәбиғәт ҡосағында ял итеүсенең шәхси яуаплылығы булыуы мөһим. Әгәр ҙә ки кемдер урман аҡландарында, йылға-күл буйҙарында ял иткәндән һуң бушаған консерва һауыттарын, шешәләрен, пластик һауыттарын, башҡа бер ҡалдыҡтарын шунда ырғытып китә икән, ул үҙен фекерһеҙ, тәртипһеҙ, мәҙәниәтһеҙ кеше итеп күрһәтә, ундайҙарҙы бер нисек тә ысын ер хужаһы, үҙе һәм башҡалар алдында яуаплы шәхес итеп нарыҡлап булмай. Ә йәштәргә үҙеңдең шәхси өлгө күрһәтеүең кәрәк. Йәй айҙарында мин һыу туризмы менә мауығам, йылғалар буйлап ағып төшөү походтарын ойошторам. Походта ҡатнашыусы йәштәрҙән экология талаптарын мотлаҡ үтәүҙәрен талап итәм, әйтергә кәрәк, улар әйткәнде ихлас үтәй. Кемдеңдер ял иткән урынын йыйыштырмай ғына китергә йыйынғанын күргән хәлдә ипле генә итеп аңлатып, иҫкәртеп тороу урынлы.

Тағы ла бер проблема - урмандарҙы законһыҙ ҡырҡыу осраҡтары әле лә булып тора. Әүәл һәр бер бәләкәй генә ауылда ла яҡын-тирәләге урмандарҙы ҡараусы һәм һаҡлаусы урмансы, русса әйткәндә, лесник була торғайны, тора-бара ул вазифаны юҡ иттеләр, тип әйтергә була.

Динә Рафиҡова:
Был вазифа хәҙер ҙә бар ул, әммә бер урман ҡарауылсыһы хеҙмәтләндерә торған майҙан шул тиклем ҙур, уның 1 мең, хатта 2 мең гектарға етеүе мөмкин, ул бер нисек тә уны ваҡытында йөрөп, ҡарап сыға алмаясаҡ. Икенсе яҡтан, был вазифа еңелдәрҙән булмаһа ла, эш хаҡы бик түбән, был да урмандарҙы һаҡлауға булышлыҡ итмәй. Унан һуң, лесничестволарҙы ла эреләттеләр, ул бер юлы бер нисә район биләмәһе урмандарынан хасил була. Был да бәкәлгә һуға, сөнки биләмә ни тиклем ҙур, уны тикшереп, контролдә тотоуы шул тиклем ҡыйыныраҡ. Әйтергә кәрәк, был урман хужалығының системалы проблемаһы булып тора.

Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында колхоз-совхоздар тарҡатылғас, меңәр гектар майҙандарҙы биләгән һөрөнтө ерҙәр эшкәртелмәй башланы, тора-бара уларҙы ағас-ҡыуаҡтар баҫып алды. Әйтергә кәрәк, ошо йәш урмандар урман фондына күсерелмәһә, ул бер кем дә хужа булмаған ҡәҙимге ҡырағай урмандарға әйләнә. Ошо хаҡта ни әйтер инегеҙ?

Руслан Зөбәйеров:
Быға рациональ күҙлектән ҡарарға кәрәк. Минеңсә, тәбиғәттә барған процестарға кәрәгенән артыҡ ҡыҫылырға ярамай. Әгәр ниндәйҙер ерҙәрҙә хужалыҡ эштәре алып барылмай икән, унда тәбиғәт үҙен-үҙе тергеҙә, ә был экологик балансты ла тәьмин итә. Әгәр кеше урмандарға ғына түгел, ялан-ҡырҙарға, һыу сығанаҡтарына һәм ятҡылыҡтарына һаҡсыл ҡарай икән, тәбиғәттә бөтә нәмә лә яңыра бара һәм элекке хәленә ҡайта.
Динә Рафиҡова: Әле һеҙ иҫкә алған ерҙәр ваҡытында ауыл хужалығы ҡарамағында булды, улар урман фондына күсерелгән хәлдә генә урман хужалығы яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә ала, мәҫәлән, йәш ағаслыҡтарҙа санитар киҫеү эштәрен алып бара ала. Был мәсьәлә закон тарафынан хәл ителергә тейеш.
Руслан Зөбәйеров: Хәҙер һеҙ күтәргән проблемалар буйынса ғилми тикшеренеүҙәр алып барыла. Мәскәүҙең А.Н. Костяков исемендәге Мелиорация, һыу хужалығы һәм төҙөлөш институты ғалимдары (элекке Тәбиғәтте төҙөкләндереү университеты), мәҫәлән, төрлө территорияларҙа йылғаларҙың һыу йыя торған ареалын, һыу сығанаҡтарын өйрәнә. Улар территорияның экологик тотороҡлоғо коэффициентын иҫәпләп сығара. Бында теге йәки был биләмәнең ни тиклем урманлы булыуы, һөрөнтө ерҙәр һәм көтөүлектәр нисбәте, кешеләр йәшәгән тораҡ пункттарҙың күпме булыуы иҫәпкә алына, һәр береһе буйынса айырым коэффициент асыҡлана. Экологик тотороҡлоҡто тәьмин итеү буйынса иң ҙур коэффициентты урман биләмәләре бирә. Мәҫәлән, Ашҡаҙар йылғаһы ареалында урмандар иң кәмендә 40 процент майҙанды биләгән хәлдә генә экологик тотороҡлолоҡ тәьмин ителә, ә ысынбарлыҡта унда урмандар майҙаны ни барыһы 12 процентҡа ғына етә. Әгәр ниндәйҙер территорияла экологик тотороҡлоҡ коэффициенты ғалимдар билдәләгән нормативтан кәм булмаһа, уға ел һәм һыу эрозияһы ла янамай, хужалыҡ эшмәкәрлегенең кире тәьҫиренән һәм климат үҙгәрештәренән дә хәүеф хасил булмай. Был һығымта республикабыҙҙа урмандарҙы тергеҙеү мәсьәләһенең киләсәк өсөн ни тиклем мөһим булыуын асыҡ күрһәтеп тора.

Шулай итеп...
Урман белгестәре менән әңгәмәбеҙ барышында, Башҡортостан урмандарының республика халҡын саф һауа, таҙа һыуҙар, башҡа йәшәйеш ресурстары менән даими тәьмин итеүен иҫәпкә алып, уларҙы рациональ файҙаланыу һәм һаҡлауҙың барыбыҙ өсөн дә көнүҙәк мәсьәлә булып ҡалыуы асыҡланды.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №34, 28 август - 3 сентябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.08.26 | Ҡаралған: 10

Киске Өфө
 

Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru