«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Был көндәрҙә сентябрь календары "Бөтөн донъя автомобилһеҙ бер көн" иғлан итте. Ә һеҙ машинаһыҙ йәшәй алыр инегеҙме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
УЛ КИТАПТЫ БЕҘ ҘӘ ЯҘЫШАБЫҘ
+  - 


Дыуан районы ҡыҙы Зилә Терҡулова 1986 йылда БДУ-ның филология факультетын тамамлай, шунан алып, хаҡлы ялға сыҡҡансы, уҡытыусы булып эшләй. Тормошонан да, эшенән дә ҡәнәғәт ул. Шулай ҙа "Әсәләр көтәләр улдарын" тигән юлдар Зилә Терҡуловаға ла төбәп әйтелгәндәй. Әсәнең бар уйҙары бөгөн улына барып бәйләнә, сөнки Русланы дүрт йыл инде - Махсус хәрби оперцияла. Осрашыуҙар һирәк, ә телефон аша аҙ ғына хәбәрләшеп алыу ҙа йәшәүгә дәрт, ышаныс бирә. Бар ғүмерен мәктәпкә арнаған хеҙмәт ветераны үҙенең уҡыусылары менән дә араны өҙмәй. Бөгөн дә ул киләсәк, йәш быуын тип янып йәшәй. Тормош һынауҙарын үткән Зилә Марс ҡыҙына бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

Зилә, тормошҡа етди ҡараш ғаиләлә һалына. Үҙең ғаилә ҡорғас та, ана шул башланғыстар нигеҙ ташы булып хеҙмәт итә. Ғаиләгеҙҙә ниндәй сифаттар тәрбиәләнде һиндә?

- Эйе, тәрбиә ғаиләнән килә. Минең атайым дүрт класс белемле кеше булһа ла, шул тиклем тырыш, маҡсатлы булды. Иҫ белгәндән хәтерләйем, гел генә: "Ҡыҙым уҡырға кәрәк", - ти торғайны. Атайымдың балаларына талабы - тәртипле булһындар, егәрле булһындар. Егерме дүрт йәшкә еткәс, тормош ҡорорға ваҡыт тип уйланым, Үзбәкстандан килгән эшсән, матур егеткә кейәүгә сыҡтым. Ата-әсәләре сығыштары менән Башҡортостандан, ҡайтып йөрөйҙәр ине. Икенсе улыбыҙ тыуғанда, үҙгәртеп ҡороу осоро, ғәрәсәттәр башланып китте. Урта Азиянан бик күптәрҙе ҡыуҙылар. Беҙ ҙә Башҡортостанға ҡайттыҡ. Бында магазин кәштәләре буш, кәрәк-яраҡты талон менән генә бирәләр. Үзбәкстанда тормош мул ине. Ләкин мин: "Тыуған ерҙән бер ҡайҙа ла китмәйем", - тинем. Һөнәр булғас, бөтә ерҙә эш табыла. Өлкөндө мәктәбенә эшкә барҙым.
Атайым шулай йүнәлеш биреп, намыҫлы, ғәҙел булығыҙ, тип үҫтергәс, тәбиғи, балаларҙы ла шулай тәрбиәләнем. Беренсе улым Альбертҡа: "Һин уҡытыусы балаһы, йөҙгә ҡыҙыллыҡ килмәһен, шулай итмә, былай итмә", - тип артыҡ талапсан да булдым, ахрыһы. Бер мәл улым: "Әсәй, һин мине ныҡ ҡыҫып үҫтерҙең, ҡустыма улай булма, Руслан иркенерәк үҫһен", - тине. Икенсе улым Руслан физкультура дәресен ныҡ яратты, бөтә төр спорт төрҙәре буйынса алда булды. Республика олимпиадаларында ҡатнашты. Артабан улымды бишенсе класҡа район үҙәгендәге лицей-интернатҡа уҡырға бирҙем. Унда еңел атлетика менән шөғөлләнде.
Ошо йылдар эсендә иремде генә түгел, өлкән улымды юғалтыу ҡайғыһын да кисерергә тура килде... Балаларыма килгәндә, улар икеһе ике холоҡло булды. Өлкәне асыҡ, илгәҙәк ине. Көнөнә әллә нисә мәртәбә шылтыратыр, әсәй, хәлең нисек, тип һорашыр ине, ә кинйәһе йомоғораҡ, һүҙгә һаран. Руслан үҙенә ниндәйҙер маҡсат ҡуя ла, бары тик шуға ынтылып, шуның менән генә мауығып тик йөрөй. БДПУ-ның физкультура факультетында уҡыны. Артабан полицияға эшкә барҙы һәм рәхмәттәр алып эшләне. Унан инде мин дә хаҡлы ялға сыҡтым.

Атайығыҙ улдарығыҙҙы тәрбиәләүҙә һеҙгә терәк булған. Ҡайһы мәлдәре ныҡ иҫтә ҡалған?

- Эйе, атайымдың тәрбиәһе ҙур булды. Русланды ла ул бәләкәйҙән бесән сабырға өйрәтте. "Һин башҡортһоң, һин бөтәһен дә белергә тейешһең, ат егә белмәгәс, һин ниндәй егет, ти!" Бына шулай тип әйтә торғайны. Ҡартаталары бер генә ҡарап ала, тегеләр елдереп эшләйҙәр. Айырыуса бәләкәйенә атайымдың иғтибары ныҡ булды. Әлдә уларға ир тәрбиәһе биреүҙә атайым булды. "Эшләгәнегеҙ миңә булһа, өйрәнгәнегеҙ үҙегеҙгә", - тиер ине. Мин бит үҙем көн дә эштәмен. Бишенсе яртыла ғына өйгә ҡайтып инәм, унан ашарға бешерергә, дәрестәрҙе ҡарарға кәрәк. Ә балалар бикле өйгә ҡайталар ине. Был дөрөҫ түгел, ҡатын-ҡыҙ өйҙә булырға тейеш. Ашауҙа ла түгел эш, ә мөхит булдырыуҙа. Минең бөтөн ғүмер Өлкөндөлә үтте. Ә ауылда яңғыҙ ҡатынға тормош көтөүе ауыр. Шуға ҡарамаҫтан, балаларҙы матур итеп үҫтерҙем.

Русландың МХО-ға китеүен нисек ҡабул иттегеҙ?

- Башта ул мобилизацияға эләкте. Миңә ауыл советынан шылтыраттылар. Был хәбәрҙе ишеткәс, нисектер, тыныс ҡабул иттем, сөнки алып китмәҫтәрен һиҙә инем. Ҡайһы бер нәмәне күңелем һиҙә минең. Әсәйем: "Һинең йондоҙоң бар, Зилә", - ти торғайны. Юҡҡа әйтмәгәндер. Нимә теләйем, шул маҡсатыма ирешәм. Юҡ, Русланды был юлы алып китмәҫтәр, тине күңелем. Шылтыраттым. "Әсәй, шулай хәл иттем, мин китәм", - тине. Ә бер нисә көндән кире ҡайтарғандар, тип хәбәр иттеләр. Ни өсөн тигәндә, өлкән улым Тажикстанда хеҙмәт итте, ул разведкала эшләне, ә МХО-ға алынған саҡта ғаилә хәлдәрен асыҡлайҙар. Өлкән улым тураһында мәғлүмәт булғас, Русланды ебәрмәгәндәр. Беҙҙең районда десантсылар туғанлығы көслө. Китеүселәрҙе десантса кейендергәндәр. Улым тороп ҡалған, автобусҡа индермәгәндәр, шунан иптәштәре ултырған автобустың артынан йүгерә икән Русланым. Бына шуны аҙаҡ миңә ишеттерҙеләр, әле лә күҙ алдыма килһә, түҙмәй илап ебәрәм.

Икенсе тапҡырында инде ул үҙ теләге менән китә...

- Был турала ла Руслан хәбәр итмәне, апайым аша белдем. Мине көйҙәрмәйем тип әйтмәгән. "Улым, һин китеп бараһыңмы?"- тип шылтыратам. "Әсәй, тик илама, мин шулай хәл иттем", - тип яуап бирҙе. Бына шундай кеше ул Руслан. Уны артиллерист итеп алдылар. Алғы һыҙыҡҡа егерме саҡрым етмәйҙәр. Иптәштәре араһында үлгәндәр ҙә булды. МХО-ға китеүенең сәбәбен мин асыҡ әйтә алмайым. Бәлки, йөрәк ҡушыуы буйынсалыр. Мин улдарымды яуаплы итеп, илһөйәрлек рухында тәрбиәләнем. Әҙәби әҫәрҙәрҙән айырылманыҡ, бәләкәйҙән китап геройҙары менән таныштырҙым. Был улым өсөн мин, нисектер, тынысмын, ныҡ кеше ул. Отпускыға ҡайтҡанын да алдан әйтмәй, йәнәһе, миңә сюрприз эшләй. Октябрҙә дүрт йыл була инде. Ике тапҡыр яраланды. Хәрби наградалары бар.
Уҡыусыларығыҙҙа әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләгәнһегеҙ. Һеҙҙең үҙегеҙҙең яратҡан ижадсыларығыҙҙы ла белергә ине.
- Әҙәбиәткә һөйөү бәләкәйҙән килә, беҙ һәр саҡ "Ағиҙел" журналын алдыра торғайныҡ. Шундағы әҫәрҙәрҙе әсәй ағайым менән минән ҡысҡырып уҡыта. Ана шунан килде миндә әҙәбиәткә мөхәббәт. Уҡыусыларыма ла: "Ата-әсә булырһығыҙ, балаларығыҙға нәфис әҙәбиәтте ҡысҡырып уҡығыҙ, беҙҙе атай-әсәй шулай өйрәтте", - тип әйтә торғайным.
Пушкинға ҡарағанда, миңә Лермонтов яҡыныраҡ. Пушкин гений, ләкин Лермонтовта дауыллы рух йәшәй. Миңә был яҡын. Үҙемдә лә дауыллы, болалы рух талпына. Рәми Ғариповтың, Тимер Йосоповтың шиғырҙарын яратам. Тимер ағайҙың уйландырғыс, фәлсәфәүи шиғырҙарын ҡат-ҡат уҡыйым. Уҡытыусыбыҙ Ғәли Сәйетбатталов беҙ студент саҡта: "Тимер Йосопов - ижадына тейешле иғтибар бирелмәгән шағир, ниндәй тәрән фәлсәфә ята уның шиғырҙарында!"- ти торғайны. Халыҡ шағиры тигән маҡтаулы исем бирелде аҙаҡ. Әҙәбиәттәр буйынса мин бер китапты ҡалдырмай уҡып барҙым. Уларҙы тулыһынса уҡыу, белеү эшләгәндә миңә ныҡ ярҙм итте. Әҫәрҙәр тормош менән бәйләнгән. "Илһөйәрлек", "ватандарлыҡ" тигән төшөнсәләр нисек тәрбиәләнә? Был йәһәттән нәфис әҙәбиәттең роле баһалап бөткөһөҙ бит. Китап бөгөнгө көндә минең йыуанысым да, йән тыныслығым да. Беҙҙең уландарҙың МХО-лағы үткән юлдары ла, кисерештәре лә ҡасан да булһа шулай уҡ әҙәбиәткә күсәсәк. Ә ул биттәрҙе үҙебеҙҙең өмөт һәм ышаныс аша беҙ ҙә, әсәләр ҙә, яҙышабыҙ, тип уйлайым.

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №38, 25 сентябрь – 1 октябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.09.26 | Ҡаралған: 9

Киске Өфө
 

Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru