
Арабыҙҙа милләтебеҙ тарихы менән ҡыҙыҡһынмаған инсандар һирәктер. Был ҡыҙыҡһыныу, XX быуат аҙаҡтарында яңынан ҡабынып киткән милли-сәйәси хәрәкәттең бер сағылышы булып, һуңғы йылдарҙа айырыуса көсәйеп китте. Тарих, бары тик билдәле бер фәнни концепциялар нигеҙендә һәм ғилми тикшеренеү сиктәрендә генә фекерләүҙе мотлаҡ принцип тип иҫәпләгән тарихсы-ғалимдар даирәһенән сыға биреп, башҡа ғилем эйәләренең дә, айырым үҙешмәкәр тикшеренеүселәрҙең дә иғтибарын яулап алды. Әлбиттә, бындай ҡыҙыҡһыныу үҙенә күрә бер ижтимағи феноменға әйләнә башлауына ҡарамаҫтан, профессиональ тарихсыларыбыҙ үҙаллы тикшеренеүҙәрҙе һис тә хупламай, һәм улар, бер ҙә уйланып йә икеләнеп тормайынса, үҙҙәренең "епархияһына" рөхсәтһеҙ инеүселәргә "дилетант" мөһөрөн баҫырға әҙер генә тора.
Тарихтың туҙға ғына түгел, телгә лә яҙылғаны
Бына бән фәҡирегеҙ шәхси психолингвистик тикшеренеүҙәр нигеҙендә башҡорт халҡының килеп сығышы проблемаһы буйынса үҙ ҡараштарын гәзит-журнал биттәрендә йәмәғәтселек иғтибарына тәҡдим иткәйне. Ошо мәғлүмәт менән танышҡас, билдәле зыялыларыбыҙҙың береһе миңә: "Һинең яҙмаларың тарих фәне принциптарына тура килмәй, бындай "әкиәттәрҙән" әллә ниндәй һығымта эшләп булмай", тип, үҙенең кире ҡарашын белдерә ҡуйҙы. Мин уның был һүҙҙәренә аптырамайым да, үпкәләргә лә йыйынмайым. Тик бына нимә иҫкә төшә: Салауат Ғәлләмовтың ҡыйыу һәм нигеҙле тарихи яҙмаларына шул уҡ тарихсыларыбыҙ тәүҙә ҡырҡа рәүештә кире баһа бирҙе лә, күпмелер ваҡыт үткәндән һуң, остракизмға дусар ителгән ғалимдың "Урал батыр" эпосын "Гилгәмеш тураһында хикәйәт" һәм һинд-иранлыларҙың башҡа боронғо эпостары менән сағыштырмаса өйрәнеп асҡан мәғлүмәттәрен үҙ китаптарында бер ни ҙә булмағандай ҡуллана ла башланы.
Бер тарихсы остазыбыҙ фекеренсә, мәҫәлән, "башҡорт" этнонимын тикшереп, уның килеп сығышын, тарихи этимологияһын анализлап, ысынбарлыҡҡа тура килгән тәү мәғәнәһен асыҡлауҙан бер ниндәй ҙә фәтеүә юҡ. Йәнәһе, бөтә донъя тарихсыларының уртаҡ фекеренә ярашлы, этнонимдар осраҡлы рәүештә нығынып ҡалған атамалар, тип иҫәпләнгәс, уларҙы халыҡтарҙың килеп сығышы менән бәйләү хата фекер. Оппонентым ошо ҡарашты дәлилләү сифатында "үзбәк" этнонимын миҫал итеп алды: Үзбәк хандың исеме уның ҡулы аҫтындағы ҡәүем атамаһы булып китеүенән әллә ниндәй мәғәнә эҙләп тороуҙың бер кәрәге лә юҡ. "Башҡорт" атамаһын Башҡорт хан исеме менән бәйләүе булдымы икән, әллә башҡа бер сәбәптәнме - уныһы миңә билдәһеҙ. Әйткәндәй, XII быуатта Ҡара диңгеҙ буйҙарында хакимлыҡ иткән Башҡорт хандың үҙенең исеме башҡорт сығышлы булыуы менән бәйле икәненә һис бер шик юҡтыр. Башҡорт хандың урта быуаттарҙа Көнсығыш һәм Европа сығанаҡтарында телгә алынған "Тышҡы башҡорт" иленең һуңғы хакимы булыуы бик мөмкин. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең тарихсы-ғалимдарыбыҙ ошо фактты белергә лә, ғилми яҡтан ентекләп тикшерергә лә ашҡынып бармай әле.
Ғөмүмән, ҡайһы бер тарихсыларыбыҙҙың, үҙҙәре табынған принциптарға сат йәбешеп ятып, ниндәйҙер яңылыҡ асырҙай тикшеренеү алымдарына ҡырын ҡарауы фәнгә лә, йәмғиәткә лә файҙалы түгел. Бына, мәҫәлән, боронғо инглиздәр ерҙең уңдырышлығын күтәреү өсөн ҡулланған арбауҙарында ошолай тип әйткән икән:
"Эрке, Эрке, Эрке, ер әсәбеҙ һин,
бөтәһен биреүсе, мәңгелек хаким
бүләк итһен һиңә бай биләмәләр,
сәскә атҡан болондар, күп тыуҙырыусы,
күп балалы, мул уңышлы баҫыуҙар..."
Боронғо гот ҡәүемдәре Ер илаһын шулай уҡ Ерке тип атаған. Эрке, йәиһә Ерке илаһының башҡортса варианты Еркәй булып, тора-бара Йәркәй тигән антропонимға нигеҙ булып китеүен тоҫмалларға була. Тик шул ваҡытта кемдер берәү ошо тура килешлекте осраҡлы күренеш һәм бынан ниндәй ҙә булһа һығымта яһау урынһыҙ, тип әйтер. Ҡасандыр бер боронғо тарих боролмаларында башҡорт, инглиз һәм готтарҙың ата-бабалары яҡындан аралашып, бер рәүешле көн итеп, бер үк илаһтарға табынып йәшәү мөмкинлеге уларҙы ҡыҙыҡһындырмай бит.
Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ.
(Дауамы бар).
"Киске Өфө" гәзите, №35, 4 - 10 сентябрь 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА