«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Был көндәрҙә сентябрь календары "Бөтөн донъя автомобилһеҙ бер көн" иғлан итте. Ә һеҙ машинаһыҙ йәшәй алыр инегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ЙӘШ СИКТӘРЕ БАРМЫ УЛ?
+  - 

Күптәр, билдәле бер йәштән һуң водитель таныҡлығы үҙ көсөн юғалта, автоматик рәүештә ғәмәлдән сығарыла, тип уйлай. Әммә был - яңылыш фекер. Рәсәй ҡануниәттәрендә бындай ҡағиҙә юҡ. Ә бына медицина контроле 65 йәштән һуң, ысынлап та, ҡатылана, ти белгестәр.

Шулай итеп, әгәр кеше мотлаҡ медицина комиссияһын уңышлы үтә һәм транспорт менән идара итеүгә һәләтле икән, нисә йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул автомобиль йөрөтә ала.
65 йәштән өлкәндәр өсөн медицина комиссияһы өҫтәмә тикшереүҙәр үткәреүе ихтимал. Бигерәк тә йөрәк-ҡан тамырҙары йәки нервылар системаһы ауырыуҙары булған осраҡта. Был мәғлүмәттәр иһә табиптарҙың даими иғтибарында. Сөнки бөгөнгө көндә һаулыҡҡа ҡағылышлы барлыҡ мәғлүмәт цифрлаштырылған, махсус компьютер программаһында ҡасан, ниндәй табипҡа күренгәнең, ҡуйылған диагноз һәм дауаланыу тарихы сағылып тора.
Һәр осраҡта ла табиптар хәтер, иғтибар туплау, реакция тиҙлеге, хәрәкәтте координациялау һәм ишетеү һәләттәрен баһалай. Айырыуса иғтибар когнитив функцияға (мәғлүмәтте ҡабул итеү, хәтерләү, анализлау, эшкәртеү һәм ҡулланыу һәләте) йүнәлтелә, сөнки тап ул кешенең ҡатмарлы юл ситуацияларында тиҙ арала ҡарар ҡабул итә алыу сифатын билдәләй.
Әгәр һаулыҡ торошо тейешле талаптарға тап килә икән, водителгә бер ниндәй сикләүһеҙ медицина белешмәһе бирелә. Ә инде һаулығында етди тайпылыштар асыҡланһа, комиссия транспорт менән идара итеүҙе ваҡытлыса йәки даими тыйыу тураһында һығымта эшләй. Бындай осраҡта тупланған мәғлүмәт Дәүләт автоинспекцияһына тапшырыла һәм водитель таныҡлығы медицина күрһәткестәре буйынса ғәмәлдән сығарыла.
Ә ниндәй сәбәптәр арҡаһында водитель таныҡлығынан мәхрүм итеүҙәре ихтимал һуң?
Автомобиль менән идара итеүҙән ситләтеүҙең төп нигеҙе булып, үрҙә әйтелеүенсә, йәш түгел, ә етди һаулыҡ проблемалары тора. Уларға күреү һәләтенең ныҡ насарайыуы, йөрәк ритмының боҙолоуы, инсульт эҙемтәләре һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенә йоғонто яһаусы башҡа ауырыуҙар инә.
Шул уҡ ваҡытта страховка компаниялары статистикаһы күрһәтеүенсә, оло йәштәге автомобилселәр йыш ҡына иң тәртипле водителдәр һанала. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса, мәҫәлән, 60 йәштән 69 йәшкә тиклемге водителдәр 60 йәштән кесерәктәргә ҡарағанда өс тапҡырға тиерлек аҙыраҡ юл-транспорт ваҡиғаһына эләккән. Ә 80 йәштән өлкәндәргә килгәндә иһә, улар араһында авария кимәле ил буйынса уртаса күрһәткестән яҡынса 4 процентҡа түбәнерәк икән.
Әлбиттә, һәр кем медицина комиссияһы ҡарарына бәйле судҡа ялыу бирә ала. Бының өсөн баш тартыу сәбәптәрен күрһәткән документ алырға, өҫтәмә тикшереү йәки дауалау үтергә һәм документтарҙы медицина комиссияһына ҡабаттан тапшырырға кәрәк. Мәҫәлән, әгәр сәбәп күҙең насарайыуы икән, проблеманы күҙлек йәки контактлы линзалар ярҙамында хәл итергә мөмкин. Был осраҡта водитель таныҡлығында күҙлек кейеү мотлаҡ булыу тураһында тейешле билдә ҡуйыла.
Баҡһаң, Сауд Ғәрәбстанында 75 йәштән һуң водитель таныҡлығы үҙ көсөн юғалта. Йәғни, ошо йәште үткәндәргә руль артында йөрөү тыйыла. Төркиәлә иһә 70 йәште үткәндәр йыл һайын медицина комиссияһы үтергә тейеш. Ә Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә, Филиппинда бындай тикшерелеү алты ай һайын ҡаралған.

"Киске Өфө" гәзите, №38, 25 сентябрь – 1 октябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.09.26 | Ҡаралған: 8

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru