«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пациенттарға медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын һәм дауаханаларҙа ҡайһы бер табиптарҙың тупаҫ һәм битараф мөнәсәбәтен ҡаты тәнҡит утына тотто. Һеҙгә ошондай күңелһеҙ күренештәр менән осрашырға тура килгәне бармы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
ТЕЛГЕЛӘНГӘН ЙӨРӘК ҒАЗАБЫ
+  - 


Ҡапыл ғына ул барыһын да аңланы...
Юҡ, был хәлдән донъя түнкәрелмәне. Ер ҙә тетрәмәне. Аяҡ аҫтындағы ялтыр мәрмәр ҙә сатнаманы, университеттың аҡ колонналары ла ҡойолоп ауманы, әүәлгесә ауыр таш ҡыйыҡты күтәреп тора бирҙеләр. Балҡып торған май айының аҡ сәскәләре лә таждарындағы бер генә япраҡты юғалтманы был хәлдән.
Бар нәмә лә үҙ урынында ҡалды...
Тик йөрәгенең иң төбөндә, гүйә, кескәй генә сатнау яралды һәм сытыр-сытыр килеп, дауа белмәҫ һыҙланыу яралтып, төрлө яҡҡа тарала, йәйелә, киңәйә башланы. Ихтыярына ҡуйып тыймаһаң, һис шикһеҙ, ул сатнау йөрәкте генә түгел, ә уның барса ағзаларын, мейеһен, тән-кәүҙәһен селпәрәмә итергә янай ине...
"Һаҡла мине! Мине һаҡла!"
Зиһене шулай тип ҡысҡырҙымы уға, әллә күңеле илап ялбарҙымы шулай... Ул, ниндәйҙер эске бойороуға буйһоноп, күҙҙәренән атылып сығырға ынтылған хис-тойғоларына кәртә ҡуя алды.
Нуҡта белмәйенсә үҫкән аҫау айғырға йүгән кейҙереп, шул йүгән теҙгенендә һөйрәлеп йөрөгәнегеҙ бармы?..
- Ниңә дөрөҫтө яҙманың?
Шулай тигәндә үҙенең йылмайыуын, шул йылмайыуҙан йөҙөнөң йәмһеҙләнеүен, бар ҡиәфәтенең ҡотһоҙланыуын тойҙо.
Ә ҡыҙ, унан ике аҙымда ғына торған һушты алғыс һөйкөмлө әлиһә, күҙ алдында алмашынған ышанысһыҙ май күгеләй, бер йылмая, бер һүрелә...
Биш минут элгәре генә хәрби кейемле ҡупшы егет университет колоннаһы янында торған һөйгәнен күргәс, ҡояштай балҡып, таш күтәрмәләргә осоп менгәйне. Ғәзиз һынды ҡосоп, сәскәләй аңҡыған сәс толомдарына йөҙө менән ҡапланып, бер минутҡа онотолдо, шул саҡта, гүйә, Ер шары үҙе лә әйләнеүенән туҡтап, ошо минутты үткәрмәй һаҡларға иткән һымаҡ ине. Ҡыҙ башта иреп торҙо, унан һаҡ ҡына тартҡылаша, этәрә башланы һәм һуңында асырғанып төртөп ебәрҙе. Уңайһыҙлана, тип ҡабул итте быны егет, яндарында бер туҡтауһыҙ тегеләй-былай үтеп торған студенттар, уҡытыусылар күп бит. Артҡа сикте лә тештәрен балҡытып көлдө.
- Бәй, шул ҡәҙәрем итеп төртмәһәңсе, аппағым! Мин һиңә яттыр шул? Һағындым даһа...
Тап шул мәлдә күктән һибелгән сағыу ҡояш нурҙары ҡыҙ бармағындағы балдаҡта емелдәне. Сығанаҡ бармаҡта!..
Күңеле менән ниндәйҙер бер иҫ киткес фажиғә барлығын тойҙо ул ошонда. Тик зиһене, әллә үҙе шунан ҡасырға тырышыпмы, әллә уны һаҡларға маташыпмы, ысынбарлыҡты ҡабул итергә теләмәйенсә, был хәлде нисек тә урап үтергә аҙаплана ине, ахыры.
Егет ирекһеҙҙән ике аҙым артҡа сикте лә алдындағы һынға төбәлде. Бынан ҡарауға ҡыҙ уға ят һымаҡ ине... Бынағыйыш, ысынлап та Нәркәс түгел шикелле был? Алағайымдан төптө ят ҡыҙҙы һөйгәне менән бутаған даһа! Уның Нәркәсе сауҡалай һомғол буйлы, күлдәй күҙле, йоҡа аҡ йөҙлө һылыу бит! Ә был ҡыҙый тумалағыраҡ кәүҙәле, тәбәнәгерәк тә һымаҡ, бит-сикәләре лә тулыраҡ... Эйе, оҡшаған, игеҙәктәй оҡшаған шул Нәркәскә был ҡыҙ, шул ғына! Донъяла ике тамсы һыуҙай оҡшаш кешеләр аҙ түгел даһа, уларҙы тик йәнәш ҡуйғанда ғына айырырға була. Ике йыл һуҙымында һөйгәне менән бер тапҡыр ҙа күрешмәйенсә хәрби хеҙмәттә йөрөгәс, нисек яңылышмайһың? Унда ла бит осраған бер ҡыҙҙа Нәркәсенең һыҙаттарын эҙләр ине, үҙе лә һиҙмәҫтән. Һәм бына, һағыныуынан күҙҙәре тоноп, осраҡлы ғына тап булған оҡшаш, әммә үлемдәй сит ҡыҙҙы ҡосаҡлап үпмәһенме. Вәт, мәрәкә!
Тик ҡыҙыйҙың һул сикәһендәге ҡара мәрйендәй генә бынауы миңе... Нәркәстә лә бар ине бит ундай миң... Юҡ, Нәркәстең миңе түбәнерәк торор ине, ә был өҫтә, ҡолаҡ янында тиерлек!
Көслө уй-кисерештәр кешенең аң-күңелендә күҙ асып йомған арала ғына балҡып үтә бит. Шартлау һымаҡ булып. Шартлау һымаҡ шаңҡытып, хәтерҙә бер ҡасан да юйылмаҫ йәрәхәт һалып...
- Ғәфү итегеҙ, һылыу, - тине сикһеҙ уңайһыҙлыҡ кисергән егет. - Яңылыштым...
Ҡыҙый ҡамыштай керпектәрен елпеп ҡарашын күтәрҙе лә егеткә баҡты. Ер бәүелгәндәй булды шунда аяҡ аҫтында.
Уның алдында, ысынлап та, Нәркәс, уның Нәркәсе тора ине!
Ул шаңҡыны. Ул тамам аҙаны. Тик килеп тыуған был сәйер хәлдә үҙенең төп сәбәп булыуын, һәм, шул уҡ мәлдә, ошонда сикһеҙ ҡыр, ят икәнлеген тойомлай башлағайны. Шунда уның СА хәрефле ҡара погондарына кемдеңдер ҡулы ятты. Артына әйләнде...
Аҡ күлдәкле, ҡара салбарлы егет. Буйға уның менән типә-тиң. Һын-килбәте лә тап уныҡы ишеләй. Ҡара күҙҙәре тыныс, тура ҡарайҙар, уларҙа уҫаллыҡ юҡ.
- Сәләм, һалдат, - тине ул тоноҡ ҡына тауыш менән. Йылмайырға итте, керпектәре елпенде. - Ҡарале, әйҙә, ситкәрәк китеп һөйләшеп алайыҡ. Юғиһә, Нәркәскә тулҡынланырға ярамай...
Мәрмәр ташлы университет күтәрмәһенең ситенә йүнәлделәр. Әйләнеп, Нәркәскә ҡараш ташланы тағы. Ҡыҙ күлдәй тулышҡан күҙҙәрен был тарафҡа юнәлткән. Тик ҡарашы, гүйә, бушлыҡҡа төбәлгәйне...
- Нәркәс минең кәләшем, - тине теге егет уға текләп. Әйтерһең дә, аҡыл юйғыс был хәбәрҙе әңгәмәсеһе аңына теле менән генә түгел, ә күҙҙәре менән дә төртөп керетергә тырыша ине. - Беҙҙең өйләнешеүебеҙгә ярты йыл инде... Бала көтәбеҙ...
Һалдаттың битенә ут ҡабынғандай булды. Ул сайҡалып китте, эргәләге колоннаға терәлде.
- Һуң... Ә кем миңә хат яҙҙы һуң, көтәм, тип? Һуңғы хаты ярты ай элек кенә килде лаһа!
- Беләм, - тегенең ҡаҡса йөҙөндә көлөмһөрәү сағылып ҡалды шунда. - Беҙ... Эйе, Нәркәс яҙҙы ул хаттарҙы. Дөрөҫтө яҙырға ҡурҡты, йәнәһе, һин армияла, һуғышта, ҡорал менән, тип... Аңлайһыңмы? Бына шулай, дуҫ, хәлдәр...
Егеттең тәне эҫеле-һыуыҡлы булды, ул кинәт кенә тирләште, йөҙөнә йәбешкән үрмәксе ауҙарынан арынырға теләгәндәй итеп, устары менән ҡат-ҡат сикәләрен һыпырҙы. Зиһене тамам аҙашты. Тирә-йүн кинәт кенә асыҡ күргән төш һымаҡ була башланы, күмәк кеше, машина тауыштары алыҫайып тоноҡландылар, колонналар ҡыйшайҙы, ә алдында торған кешенең кәүҙәһе юҡҡа сығып, һауала күҙле-ауыҙлы башы ғына бәүелә ине...
- Күреүемсә, дуҫҡай, һин артыҡ бошонаһың быға. Юҡҡа ғына! Әйткәндәй, Нәркәс һөйләгәйне шул бигерәк ныҡ яратыуыңды... Ҡулыңа ал үҙеңде, һалдат! Күҙҙәреңде ас, ҡара ян-яғыңа! Күрәһеңме, яныңда ғына күпме һылыуҡайҙар күбәләктәй осоп йөрөй! Бөтәһе лә һинеке! Буйҙаҡ бит һин, эх, шәп саҡ! Хатта мин үкенеберәк йөрөйөм өйләнгәнемә, бынауындай хур ҡыҙҙарын күргәс. Мин өйләнгәс, ҡыҙҙар күбәйҙе, тигән бит әле бер байғош, һа-һа!
Һалдат, үҙе лә һиҙмәҫтән, алдындағы күҙ-ҡаш, ауыҙ-танау төшөрөлгән шар һымаҡ бәүелгән йөҙгә һелтәнде. Әммә яҙа һуҡты. Һуғыуы ла, сирле кешенеке һымаҡ йәпһеҙ, хәлһеҙ ине. Шундуҡ ян-яҡта ниҙер һиҫкәнде, шау-шыу ҡупты, кемдер уның түшенә төрттө, ҡысҡырҙы, алдында Нәркәстең йәш тулы күҙҙәре бер мәлгә генә пайҙәләнде лә, юғалды...
...Гөрләп торған ҡала май айының йылы асфальтынан барған ҡупшы һалдатты бар тип тә белмәне. Аҙмы ни яҙын-көҙөн хеҙмәттән ҡайтып, үҙҙәрен тотҡондан ҡотолғандай иркен тойған дембелдәр? Ана, зәңгәр беретлы десантсы килә дағалы итектәрен шаҡылдатып. Ана, ҡара формалы моряк атлай, клешлы салбар балаҡтарын елберҙәтеп... Йәш айғырҙай һомғол, матур, ҡупшы егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙарҙың йөрәктәрен һиҫкәндереп, күҙҙәрен тоҡандырып, уларҙа ғишыҡ шәһүәтен уятып, гонаһҡа дусар итеүселәр... Шуға ла һөйөүгә, шәһүәткә, наҙға сорналған яҙғы тормош, мөхәббәт көткән йәш һылыуҙай, бер ни күрмәйенсә, танымайынса, үҙ-үҙен юғалтҡандай алйып йөрөгән был һалдатты инҡар итеп, уны аңламаны ла, белмәне лә... Үҙен яман һаташыуҙан уянғандай итеп тойған егет, аҙмы-күпме иҫ алғас, скверҙағы эскәмйәлә ултырғанын белде. Бейек яр башында - атлы Салауат һәйкәле. Түбәндә ташҡын Ағиҙел йәйрәй. Бар тирәлә сәскә-гөллө, йәш япраҡлы яҙ йәме. Эйе, барыһы ла элеккесә. Тик ул ғына көтмәгәндә түңкәрелгән күңелен һәм шул сәбәпле кинәт кенә хасил булған яңы булмышын ҡабул итә алмай ғазаплана ине бында. Шуға ла ошо хозур күренеш әле генә тупҡа тотоп ҡыйратылған гүзәл йортто ышыҡлаусы алдаҡсы парҙә булып тойолдо уға. Уның йортон, хыялында Нәркәс менән бергә ҡорған тормошон...
Тимер юл күпере аша уҙған вагондар теҙмәһе йәшел урман артындағы зәнгәр офоҡҡа табан тәгәрләй... Бөгөн кис уға ла шул тарафҡа юлланыу фарыз. Унда, тау-урмандар араһындағы бәләкәй генә ауылда, уны ата-әсәһе көтә. Тик был күңел менән нисек ҡайтып керер ул тыуған йортона? Бәлки, бер юлы киленегеҙҙе лә алып ҡайтырмын таныш-күрмешкә, тип яҙғайны бит ул һуңғы хатында. Ҡылансыҡланып, иңрәү аша йылмайып-көлөп, алдап буламы ни атай-әсәйҙе? Улар бит күҙҙәренән үк аңлап белә балаларының уй-күңелен...
Бөгөн таңда, үҙе лә көтмәгәнсә, поездан төшөп ҡалды ул. Туҡталышта тәҙрәгә ҡарағайны, таныш станция атамаһы күҙенә салынды. Бәй, Нәркәсенең ауылы бынан өс саҡрымда ғына тора лаһа! Төштө лә поездан, китте лә барҙы шул тарафҡа атлап. Күрмәгән, йөрөмәгән ер түгел дә, таныш туғай, таныш һуҡмаҡ... Ысынлап та, ҡайҙа ҡабалана әле ул? Үҙ ауылына ҡасан ҡайтып төшһә лә һуң булмаҫ. Нәркәсен өҙөлөп һағынған бит ул, Нәркәсен күреү кәрәк уға башта, бер минут ҡына булһа ла ҡосағына алып шул гүзәл һынды, онотолоп торорға, һөйөүгә сарсаған күңелен танһыҡларға! Бер юлы һөйгәненең ата-әсәһе менән һөйләшеп, уларҙың ризалығын алырға... Армияға китер алдынан, Нәркәсе уны ауылына саҡырып, ата-әсәһе, туғандары менән таныштырғайны. Шуға ла уларҙы һис тә ят тоймайынса, күңелендә ҡайны менән ҡәйнә иткәйне инде...
Шундай матур ине таң! Ҡояш ҡалҡҡан саҡ, туғай-әрәмәләр зәңгәрләнеп тора, ҡоштар бер-береһен уҙҙырып һайрай, кәкүк саҡыра... Барып керҙе "ҡайны-ҡәйнә" йортона. Тегеләр башта албырғап ҡалдылар, унан йылмайып-көлөштөләр, "ҡайны" кеше хатта ҡосаҡлап та алды "кейәүен". Тик Нәркәс өйҙә юҡ ине, улар Өфөлә бөгөн, тинеләр. Ә "балдыҙы", ул юҡта еләктәй булып бешеп еткән Нурия, әүәле үҫмерлек әрһеҙлеге менән "еҙнәһенең" күҙҙәренә кереп барған Нурия, уны күргәс, сикәләре кинәт кенә уттай тоҡанып, устары менән битен ҡаплап торҙо ла, йүгереп өйгә кереп юғалды. Башҡаса күренмәне... Аласыҡта сәй ҡуйҙылар. Шунда ғына ул хужаларҙа ниндәйҙер бер аңлайышһыҙ сәйерлек, уңайһыҙлыҡ барлығын тоя башланы. "Ҡайны менән ҡәйнә" бер-береһенә йыш ҡына һораулы ҡараштарын төбәп тынып ҡалалар, әйтерһең дә, күҙҙәре менән генә һөйләшеп, нимәгәлер яуап таба алмай ыҙалайҙар ине. Ир кеше бер-ике тапҡыр ҡаты ғына тамаҡ ҡырып, ауыҙын бәлшәйтеп, яурын атып та алды ҡатынына. "Һин белмәгәнде мин ҡайҙан беләйем!" - тип өнһөҙ генә ҡысҡыра ине ул, гүйә, шул мәлдә барлыҡ һын-ҡиәфәте менән.

(Дауамы бар).
"Киске Өфө" гәзите, №35, 4 - 10 сентябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.09.26 | Ҡаралған: 9

Киске Өфө
 

Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru