«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Рәсәй мәктәптәрендә ун меңгә яҡын уҡытыусы етешмәй. Шул уҡ хәл дауаханаларҙа ла, заводтарҙа ла һәм фәнни учреждениеларҙа ла күҙәтелә. Ни өсөн юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар бюджет өлкәһенә эшкә бармай?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ҠАРАС МЕНӘН АҠШАН
+  - 

Борон Яйыҡ буйында Ҡарас тигән мәргән уҡсы йәшәгән. Бер ваҡыт Ҡарас һунарға киткән саҡта ҡаҙаҡ сапҡынсылары туғайҙағы йылҡы өйөрөн ҡыуып алып киткәндәр. Ҡарас, быны ишеткәс, буҙ ҡашҡаһын менә һалып, ҡаҙаҡтар артынан япа-яңғыҙ сабып сығып киткән. Ҡыуып еткәс, ҡаҙаҡ башлығы алдына сығып баҫҡан да былай тигән:
- Мин яу килгәндә алдан сабыр Ҡарасмын, бер ваҡытта ла ал бирмәнем. Ә һин кем? Атаң кем, ырыуың кем, ҡайҙанһың? Буй-һының батырҙарса. Күргәс үк ялт әйләнеп туҡтай бирҙең. Шулай булғас, илеңдә тыуған батырһыңдыр. Әгәр ҡан түкмәй, тыуған илеңә ҡайтыр булһаң, йылҡыларымды ҡалдыр ҙа ҡайт. Ә инде алышҡың килһә, урын һайла. Мин һине хур итмәм, тәрбиәләп ерләп ҡуйырмын.
Ҡаҙаҡ батыры ла ҡурҡып тормай:
- Аҡшан тигән атымдан бик күп йөрәктәр шаулай, һынашып ҡарамайынса, батырмын тип маҡтандың. Ҡулдағы малды ала алаһың икән - ал. Ҡулға төшкән малды былай ғына ҡалдырып китергә, бер истәккә баш эйергә мин һиңә ҡыҙыл яулыҡлы еңгәңдер шул. Үҙең бер йәш балаһың, уттай геүләп янаһың. Ана, күгәреп ятҡан күк арҡа - атышыр урының, һаҙаҡлы йөҙ батырҙан ҡанһыҙ нисек ҡотолмаҡ булаһың бер үҙең?
Ҡарас, быны ишетеү менән, Аҡшан самалап күрһәткән арҡаға сабып барып етә лә, атышыуға яһана башлай. "Тәүҙә мин уның ҡалъянындағы һаҙаҡтарын ҡыра атайым. Мәргәнлегемде күреп, бәлки, ҡан түкмәйенсә генә малымды ҡалдырып кире ҡайтырҙар", - тигән ниәт менән "ҡуҙы яурын" тигән һаҙағын ала. "Ҡорос башаҡ тейгән саҡта ҡаҡлығып китһәң - һиңә хурлыҡ, ҡалъянды иҙгәнсе ата алмаһам - миңә хурлыҡ", - ти Ҡарас уғын тотоп. Шунан өҙәңгегә баҫып, кирелә биреп янын тартып ебәрә. Аҡшандың уң яҡлап асылған ҡалъянындағы һаҙаҡтары сыра-сыра булып, ян-яҡҡа осоп барып төшә. Аҡша быға ғәжәпләнеп:
- Күрҙегеҙме был баланы, атышыуына ҡарағанда, бик яман күренә. Ҡалмыҡ батыры менән осрашҡанда ҡыймылдамаған йөрәгем һулҡ-һулҡ итеп ҡалды ғуй, - ти.
Шунан һуң үҙенең киҙәге буйынса Ҡарасҡа атырға йыйына. Ҡарас, Аҡша алышты дауам итерме-юҡмы, тип көтә. Аҡша батыр ҙа һүҙендә ныҡ тора, атып ебәрә. Ҡарас осоп килгән һаҙаҡты йәһәт кенә тотоп ала ла ҡалъянына һалып ҡуя. Хәҙер киҙәк - Ҡараста. Ул аҙ ғына уйлап тора ла, бәкеһен алып, һаҙағының башағын монап һындырып ала. Башаҡһыҙ һаҙағының осон бишкә телә лә Аҡшаға тоҫҡап атып ебәрә, һаҙаҡ тимер һауыттың биш дүңгәләгенән биш нәҙек уҡ булып үтеп, Аҡшан батырҙың күкрәген селтәр һымаҡ тишеп үтә. Аҡшан батыр, уй-бай, тип атынан йөҙтүбән ҡолап төшә. Башлыҡтарын юғалтҡан ҡыуғынсылар, йылҡы өйөрөн ҡалдырып, ҡайтып китергә мәжбүр була.
Ҡарас батыр Аҡшанды, йығылған урынында ҡәбер ҡаҙып ерләй ҙә, батырҙың баш осона бер һаҙаҡ ҡаҙап ҡуя. Шунан ҡәбер янына баҫып, былай ти:
- Заманында күп тартыш күргәнһең, күп батыр-ҙы һөргәнһең, әммә башҡорттоң атҡыстарын тиңгә алмай, үҙеңә тиң таба алмай йөрөгәнһең. Батырҙарса түш киреп көрәштең һин, ут йөрәкле арыҫландай Аҡшан батыр, шуға тәрбиәләп ҡуям һине. Таш менән ҡурған итеп ҡаҙҙым гүреңде. Үткән кеше: "Батыр үткән икән борон был ерҙән" - тип әйтһен. Шулай ти ҙә Ҡарас батыр йылҡыларын ҡыуып алып ҡайтып китә.
Бына шундай булған башҡорт батырҙары: ғәҙел дә, ҡыйыу ҙа.

"Киске Өфө" гәзите, №39, 2 - 8 октябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.10.26 | Ҡаралған: 11

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru