
Йәшел, ә көҙгә табан ҡыҙғылт һабаҡлы, оҙонса япраҡлы һыу боросо (горец перечный) һыу буйҙарында, һаҙлыҡ ситтәрендә, һуғарыулы көтөүлектәрҙә үҫә. Күпләп үҫкән урындарҙа ул ҡыҙғылт төҫтәге келәмде хәтерләтә.
Экспедицияларҙың береһендә юлдашым, был үҫемлектең боросҡа ни ҡатнашы бар икән тип, уның япраҡтарын, һабаҡтарын, сәйнәп ҡараны һәм борос атамаһы юҡҡа ғына бирелмәгәнен шунда уҡ танырға мәжбүр булды. Сөнки уның япрағы ла, һабағы ла борос кеүек әсе.
Сәскәләре һабаҡтарының осонда тәлгәш булып урынлашҡан. Сәскә тирәһе 3 - 4 мм, йәшел йәки алһыу төҫтә, һары нөктәләр менән тапланған. Һыу боросо июль айынан алып октябргә тиклем сәскә ата һәм емеш бирә.
Был үҫемлекте беҙҙең республиканың бөтә зоналарында ла осратырға мөмкин. Ул айырыуса Нуриман, Архангель, Иглин, Ғафури, Ишембай райондарында күпләп үҫә.
Һыу боросон медицинала ҡулланыу өсөн ерҙән 10 - 15 см бейеклектә ҡырҡып алалар һәм шунда уҡ йоҡа итеп йәйеп киптерергә һалалар. Юҡһа ул ҡарая һәм сифатын юғалта. Был үҫемлектең химик составында гликозид, рутин, кверцетин, эфир майҙары, К, А, С, Е, Д витаминдары бар.
Сәфәрғәле ЙӘНТҮРИН,
биология фәндәре докторы, профессор.
"Киске Өфө" гәзите, №36, 11 - 17 сентябрь 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|