
Башҡортостанда Милли кейем көнө билдәләнде. Республика Башлығы Указы менән булдырылған байрам йылына ике тапҡыр - апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләнә.
Күп милләтле төбәк халҡы өсөн милли костюм - кейем генә түгел, ә тере тарих. Башҡортостанда күп милләт вәкилдәре йәшәй, уларҙың һәр береһе үҙенсәлекле тегеү, сигеү һәм орнамент традицияларын һаҡлай. Байрам милләт-ара татыулыҡты нығытыуға, ата-бабаларҙың мәҙәни кодын һаҡлауға һәм йәш быуында традицияларға һөйөү тәрбиәләүгә йүнәлтелгән.
Был көндө тотош республикала этномәҙәни саралар уҙғарылды. Өфөлә "Ватан" этнопаркы майҙансығында БР Хореография сәнғәте эшмәкәрҙәре союзы "Берҙәмлек бейеүе" флешмобын ойошторҙо. Унда тотош республиканан 500-ҙән ашыу ҡатнашыусы һәм 50-гә яҡын ижади коллектив ҡатнашты. "Берҙәмлек бейеүе" флешмобы Дәүләкән, Сибай, Салауат, Нефтекама, Учалы, Ҡырмыҫҡалы райондары, шулай уҡ Башҡортостандың башҡа ҡалалары һәм райондары бейеүселәрен берләштерҙе.
Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы, "Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе" проекты, "Һылыуҡай" модель агентлығы һәм урындағы дизайнерҙар ярҙамында "Атайсал. Тыуған яҡ биҙәктәре" тигән исем аҫтында этностилдәге кейем коллекциялары күрһәтелде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә яҙыуынса, бөгөн милли кейем заманса мода һәм бизнестың бер өлөшө булып тора. Элек дәреслектәрҙә, музейҙарҙа ғына күрергә мөмкин булған орнаменттар һәм биҙәктәр бөгөн эшлекле костюм һәм көндәлек кейем элементтарына әүерелә. "Был матур, үҙенсәлекле, ә хәҙер - модала", - тип билдәләне республика Башлығы.
Этностилдең популярлашыуы еңел сәнәғәт һәм креатив индустриялар үҫешенә көтөлмәгән этәргес бирҙе. Милли биҙәкле аксессуарҙар, кейем-һалым халыҡ һәм туристар араһында хуплау тапты, был иһә бәләкәй һәм урта бизнестың иғтибарын йәлеп итте. "Дөрөҫөн әйткәндә, төп маҡсатыбыҙ был түгел ине, әммә беҙ бындай яҡшы "бонус"ҡа бик шатбыҙ", - тине республика етәксеһе.
"Киске Өфө" гәзите, №36, 18 - 24 сентябрь 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|