«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Был көндәрҙә сентябрь календары "Бөтөн донъя автомобилһеҙ бер көн" иғлан итте. Ә һеҙ машинаһыҙ йәшәй алыр инегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ҺӘЛӘТЛЕЛӘРҘЕ ЕТӘКСЕЛӘР ҘӘ КҮҘҘӘН ЫСҠЫНДЫРМАЙ
+  - 

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Күмертау уҡыусыһы Әнүәр Вәхитов менән осрашты.

Үҫмер М.Ғ. Рәхимов исемендәге 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатында белем ала. Төбәк етәксеһе уны 2026 йылдың июнендә III Бөтә Рәсәй балалар Фольклориадаһында ҡатнашыусылар менән аралашыу барышында эш урынына ҡунаҡҡа саҡырғайны. Күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнгән 12 йәшлек Әнүәр Вәхитов осрашыуға Күмертауҙа М. Исҡужин исемендәге прогимназияның тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары булып эшләгән әсәһе Айгөл Йәүҙәт ҡыҙы менән килде. Ул улының музыкаль һәләттәренең биш йәшендә асыла башлауы хаҡында һөйләне. Артабан халыҡ йырына һөйөү тәрбиәләүҙә педагог, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Йәмилә Рамаҙанова ярҙам иткән. Үҫмерҙең уңыштары иҫәбендә - төрлө кимәлдәге сараларҙа, шул иҫәптән "Сулпылар - 2022" республика телевизион конкурсында, "Алтын сапсан" Бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр ижады фестивалендә ҡатнашыу һәм күп һанлы еңеүҙәр. Ә 2026 йылдың сентябрендә Әнүәр урындағы балалар музыка мәктәбенең ҡурай класына уҡырға ингән. Шулай уҡ ғәрәп телен өйрәнә, футбол менән мауыға.
Башҡортостан Башлығы Әнүәр Вәхитовҡа үҙенең эш урыны буйлап экскурсия үткәрҙе - эш кабинеты, осрашыуҙар һәм кәңәшмәләр залдары менән таныштырҙы. Осрашыу аҙағында Радий Хәбиров һәләтле үҫмергә уҡыуҙа уңыштар һәм яңы ижади үрҙәр теләне. "Талантлы малай миңә бик оҡшаны. Ул Бөтә Рәсәй балалар Фольклориадаһында республикабыҙ исеменән сығыш яһаны, - тине төбәк етәксеһе осрашыуҙан һуң. - Ошондай балаларҙың бында килеүен теләйем, уларға экскурсиялар үткәрергә һәм үҙемдең эшем тураһында һөйләргә әҙермен. Сөнки һәр ҡылығыбыҙ ниндәйҙер файҙа килтерергә тейеш. Ҡайтҡас, ул шулай уҡ артабан үҫешергә һәм уңыштар яуларға теләүе хаҡында белдерәсәк. Беҙ бында уларҙы тик яҡшы уйҙарға этәрәбеҙ".

"Киске Өфө" гәзите, №38, 25 сентябрь – 1 октябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.09.26 | Ҡаралған: 10

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru