«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пациенттарға медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын һәм дауаханаларҙа ҡайһы бер табиптарҙың тупаҫ һәм битараф мөнәсәбәтен ҡаты тәнҡит утына тотто. Һеҙгә ошондай күңелһеҙ күренештәр менән осрашырға тура килгәне бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

УЛ - ЙЫРСЫ, ҠУРАЙСЫ, БЕЙЕҮСЕ ҺӘМ...
+  - 

Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигән ата-бабаларыбыҙ. Был һүҙҙәр яңы ғына Красноярскийҙа үткән XXXIV "Бөтә Рәсәй студент яҙы" фестиваленән өс йүнәлештә еңеүҙәр яулап ҡайтҡан талантлы егет - Айҙар ИСХАҠОВтың үҙенә тап ҡына килеп тора. Еңеүҙәре менән ҡотлау форсатын файҙаланып, Айҙарға өс һорау бирҙек:

Күптәр һинең ижадыңды Башҡорт дәүләт драма театры ҡуйған "Кейәүҙәр" спектакле аша асҡандыр, моғайын. Иң тәү сиратта һорау тыуа: кем һин, Айҙар?

- Мин музыкант-инструменталист, бейеүсе һәм йырсы. Әлеге ваҡытта миңә 23 йәш, Өфө фән һәм технологиялар университетында филология йүнәлешендә белем алам һәм Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филормонияһының Ҡурайсылар ансамблендә эшләп тә йөрөйөм.
Тыумышым менән Учалы районынанмын. Атайым менән әсәйем Айгөл һәм Илшат Исхаҡовтар - икеһе лә бейеүсе. Улар Учалы филармонияһының бейеүселәр ансамблендә эшләгәс, мин бәләкәй саҡтан улар менән бергә репетицияларҙа булып, гастролдәрҙә йөрөп, ҡыҫҡаһы, сәхнәне күреп үҫкәнмен. Башҡорт бейеүҙәренә һоҡланып, шул мөхиттә ҡайнап йөрөгәнгә күрә кескәй күңелемдә киләсәктә артист булыу хыялы тыуғандыр ҙа инде, моғайын.
Башҡорт телендә "инди", "блюз" жанрҙарында үҙем яҙған йырҙар ижад итәм, "соул" жанры ла күңелемә бик яҡын. Йырларға бәләкәй саҡтан уҡ яратҡанмын. Биш йәшемдә һәләтемде күреп ҡалып, музыка мәктәбенең вокал класына биргәндәр. Ә унан һуң Рәми Ғәрипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында уҡыған мәлдәрҙә бейеү менән ҡыҙыҡһына һәм милли уйын ҡоралыбыҙ - ҡурайҙа уйнай башланым. Йырҙар ижад итеү һәләтем ун беренсе класта уҡығанда асыла башланы. Шул ваҡыттан алып мин ижадта үҙ юлымды, үҙ стилемде эҙләү өҫтөндәмен.

Әлеге ваҡытта алған һөнәри белемең ижадың менән бәйлеме?

- Иң тәү сиратта бакалавр кимәлендә мин ҡурай йүнәлеше буйынса З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамланым. Икенсе курста уҡып йөрөгән мәлдә ул ваҡыттағы БДУ-ның "Йәшлек" бейеү ансамбле менән эшләй башлағайным. Әле лә беҙ егеттәр төркөмө менән матур бейеүҙәр ҡуйып, эшебеҙҙе бик уңышлы ғына дауам итәбеҙ. Хәҙерге заманда юғары белемле булыу бик мөһим тип уйлайым. Шуға күрә артабан магистратура өсөн, һөнәремә туранан-тура бәйле булмаһа ла, үҙемә яҡшы таныш булған, күңелемә ятҡан университетты һайларға булдым.
Киләсәктә мин үҙемде Башҡортостандың данын бар илгә, донъяға таратырлыҡ билдәле йырсы итеп күҙ алдына килтерәм. Бының өсөн телебеҙҙең бар нескәлектәрен белеү бик мөһим, ә был йәһәттән башҡорт филологияһы йүнәлешенән дә яҡшыраҡ урын юҡтыр ул.

Беҙҙең халҡыбыҙ борондан йырҙары, моңо, нәфис һүҙе менән данлы. Ә һинең ижадыңда быуындар бәйләнеше сағылыш табамы?

- Быуындар бәйләнеше, ниндәйҙер милли мотивтар ижадымда асыҡтан-асыҡ ярылып ятмаһа ла, сағылыш таба, әлбиттә. Үҙ йырҙарымды мин халҡыбыҙҙың моңона, милли уйын ҡоралдарында уйнау традицияларына таянып ижад итәм. Тап шуның өсөн ҡайһы бер ваҡыттарҙа минең йырҙарым оҙон көйгә йә ҡобайырҙарға ла тартым булып китә һәм, әлбиттә, ҡайһы саҡта күңелемдән сыҡҡан нәсихәттәр булып яңғырай.
Сәнғәт институтында уҡығанда танышҡан талантлы курсташтарымды йыйып, үҙ төркөмөмдө ойошторҙом. Төркөм составы йыш ҡына үҙгәрештәр кисерә, әлеге мәлдә ул минән башҡа бас, торба, ҡурай һәм барабандарҙа уйнаусыларҙан тора. Бергәләшеп йыш ҡына Өфө, Стәрлетамаҡ, Ҡаҙан, Санкт-Петербург кеүек ҙур ҡалаларҙа сығыш яһайбыҙ. Мин үҙемдең ижадым менән телебеҙҙең матурлығын күрһәткем, сит кешеләрҙе беҙҙең күп яҡлы мәҙәниәтебеҙ менән таныштырғым килә - был иң тәүге һәм иң мөһим маҡсатым. Мәҫәлән, сит илгә, хатта сит өлкәләргә генә сыҡһаң да бик күптәр башҡорттар хаҡында бер ни белмәй тип әйтерлек. Йырҙар аша беҙ уларҙы ҡыҙыҡһындырырға тырышабыҙ ҙа инде. Һәм, әйткәндәй, бик күптәр беҙҙең сығыштарҙан һуң, телде аңламаһалар ҙа, йырҙарҙың тәржемәләрен йә мәғәнәһен һорап мөрәжәт итәләр.

Айһылыу ДАУЫТОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №34, 28 август - 3 сентябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.08.26 | Ҡаралған: 17

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru