
"Башҡортостан" дәүләт концерт залында "Гүзәл-Дэнс" бейеү ансамбленың отчет концерты бара. Залда ла, балконда ла тамашасыларҙың яртыһынан күберәге, урын булмағанлыҡтан, уны аяғүрә баҫып ҡарай. Был да осраҡлы түгел - фәҡәт аяғүрә баҫып ҡарарлыҡ тамаша. Башҡа концерттарҙан айырмалы рәүештә, сәхнәлә, ҡанаттарын йәйеп, Йыһанға күтәрелеүсе балалар, үҫмер йәштәге, йәш сәнғәт оҫталары - барыһы ла тиерлек баш ҡалабыҙ Өфөлә тыуып үҫеүсе быуын вәкилдәре. Ҡасан ғына әле был хәл беҙҙең төшөбөҙгә лә инеп сыҡҡаны юҡ ине бит!
Ансамблдең эшмәкәрлеге хаҡында "Гүзәл-Дэнс" бейеү ансамбле етәксеһе Гүзәл Рәшит ҡыҙы ИСЛАМҒОЛОВА менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
Гүзәл Рәшит ҡыҙы, тәүге тапҡыр сәхнәлә бейегән бала сағыңды иҫкә төшөрәйек әле. Ҡасан, ниндәй сәхнәләрҙә сығыш яһаның, ниндәй бейеүҙәр булды репертуарыңда?
- Иң тәүҙә Салауат ҡалаһында Нефтехимиктар мәҙәниәт йорто янындағы балет студияһында шөғөлләнә башланым. Икенсе класта уҡығанда бында атайым мине алып килгәйне. Уҡытыусым Наталья Геннадьевна Любимова булды. Ул Воронеждағы хореография училищеһын тамамлап, яңы ғына эшкә килгәйне. Бик көслө, талантлы бейеүселәрҙән торған коллектив тупланы ул. Тәүге бейеүем "Ҡулсатыр (зонтик) менән бейеү" тип аталды. Ул саҡта "солистка" тигән һүҙҙең дә нимә аңлатҡанын белмәй инем әле.
Алып килгәстәре, бейейем инде, тиеберәк йөрөнөм башта, йәғни, спорт ҡыҙыҡһыныуы булды. Ә бейеүгә аңлы һәм ижади ҡарашым бишенсе класта уҡығанда барлыҡҡа килде. Тап шул саҡта балетҡа арналған журналға яҙылғаным хәтерҙә.
Ә башҡорт бейеүенә ҡарата ҡыҙыҡһыныуың ҡасан барлыҡҡа килде?
- Педагогыбыҙ Салауаттан киткәс, мин шул уҡ ҡалалағы "Ағиҙел" коллективына йөрөй башланым. Унда мин төрлө халыҡтар бейеүҙәре менән таныштым. Урта мәктәптән һуң Стәрлетамаҡ мәҙәниәт-ағартыу техникумына уҡырға индем. Тап шунда инде ысын мәғәнәһендәге башҡорт бейеүен танып белдем. Техникумды тамамлағандан һуң, 1988 йылда, мине Рәвис Харисов Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленә саҡырҙы. Майя Афзал ҡыҙы Таһирова педагогым булды. Ул - золом ҡорбаны, башҡорт яҙыусыһы Афзал Таһировтың ҡыҙы. Икенсе педагогым атаҡлы ҡурайсы Ғиниәт Ушановтың улы Юлай Ғиниәт улы Ушанов булды. Ул минең мәҙәниәт-ағартыу техникумында уҡытҡан уҡытыусым Светлана Ушанованың туғаны булып сыҡты. Шулай итеп, миңә ошондай данлыҡлы уҡытыусыларҙан һабаҡ алыу, аралашыу бәхете тейҙе.
1992 йылда Башҡортостан мәҙәниәт министры Салауат Әминев Мәскәүҙәге ГИТИС-та опера театрынан, хореография училищеһынан, беҙҙең ансамблдән йәштәрҙе йәлеп итеп, курс ойошторҙо. Мин дә үҙ бәхетемде һынап ҡараным һәм ул курсҡа ҡабул ителдем. Курста уҡығанда беҙ концерттарға, спектаклдәргә күп йөрөнөк.
Бер мәл концерт ҡарап, автобус менән ҡайтып килгәндә салондағы телевизор экранында испан бейеүен күреп ҡалдым. Хайран ҡалдым һәм үҙемдең дә шундай бейеүҙе башҡарыу хыялым барлыҡҡа килде. Ижади эҙләнеүҙәр юлында яҙмыш мине бер клуб менән таныштырҙы. Клубты Өфөгә оҫталыҡ дәрестәре үткәрергә саҡырғайнылар. Артабан шул клубҡа эйәреп, Мәскәүгә, Испанияға оҫталыҡ дәрестәренә барҙым.
Моғайын, испандарҙың "Фламенко" бейеүенә ҡыҙыҡҡанһыңдыр, шулаймы?
- Шулайҙыр. Әммә ысын мәғәнәһендәге "Фламенко"ны башҡарыр өсөн кәмендә испанка булып тыуырға кәрәктер. Сағыштырыу өсөн: башҡорт бейеүен бар нескәлектәре менән башҡарыр өсөн дә башҡорт булып тыуыуың мотлаҡ. Башҡорт бейеүе тәү ҡарашҡа ябай ғына, һәр кем башҡарырлыҡ булып тойолһа ла, бейеүҙә милли рухты сағылдырыуҙың механизмдары бик ҡатмарлы.
Шулай итеп, мин "Фламенко"ны ентекле өйрәнеү менән шөғөлләнгәндә тормош иптәшем Роберт Юлдашев үҙенең "Ҡурайсы" тигән төркөмөн ойоштора башланы. Ошо маҡсатта ул талантлы музыканттарҙы, барабансыларҙы, гитарала уйнаусыларҙы эҙләне. Уға был йәһәттән мин дә коллектив тупларға ярҙам иттем.
Тап шул саҡта "Березка" бейеү коллективы сығыштары иғтибарымды йәлеп итте. Был рус бейеүен башҡарыусылар бер ниндәй ҙә хәрәкәттәр яһамай, уларҙың хатта аяҡтары ла күренмәй, йөҙөп кенә йөрөгән кеүектәр. Шул саҡта "Ниңә беҙҙә үҙаллы жанрҙарҙы тәшкил иткән башҡорт бейеүҙәре юҡ?" тип уйланым. Беҙҙә бейеү коллективтары, ансамблдәр башҡорт һәм башҡа халыҡтарҙың бейеүҙәрен башҡара, ә ниңә үҙебеҙҙең бейеүҙәрҙе үҫтереү, яңы йүнәлештәр, жанрҙар барлыҡҡа килтермәйбеҙ? Элегерәк ауылдарҙа оҙон көй башҡарыу, ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнау буйынса йолалар, традициялар һаҡлана ине, был йәһәттән бейеү сәнғәте йылдам үҫеш кисерҙе, тип әйтә алмайбыҙ. Төрлө халыҡтарҙың бейеүҙәрен башҡарыу кәрәк, әлбиттә, әммә уны башҡорт бейеүен үҫтереү өлгөһө тип әйтә алмайбыҙ. Һуңғы ваҡытта барлыҡҡа килгән һәм ҙур популярлыҡ яулаған "Байыҡ" телевизион конкурсы был йүнәлештәге тәүге аҙымдарҙы тәшкил итте.
Бейеү кешене дисциплинаға өйрәтә, тиҙәр. Был дөрөҫмө, нимә генә тимә, ритмға тап килтереп баҫып өйрәнгән кеше тормош ритмына ла ҡулайлашалыр, шулаймы?
- Спорт та, бейеү ҙә кешене дисциплинаға өйрәтә. Беҙҙең "Маһисәрүәр" тигән бейеүебеҙ бар. Унда уң аяҡты шылдырып, уң яҡҡа хәрәкәт иткәндә бейеүсе алдында һәм артында килгән ҡыҙҙарҙың хәрәкәтен, үҙенең тын алышын контролдә тоторға тейеш. Әгәр шулай итмәһә, бер генә яңылыш баҫылған аяҡ бар бейеүҙе боҙоуы бар. Бының өсөн бейеүсе "Уңға, уңға, уңға" тигән ритмик һүрәтте ҡағиҙә итеп алырға бурыслы.
Бейеүсе репетицияға һуңларға тейеш түгел, ул ваҡытында килеп, барыһы менән бергә разминка эшләргә бурыслы. Әгәр ҙә күнегеү үтмәһәң, артабан ни булыры билдәһеҙ. Ғөмүмән, бейеү һәр йәһәттән кешене дисциплинаға өйрәтә.
Хәҙер бейеү коллективтары, ансамблдәре бихисап. Уларҙың барыһынан айырмалы рәүештә, һеҙҙең үҙ стилегеҙ барлыҡҡа килгән. Минеңсә, һинең иң тәүҙә балет мәктәбендә, аҙаҡ мәҙәниәт-ағартыу техникумында уҡыуың, испан, ирланд бейеүҙәрен өйрәнеүең, артабан Роберт Юлдашев ҡурайының космик аһәңе - ошолар барыһы бергә ҡушылып, үҙенсәлекле синтезды барлыҡҡа килтергәндер. Шулай түгелме? Һеҙҙең ҡыҙҙар ерҙә, сәхнәлә бейеп кенә йөрөмәйҙәр, һауала, Йыһанда осоп йөрөгән ишеләр бит. Мин тәүҙә Роберттың музыкаһы ғына быға булышлыҡ итәлер тип уйлағайным, баҡтиһәң, киңерәк икән...
- Беренсенән, дөрөҫ, музыка төп урынды биләй, музыка булмаһа, бейеү ҙә юҡ. Минең коллектив төҙөргә уй-ниәтем дә юҡ ине башта. Тәүге концертыбыҙҙы беҙ Стәрлетамаҡ бейеү театры базаһында ҡуйҙыҡ. Ул "Ҡурайсы" төркөмөнөң дә тәүге концерты ине. Роберттың бейеү көйҙәре илаһи. Унда "Ете ҡыҙ", "Хан ҡыҙы" бейеүҙәрен сәхнәләштерҙем. Концерттан һуң Роберт үҙенең төркөмөндә бейеүсе ҡыҙҙарҙы ла күрергә теләне.
Беҙҙең бейеүҙәрҙең уңышы, минеңсә, тағы ла халыҡсанлыҡ менән академизмдың синтезына ла бәйле. Күрәһең, минең балет мәктәбендә шөғөлләнеүем быға булышлыҡ иткәндер. Бейеүҙең уңышында музыканан тыш, костюмдар ҙа ҙур роль уйнай. Бейеүселәрем дә халҡымдың иң матур, оҙон һәм һомғол буйлы ҡыҙҙары булырға тейеш. Дүртенсенән, бейеүҙең ҡуйылышы ла мөһим.
Әгәр ҙә ошо дүрт шарттың береһе генә булмаһы ла, бейеү килеп сыҡмаясаҡ, килеп сыҡҡан хәлдә лә, һөҙөмтәһе беҙ теләгәнсә булмаясаҡ. Игорь Моисеев шулай тигән: "Миңә матур ҡыҙ бирегеҙ, мин уны бейергә өйрәтәм. Әммә йәмһеҙ ҡыҙҙы матур булырға өйрәтә алмайым..." Шуға күрә лә мин ансамблемә һомғол буйлы матур ҡыҙҙарҙы алырға тырышам. Ҡайһы берәүҙәр мине бының өсөн әрләй ҙә. Беҙгә бик күптәр килә, шуларҙың араһынан һайларға тура килә инде.
Ишетеүемсә, һеҙҙең ҡыҙҙар репетицияларҙы ҡалдырмай, ваҡытында һуңламай килә. Кемдер килмәһә, уның урынын алырға әҙер тороусыларҙың да айырым сираты барлыҡҡа килгән...
- Беҙгә мәктәп уҡыусыларынан тыш, студенттар, ауыл клубында бейеп өйрәнгән кисәге йәштәр килә. Уларҙы минең ярҙамсыларым махсус рәүештә бейергә өйрәтә, мин уларға, үҙегеҙ өсөн өйрәнегеҙ, тием. Беҙ башҡорт бейеүен үҙаллы сәнғәт төрө итеп өйрәнгән беренсе ансамбль иҫәпләнәбеҙ. Минеңсә, беҙ үҙ маҡсатыбыҙға өлгәштек. Беҙ эшләгәнде "Байыҡ" телевизион бәйгеһе ҙур кимәлдә тормошҡа ашыра.
Нисек уйлайһың, Гүзәл, башҡорт бейеүе башҡа халыҡтарҙың бейеүенән нимәһе менән айырыла? Минең, мәҫәлән, сәхнәлә башҡорт бейеүе башҡарылып, ат тояғы тауышын ишетһәм, йөрәгем дөпөлдәп тибергә тотона, халҡымдың вәкиле булыуыма ғорурлыҡ тойғолары кисерәм...
- Башҡорт бейеүе бар бейеүҙәр араһында иң яҡшыһы. Мин ансамблгә килеүселәрҙе башҡорт бейеүенә өйрәтә башлаһам, улар: "Беҙ башҡорт бейеүе иң еңеле тип уйлағайныҡ. Уның шул тиклем ауыр һәм ҡатмарлы булырын күҙ алдына ла килтермәгәйнек..." - тиҙәр. Мин уларға: "Һауала осҡан ҡош ҡанатын тауыҡ һымаҡ елпемәй бит. Осоп китер өсөн ҡоштарға оҙон ҡанаттар кәрәк, был математика, геометрия фәненә тиң", - тип яуап бирәм. Ысынлап та, осоп китеү өсөн ҡанатыңды елпеү генә лә етмәй, бының өсөн иң тәүҙә күңелең менән дә осорға кәрәк. Күңеле менән күктәрҙе тоймаған бейеүсене беҙ ерҙә генә күрәбеҙ.
Башҡорт бейеүендә аяҡтар техникаһы менән ҡулдар пластикаһы бер бөтөндө тәшкил итә. ГИТИС-та уҡыған сағымда беҙҙе "Фламенко" бейеүенә өйрәткән Валентина Пахомова испан пластикаһын еңел генә үҙләштереүебеҙгә һоҡланғайны. Баҡтиһәң, башҡорт, испан бейеүҙәре пластикаһы бер-береһенә ныҡ оҡшаған икән. Тимәк, испан бейеүҙәре беҙҙең репертуарға юҡҡа ғына килеп инмәгән.
Беҙ, тамашасылар, һеҙҙең бейеүҙәрҙе ҡарап, оло кинәнес алабыҙ. Ә бына бейеүселәр һеҙ, үҙегеҙ, бейеүегеҙҙән кинәнес алаһығыҙмы? Әллә ул һеҙгә ҡара тир түгеүгә ҡоролған ауырлыҡ ҡынамы?
- Мин ҡыҙҙарыма: "Һеҙ иң беренсе нәүбәттә үҙегеҙ өсөн бейергә тейешһегеҙ, тамашасыға оҡшар өсөн түгел", - тип өйрәтәм. Тамашасының бейеүҙе ҡарауҙан тыуған тойғоһо, хисе кире бейеүсегә әйләнеп ҡайтһа, испандар был тойғоно дуэнде тип атай. Юғары эмоцияны, тойғоно, тамашасы менән артист араһындағы энергия алмашыуҙы улар шул һүҙ менән билдәләй. Башҡорт телендә лә был тойғоно билдәләүсе һүҙ барҙыр тип уйлайым.
Башҡорт бейеүе, аңлауымса, пластика күрһәтеүгә, тыпырлауға, нимәнелер һынландырыуға ғына ҡайтып ҡалмай, ул ниндәйҙер сюжетҡа ҡорола. Бейеүҙә идея мөһимме, әллә сюжетмы?
- Мин матур музыка ишетһәм, шундуҡ идея ла, сюжет та, пластика ла барлыҡҡа килә, бейеүҙең нисек булырын да күҙаллайым. Шуға күрә минең өсөн музыка беренсе урында тора. Сыңғыҙ улым "Сыңрау торна", "Кәмәләр" бейеүҙәренә бер нисә көй яҙҙы. "Кәмәләр"ҙе беҙ мәшһүр композитор Ғәзиз Әлмөхәмәтовҡа бағышланыҡ, килеп сыҡтымы-юҡмы, уны тамашасы билдәләйәсәк. "Маһисәрүәр" бейеүен легенда буйынса ҡуйҙым. Роберт менән Сыңғыҙ минән бейеүҙең хореографияһын һоранылар. Мин уларға: "Музыка булмайынса, хореографияһын нимәгә ҡарап төҙөйөм, иң тәүҙә музыка кәрәк", - тинем. Ысынлап та, шулай.
Мин был йәһәттән шундай фекерҙе лә өҫтәр инем: көйһөҙ йыр булмаған һымаҡ, көйһөҙ бейеү ҙә юҡ. Фәйзи Ғәскәров һалған "Ете ҡыҙ" классик бейеүе бар. Ул бейеүгә һин үҙеңдән нимә бирҙең, нимәләр өҫтәй алдым тип иҫәпләйһең?
- Фәйзи Ғәскәров ҡуйған бейеүҙә ҡыҙҙар моңһоуҙар, ә беҙҙә ҡыҙҙарыбыҙ еңелсә йылмая. Мин бының менән шуны күрһәтергә теләйем: ете ҡыҙыбыҙ күптән ожмахта һәм уларҙы Аллаһ Тәғәлә ҡабул итеп алды, улар Уның хозурында. Кем белә, ҡаҙаҡтар тарафынан урланған башҡорт ҡыҙҙары яҙмыштарына баш эйеп, үҙҙәрен урлаусыларға ҡатын булһалар, бәлки, бәхетле лә булырҙар ине. Әммә улар башҡа юл һайлай. Әгәр ҙә улар икенсе юлды һайламаһа, был бейеү ҙә тыумаҫ ине.
Бәләкәй генә бер тарих. Опера һәм балет театры сәхнәһендә "Ете ҡыҙ" бейеүе башҡарыла. Мин, Яҙыусылар союзында биләгән вазифам буйынса, арҙаҡлы ҡаҙаҡ ғалимы һәм яҙыусыһы Әбделйәмил Нурпеесовтың эргәһендә ултырам. "Башҡорт бейеүҙәре дәртле, ә ниңә был бейеүҙә ҡыҙҙарҙың йөҙҙәре моңһоу?" - тип һораны минән ғалим. Мин уға бейеүҙең ҡаҙаҡтарға бәйле тарихын һөйләп бирҙем дә, уларҙың моңһоулоғон табандарын ҡырҡып һалынған ат ҡылына бәйләп аңлатҡас, ғалим: "Бөйөк һыҙланыу, бөйөк халыҡ!" - тип тәрән тетрәнеү кисерҙе.
- Мин был бейеүгә шундай ҙа фекер һалдым: ете ҡыҙ улар күктәге Етегән йондоҙ кеүек. Ерҙәге шундай һынауҙарҙы, ғазаптарҙы лайыҡлы рәүештә үткәндән һуң уларға унда рәхәт!
Башҡорт тарихының ошо "Ете ҡыҙ" кеүек үк тағы ла ниндәй биттәрен асып, бейеүҙәр һалырға ниәтең бар, Гүзәл?
- Әле интуитив рәүештә эш итәм. Башта әйткәнемсә, эшемде музыканан, бейеү көйөнән башлап ебәрәм.
Ансамбль ҡатын-ҡыҙҙарҙан ғына тора, ир-егеттәрҙе йәлеп итергә уйламайһығыҙмы?
- Беҙҙә педагог ир-аттар ҙа булды ваҡытында, шулай уҡ бейеүгә егеттәр ҙә йөрөнө. Бейеүгә өйрәткәндә күп ваҡыт тауышты күтәрергә лә, йөҙ сирырға ла тура килә. Ә мин ир-атҡа ҡысҡырыуҙы күҙ алдына ла килтерә алмайым. Ғөмүмән, башҡорт ҡатын-ҡыҙы сәхнәлә булһынмы, тормоштамы, ир-атҡа тауыш күтәрмәй. Шуға күрә улар менән ир-ат педагог ҡына эшләргә тейеш. Хәҙер райондарҙа көслө ир-ат коллективтары барлыҡҡа килде, уларға һоҡланып ҡарайым. Әлбиттә, уларҙы ла ансамблгә саҡырып була, әммә был айырым һөйләшеүҙе талап иткән мәсьәлә.
Миңә таҡтанан эшләнгән сәхнәләрҙәге бейеүҙәр нығыраҡ тәьҫир итә. Әгәр ҙә линолиум түшәлгән сәхнәлә бейеү башҡарылһа, ундай уҡ кинәнес ала алмайым...
- Дөрөҫ. Линолиум сәхнәлә сығыш яһауы бейеүселәрҙең үҙҙәрен дә дәртләндермәй. Әйткәндәй, "Фламенко" бейеүен дә ундай сәхнәлә башҡарып булмай, эффект күпкә түбән килеп сыға.
"Башҡаның ҡурайына бейеү" тигән төшөнсә бар халҡыбыҙҙа. Рустар "Плясать под чужую дудку" тиҙәр. Бейеүсе булараҡ, һине башҡа берәүҙең ҡурайына бейеү уңайһыҙ хәлгә ҡуймаймы?
- Был турала уйлағаным булманы. Бейеүсе барыбер ҙә кемдеңдер ҡурайына бейергә тейеш бит. Бейер өсөн бит көй кәрәк. Шул уҡ ваҡытта тыпырлауға ғына ҡоролған музыкаһыҙ бейеү ҡуйыу идеяһы бар. Әммә ундай бейеүгә, ҡуйыу мөмкин булған хәлдә лә, ниндәйҙер ритмик һүрәт мотлаҡ кәрәк.
Шундай матур ҡыҙҙарың бар, улар араһында буласаҡ Рәшиҙә Туйсиналар ҙа йөрөйҙөр. Яңғыҙ бейеүҙәр ҡуйырға уйламайһыңмы? Ни өсөн егерме беренсе быуаттың "Заһиҙә"һе булмаҫҡа тейеш әле? Үҙең башҡарыуында "Хан ҡыҙы" тамашасы тарафынан дәррәү ҡабул ителгәйне.
- Уйлайым. Шул уҡ ваҡытта Рәшиҙә Туйсинаның "Заһиҙә"һе хыял менән дә буй етмәҫлек бейеклек. Тәүге тапҡыр оҫта итеп башҡарылған бейеүҙән ҙур кинәнес алаһың да, икенсе берәүҙең шул уҡ бейеүенән тәүгеһендәй кинәнес ала алмайһың. Тәүге тапҡыр Рәшиҙә апайҙың "Заһиҙә"һен ҡарағанда кисергән тойғоларымды һаман да онота алмайым.
Һинеңсә Рәшиҙә Туйсина "Заһиҙә"һенең төп үҙенсәлеге нимәлә?
- Бейеү махсус рәүештә тик уның өсөн генә ҡуйылған. Фәзи Ғәскәров был бейеүҙе һалғанда Рәшиҙә апайҙың характерын, һын-килбәтен күҙ уңында тотҡан. Олоғая килә, Рәшиҙә апай был бейеүҙе күркәмерәк итә барҙы. Мин был үҫештең урталығын күрҙем, уны мин "алтын урталыҡ" тип атар инем.
Тағы ла ниндәй бейеүҙән кинәнес тойғолары алғаның бар?
- "Танго"ны яратам, уны бейеп өйрәнергә хыялланам. Бер мәл Аргентинанан килгән бейеүсенән өйрәнә лә башлағайным.
"Тарантелло" бейеүенә ниндәй йөкмәтке, мәғәнә һалына икән?
- Ул бейеү Италияның көньяғында барлыҡҡа килгән. Легендалар буйынса, тарантул үрмәксеһе кешене саҡҡандан һуң, уны тәндән сығарыр өсөн кеше тирләргә тейеш, шуның өсөн дә етеҙ хәрәкәтле ошо бейеү барлыҡҡа килгән дә инде. Миңә тағы ла аргентиндарҙың "Гаучо", "Маламбо" тигән бейеүҙәре оҡшай. Юғары техника талап иткән был бейеүҙәрҙе, асылда, ирҙәр башҡара.
Кавказ халыҡтарының бейеүҙәре бер-береһенә оҡшаш, әгәр ҙә концертты алып барыусы иғлан итмәһә, уларҙы бер-береһенән айырып та булмай...
- Эйе, мин уларҙың бейеүен 15 минут ҡына ҡарай алам, артабан күңел башҡа төрлө бейеүҙе талап итә. Миңә мари бейеүҙәрендәге тыпырлау ныҡ оҡшай.
Беҙҙең ауылда элек "Гиңгерләк" тигән бейеү була торғайны. Был бейеүҙе, асылда, ололар ауыҙҙары менән көй сығарып, тик таҡмаҡ әйтеп түгел, "түҙирлиттә-ритәйем" тип бейей. Күберәк осраҡта ҡурайсы, гармунсы булмағанда "Гиңгерләк"кә баҫа инеләр. Гиңгерләк тип беҙҙең яҡта ауыҙ гармунын әйтәләр. Тағы ла бер бейеү хаҡында. Әсәйем мәрхүмә ҡунаҡтарҙа Сәрүәр исемле ҡиәмәтлек һеңлеһе менән "Ай бикәсем, Мәликә" тигән бейеү сығарып башҡара торғайнылар. Ул бейеүҙең көйө лә бар. Йәғни, халыҡта иҫ киткес бейеү өлгөләре етерлек. Ғөмүмән, алдағы йылдарҙа ниндәй бейеүҙәр ҡуйырға идеяларың бар?
- Бер туҡтауһыҙ эҙләнәбеҙ. Беҙ йыл һайын яңы бейеүҙәр ҡуйыуҙы маҡсат итеп алғанбыҙ. Яңы бейеү ҡуйыр өсөн илһам кәрәк, ә илһам өсөн музыка талап ителә. Роберттың бөтә көйҙәренә лә бейеүҙәр ҡуйып бөттөк инде. Риф Ғәбитовҡа рәхмәт, ул үҙенең "Ҡоралай"ын бейергә рөхсәт итте. Бына бөгөн һин, Әхмәр ағай, "Гиңгерләк" бейеүе һалырға идея бирҙең, рәхмәт. Халҡыбыҙҙа ошондай идеялар өлгөһө бихисап, уларҙы күрергә, өйрәнергә генә кәрәк. Иң мөһиме, халҡыбыҙҙың ошондай матур бейеүҙәрен сәхнәгә сығара торған матур ҡыҙҙары бар! Ата-әсәләргә шундай матур ҡыҙҙар үҫтергәндәре өсөн оло рәхмәт. Әйткәндәй, сәхнәләге бар матурлыҡ, костюмдар барыһы ла уларҙың иҫәбенә тормошҡа ашырыла бит.
Донъя тамашасыһы башҡорт бейеүен нисек ҡабул итә? Үҙебеҙгә бейеүебеҙ күреп өйрәнгән тамаша кеүек, ә бына сит илдәргә сыҡһаҡ, башҡорт бейеүе барлыҡ призлы урындарҙы яулай.
- Беҙ Роберттың "Ҡурайсы" төркөмө менән Монакола, Италияла, Германияла булдыҡ. Беҙҙе һәр урында ла экзотика һымаҡ ҡабул итәләр. Шуға күрә лә сит илдә эшләүе еңел, сөнки һәр урында ла дәррәү алҡышлап ҡаршылайҙар һәм оҙатып ҡалалар. Беҙ концерт менән Спиваковтың залында ла сығыш яһаныҡ. Үҙебеҙҙә иһә, башҡа маһир бейеүселәр араһында 150-200 процентҡа нығыраҡ тырышырға тура килә. Һуңғы тапҡыр Питерҙа конкурста гран-при яулағандан һуң жюри рәйесе: "Мин һәр бер ҡыҙығыҙға айырым ғашиҡ булдым, быға тиклем күрелмәгән тамаша", - тип һоҡланыуын белдерҙе. Шул уҡ бейеү менән Өфөлә икенсе урынды алдыҡ.
Бейеүенә ҡарап, теге йәки был халыҡҡа ҡылыҡһырлама биреп буламы?
- Әлбиттә, мөмкин. Әйтәйек, испан ҡатын-ҡыҙы автобусҡа инеп баҫһа, уның янына барып баҫырмын тимә. Уларҙың хатта баҫып тороуҙарында тарихтары сағыла. Башҡорт бейеүе - төрлө планлы. Беҙ үҙебеҙҙең концерттарыбыҙҙа башҡорт ҡыҙын төрлө юҫыҡта күҙ алдына баҫтырабыҙ: ул йортоноң ҡотон, усағын һаҡлаусы ла, балаларын, ирен бағыусы әсә лә, ҡатын да, яугир ҙа һ.б.
Ҡыҙыҡлы әңгәмәң өсөн оло рәхмәт, Гүзәл Рәшит ҡыҙы! "Гиңгерләк" бейеүенең премьераһына саҡырырға онотмағыҙ!
Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №35, 4 - 10 сентябрь 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА