«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

11 сентябрь - Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеменә арналған көн. Был байрам хәҙер матур йолаға әүерелеп бара. Ә һеҙ үҙегеҙҙең ырыу-тамғағыҙҙы һәм милли кейемегеҙҙе беләһегеҙме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
ӘЛМОРОН, ЙӘКИ НИҢӘ ҠЫҘЫЛ ЙЫЛҒАҺЫНА ШУНДАЙ ИСЕМ ҠУШЫЛҒАН?
+  - 


Әгәр ҙә рауза сәскәле үҫемлектәрҙең бөтәһен дә бер урынға йыйһаң, улар аҡ, һарғылт, ҡыҙғылт, ҡара һәм башҡа бик күп төҫтәрҙән торған күҙҙе ҡамаштырырлыҡ бер шәлкем булыр ине. Рауза сәскәһенең үҙенең генә лә 700 сорты бар, сәскә төҫтәренең сағылышы ла шул тиклем үк. Уларҙың ботаника телендә Rosa cinnатоmіa L тип аталған ябай үҫемлектән - әлморондан (шиповник) таралып китеүе хайран ҡалдыра. Уны халыҡ телендә гөлйемеш, тип тә йөрөтәләр.
Әлморон, әйтерһең, шул матурлыҡты киңерәк майҙанға таратыр өсөн бөтә Европаны, илебеҙҙең төньяҡ райондарын, Көнбайыш һәм Көнсығыш Себерҙе баҫып алған. Ул йылға буйҙарында ла, урмандарҙа ла, ҡыуаҡлыҡтар араһында ла, урман аҡландарында ла, болондарҙа ла, соҡорҙа ла үҫә. Тәү ҡарауға ғына ябай, баҫалҡы үҫемлек ул, ә ысынында иһә әлморон ҡыуағы мөһим үҙенсәлектәргә эйә. Ул төрлө дарыу, витаминдар эшләү, ҡорттарға бал йыйыу өсөн, буяу эшләүгә яраҡлы, шулай уҡ декоратив һәм хатта мелиоратив үҫемлек сифатында ла үҫтерәләр.
Әлморондоң көрәнһыу ҡыҙыл емештәрендә бик ҡиммәтле матдәләр бар. С, Р, В1, В6, К витаминдары, каротин, гликозида, кемферол һәм кверцетин, шәкәр, буяу матдәләре, органик кислоталар - лимон, алма кислоталары, эфир майы, калий тоҙо, тимер, марганец, фосфор, кальций, магний һәм башҡаларға бай ул. Гөлйемештә аскорбин кислотаһы ҡара ҡарағаттағынан - 10, лимондағынан 50 тапҡырға күберәк.
Әлморондо беҙҙә белмәгән кеше юҡ, сөнки ул бөтә райондарҙа ла үҫә. Бигерәк тә таулы райондарҙы үҙ итә. Уны шулай уҡ баҫыу һаҡлағыс һыҙаттарҙа ултыртыу маҡсатҡа ярашлы.
Ҡыҙыл йылғаһының исеме лә әлморондоң көҙ көнө ошо йылға буйын ҡыҙартып ултырыуынан алынғанлығы тураһында фараз бар. Сөнки сентябрь, октябрь, ноябрь айҙарында Ҡыҙыл йылғаһы буйы әлморон емештәре ҡыҙыллығы менән күҙҙең яуын алып тора.
Әлморон үҫемлегенән культуралы декоратив рауза сәскәләренең күп һанлы сорттары барлыҡҡа килгән. Төньяҡ Кавказдағы Кисловодск ҡалаһында "Раузалар үҙәне" бар. Бындағы рауза сәскәһенең сорттары 250-нән ашыу. Данлыҡлы француз хушбуйҙарын, одеколон эшләү өсөн рауза майы ҡулланылыуын күптәр белмәйҙер әле. Был рауза майҙары Болгарияла етештерелә. Бынан бер нисә йыл элек ошо илдә сәйәхәттә булғанда Ҡаҙанлыҡ ҡалаһында рауза майын етештереү технологияһы менән яҡындан танышырға тура килде.
…Тәүге майлы рауза үҫемлектәре Болгарияла бынан 300 йыл элек үҫтерелә башлаған. Киңлеге - 30, буйы 150 километрға һуҙылған Раузалар үҙәне был үҫемлек өсөн ғәжәп уңайлы булып сыға. Хәҙер был үҙән тик ошо культураны үҫтереүгә махсуслаштырылған. Был территорияла урынлашҡан Карлово, Ҡаҙанлыҡ, Калофер ҡалалары һәм башҡа эреле-ваҡлы хужалыҡтарҙағы халыҡ рауза үҫтереү, уны йыйыу һәм эшкәртеү менән мәшғүл. Был ерҙәрҙә йәшәгән халыҡ раузаны йәшел алтын тип атай. Бында хаҡлыҡ бар, 1 кг рауза майы халыҡ-ара валюталар баҙарында 1 кг алтын хаҡына торошло. Донъялағы майлы рауза запасының 80 проценты Болгарияла үҫтерелә. Халыҡ хужалығының был тармағы отошлоларҙан һанала. Рауза сәскәһенең япраҡсаларын сәғәт иртәнге 5-тән 9-ға тиклем генә йыялар. Был ваҡытта сәскә япраҡсаларында хуш еҫле майҙың иң күп тупланған сағы була. Ҡаҙанлыҡ ҡалаһында урынлашҡан рауза үҫемлектәренең ғилми-тикшеренеү институты раузаның яңы сорттарын сығарыу, уны мөмкин тиклем тулыраҡ эшкәртеү ысулдарын эҙләү эше менән мәшғүл. Ошо уҡ ҡалала донъялағы берҙән-бер рауза үҫемлеге музейы эшләй. Болгария буйлап сәйәхәт иткәндә унда булыу бәхете тейҙе. Был тирәлә киң таралған рауза сәскәһе тураһындағы легенданы ла ошо музейҙа һөйләп ишеттерҙеләр.
… Ер йөҙөндә Аллалар, ярым Аллалар һәм уларҙы хеҙмәтләндергән мәжнүндәр йәшәгән дәүерҙә булған был хәл. Үҙенең бик бай йыһазландырылған һарайында һунар Аллаһы Диана көн иткән. Уны хур ҡыҙҙары хеҙмәтләндергән. Был ҡыҙҙарға ир-егеттәр менән аралашыу һәм уларға ғишыҡ тотоу ҡәтғи тыйылған. Ғашиҡ булған һәр бер ҡыҙҙың йөрәген уҫал Диананың тапҡыр уғы тишеп үткән. Был ҡыҙҙарҙың араһында иң һылыуы Розалия исемле булған. Уның мөхәббәте өсөн Аллалар үлемһеҙлек, алтын тауҙар вәғәҙә иткәндәр. Тик Розалия үҙенең мөхәббәтен берәүгә лә белдермәгән.
Бер ваҡыт иртә менән Диана йәшәгән һарайҙың ишеген шаҡыйҙар. Был - иртәнге сәскәләрҙән йыйылған ысыҡ тултырылған көршәк күтәргән көтөүсе егет була. Ошо ысыҡ менән Диана үҙенең күҙҙәрен йыуа торған булған. Егет ишек асыусы ҡыҙға - Розалияға көршәген һона, һәм шул саҡ уларҙың ҡараштары осраша. Шул көндән алып иртәнге ишек шаҡыуға Розалия һәр ваҡыт беренсе булып килеп етә һәм тылсымлы тамсылар тултырылған көршәкте ҡулына ала торған булып китә. Ҡыҙ егеттең күҙ ҡарашында иртәнге ысыҡтай сафлыҡ бөркөлөүен тоя, йәшлек осҡондарын һәм мөхәббәт сатҡыларын һиҙемләй. Көндәрҙең береһендә егет Розалияға осрашыу тәҡдим итә. Билдәләнгән ваҡыт, төн уртаһы килеп еткәс, ғәжәп матур баҡсаның бер мөйөшөндә егет менән ҡыҙ осраша. Мөхәббәт бәхетен татыған бер мәлдә Диананың мәргән уғы ҡыҙҙың йөрәген үтә тишеп сыға. Ҡыҙ, тын алырға ла өлгөрмәй, ергә ауа. Шул ерҙә мөхәббәт Аллаһы үҙенең һулышы менән ҡыҙҙың кәүҙәһен аҡ сәскәгә, ә яранан аҡҡан ҡан урынын ҡыҙыл сәскәгә әүерелдерә. Был сәскәләрҙе ҡыҙ хөрмәтенә "розалия" тип атайҙар. Шул замандан алып ер йөҙөндә ҡыҙҙарҙың саф мөхәббәт билдәһе - аҡ рауза, төрлө сикләүҙәрҙе еңеүсе көслө мөхәббәт билдәһе - ҡыҙыл рауза, әйтелмәгән мөхәббәт билдәһе булған һары рауза сәскәләре йыл һайын яҙ килеү менән сәскә ата.

Әлморондан витаминлы төнәтмә. 2 стакан һыу, 2 ҡалаҡ кипкән емеш һәм 20 г шәкәр ҡомо алына. Емештәрҙе ҡәһүә ваҡлағыста йәки төйгөс менән ваҡлап, ҡайнаған һыуға һалып, 4 - 5 сәғәткә ҡараңғы урынға тондорорға ҡуялар. Һуңынан ике ҡат марля аша һөҙөп, шәкәр ҡомо өҫтәйҙәр. Аш алдынан ярты стаканлап эсергә тәҡдим ителә.

Рауза сәскәһенән ҡайнатма. Ҡайнатма өсөн рауза сәскәләренең таж япраҡсалары алына. Бер стакан япраҡсаларға 1 стакан шәкәр ҡомо кәрәк. Ошо нисбәттә алынған япраҡсалар менән шәкәр ҡомон бутап, төнгөлөккә ҡуялар (ярты стакан тирәһе һыу һалырға мөмкин). Барлыҡҡа килгән массаны талғын утта 5 минут тирәһе ҡайнатҡас, һыуыталар. Һыуынған ҡайнатманы тағы ла ҡайнап сыҡҡансы утта тотҡандан һуң, һыуытып, банкаларға тултырып, һаҡларға ҡуялар.

Әлморон япраҡтарынан сәй. Был рецепт П. П. Сумарковтың 1800 йылда сыҡҡан "Источник здравия, или Словарь всех употребительнейших снедей, приправ и напитков…" тигән китабынан килтерелә:
"Ҡырағай әлморон япрагынан йәшел ҡытай сәйенә оҡшаш сәй әҙерләнә. Уны ҡәҙимге сәйҙән айырыуы ҡыйын. Сәй былай әҙерләнә: әлморон ҡыуаҡтарында яҙ көнө беренсе яп раҡтар күренеү менән ботаҡтарынан өҙөп алалар һәм аҡ ҡағыҙға һалып, ус менән өҫтөнән йөрөтәләр. Япраҡтар сәй һымаҡ булып төрөлә. Һуңынан уларҙы күләгәлә киптерәләр һәм туҡыманан тегелгән тоҡсайҙа йәки быяла һауытта һаҡларға ҡуялар. Бындай сәй күкрәкте нығыта, ә тәме яғынан ҡытай сәйҙәренән ҡалышмай һәм иң мөһиме - үҙеңә күпләп әҙерләп ҡуйырға була.
Әлморон һәм энәлек емештәрен 1/1 нисбәттә бергә ҡушып, термоста төнәтмә эшләйҙәр. Йөрәк сиренән бына тигән дауа килеп сыға. Сәй урынына эсәләр.

Сәфәрғәле ЙӘНТҮРИН,
биология фәндәре докторы, профессор.

"Киске Өфө" гәзите, №36, 18 - 24 сентябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.09.26 | Ҡаралған: 17

Киске Өфө
 

Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru