«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Рәсәй мәктәптәрендә ун меңгә яҡын уҡытыусы етешмәй. Шул уҡ хәл дауаханаларҙа ла, заводтарҙа ла һәм фәнни учреждениеларҙа ла күҙәтелә. Ни өсөн юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар бюджет өлкәһенә эшкә бармай?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

БЕҘҘЕҢ ЗАМАН
+  - 

Номенклатурала үткән йәшлек

Мәскәүҙән ҡайтҡас, мин бер йылдан ашыуыраҡ "Агитатор блокноты" баҫмаһын сығарыу эше менән мәшғүл булдым. Был ябай инструктор эшенә ҡарағанда абруйлыраҡ, үҙаллы һәм ижади эшкә тиң ине.
Бер мәл өлкә комитет бүлегенә саҡырып алып, "Ҡаҙ өмәһе" байрамының сценарийын яҙырға ҡуштылар. Был байрам райондарҙа элегерәк үткәрелгән хәлдә лә, урындағылар нисек ҡулай күрә, шулай ойошторолоп килде. Күрәһең, өлкә комитетта уны яңыртып, заманса төҫ индереп ойошторорға ниәт иткәндәрҙер. Ике-өс көн үткәс, Т.И. Ахунйәнов кабинетына инеп, үҙем яҙған сценарийҙы күрһәттем. Ул, ауылда тальян гармунһыҙ байрам булмай, тип, шағир Әнғәм Атнабаевҡа шылтыратты һәм уға ла ошо эшкә ҡушылырға тәҡдим итте. Шулай итеп, республикабыҙҙың башҡорт, татар, сыуаш ауылдарында яңы, күңелле һәм матур саралар уҙғарыла башланы.
Йыл аҙағында булһа кәрәк, Урал Насир улы Бакиров шылтыратты, тиҙ генә өлкә комитетҡа килергә ҡушты. Шулай итеп, беҙ өлкә комитет коридорҙары буйлап, М.З.Шакиров бүлмәһенә йүнәлдек. Иң ҙур түрәгә саҡырылғас, миңә яңы эш тәҡдим ителәсәген һиҙемләй инем. Кабинет хужаһының ихтирамлы ҡарашы, яғымлы тоны уның миңә ҡарата яҡшы мөғәмәләлә булыуын белдереп тора ине. Миҙхәт Закир улының ҡуйы ҡаштары өҫкәрәк күтәрелеп китте, уның эләктереп ала торған ҡарашы йөрәккә үтеп керерлек ҡырыҫ һәм етди төҫ алды.
- Спиртлы эсемлектәр, ҡатын-ҡыҙҙар менән мауыҡмайһыңмы? - тип, ҡырыҫ ҡына өндәште ул миңә. Яуап биргәнде көтөп тә тормайынса, шулай тип тә өҫтәп ҡуйҙы:
- Ҡара уны, ишетһәм, ҡолағыңды борормон.
Шулай итеп, өлкә комитеттың матбуғат, телевидение һәм радио секторы мөдире вазифаһында эшләй башланым. Минең туранан-тура етәкселәрем Ахунйәнов һәм Бакиров булды.
Ул саҡта Башҡортостан бөтә илдә ныҡ таныулы ине. Уның иҡтисади-етештереү ҡеүәтенә союздаш республикалар ҙа көнләшерлек булды. Йылдан-йылға пландар һәм өҫтәмә бурыстар үтәлә килде, йыл һайын йөҙҙәрсә яңы объекттар сафҡа индерелде. Шуға күрә партияның Үҙәк Комитеты алдында Шакировтың абруйы ҙур булды. Съездарҙа һәм сессияларҙа ул президиумдарҙа ултырҙы, уға сығыш яһау мөмкин булды. Партия сәйәсәте эше лә яҡшы баһаланды. Коммунистарҙың белем кимәлен күтәреү, телдән һәм матбуғатта пропаганда эштәрен алып барыу, башҡа йүнәлештәр буйынса Башҡортостан Өлкә комитеты иң өлгөлө итеп баһаланды.
Партияның Өлкә комитетында Таһир Ахунйәнов бик эшлекле белгес булараҡ танылыу тапты. Ул үҙенә күрә һәләтле кеше булды, повестар һәм пьесалар яҙҙы, тальян гармунда уйнаны, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән дуҫ булды. Идеология мәсьәләләре буйынса ул Үҙәк Комитет секретары М.А. Сусловтың урындағы копияһы һымағыраҡ ине. Ошоға бәйләнешле бер анекдот та бар ине ул саҡта. Бер саҡ Үҙәк Комитет аппаратында Суслов фамилиялы бер инструктор үҙен әлеге юғары партия әһеленең туғаны тип әйтә башлаған ти. Суслов уны үҙенең кабинетына саҡыртып алған һәм унан былай тип һораған:
- Һеҙҙең фамилияғыҙ нисек?
Теге әйткән:
- Мин дә Суслов булам!
Илебеҙҙең марксистик идеологияһын ғәмәлгә ашырыусы кеше әлеге кесе Сусловҡа ҡалын быялалы күҙлеге аша һөҙөп ҡарап, ошолай тип әйткән имеш:
- Суслов түгел һин, ә Сусликов!
Тарихсы Б.Х. Юлдашбаев әйткәнсә, Ахунйәнов Шакиров осоронда үҙен ысын сталинсы итеп танытҡан. Үҙәктә Суслов нисек эш итһә, Башҡортостанда Ахунйәнов та шул уҡ сәйәсәтте ныҡышмалы рәүештә бойомға ашыра килгән. Мин Өлкә комитетта эшләгән йылдарҙа бер отчет та уның имзаһынан башҡа Үҙәк Комитетҡа ебәрелмәй ине. Барса матбуғат саралары, мәғариф, фән һәм мәҙәниәт егерме йылдан ашыу уның шәхси һәм Өлкә комитеттың идеологик контроле аҫтында тотолдо.

Аппарат хеҙмәткәренең эш көндәре

Мин райкомдарҙың урындағы матбуғат менән идара итеүен һәм Башҡортостан "Китап" нәшриәтенең баҫмаларын һәм брошюраларын таратыуын тикшереү буйынса эшсе төркөмдәрҙе етәкләнем. Бындай мәсьәләләрҙе өйрәнеү һәм анализлау етди етешһеҙлектәр һәм килешеп булмай торған факттар булыуын асыҡланы. Әммә Благовар һәм Мишкә райондары буйынса әҙерләнгән материалдар бюроға сығарылманы. Бында минең бер ниндәй ҙә ғәйебем юҡ ине.
Ул саҡта партия матбуғаты абруйлы ине, ул пропаганда алып барыу һәм мобилизациялау яғынан көслө булды. Ҡар иреп бөтөү һәм яҙғы баҫыу эштәре башланыу менән Миҙхәт Закир улының үҙенә Бакировты саҡыртып алыуы һәм сәсеү кампанияһына ҡушылыуҙы талап итеүе ғәҙәти хәл булараҡ ҡабул ителде. Бер көндөң тотош йылды ашатыуын тәьмин иткән айҙарҙа баҫыу эштәре барышы хаҡында материалдар һәм уның картаһы республика гәзиттәренең тәүге биттәрендә баҫылып сыға ине. Пропаганда бүлеге мал аҙығы һәм иген өсөн көрәш штабына әйләнә. Картала күрһәтелгән гектарҙар һәм проценттар алдынғыларҙы һәм артта ҡалыусыларҙы асыҡлай. Етәкселәрҙе маҡтау, йә иһә тәнҡитләү шелтә биреүҙән, эштән алыуҙан һөҙөмтәлерәк булды.
Уңыш йыйыу осоронда Совет майҙанында бурыстарын үтәгәндәр хөрмәтенә Ҡыҙыл байраҡ күтәрелде, делегация ағзаларына сәскәләр бүләк ителде. Алдынғыларҙың рапорттары һәм фотолары республика гәзиттәрендә баҫылып сыҡты. Церемония тамамланғас, ауыл хеҙмәтсәндәрен Өфөнөң бәғзе бер хеҙмәт коллективы ҡунаҡҡа алып ҡайта, улар эшселәр менән ошо ваҡиғаны тантаналы рәүештә билдәләй ине.
Беҙ йәшәгән дәүерҙә барыһы ла күнегелгән бер халәттә, аҡыл менән эшләнде. Ололар эшләне. Балалар мәктәпкә йөрөнө. Коммунистар алда барҙы...

Мансур ӘЙҮПОВ.
(Дауамы. Башы 37-38-се һандарҙа).

"Киске Өфө" гәзите, №39, 2 - 8 октябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.10.26 | Ҡаралған: 11

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru