«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

11 сентябрь - Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеменә арналған көн. Был байрам хәҙер матур йолаға әүерелеп бара. Ә һеҙ үҙегеҙҙең ырыу-тамғағыҙҙы һәм милли кейемегеҙҙе беләһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

АРЫҪЛАН ҠОЙРОFO
+  - 

Ҡалдыҡ ерҙәрҙә үҫкән был үҫемлекте күптәр һуҡыр кесерткән үләне менән бутайҙар. Эйе, арыҫлан ҡойроғоноң (пустырник пятилопастный - Leonurus quinquelobatus L.) һуҡыр кесерткәнгә бер аҙ "туғанлығы" булһа ла, ул унан бейеклеге менән дә (метр ярымға етә), һабағының төҙөлөшө яғынан да ныҡ айырыла. Уның сәскәләре август бөткәнсе ҡойолмай ултырғанға күрә, бал ҡорттары унан йәй буйы бал йыя. Йәй нисек кенә ҡоро килмәһен - арыҫлан ҡойроғо күпләп үҫкән урында бал ҡорттары һәр саҡ бал йыя ала. Унан йыйылған бал һәр саҡ үтә күренмәле була, ауыр тарта. Был үлән сәселгән майҙандың гектарынан бал ҡорттары 385 килограмға тиклем бал йыя. Бындай балды, ғәҙәттә, кесерткән балы, тиҙәр.
Үҫкән урынына ҡарап, уны рустар "пустырник" тип атағандар. Сөнки ул буш ҡалған элекке нигеҙ-ҡаралты урындарын үҙ итә. Ә бына латинса ғилми исеме (Leonurus) - ғәжәп инде, башҡортсаға тап килә - "арыҫлан ҡойроғо" тигән һүҙҙе аңлата.
Арыҫлан ҡойроғоноң һабағы дүрт ҡырлы, кеше бейеклегендә, ос яғына ҡарай бер нисә сатаға айырылып китә. Киң япраҡтары бармаҡ һымаҡ булып эре телгеләнгән, алһыу төҫтәге ваҡ ҡына ике иренле сәскәләре июнь айҙарында күренә башлай, емеше - өс ҡырлы өрөк. Уның составында 30 %-ҡа тиклем төрлө майҙар бар. XVIII быуатта уҡ Европа илдәрендә был үҫемлектән сүс алғандар, төрлө туҡымалар эшләгәндәр.
Тағы ла шуны әйтергә кәрәк: унан ҡарағусҡыл йәшел буяу алғандар. Уның менән итек майлағандар, дегет урынына ҡулланғандар.
Аптекалар өсөн арыҫлан ҡойроғон әҙерләү артыҡ ҡыйын түгел. Уның өҫкө өлөшөн сәскә ата башлаған осорҙа йыйып, күләгәле урында киптерәләр. Йөрәк эшмәкәрлеген яйға һалыу өсөн иң күп ҡулланылған үҫемлектәрҙең береһе ул.

Сәфәрғәле ЙӘНТҮРИН,
биология фәндәре докторы, профессор.

"Киске Өфө" гәзите, №36, 11 - 17 сентябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.09.26 | Ҡаралған: 16

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru