
"Киев ут эсендә, - тип яҙа "АиФ" аҙналығы хәбәрсеһе.- Ленинград, Ростов өлкәләренә, Wildberries менән Озон компанияларының логистик үҙәктәренә һәм башҡа граждандар объекттарына украин дрондары һөжүме яуапһыҙ ҡалмай"
Эйе, Украина Ҡораллы көстәренең Ҡара диңгеҙҙән алып Киевҡаса һәм артабанғы объекттары утҡа тотола. Беҙҙең яңы реактив "Герань"дар 1000 км аралыҡҡа оса. Дошман үҙенең предприятие һәм складтарын йәшереп тотҡан Ровно, Луцк, Волынь ҡалаларын ут солғаны. Зеленский үҙе таныуынса, бөтөн был объекттар граждандар йәшәгән торлаҡ кварталдары араһында йәшерелгән, шуға күрә яуаплылыҡ та уның елкәһенә төшә. Рәсәй армияһы үткән аҙнаның һуңғы ике көнө буйына Киев һәм уның янындағы райондарҙы утҡа тотоп, хәрби-сәнәғәт объекттарын, шулай уҡ "Фламинго" өсөн деталдәр һаҡланған складтарҙы, НАТО ракеталарын юҡ итте.
Бынан тыш, 30 август төнөндә Рәсәй яугирҙары Киевтың ВСУ мәнфәғәтендә эшләүсе сәнәғәт предприятиеларына, шул иҫәптән, дрондар етештереүсе фәнни-техник һәм инженер компанияһы өсөн шартлатҡыс матдәләр һаҡланған склад биналарын юҡ итте.
Ә был ваҡыт Рәсәй Ҡораллы көстәренең "Үҙәк" ғәскәрҙәр төркөмө Доброполье ҡалаһы өсөн барған һуғыштарҙың ахырғы осорона әҙерләнә. Төркөм яугирҙары ҡала яны биләмәһенә сығып, дошманды өс яҡлап ҡамауға алмаҡсы. Ә был ҡаланы 3 меңләп украин боевигы оборонала тота, ләкин сентябрь айы Доброполье яҙмышында хәл иткес осор буласаҡ.
Шулай ҙа сәйәси күҙәтеүселәр Украина Ҡораллы көстәренең был участкаға ҙур иғтибар бүлеүен һәм унда байтаҡ ҡына өҫтәмә көс йүнәлтеүенән сығып, дошман ҡаланы еңел генә бирмәйәсәк, тигән фекерҙә, сөнки Доброполье - Донбастың етди сәнәғәт үҙәге. Ул дошман тарафынан тотошлай тип әйтерлек терәк пункттар селтәренә әйләндерелгән.
Хәрби бәрелеш дауам итә, ә шулай ҙа төрлө тарафтан Рәсәй менән Украина араһындағы диалог мөмкинлегенә ишаралаусы белдереүҙәр ишетелә тора. Мәҫәлән, үткән аҙна башында АҠШ-тың Рәсәйгә килеп киткән Үҙәк разведка идаралығы (ЦРУ) башлығы Джон Рэтклифф, әллә ысынтылап, әллә һынамаҡҡа, ошо хаҡта һүҙ ҡуҙғатыуҙы кәрәк тапты. РФ Президенты Владимир Путин менән күҙмә-күҙ күрешмәһә лә, Рәсәйҙең Тышҡы разведка хеҙмәте (СВР) директоры Сергей Нарышкин менән осрашыуында АҠШ, Рәсәй һәм Украина президенттарының өс яҡлы саммитын ойоштороу хаҡында тәҡдимен белдерҙе.
Axios баҫмаһы яҙып сығыуынса, ЦРУ башлығы Мәскәүгә визиты мәлендә ике ил разведкаһы етәкселеге булышлығында Владимир Путинды Украина менән һөйләшеүҙәрҙе тергеҙеү мәсьәләһенә инандырыу мөмкинлеген дә байҡаған, имеш. The Wall Street Journal баҫмаһы яҙып сығыуынса, АҠШ президенты Дональд Трамп Украина буйынса һөйләшеүҙәрҙе тергеҙергә тырыша һәм үҙенең яҡын ярҙамсыларынан йәшерен рәүештә Джон Рэтклиффты Мәскәүгә тап ана шул маҡсатта ебәргән дә инде. Америка мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, ЦРУ башлығының был визиты НАТО буйынса уның союздаштарына ҡарата Рәсәйҙең әҙерлек хәбәре сәбәпсе булғандыр.
Икенсенән, Рэтклифф үҙенең визитын Рәсәйҙе Иранға ярҙамы өсөн иҫкәртеү булараҡ файҙаланды, тип тә яҙҙы сит ил матбуғат саралары. Киев иһә сентябрҙә АҠШ аралашсылығында Рәсәй менән һөйләшеүҙәр мөмкинлеген белдерҙе, ләкин хәрби хәрәкәттәрҙе туҡтатыу Рәсәй планына инмәй, тип хәбәр итте киң мәғлүмәт сараһына әңгәмәһендә РФ Президенты ярҙамсыһы Юрий Ушаков. Шулай уҡ Мәскәүгә йыйыныусы "күптәнге дуҫтар" Стив Уиткофф менән Джаред Кушнерға ла Кремлдең нимә тип яуап бирере мәғлүм. Рәсәйҙең өс яҡлы осрашыуға риза булмауы уның еңеүгә ышаныс белдереү билдәһе түгелме, Джон әфәнде?
Шуныһы ла бәхәсһеҙ: сит ил дипломаттарының маҡсаты - Украина конфликтын көйләүҙә Кремлдән "сигенеүҙәргә" өлгәшергә маташыу ул, тип яҙҙы сәйәси күҙәтеүсе Дмитрий Дриз. Бындай хәлгә хатта Финляндия президенты Александр Стубб та битараф ҡала алманы, ул Европа илдәрен Рәсәй менән һөйләшеүҙәргә саҡырҙы.
Яңы аҙна башы берҙәмлек һәм үҫеш символына әүерелгән ШОС (Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы) йыйыны хаҡында мәғлүмәт менән асылды. Унда Рәсәй Президенты Ҡытай лидеры Си Цзиньпин, Һиндостан премьеры Нарендра Моди менән осрашып һөйләште. Унда шулай уҡ Украина конфликты хаҡында ла һүҙ булды. Һиндостан премьеры Украина буйынса бөтөн тыныслыҡ башланғыстарын хуплауын белдереп, "һуғыштың һәр көнө кешелекте артҡа ташлай", тине. Уға яуап һүҙендә Владимир Путин, Рәсәй тыныс көйләү юлынан бара, тип белдерҙе.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №35, 4 - 10 сентябрь 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА