«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пациенттарға медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын һәм дауаханаларҙа ҡайһы бер табиптарҙың тупаҫ һәм битараф мөнәсәбәтен ҡаты тәнҡит утына тотто. Һеҙгә ошондай күңелһеҙ күренештәр менән осрашырға тура килгәне бармы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
БЕЛГӘНЕҢДЕ ҺӨЙЛӘМӘ НИ ҺӨЙЛӘГӘНЕҢДЕ БЕЛ!
+  - 


Был интернет тигәндәре бик әкәмәт нәмәкәй икән. Юҡ, бик әкәмәт тә түгел, ҡурҡыныс та шикелле. Әллә ҡурҡыныс булыуы менән бергә бик кәрәкле лә инде?

Интернет селтәрендәге иләп-һуғылмаған "яңылыҡтарға" бер барып бәрлекһәң, һөҙөп кенә алып, үҙеңә һеңдерерлектәрен һайлап алыу өсөн яңы технологиялар өлкәһендә лә, медицина, педагогика, сәйәсәт өлкәләрендә лә бер аҙ белемгә эйә булырға, шул уҡ ваҡытта көслө психолог та булырға тейешһең кеүек тойола әле үҙемә. Ошо урында: "Күптәребеҙ интернетҡа алданып, яҙма баҫмаларға иғтибарҙы бөтөнләй юғалттыҡ бит, хөрмәтле милләттәштәр!" - тип һөрән һалғы ла килә. Әлбиттә, интернеттың файҙаһын инҡар итеп булмай, әммә минең әйтергә теләгәнем: интернет селтәрҙәрендә дәлилһеҙ бирелгән мәғлүмәт һаҙлығына батмай, яманды - яҡшынан, дөрөҫлөктө ялғандан айыра алырлыҡ белемебеҙ, көсөбөҙ булып, сама белерлекбеҙме һуң? Бына ошондай һорауҙар борсой әле үҙемде.
"Дәлилһеҙ" тиеүемдең әтнәкәһе лә шунан: интернет селтәрҙәрендә яҙылған "Теге әртис был әртис менән йәшерен ғишыҡ тоталар, ти", йә булмаһа, теге хужаның аяғына 55 меңлек туфли кейеп алыуы йәки был хужаның ҡатынының 98 меңлек күлдәге барлығы тураһындағы "яңылыҡтар" менән бүлешергә һәм үҙенә абруй ҡаҙанырға маташыусы ҡайһы берәүҙәрҙе йәлләп, "Бисараҡай, айыҡ фекер тупларға һиңә нимә ҡамасаулай?" тигән һорауға яуап алғы килә. Шуныһы ғәжәп: ошондай имеш-мимештәргә ышаныусылар табыла, юҡты бар итеп, үҙенән өҫтәп, артабан был "яңылыҡтарҙы" үҙ кимәленән сығып таратыусылар ҙа табылып ҡына тора бит әле. Шулай итеп, диңгеҙҙе ел сайҡалтһа, бик күптәр һүҙ менән "сайҡалып", былай ҙа тынысһыҙланып торған донъяны болғарға маташа, ғәҙеллекте өҫтөн ҡуйыу урынына әшәке яҙмалар менән туйынып көн күрә, гонаһҡа бата. Ул имеш-мимештәрҙең авторҙары үҙенең башында тыуған уйҙарҙы йәһәтләп халыҡ араһына таратыу һөҙөмтәһендә билдәлелек яулаған, абруй ҡаҙанғандыр, тигән фекер төйнәргә булалыр. Шуныһы ғәжәп: ошондай "яңылыҡтарҙы" таратыусылар араһында тормош тәжрибәһе туплағандар ҙа бар бит.
...Ҡайһы бер таныштарымдың төндә йоҡлай алмай, төрлө уйҙарға сумып таң аттырыуы тураһында зарланып һөйләгәндәрен ишеткәнем бар. Үҙемдең дә бындай хәлдәрҙән азат булалмай үткәргән төндәрем булманы түгел, булды. Уй бер килеп индеме, башыңа һин хужа түгел, ә уйҙар һинең башыңа хужа булып, барлыҡ тыныслығыңды, тимәк, һаулығыңды ала, тигән фекер төйнәгәйнем үҙем. Бәхеткә күрә, уйҙарҙы сикләү юлын үҙ-үҙемә "Аллаһы Тәғәлә миңә нимә әйтергә теләй икән?" тигән һорауҙы ҡуйырға өйрәнгәс кенә таптым булыр. Үҙем үҫкән ғаиләлә дингә ихтирам көслө булғанлыҡтандыр, табындарҙа ололарҙың "Балаларыбыҙға айыҡ аҡыл, үткер фекер, йомшаҡ фиғел бир, Аллаһым!" тип доға ҡылыуҙарын иғтибар менән тыңлаһам да, мәғәнәһенә бигүк төшөнмәй ҙә инем. Бөгөнгө интернет заманында һәр төрлө имеш-мимештәр менән тулған "яңылыҡтарҙан" ҡайһыныһы дөрөҫ, ҡайһыныһы ялған икәнен айырып ҡына, һөҙөп кенә алып һеңдереү өсөн кәрәк булған икән атай-олатайҙар беҙгә теләгән үткер фекер менән айыҡ аҡыл.
Ғалимдар әйтеүенсә, уй - ул туҡтай белмәй торған ағым. Фекер, киреһенсә, аныҡ ҡарар сығарыуҙы талап итә, шуға күрә эҙләнергә, ижад итергә этәрә. Интернетта бирелгән һәр хәбәрҙе ысынбарлыҡ икән тип ҡабул итеү, уға ышанып, донъя буйлап таратыуҙа ҡатнашыу - оло гонаһ. Халҡыбыҙҙың "Белгәнеңде һөйләмә, ни һөйләгәнеңде бел!" тигән аҫыл һүҙҙәрен хәтерҙә тотоусы мөьмин-мосолман юғарыла бәйән ителгән әшәкелектәргә юл ҡуйыуҙа ҡатнашмай, оло гонаһтарҙан алыҫ тора, минеңсә. Фекерләй белеүҙең дә дөрөҫ, йәғни ыңғай юҫыҡта йәки тиҫкәре юҫыҡта фекер йөрөтөү кеүек йүнәлештәре барҙыр, күрәһең. Әммә шуныһы билдәле: кеше фекерләй белеп тыумай, бәләкәй саҡтан уйлай белһә лә фекер йөрөтөргә, һығымталар яһарға йәшәй-йәшәй өйрәнә. Образлы итеп әйткәндә, тормош - дәрес, Аллаһ Тәғәләне дөрөҫ йәшәү өсөн һабаҡ биреүсе итеп күрә, аңлай белһәк, хаталар ебәреүҙән азат булмаған хәлдә лә дөрөҫ фекерләргә юл күрһәтеүсе яйы табыла, ин шәә Аллаһ. Илебеҙгә ҡурҡыныс янағанда, шулай уҡ ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл иткәндә, атай-олатайҙарыбыҙҙың аҡыллы кәңәштәре, урынлы әйтелгән нигеҙле, төплө фекерҙәре менән бүлешеп, сабырһыҙҙарға сабырлыҡ, хислеләргә айыҡ аҡыл менән эш итеү юлдарын өйрәтеп, йорт-илебеҙҙе һәр төрлө афәттәрҙән ҡурсалап ҡала алыуҙары мәғлүм.
...Аллаһ Тәғәлә бер ваҡыт фәрештәләрен саҡырып алып: "Мин кешеләрҙең күҙҙәренә күренмәй (!) генә улар менән идара итергә йыйынам. Әммә минең ҡәтғи шартым буйынса, Әҙәм балалары Минең барлығымды тойорға, ярҙамдарыма рәхмәтле була белергә, әгәр ҙә инде гонаһ ҡылһалар, Минән яза булырын һиҙергә тейеш. Уларҙың күҙенә күренмәй генә нисек итеп идара итергә булыр икән? Ҡайһынығыҙ миңә бик һәйбәт кәңәш бирә алыр?" - тигән һорау менән мөрәжәғәт иткән, ти. Тәүге фәрештә күктәргә ашып, күк йөҙөнән тороп идара итергә кәрәклеген әйткән, ти. Аллаһ Тәғәлә был кәңәште ҡабул итмәй: "Кешеләр күккә менәсәк һәм унда Мине күрәсәк!"- тигән. Икенсе фәрештә диңгеҙ төбөнә төшөп идара итеүгә бер ни ҙә етмәйәсәген аңлатҡас, Аллаһ Тәғәлә кешеләрҙең диңгеҙ төбөнә лә төшәсәге тураһында әйткән. Өсөнсө фәрештәнең: "Бәлки, кешеләрҙең йөрәгенә урынлашырһың? Минеңсә, кешеләрҙең йөрәгенә йәшеренһәң, Әҙәм балалары, Һине күрмәй, гел сит-ҡырҙан эҙләйәсәк. Улар үҙ йөрәгенә мөрәжәғәт итмәй, тимәк, Һиңә мохтажлығын аңламай, ярҙамды ситтән көтөп, үҙ уңышһыҙлыҡтарында Һине ғәйепләйәсәк, ә үҙенең йөрәгендә урынлашҡан Һиңә иғтибар ҙа бирмәйәсәк. Шулай ҙа бик һирәктәр, Һине йыш иҫкә алыусылар ғына, Һинең барлығыңды белеп, эстән генә Һинең менән кәңәшләшәсәк, ярҙам һораясаҡ!" - тигән яуабы Аллаһ Тәғәләгә бик оҡшап, һәр кемдең йөрәгенә инеп урынлашҡан, ти. Йөрәгеңдә урынлашҡан Аллаһҡа мөрәжәғәт итмәйенсә, бары тик хис-тойғолар аша дуҫ-дошмандарҙың һүҙе менән йәшәүҙе тормош девизыңа әүерелдерһәң, йөрәгең ҡатып, һиҙгерлеген юғалтһа, кеше булып йәшәүҙең ни мәғәнәһе булыр икән, хөрмәтле милләттәштәр? Күңелдә яралған ярһыу хистәрҙең ҡыҙыулыҡҡа йә төшөнкөлөккә, аҡылһыҙлыҡҡа этәреүенә юл ҡуймай, айыҡ аҡыл менән эш итергә өйрәтә ләбаһа халҡыбыҙ хазинаһы булған был риүәйәт!
Хәҙерге буталсыҡ, балаларыбыҙға дөрөҫ тәрбиә биреүе лә ауырлашҡан заманда ошондай риүәйәттәребеҙ күберәк яңғыраһын ине, хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Һүҙ ыңғайында "Киске Өфө" гәзитенең был өлкәләге эшен өлгө итеп үтмәһәм, яҙыҡ булыр. Гәзиттең иң һуңғы битендәге "Аҡыл - ҡаҙна" рубрикаһының халҡыбыҙ өсөн роле баһалап бөткөһөҙ, минеңсә.
Хистәребеҙ тәүге күреүҙән йәки беренсе тапҡыр ишетеүҙән барлыҡҡа килеп, алдаҡсы хистәр булып ҡуйыу ихтималлығы ла бар бит. Хистәр менән генә йәшәп, аҡылыбыҙҙы һанламаһаҡ, уны эшкә екмәһәк, үҙебеҙҙе лә, яҡындарыбыҙҙы ла билдәһеҙлек аҫтына ҡуйыу ҡурҡынысы була түгелме? Фекер йөрөтә белеү - башыбыҙҙа тыуған ярһыулыҡҡа йәки артыҡ шатланыу-ҡайғырыуҙарға юл ҡуймау өсөн үҙ хистәреңде ауыҙлыҡлай алыу ул. Фекереңде уятыу өсөн үҙтәнҡитең булып, үҙ-үҙеңде үҫтереү өҫтөндә эшләргә кәрәк, минеңсә.
Һүҙемде йомғаҡлап, шуны әйт-мәксемен: сабый бала булһынмы ул, йәш-елкенсәк булһынмы, уйлай белһә лә, әлегә төплө фекер йөрөтөү тәжрибәһе юҡ. Бала фекерле булып тыумай, фекерле булып йәшәргә өйрәнә! Шунлыҡтан, сабый газ плитаһын асыҡ ҡалдырып китмәһен тип тә борсолабыҙ, яр буйына барһа, һыуға төшөп китмәһен тип тә ҡарауыллайбыҙ, ә йәш-елкенсәкте тормош юлында ауырлыҡтар алдында юғалып ҡалмаһын, яманды яҡшынан, ялғанды дөрөҫлөктән, дуҫты дошмандан айыра белһен тип борсолабыҙ. Халҡыбыҙҙың бик фәһемле "Белгәнеңде һөйләмә, ни һөйләгәнеңде бел!" тигән һүҙҙәрен хәтеребеҙҙән сығармай, кеше булып ҡалырға өйрәтәйек йәш быуынды ла.

Назия БИКБОВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, хеҙмәт ветераны.
Өфө ҡалаһы.

"Киске Өфө" гәзите, №35, 4 - 10 сентябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.09.26 | Ҡаралған: 9

Киске Өфө
 

Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru