«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Рәсәй мәктәптәрендә ун меңгә яҡын уҡытыусы етешмәй. Шул уҡ хәл дауаханаларҙа ла, заводтарҙа ла һәм фәнни учреждениеларҙа ла күҙәтелә. Ни өсөн юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар бюджет өлкәһенә эшкә бармай?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
ФОЛЬКЛОРЫБЫҘ АСЫЛЫНДА - ХАЛҠЫБЫҘҘЫҢ БОРОНҒО ТАРИХЫ, КӨНИТМЕШЕ, МӘҘӘНИӘТЕ ҺӘМ ӘХЛАҒЫ
+  - 


Бөгөнгө әңгәмәселәребеҙ - Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғалимдары, филология фәндәре докторы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлнур Рауил ҡыҙы ХӨСӘЙЕНОВА һәм философия фәндәре кандидаты, этнолог Зәкирйән Ғәлимйән улы ӘМИНЕВ.

Халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады, йәғни фольклор материалдары, уның беҙҙең заманға килеп еткән иҫ киткес рухи мираҫы, тип раҫлау хаҡлы булыр. Фольклор үтә боронғо замандарға барып тоташа. Уның буйынса бихисап ғилми хеҙмәттәр яҙылған, йөҙәрләгән мәҡәләләр һәм китаптар баҫылып сыҡҡан. Халыҡ ижадын өйрәнеү бөгөн дә актуаль булып ҡаламы, уның замандаштарыбыҙ өсөн ниндәй әһәмиәте бар?

Гөлнур Хөсәйенова:
Хәҙерге йәмғиәттә бер ҡараш бар: йәнәһе, әлеге ваҡытта фольклор актуаль түгел, уның бер кемгә лә кәрәге лә, әһәмиәте лә юҡ икән. "Экспедицияларға сығып йөрөйһөгөҙ, әммә бөгөн халыҡ ижадын белеүселәр юҡҡа иҫәп", - тип тә ебәрәләр. Ошо фекергә ҡаршы билдәле ғалим, филология фәндәре докторы, МДУ профессоры Владимир Прокопьевич Аникиндың ошо һүҙҙәрен килтерергә була: "Халыҡ йәшәй икән, уның ижады ла йәшәй". Донъяла бер нәмә лә үҙгәрмәй тормай бит, йәмғиәттә барған үҙгәрештәр фольклорҙа ла һәр даим сағылыш таба.
Бына, мәҫәлән, таҡмаҡтар бынан 100 йыл элек тә булған, улар хәҙерге заманда ла бар. Яңыраҡ ҡына бензингә ҡытлыҡ булып алды, халыҡ ошо хаҡта социаль селтәрҙәргә әллә күпме таҡмаҡтар ҡуйҙы. Коронавирус сире ни тиклем ауыр кисерелмәһен, ошо яманаты сыҡҡан сиргә ҡарата ла таҡмаҡтар ижад ителде. Шуға күрә таҡмаҡтарҙы фольклорҙың иң әүҙем һәм тиҙ таралыусы жанры тип нарыҡлап була.
Йәнә бәйеттәр тураһында ла әйтмәй булмай, ул бик боронғо жанрҙарҙың береһе. Ғәҙәттә, бәйеттәр төрлө трагик ситуацияларҙа ваҡытһыҙ вафат булған кешеләргә арнап сығарыла. Мәҫәлән, төрлө һуғыштарҙа һәләк булған яугирҙарға арнап сығарылған бәйеттәр бик күп. Уларҙы шәһит булғандарҙың үлемен ауыр кисергән кешеләр - туғандары, дуҫтары, уҡытыусылары сығара. Ваҡытында Афғанстанда, Чечняла һәләк булған һалдаттарға арналған бәйеттәр яҙып алынғайны. Ә бына МХО-ла һәләк булғандар тураһында сығарылған бәйеттәр юҡ һымаҡ ине. Яңыраҡ йәш ғалимәбеҙ Айгөл Хәкимйәнова Баймаҡҡа экспедицияға барып ҡайтҡайны, ул шунда МХО менән бәйле бәйет сығарыусыларҙы табып, бер нисә бәйет яҙып алған. Халыҡ ижадында тормош-көнкүреш бәйеттәре лә байтаҡ. Уларҙа, төрлө трагик хәлдәргә осрап, янғындарҙа, йылға-күлдәрҙә, аварияларҙа фажиғәле үлемгә дусар булған кешеләр менән бәйле кисерелгән ҡайғы-хәсрәттәр, туғандарын өҙөлөп юҡһыныу мотивтары сағылыш таба. Әйткәндәй, әлеге ваҡытта һуғыш һәм тормош-көнкүреш бәйеттәре индерелгән 2 томлы яңы баҫма әҙерләнде.

Бәлки, бәйет сығарыусылар, мәрхүмдәрҙе ошолай иҫкә алып, бер ни тиклем күңел тыныслығына өлгәшергә теләйҙер?

Гөлнур Хөсәйенова:
Уныһы ла бар, әммә бәйеттәр борон-борондан ниндәйҙер трагик хәлдәр тураһындағы мәғлүмәттәрҙе быуындан-быуынға тапшырыу маҡсатында ижад ителгән. Бәйеттәрҙең бындай функцияһы - тарихи һәм шәхси трагик ваҡиғаларҙы иҫкә алыуҙан, уларҙы халыҡ хәтерендә һаҡлап ҡалыуҙан ғибәрәт.

Башлыса, ауыҙ-тел ижадына ҡараған халыҡ әҫәрҙәре, күп ваҡыттар арауығында телдән-телгә күсә барып, һаҡланып ҡала, һуңынан фольклорсылар тарафынан яҙып алына. Әммә уҡый-яҙа белеүсе ижадсылар баштан уҡ шул уҡ бәйеттәрҙе ҡағыҙға теркәй барған, тип фекер йөрөтөргә лә булалыр?

Гөлнур Хөсәйенова:
Академик Ғайса ағай Хөсәйенов бәйеттәр халыҡтың яҙма ижадына ҡарай, тип белдергәйне. Уныңса, XVIII быуатта уҡ башҡорттар араһында уҡымышлы кешеләр байтаҡ булған. Мәҙрәсәләрҙә уҡып йөрөгән шәкерттәр бәйеттәрҙе яҙып теркәй алған. Шуға ҡарамаҫтан, бәйеттәрҙең, бик боронғо жанр булараҡ, халыҡтың ауыҙ-тел ижадына ҡарауын раҫлаусы ғалимдарыбыҙ ҙа бар.

Һәр бер халыҡтың ауыҙ-тел ижадына күсәгилешлек хас, улай булмаһа, бик күп фольклор әҫәрҙәре юғалып юҡҡа сығыр ине. Әйтәйек, башҡорт фольклорының күләме бик ҙур, әммә ул, түкмәй-сәсмәй тигәндәй, быуындан-быуынға тапшырыла килеп, бик яҡшы һаҡланған.

Гөлнур Хөсәйенова:
Төрлө ғилми-ғәмәли конференцияларҙа ғалимдарҙың ошо хаҡта сығыш яһағандары, фекер алышҡандары бар. Бына Алтайҙан йәш ғалим-фольклорсы Аркадий Конуновҡа шундай һорау биргәйнеләр: "Алтайҙа хәҙерге осорҙа ла эпик әҫәрҙәр ижад итеүсе йәштәр күп, быны нисек аңлатырға була?" Ғалимдың яуабы бик ҡыҙыҡлы булды. Алтайҙа эпик әҫәрҙәрҙе ятлап һөйләү конкурстары йыш уҙғарыла икән. Ниндәйҙер бер эпосты ятлай-ятлай торғас, уның клишелары, йәғни тотороҡло урындары үҙенән-үҙе иҫтә ҡала. Баҡтиһәң, йәш ижадсылар эпостарҙың ошондай типик урындарын, килешле генә итеп, үҙҙәре яҙған әҫәрҙәрҙә ҡуллана башлаған. Һөҙөмтәлә әлеге әҫәрҙәрҙең күләме ҙурая һәм улар эпик төҫ ала. Беҙҙең фольклорыбыҙҙа ла ниндәйҙер бер образды, теманы һүрәтләүсе уртаҡ, оҡшаш урындар бар. Әйтәйек, ҡатын-ҡыҙҙың матурлығын һүрәтләү өсөн Силәбе яҡтарында "айһынды ҡыҙ", йә иһә яңы тыуған ҡыҙ баланың "бер бите ай, икенсеһе - көн", ошо ҡатын "алыптай ул тапҡан" кеүек тотороҡло һүҙбәйләнештәр ҡулланыла, улар "тасуирлау формулалары" тип атала.
Халыҡ ижадында ошондай типик һүрәтләү алымдары йыш осрай, ә был һөйләү, аралашыу теле менән бергә боронғо традицияларҙы һаҡлау йәһәтенән бик мөһим. Унан һуң фольклор әҫәрҙәренең лирик-поэтик мотивтар менән һуғарылған өлөштәре була: ниндәйҙер бер ваҡиғаларҙы һүрәтләгәндә ҡәҙимгесә һөйләү барышына көйгә һалынған шиғри юлдар ялғана бара, был бигерәк тә беҙҙең ҡобайырҙарыбыҙға хас. Күсәгилешлек тигәндән, йәнә бер ҡыҙыҡлы күренеш иҫкә төшә. Бишектәге сабыйҙы бәүетеп ултырған сағында уның оләсәһе былай тип һамаҡлай: "Атайың булыр Ғүмәр, инәйең булыр Ғәйшә, ағайың булыр Айбулат, апайың булыр Айгизә, үҙең булырһың Хәсән, шуларҙы белеп тор!" Нәҫел-нәсәбе хаҡындағы мәғлүмәтте бала бишектә ятҡан сағынан уҡ шулай итеп исемләп тороп һеңдерә башлағандар.

Психология фәнендә бындай алымды ҡулланыу нейролингвистик программалау (НЛП) тип атала.

Гөлнур Хөсәйенова:
Ысынлап та, халыҡ ижадын ҡулланып, бишектәге баланы "программалай" башлағандар: "Ир-егет булып үҫерһең, батыр булырһың, мәҙрәсәләрҙә уҡырһың, аҡыллы булырһың һ.б." Халыҡ тәрбиәһендә шул уҡ бишек йырҙарының, әкиәттәр, бәйеттәр, риүәйәттәр, тарихи йырҙар, йомаҡтар, мәҡәлдәр һәм әйтемдәрҙең бик урынлы һәм оҫталарса ҡулланылыуы билдәле.

Үҙемдең ғаилә тәрбиәһенән бер миҫал килтерәйем әле. Улыбыҙ сабый сағында илай, мыжый башлаһа, ҡатыным берәй бишек йырын көйләй, ә мин өзләп ала инем. Ике-өс минуттан бала тыныслана, оҙаҡламай йоҡлап та китә. Күрәһең, өзләү бик боронғо феномендыр, һәм ул баланың аҫҡы аңына ныҡ тәьҫир итә ала.

Гөлнур Хөсәйенова:
Һеҙ килтергән миҫал сәсәниә Асия Солтан ҡыҙы Ғәйнуллина һөйләгән бер ваҡиғаны иҫкә төшөрҙө. Ул Японияла бишек йырҙары конкурсында ҡатнашҡан сағында һүҙһеҙ генә башҡарыла торған бишек көйөн тамашасыларға көйләп ишеттергән: "Әүә-әүә-әүә, әүә-әүә-әүә..." Япон белгестәре ошо көйҙө иҫтәре китеп тыңлай һәм уны иң боронғо бишек көйө, тип баһалай.

Эпос-ҡобайырҙарыбыҙ башҡорт фольклорында үҙәк урынды биләй. Боронғо "Урал батыр" героик ҡобайырын халҡыбыҙ аҡылының иң аҫыл өлгөһө итеп ҡарау фарыз. Ҡобайырмы, әллә эпосмы ошо әҫәр, тип социаль селтәрҙәрҙә бәхәс тә ҡубып алды.

Гөлнур Хөсәйенова:
Ҡобайыр һәм эпос һүҙҙәре синонимик мәғәнәгә эйә, шуға күрә был осраҡта бер ниндәй ҙә бәхәскә урын юҡ.

Эпостарыбыҙ - халҡыбыҙҙың аҡыл һәм әхлаҡ сығанағы ул. Боронғо ата-бабаларыбыҙ ни өсөн шундай күләмле эпостар ижад иткән?

Зәкирйән Әминев:
XIX быуаттың күренекле философы Гегель былай тип әйткән: "Героик тарихы булған халыҡтар ғына эпостар ижад итә алған". Башҡорт батырлығы башында Урал батыр тора, ә оҙайлы тарихыбыҙ дауамында халҡыбыҙ бик күп батырҙар тыуҙырған. Батырҙар ерен, илен, халҡын ҡурсалап яу сапҡан, илбаҫарҙар менән үлемесле алыштарҙа тәнен дә, йәнен дә йәлләмәгән. Кешеләр йәшәгән донъя ла, уларҙың йәшәйештәре лә күп яҡлы, шуға күрә халҡыбыҙҙың боронғо мифтары ла күп яҡлы һәм күләмле. Халыҡ батырҙарын данлау киләсәк быуындарҙы героик рухта тәрбиәләү өсөн кәрәк булғанлығын боронғо сәсәндәребеҙ яҡшы аңлаған. Эпостарҙа, риүәйәттәрҙә, легендаларҙа һүрәтләнгән шанлы тарихыбыҙ менән беҙ әлегә тиклем һоҡланабыҙ һәм ғорурланабыҙ.

Йәнтөйәгебеҙ - Урал тауҙары беҙҙең тәбиғи мөхитебеҙҙең төп географик объекты булғас, Урал батыр ҙа хал-ҡыбыҙ аңында баш батыр образы рәүешендә формалашҡандыр ул?

Зәкирйән Әминев:
Урал тауҙары нисек боронғо булһа, уны төйәк иткән халҡыбыҙ ҙа шулай уҡ боронғо. Шуға күрә "Урал батыр" эпосын донъяның иң боронғо эпосы, тип хаҡлы рәүештә раҫларға була. Эпосты дөрөҫ аңлар өсөн уны сығарған халыҡтың тарихын яҡшы белергә кәрәк. Эпостың төбөндә һәр ваҡыт ниндәйҙер бер героик ваҡиғалар ята. Әлбиттә, эпоста сағылдырылған ваҡиғалар образлы итеп бирелә, сөнки унда ҡасандыр бик күп быуаттар әүәл булып уҙған тормош күренештәре һүрәтләнә. Бына алдараҡ халыҡ сығарған бәйеттәр иҫкә алып кителде, ә улар ни барыһы айырым шәхестәрҙең хис-кисерештәрен, ҡайғы-хәсрәттәрен сағылдыра. Ә героик эпоста тотош халыҡтың рухи көсөргәнешле йәшәйеше, барса булған көсөн һалып, бихисап ҡаршылыҡтар аша үтеп, нисек еңеү яулауы хаҡында бәйән ителә. Әйткәнебеҙсә, башҡорт сәсәндәре, батырҙар ҡылған ғәмәлдәр хаҡында эпик телмәр тотоп, йәштәрҙе улар өлгөһөндә тәрбиәләүҙе тәү маҡсат итеп ҡуя.
Батырҙар халыҡ хәтерендә мәңге йәшәргә тейеш, данлы улдарын онотмаған халыҡ ҡына яңы батырҙар тыуҙыра ала. Эпостар башҡа халыҡтарҙа ла бар ул, әммә эпослы халыҡтар араһында башҡорттар ғына иң байы, тип хаҡлы рәүештә әйтә алабыҙ. Ни өсөн? Бының төп сәбәбе бер: халҡыбыҙ иң боронғо дәүерҙәрҙән бирле Уралда формалашҡан, тап шул мөхиттә тупланған, бер ҡайҙан да килмәгән һәм бер ҡайҙа ла күсеп китмәгән. Башҡорттоң эпик хәтере уның тәү һәм берҙән-бер төйәге - Урал менән туранан-тура бәйле, был шарт уның барса мәҙәниәтен тотороҡло итә.
Ә далаларҙа күсенеп йөрөгән ҡәүемдәрҙең хәтере ҡыҫҡа, улар үҙҙәренең боронғо ата-бабаларының ҡасан, ҡайҙа йәшәгәндәрен, ниндәй ғәмәлдәр ҡылғандарын онотоп бөткән. Далаларҙа бер ҡәүем икенсеһен ҡыҫырыҡлап сығара бара, улар һәр даим ситтән килгәндәрҙең һөжүменә дусар ителеп, бер тарафтан икенсеһенә күсеп йөрөргә мәжбүр ителә. Тарихи яҙмаларҙа исемдәре иҫкә алынып, һуңынан таралып юҡҡа сыҡҡан халыҡтар бихисап. Далаларҙа топонимика тотороҡло түгел, географик объекттарҙың боронғо дәүерҙәрҙә нисек аталғанлығын бер кем дә хәтерләмәй. Мәҫәлән, ҡаҙаҡ далаларының топонимкаһы тик һуңғы осорҙарҙа ғына формалашҡан.
Билдәле совет археологы Светлана Плетнева башҡорт халҡының мәҙәниәте тотороҡло булыуын, уның боронғо дәүерҙәрҙән хәҙергәсә һаҡланып ҡалыуын, уның тап Көньяҡ Уралда формалашып, ошо мөхиттә даими йәшәүе менән бәйләп аңлата.

"Урал батыр" эпосын ғилми яҡтан өйрәнгән ғалимдар унда бәйән ителгән мәғлүмәттәрҙең бик тәрән һәм киң булыуын, йәғни энциклопедик характер алыуын иғтибарға ала.

Зәкирйән Әминев:
"Урал батыр" эпосының тәүге юлдарына иғтибар итегеҙ: әле Ер йөҙөндә бер генә халыҡ та булмаған, ҡоро ер юҡ, бар тарафта диңгеҙ йәйрәп ятҡан дәүер иҫкә алына. Тураһын әйткәндә, башҡорт та юҡ, кешелек тә юҡ әле. Ошондай боронғо хәтер ҡайһы халыҡта бар һуң! Ысынбарлыҡта космогенез, кешелектең барлыҡҡа килеүе, халыҡтың ойошоуы бер-береһе менән бәйләнеп, үрелешеп бара. Эпоста халҡыбыҙҙың бик боронғо, архаик замандарҙа уҡ формалаша башлауы, шул дәүергә хас күренештәр телгә алына. "Урал батыр" - бик ҙур күләмле миф ул, унда халыҡтың бик боронғо мифик тарихы сағылдырыла, әммә һәр мифтың нигеҙендә ысынбарлыҡ ята. Әйтәйек, ғәрәптәрҙә шул уҡ космогенетик һәм башҡа донъяуи идеялар, ҡараштар Ҡөрьән-Кәрим (Ислам) тәғлимәте аша бирелә, был йәһүдиҙәрҙең Библияһында сағылдырылған мәғлүмәттәргә тап килә.
Башҡорттарҙың донъяға ҡараштары улар Ислам динен ҡабул иткәнгә тиклем бик күп быуаттар әүәлерәк формалашҡан. Боронғо ата-бабаларыбыҙҙың тормош шарттары, йәшәү рәүеше уларҙан үҙ-үҙҙәрен дә, тәбиғи мөхитте лә аңлап ҡабул итеүҙе талап иткән. Ул дәүер кешеләре лә уйланмайынса, фекер тупламайынса йәшәй алмаған: был донъя ҡасан, нисек бар булған, уны кем яралтҡан, беҙ кем, ҡасан, нисек хасил ителгәнбеҙ, ни рәүешле йәшәргә, кеше булыр өсөн ниндәй сифаттарға эйә булырға тейешбеҙ һ.б. ошондай һорауҙарға яуап эҙләгән дә инде ата-бабаларыбыҙ. Ислам дине тәғлимәтендә лә инсан алдында ошондай уҡ һорауҙар ҡуйыла һәм тейешле йәшәйеш ҡағиҙәләре билдәлә-нә. Ә боронғо башҡорт мөхитендә халҡыбыҙҙың тәү йәшәйеш программаһы - "Урал батыр" эпосы ижад ителә.
Фольклор фәнендә күптән билдәле булған бер аксиома бар: бик боронғо халыҡтарға этноцентризм хас, йәғни улар үҙҙәрен беренсе, иң тәүге, баш халыҡ тип белдерәләр. Тәү халыҡты барыһы ла белә, уға башҡалар алдында үҙен исемләп атауҙың кәрәге юҡ. "Урал батыр" эпосындағы барса ваҡиғаларҙың, күренештәрҙең, башҡа мәғлүмәттәрҙең башҡорт мөхитенә ҡарауы үҙенән-үҙе аңлашылып тора. Урал батыр исеме менән аталған башҡорт тауҙары башҡа бер ерҙә лә юҡ. Унан һуң, беҙең мифологиябыҙ башҡорт халҡының иң боронғо тамырҙарын, уның килеп сығышын Урал батыр һәм уның улдарының нәҫелдәре менән бәйләп аңлата. Урал батырҙан өс ул - Иҙел, Яйыҡ һәм Нөгөш батырҙар, Шүлгәндән иһә бер ул - Һаҡмар тыуып, уларҙың вариҫтары Урал тауы итәктәрендә һәм унан ағып сыҡҡан йылға үҙәндәрендә таралып йәшәй.

Башҡорт фольклористикаһында "Аҡбуҙат", "Иҙел менән Яйыҡ", "Ҡуңыр буға", "Аҡһаҡ ҡола", "Ҡара юрға" эпостары "Урал батыр" эпосы менән тотош бер циклды хасил итә, тип иҫәпләнә.

Зәкирйән Әминев:
"Урал батыр" ҡобайыры аша беҙ ата-бабаларыбыҙҙың космо- һәм этногенетик ҡараштарын асыҡлай алһаҡ, башҡа эпостарҙа халыҡ йәшәйешенең икенсе бер өлкәләре һүрәтләнә. Әйтәйек, "Аҡбуҙат" эпосы - башҡорттарҙа малсылыҡтың нисек килеп сығыуын һүрәтләүсе миф. Йорт хайуандарының һыуҙан сығыуы - бик боронғо мифологик мотив, ул һинд-иран мифологияһына хас феномен, башҡорттарҙан башҡа икенсе бер төрки ҡәүемдәре фольклорында барса тулылығында сағылыш тапмаған. Фарсы донъяһы менән бәйләнештәре булған бәғзе бер төрки халыҡтарында был мифтың айырым ярсыҡтары ғына осрай.

Классик тарихсылар, бигерәк тә археологтар, фольклор әҫәрҙәре аша тарихи процестарға асыҡлыҡ индерә алыу мөмкинлегенә бигүк ышанып бармай, фольклор материалдарын әкиәт, тип кенә баһалай. Шулай булһа ла, әкиәттәрҙән тарихи хәҡиҡәт табып буламы?

Зәкирйән Әминев:
Тарихи ваҡиғалар әкиәттәрҙә лә сағылыш таба, тик уларҙы ошо маҡсатта тикшерә белергә кәрәк. Археологтар фольклорҙы һанға һуҡмай, сөнки шул уҡ халыҡ әкиәттәренең асылын белмәй, уларға ауыҙ-тел ижадын ентекләп өйрәтеүсе юҡ. Шәхсән үҙем тарих факультеты студенттары алдында сығыш яһағаным бар, мин уларға фольклор аша нисек итеп билдәле бер этнографик мәғлүмәттәргә эйә булыу хаҡында һөйләйем. Фекерҙәремде аныҡ миҫалдар килтереп дәлилләйем, студенттар иҫтәре китеп тыңлай. Бына бер миҫал. "Әминбәк" әкиәтендә, ҡалаға барып, скрипкала уйнарға, уҡый-яҙырға, сатраш уйынына өйрәнгән егеттең, каруан менән китеп барған саҡта һыу сығарыу өсөн ҡоҙоҡҡа төшөүе хаҡында бәйән ителә. Был эпизодтан ниндәй һығымта эшләп була һуң? Каруандар һыуһыҙ сүллектәр аша йөрөгән, тимәк, әкиәттә һүрәтләнгән ваҡиғалар Урта Азияла барған. Ысынлап та, ундағы һыуһыҙ ерҙәрҙә халыҡ тәрән шурфтар ҡаҙый, уның төбөндә һыу һарҡып йыйылһын өсөн штольнялар эшләй. Йыйылған һыуҙы, ҡоҙоҡ төбөнә төшөп, күндән яһалған ҡауғаларға тултырып, өҫкә сығаралар. Бынан бер генә һығымта эшләп була: каруан юлдары файҙалынылған бик боронғо дәүерҙәрҙән бирле башҡорттар Урта Азия халыҡтары менән тығыҙ бәйләнештә йәшәгән. Йәнә бер миҫал. Беҙҙә "Дандан батыр" тигән әкиәт бар. Ә Хорезмдың билдәле Һырдаръя йылғаһы бер урында Дандан тигән ҡаяны урап ағып сыға. Был атама "дан" тигән фарсы һүҙе менән мәғәнәләш, ул теш тигәнде аңлата. Дандан ҡаяһы янында IX быуатта ҙур һуғыш-ҡыйралыш булып уҙған, күрә-һең, ошо хаҡтағы мәғлүмәт башҡорттарға ла билдәле булған, юғиһә, әкиәт батыры Дандан тип аталмаҫ ине.
Гөлнур Хөсәйенова: Әлбиттә, ниндәйҙер бер тарихи ваҡиға әкиәттәрҙә тулыһынса бәйән ителмәй, әммә уларҙа булып үткән хәл-ваҡиғаларҙың ниндәйҙер эпизодтары, деталдәре хаҡында мәғлүмәттәр булыуына иғтибар итергә кәрәк. Мәҫәлән, бер мәҡәләмдә әкиәттәрҙә ниндәй язалау төрҙәре сағылыш табыуы хаҡында яҙғайным. Ҡылыстан үткәреү, ат ҡойроғона бәйләп ебәреү, яндырыу, ҡоҙоҡҡа ташлау, торбаға томалап ҡуйыу һ.б. "Урал батыр" эпосында яһил Ҡатил батша егеттәрҙе яндыра, ҡыҙҙарҙы һыуға батыра. Ә тарихсылар фольклорға ышанмай, сөнки улар өсөн ысын мәғлүмәт сығанағы - архивтарҙа һаҡланған документтар. Әммә уларҙа ҡасандыр булып үткән хәл-ваҡиғаларҙың бик аҙ өлөшө генә теркәлеп ҡалдырылған. Бындай осраҡтарҙа халыҡ һүҙен, халыҡ хәтерен файҙаланыу урынлы булыр ине.
Бер йылда тарихсы Нәркәс Әхмәҙиева менән экспедицияға сыҡтыҡ, Бөйөк Ватан һуғышы йылдары фольклоры буйынса материалдар туплай инек. Нәркәс Вафа ҡыҙының хайран ҡалып һөйләгәне хәтерҙә ҡалған: "Мин үҙем өсөн иҫ киткес асыш яһаным. Бына беҙ халыҡтан яҙып алған мәғлүмәттәр башҡа бер генә лә сығанаҡтарҙа, документтарҙа теркәлмәгән бит! Һуғыш йылдарында тылдағы халыҡтың ниндәй ыҙалар кисергәне тик халыҡ хәтерендә генә һаҡланып ҡалған: уполномоченныйҙар натураль һалымын ваҡытында түләй алмаған колхозсыларҙың мал-тыуарын алып киткән - 16 кг ит өсөн тотош башмаҡ, йә иһә тауыҡ йомортҡалары урынына ҡаҙҙары конфискацияланған". Бындай факттар тарихи дөрөҫлөккә тап килә. Шул уҡ һуғыш бәйеттәрендә фашист илбаҫарҙары менән алыштарҙың нисек булғанын иҫән ҡайтҡан яугирҙар үҙҙәре ҡағыҙға теркәп ҡалдырған.

Фольклор материалдарының әхлаҡи функцияһы бик мөһим, ошо хаҡта ниҙәр әйтер инегеҙ?

Гөлнур Хөсәйенова:
Әхлаҡ яғынан ҡарағанда, иң тәүҙә мәҡәлдәр һәм әйтемдәрҙе атап үтергә кәрәк. Улар халыҡ аҡылының, уның әхлағының йөҙөк ҡашы. Әле кисә генә уйлап ултырҙым, ҡалай көслө әйтелгән, тип: "Инәйең үлде - эсер шишмәң ҡороно, атайың үлде - таяныр тауың ҡороно". Ошо метафорик сағыштырыуҙа ата-бабаларыбыҙҙың ата-әсәләргә ҡарата сикһеҙ ихтирамлы булыуы сағылыш тапҡан. Йә иһә "Балаһыҙ йорт - маҙаһыҙ йорт" тигәндәр. Маҙа - рәхәтлек биреүсе, йән тыныслығы, ҡот килтереүсе нәмә, тимәк, балаһыҙ ғаилә бәхетле, ҡотло була алмай. Йәнә бер миҫал. Әкиәттәребеҙ араһында үгәй ҡыҙ яҙмышына арналғандары бигерәк тә фәһемле, уларҙа халҡыбыҙҙың әхлаҡи ҡараштары бик асыҡ сағыла, уның игелеклелеге беленеп тора. Егәрле, уңған, тырыш үгәй ҡыҙ образының тәрбиәүи потенциалы көслө, бындай әкиәттәрҙе ололар ҙа, балалар ҙа яратып уҡый. Батырҙар тураһындағы әкиәттәрҙе алһаҡ, унда ҡыйыулыҡ, ҡурҡыу белмәү, мәргәнлек менән бер рәттән, ир-егеттең намыҫлы, ғәҙел булыуы өлгө итеп бирелә. Мәҫәлән, батыр бер саҡта ла йоҡлап ятҡан дошманын үлтермәй, сөнки был егетлек түгел: дошманыңды ғәҙел көрәштә еңеү генә дан-хөрмәткә лайыҡ.
Зәкирйән Әминев: Ғәҙеллек тигәндән, батыр дошманы менән алышҡа сыҡҡанда уға хатта ҡорал һайлау мөмкинлеген бирә.
Гөлнур Хөсәйенова: Батырҙар тураһындағы әкиәттәрҙән тағы ла бер ҡыҙыҡлы эпизод. Дошманын күкә сойорғотҡас, ергә төшөп етер саҡта батыр уны тотоп ала һәм арҡаһы менән ергә һала. Башҡорт көрәшендә лә дәғүәсеһен ергә арҡаһы менән һала алыу уны еңеүҙе аңлата бит.
Ғөмүмән, бик тә бай һәм тәрән йөкмәткеле фольклор әҫәрҙәренең әхлаҡи, тәрбиәүи мотивтары бөгөн дә актуаллеген юғалтмаған. Бына "Саҡ менән Суҡ" бәйетен генә алып ҡарайыҡ. Унда әсәйҙәргә туранан-тура иҫкәртеү яһала: бер ҡасан да балаларығыҙҙы ҡарғамағыҙ, тип. Малайҙар бер-береһе менән талашып, һуғышып та китә, әммә әсә кешенең улар араһына инеүе хупланмай, сөнки балалар үҙҙәре ярашырға тейеш. Ғаиләлә ошо ҡағиҙәне үтәү фарыз.

Башҡорт фольклорында бик үҙенсәлекле сеңләү жанры бар. Немец сәйәхәтсеһе Георги башҡорт ҡыҙҙарының сеңләүен илау-һыҡтау тип атап, уны үҙ яҙмаларына ентекле итеп теркәп ҡуйған. Ошо хаҡта ла әйтеп китһәгеҙ ине. Гөлнур Хөсәйенова: Сеңләү - кейәүгә бирелгән ҡыҙҙың ата йорто, тыуған ауылы, дуҫ ҡыҙҙары менән хушлашыу йолаһы. Иламһырап сеңләү мотлаҡ үтәлә торған туй йолаһы. Уны тик үҙ теләгенә ҡаршы кейәүгә бирелгән ҡыҙҙың үпкә-зары тип кенә ҡабул итергә ярамай, сөнки, мәҫәлән, ярлыраҡ ата-әсә йортонан етешерәк йәшәгән кейәү йортона күскән осраҡта ла, кәләш тормошҡа үҙе теләп сыҡҡан саҡта ла был йола үтәлә килгән. Сеңләгәндә ҡыҙ иламһырамаһа, уны дуҫ ҡыҙҙары, йә иһә еңгәләре семетеп илатҡан.
Зәкирйән Әминев: Башҡорт донъяһы билдәле бер тәртипкә ҡоролған, сөнки ул йәмғиәттең тотороҡло булыуы өсөн бик мөһим. Йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр көнкүреште йәмғиәт тәртибенә ярашлы алып барыу мөмкинлеген бирә, уларҙы үтәү барыһы өсөн дә мотлаҡ була. Сеңләүҙәргә килгәндә, кейәүгә сыҡҡан ҡыҙ элекке, күнегелгән ата-әсә йортонан сығып китер алдынан ошо рәүешле хушлаша, рәхмәт тойғоһон да белдерә, алда уны яңы мөхит - иренең донъяһы көтә. Ошо ике донъя бер-береһе менән килешеп йәшәргә тейеш, был йәш ғаиләнең тотороҡло булыуын тәьмин итә.

Һеҙ, Гөлнур Рауил ҡыҙы, тылсымлы әкиәттәр буйынса ғилми тикшеренеүҙәр уҙғарғанһығыҙ. Әкиәттәр балаларға ғына тәғәйенләнгәнме, тигән һорау тыуа.

Гөлнур Хөсәйенова:
Әүәл әкиәттәр ололар өсөн дә ижад ителгән, тигән фекергә ерлек бар. Мәҫәлән, һунарға сығыр алдынан ул уңышлы булһын өсөн әкиәт һөйләгәндәр. Шулай уҡ һуғышҡа инер алдынан яугирҙарҙың дә әкиәт тыңлауҙары хаҡында мәғлүмәт бар. Генерал Апраксиндың шәхси әкиәтсеһе булған тиҙәр. Хатта хан, батша һарайҙарында әкиәт һөйләүселәр булыуы билдәле. Тора-бара билдәле бер әкиәттәрҙе балаларға ла һөйләй башлағандар. Миңә ошолайыраҡ тип әйткән кешеләр булды: "Ололар өсөн яҙылған әкиәттәрҙә ҡурҡыныс эпизодтар була, тик балаларға тәғәйенләнгән әкиәттәр күберәк булһын ине", - тип. Әммә халыҡ ижадының үҙенсәлеге шулай, уларҙы үҙгәртеп яҙып булмай. Ә хәҙерге балаларға кемделәр айыу ашағанмы, бүре быуғанмы - барыбер, бындай эпизодтарға әллә ни иғтибар итеп тә бармайҙар.

Әхлаҡ тәрбиәһе күҙлегенән ҡарағанда, бәғзе бер рус әкиәттәре тәнҡитте күтәрмәй: уларҙа әҙергә бәҙер, бер ни ҙә ҡылмайынса ғына йәшәү рәүешен тотҡан геройҙар бар. "Скатерть самобранка" булһынмы, йә иһә Ваньканың "по щучьему велению, по моему хотению" тип, мейес башында ҡыл да ҡыбырлатмайынса ятыуымы - быларҙы бер нисек тә өлгө итеп ҡуйып булмай.

Гөлнур Хөсәйенова:
Ә беҙҙең әкиәттәребеҙ икенсерәк планда һөйләнелгән: уларҙың геройҙары эш һөйөүсәнлеге, тырышлығы, шәхси зирәклеге менән барса ауырлыҡтарҙы еңеп сыға. Бына "Бәхет сере" тигән әкиәттә ике егет бәхет эҙләп сығып китә. Береһе юлында осраған һәр кешегә ярҙам итеп барып, бәхет күленә килеп етә. Икенсеһе һис бер кемгә ярҙам ҡулын һуҙмай, ә бәхет күленә барып еткәс, уны ҡомһоҙланып эсеп, батып үлә. Күп кенә әкиәттәребеҙҙең төп идеяһы - бәхет тик хеҙмәт юлында, башҡа кешеләргә ярҙам итеү аша табыла тигәнде раҫлау. Шуға күрә халыҡ менталитеты үҙенсәлектәренең әкиәттәрҙә бик асыҡ сағылыш табыуын күрәбеҙ.

Ваҡытында балалар тылсымлы әкиәттәрҙе бик ҡыҙыҡһынып уҡый торғайны. Ни сәбәпле әкиәттәргә тылсым мотивтары индерелгән?

Гөлнур Хөсәйенова:
Уның сәбәптәрен аныҡ ҡына итеп билдәләп тә булмай, әммә тылсымлы нәмәләр әкиәт геройына һәр осраҡта ла ярҙамға килә. Осоп йөрөүсе Аҡбуҙат, тылсымлы һандыҡтар, бер осонан йә бал, йә ҡан тамып торған ҡурай һ.б. Әкиәт батыры Аҡбуҙаттың ҡылын яндырһа, ул шундуҡ батырға ярҙамға килеп тә етә. Бәлки, ошондай тылсымлы әйберҙәр, күренештәр әкиәт геройҙарының иң ҡатмарлы шарттарҙа ла яҡшыға, изгелеккә, еңеүгә өмөт итеп, көрәш юлынан тайпылмауын һүрәтләү өсөн кәрәк булғандыр.

Бөтә донъя әҙәбиәтендә фантастика жанры бик популяр. Ә беҙҙең йөҙәрләгән әкиәттәребеҙ халыҡ фантазияһының, уның хыялының бер ҡабатланмаҫ өлгөһөлөр ул.

Гөлнур Хөсәйенова:
Ысынлап та, халҡыбыҙҙың бай фантазиялы ҡәүемдәрҙән булыуын уның иҫ киткес ҙур күләмле ауыҙ-тел ижады аша беләбеҙ. 2020 йылда Иманғол ауылы мәктәбе шағир Фәнил Бүләков етәкселегендә "Әкиәт иле" тигән республика конкурсы уҙғарғайны. Унда 10 класс уҡыусыһы Альбина Гәрәева Әғләм һәм Ләлә Янбаеваларҙан яҙып алған "Ағас эсендәге ҡыҙ" тигән әкиәт еңеүсе тип табылды. Әкиәттә отставкаға сыҡҡан бер һалдаттың шайтандар тарафынан ағас ҡыуышына бикләп ҡуйылған ҡыҙҙы нисек итеп ҡотҡарыуы хаҡында бәйән ителә. Яңы мотив шунан ғибәрәт: әкиәт геройы, шайтандарҙың ҡотороп шашыуына ҡарамайынса, ҡыҙҙы ҡотҡарыу өсөн өс көн, өс төн буйына доға ҡыла, һөҙөмтәлә уңышҡа өлгәшә. Был бик боронғо әкиәт сюжеты, әммә ул әкиәтселәр тарафынан яңы яңғыраш алған.

Башҡорт әкиәттәрендә сәмреғоштоң батырҙы үҙ арҡаһына ултыртып, тауҙар, диңгеҙҙәр аша алып сығыуы хаҡындағы сюжеттар осрай. Батырға сәмреғошто ашатып барыу шарт була, ул әкиәт ҡошон үҙ итен янбашынан киҫеп алып ашатырға мәжбүр була.

Гөлнур Хөсәйенова:
Бындай мотивтар башҡорт әкиәттәренә хас ул. Батыр тәүҙә сәмреғошҡа алдан тотоп алынған турғайҙарҙы ашатып бара, улар бөткәс, үҙенең һум итен ҡырҡып бирә башлай. Ошондай сюжеттар шул уҡ әкиәти тылсым алымын ҡулланыуға бер дәлил булып тора.

Йәнә кешенең ҡошҡа, йә иһә ҡоштоң кешегә әүерелеүе менән бәйле әкиәттәрҙе атап үтергә мөмкин.

Гөлнур Хөсәйенова:
Эйе, "Урал батыр" эпосындағы Һомай ҡыҙҙың аҡҡошҡа әүерелеүенән башҡа байтаҡ ҡына әкиәттәрҙә лә ошондай тылсымлы образдар бар. Мәҫәлән "Кәкүк" әкиәтендә ирен һәм балаларын юғалтҡан бер ҡатын, сәсенең бер яғы үрелгән, икенсе яғы үрелмәгән көйөнсә кәкүккә әйләнә, шуға уның бер ҡанаты һәлберәберәк торған була. Әкиәт фаразынса, кәкүк-ҡатын ирен, балаларын юҡһынып, уларҙы "кәк-күк!" тип саҡырып, эҙләп йөрөй икән. Әле иҫкә алып кителгән "Саҡ менән Суҡ" бәйете лә ошоға оҡшаш сюжетҡа ҡоролған.

"Аҡбуҙат" эпосында күлдән сығып килеүсе Һәүбән батырға артына әйләнеп ҡарау тыйыла. Бындай тыйыу ни менән бәйле икән?

Гөлнур Хөсәйенова:
Бындай тыйыу, эпос-әкиәттәрҙән башҡа, туй йолаһында ла осрай: кейәүгә сыҡҡан ҡыҙ иренең ауылына күсеп киткән саҡта артына әйләнеп ҡарамаҫҡа тейеш булған. Сәбәбе - был талап кәләштең ата йортона кире әйлә-неп ҡайтмаясағының бер шарты итеп ҡаралған.
Зәкирйән Әминев: Был тыйыуҙың фәлсәфәүи ерлеге лә бар. Кешеләр йәшәгән ер өҫтө донъяһынан башҡа ер аҫты донъяһы була, эпостарҙа һыу аҫты донъяһы ла һүрәтләнә. "Аҡбуҙат" һәм "Заятүләк менән Һыуһылыу" эпостарында герой һыу аҫты донъяһынан сыҡҡан ваҡытта уның менән араны өҙөргә тейеш, был донъя менән теге донъяның ҡушыла алмауы батырҙың артына боролоп ҡарамауы кеүек шарт аша билдәләнә. Бында беҙ ваҡыт һәм арауыҡ бәйләнештәрен дә тоҫмаллай алабыҙ. Ер аҫты донъяһы - үткән заман, ер өҫтөндәгеһе - хәҙерге заман, күк донъяһы - киләсәк заман.

Әкиәттәрҙә ҡартайған аталары үлер алдынан улдарын йыйып алып, васыятын әйтеп ҡалдырыу сюжеты ла сағылыш тапҡан.

Зәкирйән Әминев:
Яҙма закондар сыҡҡансы йәмғиәттә йола закондары үтәлгән. Йолаларҙа кеше хоҡуҡтары сағылыш таба. Мәҫәлән, йола ҡанундары буйынса ата йортона уның кинйә улы хужа булып ҡала. Әйткәндәй, был йола байтаҡ ҡына ғаиләләрҙә әлегә тиклем һаҡланып ҡалған. Башҡорт йәмғиәтендә хоҡуҡи ҡараштар бик тотороҡло булып, уларҙы үтәү мотлаҡ ғәмәл итеп һаналған, улар ғәҙәти хоҡуҡ нормаларын хасил иткән. Ғөмүмән, халҡыбыҙҙың хоҡуҡи мәҙәниәте уның йәшәйешен көйләүсе төп факторға әйләнгән. Халҡыбыҙ үҙенең хоҡуҡтарын боҙоуға һәр саҡта ла ҡаршы сыҡҡан, һәм был күп һанлы ихтилалдарға күтәрелеүҙең төп сәбәбе булып тора. Хоҡуҡи тәрбиә фольклор аша ғәмәлгә ашырылған. Мәҫәлән, "Егет һүҙе бер булыр" тип әйтеү һәр кемдән яуаплылыҡты талап иткән. Йәнә бер миҫал. "Уның менән ат урларға барырға була" тип әйтеү егетлекте белдергән. Ат урлау маҡтаулы эш түгел, әммә ат урлаған өсөн, бигерәк тә тышаулы атты, үлем язаһы ҡаралған. Әлбиттә, бер кем дә үҙе йәшәгән ерҙә ат урламаған, ә, башлыса, был барымта һәм ҡарамта йолаларына ярашлы башҡарылған. Башҡорттарҙың Иран тарафтарына барып етеп, шунан байтаҡ ҡына мал-тыуар алып ҡайтыуы хаҡында мәғлүмәт бар. Шулай ҙа уғрылыҡ йола буйынса ҡәтғи тыйылған, ул бик һирәк күренеш булғанлыҡтан, бер кем дә йорттарын йоҙаҡҡа бикләмәгән.

Башҡорт фольклорының рус әҙәбиәтендә ярайһы уҡ киң сағылыш табыуы билдәле факт.

Гөлнур Хөсәйенова:
Урал яҙыусыһы Павел Бажовтың ҡайһы бер әкиәттәренә башҡорт фольклоры мотивтары, сюжеттары ерлек биргән. Шулай уҡ Сергей Аксаковтың, Лев Толстойҙың ҡайһы бер әҫәрҙәре башҡорт фольклоры ерлегендә ижад ителгән.
Зәкирйән Әминев: Л.Н. Толстой "Башҡорттарҙан Геродотлыҡ аңҡый", тип юҡҡа ғына әйтмәгәндер ул. Ул башҡорт риүәйәте нигеҙендә "Кешегә күпме ер кәрәк" тигән хикәйәтен ижад иткән. Бында үтә боронғо башҡорт мифы мотивтары сағылыш тапҡан. Ата-бабаларыбыҙ скиф-сарматтар эпохаһынан бирле ер бүлешкәндә ҡояш юлына - уның көнсығыштан көнбайышҡа тиклем хәрәкәт итеүенә нигеҙләнеп, ошо арауыҡтағы биләмәләргә үҙҙәрен хужа итеп танытҡан. Ҡояш сыҡҡандан ул батҡанға тиклем үтелгән территорияны биләү әле иҫкә алынған башҡорт риүәйәтендә теркәп ҡалдырылған. Ғөмүмән, башҡорт фольклоры бар тулылығында башҡорт донъяһының бик боронғо замандарҙан хәҙерге осорға тиклемге киң һәм тәрән сағылышы ул.

Шулай итеп...
Киң мәғлүмәтле фольклор белгестәре Гөлнур Хөсәйенова һәм Зәкирйән Әминев менән әңгәмәбеҙҙе башҡорт ауыҙ-тел ижадының яңы быуындарға тапшырыла килгән бай мираҫының әлегә тиклем ни тиклем әһәмиәтле булыуына бер дәлил итеп ҡабул итәйек.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №39, 2 - 8 октябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.10.26 | Ҡаралған: 9

Киске Өфө
 

Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru