«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пациенттарға медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын һәм дауаханаларҙа ҡайһы бер табиптарҙың тупаҫ һәм битараф мөнәсәбәтен ҡаты тәнҡит утына тотто. Һеҙгә ошондай күңелһеҙ күренештәр менән осрашырға тура килгәне бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

БАЛАН
+  - 

Балан (калина обыкновенная - Viburnum opulus L.) - беҙҙең тирәнең иң киң таралған һәм халыҡтың иң ныҡ яратҡан үҫемлектәренең береһелер ул.

Халыҡ йырҙары, мәҡәлдәре ошо ҡыуаҡ менән бәйле булыуы ла бының сағылышы түгелме ни? Ысынлап та, йәмле Һаҡмар, Төйәләҫ, Ағиҙел, Эйек, Ҡыҙыл һәм башҡа йылға буйҙарын йәмле иткән - ошо балан, тиһәк, бер ҙә яңылышмабыҙ. Май аҙаҡтары - июнь айҙарында, аҡ сәскәләргә төрөнөп, яңы төшкән киленде күҙ алдына баҫтырһа, көҙ көнө, ҡыҙыл емештәре менән маһайғандай, күҙҙең яуын алып, бөтә урманға йәм биреп ултыра ул. Уны күргәс, ирекһеҙҙән:
Аҡ сәскә ата балан,
Гөлгә күмелгәс ялан… -
тигән йыр юлдары иҫкә килеп төшә. Элек-электән үк ул халыҡта сафлыҡ һәм матурлыҡ символы булып иҫәпләнгән. Яңы өйләнешкән йәштәргә уның емешен ашарға тәҡдим иткәндәр.
Ә һуң кем генә кисен бөтә ауылға таралған быҡтырылған балан еҫен хәтерләмәй ҙә күҙ алдына килтермәй икән? Ә унан бешерелгән бәлеш, кеҫәл балаларҙың да, өлкәндәрҙең дә яратҡан ашамлығы икәнлеге һәр кемгә билдәле.
Балан, ғәҙәттә, ҡатнаш урмандарҙа, киң япраҡлы ағастар үҫкән ерҙә, ҡырҡындыларҙа, йылға, күл буйҙарында, һаҙҙа үҫә. Беҙҙең ғәйәт киң илебеҙҙең урман, урман-дала зонаһынан алып Кавказға, Ҡырымға тиклем таралған. Беҙҙең илдә баландың 10-ға яҡын төрө үҫә. Иң киң таралғаны һәм беҙгә билдәлеһе - ҡәҙимге балан. Ул - 1,5 - 3,5 м бейеклегендәге ҡыуаҡ. Өс-бишкә бүленгән эре тешле япраҡтары оҙон ғына япраҡ һаптарында урынлашҡан. Япраҡ аҫты бер аҙ йөнтәҫ, ә осонда лакка оҡшаған матдәләр бүлеп сығарыусы биҙҙәр урынлашҡан. Алһыу аҡ сәскәләре, бер тирәлә ойошоп, ҡалҡан һымаҡ сәскәлек барлыҡҡа килтерә. Емеше һарғылт, итләс, яҫы төшлө, әскелтем була.
Сентябрь аҙаҡтарында - октябрь айында емештәре тамам өлгөрә. Шулай ҙа уны беренсе һыуыҡ төшкәс йыйыу һәйбәтерәк, был саҡта уның әселеге кәмей һәм тәм керә.
Баландан ҡайнатма. 1 кг балан, 200 г шәкәр ҡомо, 200 г һыу кәрәк. Баландың һутын һығып алып, һыу, шәкәр ҡомо ҡушып, 5-10 минут ҡайнаталар һәм һыуытырға ҡуялар. Баланды шулай уҡ башҡа төр блюдолар әҙерләү өсөн дә ҡулланырға була.
Баландан морс. Ярты стакан балан, 1 л һыу, тәменә ҡарап шәкәр алына. Балан һутын ҡайнаған һыу менән ҡушып болғаталар. Шәкәр ҡомо өҫтәп, 3-5 сәғәткә һыуытырға ҡуялар. Бер аҙ андыҙ төнәтмәһе лә өҫтәргә мөмкин.
Баланға алма ҡушып әҙерләнгән компот. 200 г балан, 400 г алма, 300 г шәкәр ҡомо, 2 л һыу. Йыуылған баланды һәм алма киҫәктәрен шәкәр сиробында 8 минут ҡайнаталар. Компот табынға һалҡын килеш бирелә.
Баландан кеҫәл. 100 г балан һуты, 280 г шәкәр ҡомо, 90 г картуф крахмалы, 2 л һыу. Һыуҙың бер өлөшөндә крахмалды иҙеп, эҫе һутҡа өҫтәйҙәр һәм шунда уҡ болғата-болғата шәкәр сиробы ҡоялар. Бөтәһен бергә ҡайнаталар. Әҙер кеҫәлде һалҡын урынга ҡуйып алалар.

Сәфәрғәле ЙӘНТҮРИН,
биология фәндәре докторы, профессор.

"Киске Өфө" гәзите, №35, 4 - 10 сентябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.09.26 | Ҡаралған: 17

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru