«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

11 сентябрь - Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеменә арналған көн. Был байрам хәҙер матур йолаға әүерелеп бара. Ә һеҙ үҙегеҙҙең ырыу-тамғағыҙҙы һәм милли кейемегеҙҙе беләһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

МЕҢЬЯПРАҠ
+  - 

Әле күптән түгел генә күкрәп сәскә атҡан үләндәрҙең күбеһе ҡурышып, көйөп ергә һылаша. Улар араһында тик бер генә үҫемлек, ап-аҡ сәскәләрен ҡояшҡа йылмайтып, ғорур баҫып тора. Был - меңьяпраҡ (тысячелистник лекарственный - Achillea millefolium L.). Ағас кеүек ҡатҡан һабағы елгә лә бирешмәй. Ҡыҙарып көйә башлаған башҡа үҫемлектәр араһында ап-аҡ йәки алһыу булып ултыра ул. Йәйҙең һуңғы көндәрен дә, аяҙлы-болотло көҙҙө лә көтөп аласаҡ әле меңьяпраҡ. Тик көндәр тамам һыуынғас, быҫҡаҡлап ямғырҙар һибәләй, ырашҡы яуа башлағас ҡына баш эйәсәк был үҫемлек. Хатта кипкәс тә, ҡар-бурандар батшалыҡ иткән осорҙа ла, ул үҫемлек донъяһының бөтмәгәнен хәбәр итә: хуш еҫле кәрзинкәләре орлоҡтан айырылмай. Меңьяпраҡ бөтә Европала, Гималай тауҙарында һәм Төньяҡ Америкала таралған. Ул тәбиғәттең һәр төрлө һынауҙарын еңел кисерә: эҫегә лә, һыуыҡҡа ла бирешмәй, оҙаҡ ҡына ваҡытҡа ҡалын ҡар аҫтында ҡалһа ла һау сыға, дым етмәүенә лә иҫе китмәй. Тупраҡты ла айырып тормай ул. Шулай ҙа кипкән тиреҫле, ҡом ҡатыш ерҙә, торфлы урында, һыубаҫар болонлоҡтарҙа йышыраҡ осрай. Ҡоро ерҙәрҙә, билдәле, меңьяпраҡ зәғиф, бәләкәй була, ә урман ситтәрендә, аҡландарҙа оҙон буйлы, һутлы булып, тарбаҡланып үҫә. Тармаҡ тамырлы был күп йыллыҡ үҫемлек тәүҙә япраҡ ебәрә, һуңынан ботаҡлана.
Меңьяпраҡтың сәскәләре эре түгел, кескәй генә кәрзинкәгә йыйылғандар. Сәскәләренең төҫө күберәк аҡ йәки алһыу була, ә бейек тауҙарҙа ҡыҙғылт, ҡарағусҡыл-ҡыҙыл, хатта ялтырауыҡ алһыу төҫкә инә, сөнки тауҙарҙа һеркәләндереүселәр аҙ һәм уларҙы күҙгә ташланып торған асыҡ төҫ менән ылыҡтырырға тура килә. Япраҡтары бик күп булып, бер үҙәккә теҙелеп үҫә. Бында әллә йөҙ, әллә мең япраҡ инде! Исемен дә был үҫемлек ошо билдәһе буйынса алған. Ә латинса исеме - Ахиллия - боронғо легенда менән бәйле. Троян һуғышының батыры Ахилл ошо үлән менән яуҙаш дуҫтарының яраһын уңалтҡан тип телгә алына легендала. Бына шунан киткән инде был үҫемлекте ахиллия миллифолиум тип атау.
Башҡортостанда меңьяпраҡтың бер нисә төрө үҫә. Иң күп таралғаны - шифалы меңьяпраҡ һәм Азия меңьяпрағы. Ул дарыу сырьеһы хоҡуғы менән бөтә донъя фармакопеяһына ингән. Көтөүлектәрҙә, юл буйҙарында, аяҡ аҫтында тапала-иҙелә ҡырталашып үҫкән меңьяпраҡтың мең төрлө шифаһы бар. Составында азулен исемле ҡатнашма булыу арҡаһында ул һуңғы ваҡыттарҙа йөрәк дарыуҙары эшләү өсөн киң ҡулланыла.
Меңьяпраҡтың сәскәләрен йыйып күләгәлә киптерәләр. Меңьяпраҡ зарарлы бөжәктәрҙе бөтөрөүсе төнәтмә булараҡ та ҡыҙыҡлы. Был юлы уны күберәк баҡсасылар файҙалана. Ағасҡа төшкән ҡорттарҙы бөтөрөү өсөн меңьяпраҡ ҡайнатмаһын һибәләр. Төнәтмәне һәр баҡсасы үҙе әҙерләй ала.
Меңьяпраҡтан төнәтмә. 1 биҙрә һыуға 1 кг тирәһе киптерелгән үлән, 20 г һабын кәрәк. Тәүҙә үләнде ҡайнаталар һәм 40 минут тирәһе тондоралар, һуңынан тейешле күләмгә тиклем һыу өҫтәп, унда һабынды иреткәс, төнәтмә әҙер була.

Сәфәрғәле ЙӘНТҮРИН,
биология фәндәре докторы, профессор.

"Киске Өфө" гәзите, №36, 11 - 17 сентябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.09.26 | Ҡаралған: 16

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru