«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

11 сентябрь - Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеменә арналған көн. Был байрам хәҙер матур йолаға әүерелеп бара. Ә һеҙ үҙегеҙҙең ырыу-тамғағыҙҙы һәм милли кейемегеҙҙе беләһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ЗУБРҘАРҒА БЕҘҘЕҢ УРМАНДАР ОҠШАНЫ
+  - 

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Күгәрсен районына эш сәфәре барышында "Мораҙым тарлауығы" тәбиғәт паркындағы вольер хужалығында ла булып, Белоруссиянан Беловеж урманынан килтерелгән зубрҙарҙы ла күреп китте.

Зубрҙарҙы республикабыҙға ҡайтарыу тарихы 2023 йылдың ғинуарында башланды. Радий Хәбиров Белоруссияға сәфәре ваҡытында үҙенең тарихи тыуған төйәгендә юҡҡа сыҡҡан төрҙөң популяцияһын тергеҙергә тәҡдим итте. Минск был башланғысты ихлас хупланы. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ведомство-ара эшсе төркөм булдырылды. Ғалимдар легендар Беловеж урманында булды һәм ҡырыҫ Урал тәбиғәте Ҡыҙыл китапҡа индерелгән хайуандар өсөн идеаль тигән һығымтаға килде. Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы рөхсәте менән 26 майҙа Башҡортостан еренә туғыҙ зубр килтерелде, ә декабрҙә уларға тағы ла туғыҙы ҡушылды.
"Беҙ был проектты шикләнеп кенә башлағайныҡ, ләкин беҙҙең урмандар уларға бик оҡшаны, - тип билдәләне Радий Хәбиров "Башинформ" хәбәрсеһе менән әңгәмәлә. - Ныҡлы мал аҙығы базаһы, йомшаҡ климат, уларға һөжүм итерҙәй йыртҡыстарҙың булмауы идеаль шарттар тыуҙырҙы. Бында, Башҡортостан шихандары янында ете быҙауҙың тыуыуы барыһы ла дөрөҫ барыуын күрһәтә. Проект үҙен икеләтә аҡланы: фәнни эксперимент туристарҙы күпләп йәлеп итеү урынына әүерелде".
Зубрҙар популяцияһын тергеҙеү буйынса был уникаль проект республиканың экологик яуаплылығының ысын символына әүерелде.
Белгестәрҙең хәстәрлеге, төрлө һутлы үлән һәм йомшаҡ континенталь климат - былар барыһы ла зубрҙарға ыңғай йоғонто яһай. Яңыраҡ тағы ла ике быҙау тыуған. Бөгөн Европанан ситтә берҙән-бер ирекле төркөмдә 33 баш зубр бар. Проект "Экологик именлек" федераль милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла. Быйыл Grass һәм RWB компаниялары башланғысы менән Башҡортостанға Беловеж урманынан йәнә алты зубр килтерелде. Киләсәккә пландар ҙур: 2027 йылда Президенттың Тәбиғәт фонды гранты иҫәбенә республикаға тағы ла туғыҙ зубр алып ҡайтырға тейештәр.
Инә зубрҙарҙың береһенә хәрәкәт итеүҙәрен күҙәтеү өсөн радиомаяклы муйынсаҡ кейҙергәндәр. Мәғлүмәттәр тәүлек әйләнәһенә килә, ғалимдарға хайуандарҙың һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүенә нисек яраҡлашыуын һәм яңы маршруттарҙы үҙләштереүен аңларға мөмкинлек бирә. Башҡалары иркенлектә йәшәй. Туристар өсөн махсус "Зубр һуҡмағы" маршруты һалынған. Демонстрация вольерындағы зубрҙар кәртәләп алынған ҙур майҙанда йәшәй. Мөһабәт хайуандарҙы һәр кем ике кимәлдәге кәртәләр аша хәүефһеҙ аранан күҙәтергә мөмкин.
Башҡортостан эксперименты уңышының тәрән тарихи нигеҙе бар. Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге етәксеһе Василий Мартыненко һөйләүенсә, 20-40 мең йыл элек зубр был урмандарҙың тулы хоҡуҡлы хужаһы булған. Шүлгәнташ мәмерйәһенең серле "Билдәләр залында" уға һунар итеү төшөрөлгән һүрәттәр әле лә һаҡланған. Хайуандар бында һуңғы боҙлоҡ осоронан (яҡынса 100 мең йыл элек) мезолит дәүеренә (16 мең йыл элек) тиклем йәшәгән, уларҙы тәүтормош һунарсылары ҡырып бөтөргән. Хәҙер ғәҙеллек тергеҙелде: Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына индерелгән төр ышаныслы һаҡлана. "Зубрҙар донъяһында матриархат хакимлыҡ итә, - тип күҙәтеүҙәре менән уртаҡлаша Василий Мартыненко. - Тәжрибәле инә зубр ғаиләне һыу эсергә алып бара һәм иң яҡшы көтөүлектәрҙе һайлай. Ата зубр иһә айырым йәшәүҙе өҫтөн күрә һәм ҡарығыу осоронда ғына көтөүгә ҡушыла".
Рәсәй Фәндәр академияһының Федераль тикшеренеү үҙәге ғалимдары иҫәпләп сығарған: экосистемаға зыян килтермәйенсә, "Мораҙым тарлауығы" паркы 70-75 баш зубрҙы ашата ала. Экологтар әйтеүенсә, хайуандар үҙҙәренең яратҡан аҙығын тап бында тапҡан. Ул - Белоруссияла булмаған, әммә Урал аръяғында күпләп үҫкән бейек ҡылған. Ғәйәт ныҡ көслө булыуҙан тыш, урман үгеҙҙәре бик шәп йөҙә, текә битләүҙәрҙә һәм һаҙлыҡтарҙа бер ауырлыҡһыҙ йөрөй ала.
Рәсәй Экология министрлығының Дәүләт сәйәсәте департаменты директоры урынбаҫары Сергей Белянский төбәктең дөйөм милли эшкә индергән өлөшөн юғары баһаланы. Илдә зубрҙарҙың дөйөм һаны - 3230 баш. Күпселеге Орел, Брянск, Калуга һәм Тула өлкәләрендә йәшәй, әммә зубрҙарҙың берҙән-бер ирекле төркөмө - тап Башҡортостанда.
"Башҡортостанда Беловеж урманынан килтерелгән таҙа ҡанлы зубрҙарҙың башҡорт популяцияһын булдырыу буйынса проект өс йыл тормошҡа ашырыла. Ошо ваҡыт эсендә уларҙың быҙауҙары тыуҙы, был төркөмдөң яҡшы торошо тураһында һөйләй", - тип билдәләне Сергей Белянский.
Башҡортостан Башлығы федераль ведомствоға ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе һәм төбәк проекттарын һирәк төрҙәрҙе һаҡлауҙың берҙәм системаһына берләштереүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, алда ирекле хайуандар һәм ауыл хужалығы етештереүселәре араһында конфликттарҙы булдырмау өсөн майҙандың сиктәрен билдәләү бурысы тора.
Проект эске туризмды үҫтереүгә ҡеүәтле этәргес бирә. Боронғо урмандарҙың хужаларын күреү өсөн бөтә республиканан киләләр. Республика етәксеһе Туризм министрлығына махсус, шул иҫәптән "Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек" программаһы сиктәрендә оло быуын вәкилдәре өсөн экскурсиялар әҙерләргә ҡушты. "Көслө ҡырағай хайуан - тәбиғәтебеҙҙең ысын биҙәге. Беҙ мөһим дәүләт повесткаһын ябабыҙ. Был беҙҙең ата-бабалар ере алдындағы әхлаҡи бурысыбыҙ. Беларусь зубрҙарына беҙҙең тәбиғәттең оҡшауы күренеп тора - улар Башҡортостанды үҙ итте", - тип билдәләне Радий Хәбиров "Башинформ" хәбәрсеһе менән әңгәмәлә.

"Киске Өфө" гәзите, №36, 18 - 24 сентябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.09.26 | Ҡаралған: 18

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru