«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Был көндәрҙә сентябрь календары "Бөтөн донъя автомобилһеҙ бер көн" иғлан итте. Ә һеҙ машинаһыҙ йәшәй алыр инегеҙме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
ӘСӘЙ КЕШЕ ЯҢҒЫҘ БУЛМАЙ
+  - 


Ихлас, алсаҡ кешеләр менән һөйләшкәндә донъя яҡтырып киткәндәй тойола. Мин-минлеген (эгоһын) байраҡ кеүек алдан елберҙәтеп йөрөгәндәргә был сифат хас түгел, ундайҙар, ғәҙәттә, яһалмалыҡ битлеге кейеп, асылдарын йәшереп маташалар. Бер өлкәлә хеҙмәт иткәс, Сөмбөлдө лә, тормош иптәше Ғәйсәрҙе лә яҡшы беләм. Уларҙан мәҙәнилек, интеллигентлыҡ һәм дә ана шул ихласлыҡ бөркөлөп тора. Был һөйләшеүҙә Сөмбөлдөң әле үҙем белмәгән бөтөнләй яңы сифаттарын астым. Ул да булһа, тик тәрбиәле ҡатын-ҡыҙҙарға хас оло әсәлек сифаттары. Сөмбөл һәм Ғәйсәр МОРАТОВтарҙың йәш ғаиләһенә ҡарата хөрмәтем артты. Әңгәмәбеҙҙе Сөмбөл Моратова менән ҡорҙоҡ.

Һәр аҙым этәреш бирә

Сибайҙы бейеүселәр ҡалаһы, тип йөрөтһәләр ҙә, бында йыр-моңға ла ҙур иғтибар бүленә. Быны мин үҙ тормошомдан сығып та әйтә алам. Мәҫәлән, "Ирәндек моңдары" конкурсы минең өсөн оло сәхнәгә юл ярҙы. Етенсе класта уҡыған сағымда уҡ ошо йыр бәйгеһендә балалар араһында ҡатнашып, "Саҡ менән Суҡ" бәйетен һәм "Һандуғас" йырын башҡарып, беренсе урын алғайным, 2002 йылда үҙешмәкәр конкурсанттар исемлегендә икенсе урын яулауға өлгәштем. Ә 2006 йылда профессионал йырсылар төркөмөндә Гран-при яулап, еңел машина менән бүләкләндем. Был күрһәткестәр бала сағымдан ауырлыҡтар аша үҫешкә алып килде. Минең өсөн был бәйге тәүге һынау һәм ҙур баһа булды, сөнки тәүге конкурсҡа үҙаллы әҙерләнеп килгәйнем.
Күптәр йыш ҡына, йырсылар тоҡомоғоҙҙа бармы, был һәләт һиңә ҡан аша күскәнме, тип һорайҙар. Минеңсә, теге йәки был йүнәлештә үҫешеү күбеһенсә кешенең үҙенән дә тора, ниндәйҙер һынауҙар, ыҙалауҙар аша үтеп, шатлыҡтар кисереү көс бирә икән, тимәк, һин дөрөҫ юлда, күңелең ҡушҡанды башҡараһың. Тормошта бит һәр аҙым этәреш бирә. Өләсәйем халыҡ йырҙарын йырлай торғайны, әсәйем дә уларҙы матур итеп башҡара. Бәлки, ысынлап та, һәләтем уларҙан да күскәндер. Мин үҙем Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылы ҡыҙы. Телевизорҙы һирәк ҡараһаҡ та, радио һәр ваҡыт һөйләп торҙо. Элекке быуын йырсыларынан Нажия Аллаярова, Флүрә Килдейәроваларҙың йырҙарын тыңлап үҫтем, күңелгә һеңдерҙем. Бәлки, уларҙан да йоҡҡандыр. Йырланым, әммә бейеүгә һөйөүем көслө булды, хатта Учалылағы сәнғәт училищеһына бейеү бүлегенә уҡырға барам, тип хыяллана торғайным, ләкин, ни эшләптер, ҡәтғи рәүештә йыр буйынса Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инеп киттем, Әлфиә Кәрим ҡыҙы Мәсәлимованың класында уҡыным. Бөгөн ата-әсәләр төрлө уҡыу йорттарына балаларын үҙҙәре алып йөрөйҙәр. Мин Өфө ҡалаһын имтихандар тапшырырға барғанда беренсе тапҡыр күрҙем. Бер үҙем йыйынып сыҡтым да киттем. Заманы шулай булдымы икән, әллә үҙ-үҙемә ышаныуым көслө булғанмылыр, һәр саҡта ла үҙем яңғыҙ юл ярҙым, атай-әсәйемде һөйрәп йөрөтмәнем. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашып йөрөгәнемдә лә атай-әсәйем нисәнсе урын алғанымды ҡайтҡас ҡына ишетә торғайны, улар яғынан алдан хәстәрләп йөрөү булманы. Элек бит, әртис булһаң, сиған тормошо менән йәшәйһең, ти торғайнылар. Әммә ләкин мин быға ҡарамағанмындыр, сөнки уҡырға теләгем көслө ине, баш ҡалала уҡыясағым да күңелемә йылы тойғолар уятҡандыр.

Уҡытыусынан уҡытыусы тыуа

Атай-әсәйем - уҡытыусылар. Ундай ғаиләлә үҫеү үҙе бер айырым мәктәп. Атайым ғүмере буйы мәктәп директоры булды. Ул үтә талапсан кеше. Ғаиләлә беҙ өс бала үҫтек, атайыбыҙ һәр саҡта ҡырҙа эшләне, әсәйебеҙ һәр саҡ эргәлә ине. Бәләкәйҙән янда булмағас, атайыма үпкәм дә бар һымаҡ, сөнки ғаиләлә атайлыҡ йылыһын күреп үҫмәнем. Мәктәп директоры булып эшләгән кешегә үҙ балаларын тәрбиәләүгә ваҡыты ла булмағандыр. Дәүере шулай булдымы икән, атай-әсәй ғаиләгә ваҡытты күп бүлмәнеләр, эшләргә икән, йөҙ процент файҙа менән эшләргә принцибы менән йәшәнеләр.
Улым: "Олатай менән өләсәй уҡытыусы булғас, һиңә рәхәт булған, гел "биш" алғаныңдыр, улар һиңә "икеле" ҡуя алмай ҙа инде", - ти. "Юҡсы, миңә талап, киреһенсә, икеләтә көслөрәк булды", - тим. Мәҫәлән, әсәйем мин уҡыған класс етәксеһе булды. Уның дәрестәренә әҙерләнмәй барһам, оят була бит, ана, әсәһе уҡытыусы, тип миңә бармаҡ төртөп күрһәтәсәктәр. Шуға мәктәптә һәйбәт уҡыным, аттестатымда бер дүртем генә сыҡты. Үҙемде лә уҡытыусы һымаҡ тоям, сөнки шулай ҡаныма һеңгән, ул һөнәр күңелемдә ғүмер буйы йәнәшә йөрөй. Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты филиалының филология факультетын ситтән тороп уҡып бөтөүем дә быға сағыу миҫал. Атай-әсәйем дә филологтар.

Бала бар йортта сер булмай

Беҙ ике балабыҙҙы ла балалар йортонан алдыҡ: Кәрим ике йәш ярымлыҡ, Камил өс ай ярымлыҡ ҡына ине. Өлкәнен алғанда уның ҡырағайлығы, кешеләргә ылыҡмауы башта ҡурҡыта торғайны. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, еңел булманы - икеһе ике ғаиләнән, икеһе ике төрлө яҙмыш. Был аҙым ныҡ көс талап итә, ултырып иларҙай саҡтар булды - алдың да, артабан да рәхәт кенә йәшәп китәһең, тип уйларға ярамай. Әммә сыҙарға кәрәк, сөнки был аҙымды миңә берәү ҙә тәҡдим итмәне - үҙем һайлаған яҙмыш, үҙем һайлаған юл.
Нисек килеп сыҡты һуң? Беҙ Иҫке Сибайҙа йәшәйбеҙ. Бер көн ҡалаға сыҡтым да киттем. Ҡала уртаһындағы майҙанда төшөп ҡалғаным хәтерҙә, ҡайҙа барырымды ла белмәйем. Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте менән минең юлым тура балалар йортона барҙы. Унда беҙҙең танышыбыҙ Зилә Дәүләткирәева эшләгәнен беләм, әммә уның менән балалар тураһында һөйләшкәнебеҙ юҡ ине. Барһам, Зилә апай эшендә. Илай-илай хәлемде һөйләнем. Балаларҙың киске аш ваҡыты ине. Хәҙер мин бер баланы алып киләм, ҡарарһың әле, тине ул. Бына шулай киҫкен боролош булды, Кәримде тәүге тапҡыр күрҙем. Күргәйнем, нисә йылдар бала булмағанлыҡтан тыуған кисерештәрем үҙенән-үҙе юҡҡа сыҡты ла, йотолдо ла ҡуйҙы, тирә-яҡтағы хафалы донъя бөттө. Ул бала килде лә, мине күптән белгән кешеһе һымаҡ ҡосаҡланы. Мин ул мәлде хәҙер тулыһынса аңлата ла алмайым. "Кәрим, кил әле", - тигәйнем, алдыма ултырҙы ла, һыйынып ҡына йоҡланы ла китте. Шунан барып ашап килде. Зилә апай: "Ул ашаманы ла, һин сығып китмәһен тигән һымаҡ, артына борола ла ҡарай", - ти. Ашхананан йүгереп килеп сыҡты ла, тағы алдыма ултырып, иҙерәп кенә йоҡлап китте. Ике сәғәттәй йоҡлағандыр. Мин баланы уятып ҡуйһам тип ҡурҡам. Кәримем әллә нисә йылдар буйы күңелдә йыйылған ауыр тойғоларҙы юҡҡа сығарҙы. Шулай була икән! Шунан көн һайын уның янына йөрөй башланым, Ғәйсәр минең унда йөрөгәнде белмәне, эш буйынса, тием дә, Кәрим эргәһенә ашығам. Шулай бер ай тирәһе үткәс, Ғәйсәргә, мин бер бала ҡарап йөрөйөм, риза булһаң, бергәләп барып ҡарайыҡ, тинем. Ғәйсәр ризалашты. Эштән һуң, уйынсыҡ машина алып, Кәримгә йүнәлдек. Ғәйсәр ҙә, Кәрим дә бер-береһен, яҡын кешеләрҙәй, тәү күреүҙән оҡшаттылар. Шунан йыш бара башланыҡ, яйлап Кәримде өйгә алып ҡайттыҡ.
Ә өс айлыҡ балабыҙҙы 2022 йылда алдыҡ, Камил тип исемде үҙебеҙ ҡуштыҡ. Ул ваҡытта институтта сессия мәле, филармонияла эшләп йөрөйөм, донъя көтөргә, Кәримде ҡарарға кәрәк. Етмәһә, бер ай буйы бала эргәһендә дауаханала ятып сыҡтым, сөнки бала бик хәлһеҙ ине. Шулай бала көтәм, рамаҙан айында ураҙа тотам, институтта имтихандар тапшырам - миңә һынау гел шулай берәгәй килә лә ҡуя. Аллаһы Тәғәлә һынауҙы хәленән килгән, яратҡан кешеһенә бирә, тиҙәр бит. Ысынлап та ул шулай, тормошта һәр нәмә билдәле бер тәртиптә урынлашмаған.

Һәр кем бара алмай был аҙымға

Бала алыуҙы аҡса өсөн, тигәндәр ҙә юҡ түгелдер, әммә ундай уй бер ваҡытта ла булғаны ла юҡ. Сөнки мин балаларҙы яратам, урамда осраған һәр бала минең өсөн изге йән, улар миндә фәрештәләр кеүек, яҡты хистәр уята, матур нур тыуҙыра, кәйефемде күтәрә, уларҙы тотоп яратҡым килә. Балалар баҡсаһына барһам, һәр баланы арҡаһынан һөйөп, яратып сығам, улар мине генә көтөп торғандар һымаҡ тойола. Бөтәһен дә яратмаһам, берәйһе мәхрүм ҡалған һымаҡ. Мин улдарымды Аллаһы Тәғәләнең бүләге тип ҡабул итәм, иң мөһиме - улар мине әсәй тип ҡабул иттеләр! Ошонан да ҙур бәхет бармы икән? Ҡай берәүҙәр, балаларыңды ныҡ иркәләтәһең, тиҙәр. Минеңсә, иркәләтеү кәрәк, сөнки наҙ-һөйөү хисе ни тиклем көслө булһа, балаларым шул тиклем миңә ынтылып торасаҡ.
Беҙҙең был аҙымға һәр кеше лә бара алмай. Ысынлап та, ундай балаларҙы тәрбиәләү еңелдән түгел. Ике төрлө яҙмыш өсөн Аллаһы Тәғәлә алдында яуап тотам. Был донъяла бер нәмә лә осраҡлы түгел, тигәнгә күптән ышанам. Һәр бер нәмәнең үҙ асылы була. Тимәк, минең маңлайыма шулай яҙылған: бөгөнгө көндә, был тормошта, был фани донъяла шул балаларға тәрбиә биреү, әсәй булыу - минең төп бурысым, мин тәрбиәләмәһәм, кем тәрбиәләй уларҙы?
Ошоға тиклем интервьюларымда балаларыбыҙ тураһында һүҙ ҡуҙғатҡаным булманы. Күп кеше беҙҙең тормошобоҙҙо белә, барыбер асылыуҙың зыяны юҡ, бәлки ошо һөйләшеү кемдәргәлер үрнәк булыр, һабаҡ бирер, бала алырға йөрьәт итмәүселәр өсөн этәргес көс булыр.

Ирек иркенлек ярата

Балалар ихтыяжы әйберҙәрҙә түгел, уларҙың бөтөн нәмәң булыуға иҫтәре китмәй, уларға икеләтә-өсләтә яратыу, һөйөү кәрәк. Бәләкәсем ныҡ иркә, өлкәнем дә шулай була тоғайны, хәҙер ҙурая, үҙгәрә. Үҙ-ара мөнәсәбәттәре һәйбәт. Өлкәнемә: "Әйҙә, һинең эргәңә ҡустымы, һеңлеме алайыҡ", - тип әйткәйнем, шунда уҡ: "Ҡусты алығыҙ" - тине. Хәҙер һеңле һорайҙар. Һаулыҡ булһын, теләгебеҙ бар.
Ғәйсәр менән икебеҙ ҙә сәнғәт кешеләре булһаҡ та, балаларыбыҙҙы был юлға көсләмәйбеҙ, сөнки ваҡытында атай-әсәйҙәребеҙ улай үҫтермәнеләр - шунда уҡырға бараһың, аҡсалы булһын, бөгөнгө көндә кәрәкле һөнәр булһын, тип тылҡыманылар, үҙаллылыҡ бирҙеләр. Ирекле кеше шулай формалашырға тейештер, балаға бәләкәйҙән үк үҙ юлын үҙе һайлау дөрөҫ була. Әгәр үҙем шулай ирекле үҫмәһәм, балаларымды икенсе төрлө тәрбиәләр инем, бөгөнгө көндә бөтөнләй икенсе төрлө хәбәр һөйләп ултырыр инем, фекерҙәрем дә, тормош фиғелем дә башҡаса булыр ине.
Әлбиттә, хәҙерге балаларға ниндәйҙер кимәлдә ҡатылыҡ та кәрәк, шунһыҙ булмай. Тик самалап, уҫаллыҡ менән түгел, атай-әсәй балалары өсөн барыбер өҫтөнөрәк булырға тейеш. Хәҙер бит ата-әсәһен һанға һуҡмаған балалар күп. Мин былай балаларыма ҡаты итеп тыйыу ҡулланмайым, аңлатыу эше алып барам. Һуғыу, туҡмау, тауыш күтәреүҙе ҡулланмайым. Иң тәүҙә үҙең матур өлөгө булырға тейешһең, сөнки ғаилә - ул бәләкәй бер дәүләт, уның эсендә етәксеһе лә булырға тейеш, ҡара эште эшләгәне лә. Балалар тәртипте күреп үҫһендәр. Балаларҙың фекерен белеү ҙә бик мөһим. Нисек уйлайһың, улым, һинең фекерең нисек, тип һорау бер ҙә яҙыҡ түгел. Тырнаҡ эшләтепме, йә керпек үҫтереп ҡайтһам, өлкәнем шуны күрә, үҙ фекерен әйтә. Тамаҡ бешерһәң дә, әсәй, тәмле булды, тип баһалай. Килен кешегә шулай әйтә белһә, насармы?

Балаларым әсәй иттеләр

Тормошта асыҡлыҡ булған ерҙә яһалмалыҡ булмай. Мин шатмын, ғорурмын шундай әсәй булыуыма, балаларға үҙ йылылығымды бирә алыуыма, уларға һөйөү хисен татып, шул етем балаларҙың нурлы йөҙөн күреүемә бәхетлемен. Миңә улар етем түгел, улар булмаһа, минең тормошом ҡырҡа икенсе төрлө булыр ине. Шулар арҡаһында мин бөгөнгө көндә ошолай формалашҡанмын. Улар мине әсәй иттеләр, яҡты йөҙлө, хисле һәм тағы ла нығыраҡ көслө иттеләр.

Шулай итеп...
Сибайҙа Никах һарайы алдында әсәйҙәргә арналған бронза һәйкәл-композиция бар. Ҡулдарын түшенә ҡуйған ҡатын борсоулы уйҙарын йыраҡҡа төбәгән. Унан ике-өс аҙым алдараҡ малай менән ҡыҙ, етәкләшеп, ҡайҙалыр атлыҡҡандар. Тәү ҡарамаҡҡа, ҡатын яңғыҙ тойолған һымаҡ... Юҡсы, ул ниңә яңғыҙ булһын, әсәй кеше бер ваҡытта ла яңғыҙ булмай. Уның бит балалары бар!

Радик ӨМӨТҠУЖИН яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №38, 25 сентябрь – 1 октябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.09.26 | Ҡаралған: 10

Киске Өфө
 

Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru