«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пациенттарға медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын һәм дауаханаларҙа ҡайһы бер табиптарҙың тупаҫ һәм битараф мөнәсәбәтен ҡаты тәнҡит утына тотто. Һеҙгә ошондай күңелһеҙ күренештәр менән осрашырға тура килгәне бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

БЕҘ ҠАПСЫҠТА ЯТМАЙ
+  - 

Ирәмәнде МТМ-ға эшкә алдылар, тракторын ремонтлаған Рәшит ағаһына ярҙамсы итеп ҡуйҙылар. Таштимерҙәге СПТУ-ны бөтөп, тракторист-машинист дипломы алған йәш егеткә, был эш, дөрөҫөн әйткәндә, баштан уҡ оҡшап етмәне. Уның хыялы берәй яңыраҡ "Беларус"та үҙе кеүек танау аҫтына еҫ кермәгән малай-шалайҙарҙың, бигерәк тә ҡыҙҙарҙың күҙҙәрен ҡыҙҙырып, урам буйлап елдереп йөрөү ине. Шул матур уйҙарынан уға рәхәт булып китә, хатта усын усҡа һуғып, эх, тип ебәрә. Булманы, бригадир Ирәмәндең күҙҙәрендә уның татлы хыялдарын күрмәне.
Йөрө инде хәҙер трактор аҫтына бер инеп, бер сығып, майға буялып. Етмәһә, Рәшит ағаһы арҡыры бер әҙәм, шуға бит уны бригадала "Поперечный философ", тип йөрөтәләр. Уның туғанлығы ла, ташҡа үлсәйем, ергә тәрән батҡан кесерткән тамырының бер осо һымаҡ. Ауылда шулай инде, йыбанмай ултырып һанай башлаһаң, ауылдың яртыһы атаһы яғынан туған, яртыһы - әсәһе яғынан. Шуғамы икән, ауылдаштар төшөнкөлөккә бирелмәй, бер-береһен мәрәкәләшеп, юҡ ерҙән уймаҡ сығарып йәшәйҙәр.
Ирәмәнгә бигерәк тә "Поперечный"ҙың, шуны алып бир, ошоно ялтыратҡансы таҙарт, кеүек ваҡ-төйәк йомоштары оҡшап етмәй. Холҡо ла бик ҡыҙыҡ уның, бахмурҙан ауырығанда, ауыҙынан бер һүҙ сығыр тимә, ә инде ирҙәр күпләп йыйыла торған гараж яғына барып, баш төҙәтеп күңелләнеп килһә, бер туҡтауһыҙ лыҡылдай. Үткәндә, "Ҡустым, кәләш алма, алһаң - бөттөң" темаһына көнө буйы лекция уҡыны. Уныңса, кәләш менән заочно, ситтән тороп йәшәргә кәрәк икән. Ғаиләһе астан үлмәҫ өсөн борон ирҙәр мәмерйәгә көн һайын ҡайтып та тормағандар, берәй мамонт ботон ҡатынына биргәндәр ҙә, айҙар буйы сәхрәлә йөрөгәндәр, тип аңлатты ул был фекерен. Баҡтиһәң, бөгөнгө замандағы ҡатындарҙың баш мейеһе ныҡ үҫешкән, уларҙа, Рәшит ағаһы әйтеүенсә, мейенең ике ярымшары бер юлы эшләй икән.
- Мин, ана, еңгәңә ат менән дә, ферзя менән йөрөп ҡарайым, инде мат ҡуям тигәндә, бац, уның һүҙе өҫкә сыға ла ҡуя! - тип үкенесен белдерҙе ул. - Шуға бит шахмат уйыны шым ғына уйналһа ла, аҙағында барыбер "мат", йәки һүгенеү менән бөтә! Ирәмән белмәйерәк йөрөгән, тормош та шахмат уйыны һымаҡ икән дә, ситтән күҙәткәндә генә бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәгәндәр шым ғына күренә, уларҙың һәр береһендә хәтәр шахмат уйындары бара икән.
Бөгөн дә Рәшит ағаһы ирендәрен ҡымтып, ергә текәлеп килде. Тимәк, башы шаңҡый. Ярай, Ирәмәндең ҡолаҡтарына ял булыр. Был юлы ағаһы оҙаҡҡа сыҙаманы:
- Мин гараж яғына барып киләм, - тине ғәйепле төҫ менән, ғәҙәттәгесә, гараж һүҙенә баҫым яһап.
Ирәмәндең башына ҡылт итеп хәтәр уй килде: шаяртайым әле, эскән кешеләрҙең галлюцинация-ғәләмәт кисергәнен ишеткәне бар бит уның. Рәшит ағаһы мастерскойҙың алғы яҡтағы ишегенән сығыуы булды, Ирәмән арт яҡтағы ишектән сығып, боҫа-боҫа ғына гараж яғына һыпыртты. Ағаһы гаражға килеүгә, ул төрлө мәрәкә һөйләп, гәп һатҡан ирҙәр араһында ултыра ине. Килеп ингәс, "Поперечный" ирҙәргә ҡул биреп, һаулыҡ һорашып сыҡты. Ҡытыршы, сөйәлләнеп ҡатып бөткән ҡулдарын Ирәмәнгә лә һуҙҙы, ҡустыһына бик сәйер итеп ҡарап ҡуйҙы. Был юлы ул гаражда оҙаҡ ултырманы, кире тракторы яғына йүнәлде.
Рәшит ағаһы килеүгә Ирәмән бер ни булмағандай, трактор аҫтында ята ине.
- Бөгөн ҡалай тиҙ әйләндең, - тине ул әле бер нәмә лә аңлап етмәгән ағаһына.
Уныһы елкәһен тырнап, бер тына уйланып торҙо ла:
- Ҡустым, һин ремонтлай тор, мин бөгөн иртәрәк ҡайтмаһам булмаҫ, ниңәлер баш әйләнә, күҙгә әллә нәмәләр күренә башланы әтеү, - тине.
Әллә ҡатыраҡ ҡыландыммы икән, тип уйланы Ирәмән, әммә йәш кеше хәтәр шаяртыуын тиҙ онотто. Аҙаҡ был хәлде лаҡап итеп һөйләп йөрөнөләр. Ирәмән берәүгә лә өндәшмәгәйне, буғай. Беҙ ҡапсыҡта ятмай, тигәне шулай булалыр инде.

Радик ӨМӨТҠУЖИН.
"Киске Өфө" гәзите, №34, 28 август - 3 сентябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.08.26 | Ҡаралған: 17

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru