«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39  |  40

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Өфөбөҙҙәге был көндәрҙә яңыртыуҙан һуң ҡабаттан ҡапҡаларын асасаҡ Ленин паркы тураһында ниндәй хәтирәләр һаҡлайһығыҙ?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
ҮҘ ШӘХЕСЕН ҮҘЕ ИЖАД ИТКӘН
+  - 


Уның менән аралашҡанда үҙеңде шәхес итеп тояһың, ата-бабаларыбыҙҙың данлыҡлы үткәненә, тыуған төйәгебеҙгә, туған телебеҙгә, шәхестәребеҙгә ҡарата ихтирамың арта, ошо халыҡтың вәкиле булыуың менән ғорурланаһың. Ул дәүләт әһәмиәтендәге сарамы, көн дә башҡарылған ғәмәл булһынмы, эшкә ижади ҡомар менән тотонған, төпкөл ауылдан сығып, фәҡәт үҙенең тырышлығы, фиҙакәрлеге ярҙамында оло вазифалар биләүгә өлгәшкән милләттәшебеҙ үҙ шәхесен үҙе ижад итте. Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, күренекле дәүләт эшмәкәре, ғалим, Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының почетлы халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры Миҙхәт Әхмәтхан улы МӘМБӘТОВ ошо көндәрҙә 85 йәшлек юбилейын билдәләне. Уны ошо ғүмер байрамы менән ҡотлап, түбәндәге әңгәмәне тәҡдим итәбеҙ.

Миҙхәт Әхмәтхан улы, 85 йыллыҡ ғүмерегеҙҙе күҙ уңынан үткәрәйек, хәтирәләргә бирелеп алайыҡ. Һеҙ Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң әрмелә лә хеҙмәт иткәнһегеҙ, шулай бит?

- Уҡыуҙы тамамлағас, әсәйем ситкә ебәрмәне, үҙ янында булыуымды үтенде, һөҙөмтәлә 1965 йылда тыуған яғыма ҡайттым. Райондың мәғариф бүлеге етәксеһе Хөрмәт Исмәғил улы Вәхитов ҡулыма бойороҡ тотторҙо. Унда Аҡъярҙан 60 саҡрымда ятҡан Иҫәнгилде мәктәбенә директор итеп тәғәйенләнеүем хаҡында яҙылғайны. Беҙ һине уҡыттыҡ, бараһың, тип кенә әйттеләр. Барҙым. Унда минең элекке уҡытыусымды директор кабинетында күреп шаҡ ҡаттым. Баҡһаң, уны алмаштырырға тейешмен. Мин йәшәйәсәк йортто күрһәтергә алып киттеләр. Ихатаһы ла, бәҙрәфе лә булмаған өй... Район үҙәгенә юл да, машина ла, ат та юҡ. Ағайым мотоциклын биреп торҙо. Һөргән ер аша мең ыҙалыҡ менән эш буйынса район үҙәгенә, барған һайын военкоматҡа инеп әрмегә алыуҙарын үтенәм. Ебәрергә теләмәйҙәр. Ни тиһәң дә, мәктәп директоры бит. Өсөнсө тапҡыр барғанымда ғына повестка тотторҙолар.
Мәскәү күген һаҡлаған ғәскәргә эләктем. Үҙемдән дүрт йәшкә кесе егеттәр менән әрмелә хеҙмәт итергә насип булды. Башҡортостандан егеттәр байтаҡ булды, бөтәһе лә ауыл малайҙары. Ҡайһы берәүҙәрен ситләтергә маташтылар, улар миңә һыйына. Әрменән ҡайтышлай Өфөгә һуғылып, тегендә-бында эш эҙләп ҡараным да, килеп сыҡмаҫтай булғас, Аҡъярға ҡайттым. Районыбыҙҙың мәғариф бүлеге етәксеһе мине роноға инспектор итеп алды. Ике ай эшләгәйнем, Өфөнән, ВЛКСМ-дың өлкә комитетынан хат килеп төштө. Унда мине өлкә комитеттың сектор етәксеһе итеп тәғәйенләнеүем сәбәпле эшемдән бушатыуҙы һорағайнылар.

Шулай итеп, һеҙ Өфөлә...

- Эйе. Караптан балға тигән кеүек булды инде. Комсомол күп йәһәттән тормош мәктәбе булды. Иң мөһиме - кешеләр менән эшләргә өйрәтте. Төрлө министрлыҡтар, предприятиелар, ойошмалар, мәҙәниәт учреждениелары, матбуғат саралары менән бәйләнештә булыу яуаплылыҡ, үҙеңә талапсанлыҡ, һүҙеңә тоғролоҡ тәрбиәләне. Бергә эшләгән коллегаларымдың тәжрибәһенән, кешелек сифаттарынан да һабаҡ алғанмындыр, тимен. Юрий Поройков, Абрар Ярлыҡапов, Тәлғәт Сәғитов, Юрий Маслобоев, Байҡал Ғәбитов, Вазифа Байтурина, Шамил Өмөтбаев, Анатолий Агашков һуңынан партия, дәүләт эшмәкәрҙәре булып китте.
ВЛКСМ-дың өлкә комитетында өс йылдан ашыу эшләнем. Ғәзиз Әлмөхәмәтов конкурсы, Ғәлимов Сәләм премияһы минең идеяларым булараҡ тормошҡа ашты, йәш ижадсылар семинар-конференцияларын да үткәрҙек. Бер ваҡыт мәҙәниәт министры Клара Төхфәтуллина үҙ янына саҡырҙы. "Миҙхәт, Мәскәүҙә ГИТИС янында юғары режиссерҙар курсы бар. Унда режиссерҙар, театрҙар өсөн профессиональ администраторҙар, директорҙар әҙерләнә. Шунда уҡырға бар. Ошо йүнәлештә үҫергә тейешһең", - тип тәҡдим итте. Уҡыуҙы тамамлап ҡайтһам, мәҙәниәт министры алмашынған. Яңыһы - Вил Кәримов. Ул мине опера һәм балет театрына администратор итеп ебәрмәксе булып китте. Унда барыуҙан баш тарттым. Яңы эш урынын нефтехимиктарҙың профсоюздар өлкә комитетында мәҙәниәт бүлеге мөдире вазифаһында таптым.
Гөрләтеп эшләп йөрөгәндә мине Марат Хәләф улы Минһажетдинов эҙләп килде. Университет тамамлағанда диплом эшем "Башҡорт халыҡ әкиәттәрендә сатира һәм юмор" тигән темаға арналғайны. Марат ағай шуны иҫенә төшөрөп, аспирантурала бер урындың "яныуы" хаҡында белдереп, шунда имтихан бирергә тәҡдим итте. Эшемдән түләүле отпуск бирҙеләр, әгәр ҙә уҡырға инә алмаһам, кире ҡайтыу мөмкинлеген дә ҡалдырҙылар. "ХVIII-XIX быуаттарҙа йәшәгән урыҫ ғалимдарының Башҡортостандағы фольклористик эшмәкәрлеге" тигән бөтөнләй өйрәнелмәгән теманы алып, кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланым. Лепехиндарҙың, В. Татищевтарҙың, П. Кудряшевтарҙың хеҙмәттәрен, уларҙағы башҡорт фольклоры элементтарын ныҡлап өйрәнергә тура килде. Ырымбур, Пермь, Ленинград, Мәскәү архивтарынан ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр табылды.

Һеҙҙе яҙмыш төрлө яҡҡа йөрөткән: Стәрлелә лә йәшәп алғанһығыҙ...

- Эйе, яңы ҡорған ғаиләм менән Стәрлелә лә йәшәп алдыҡ. Пединститутта эшләп йөрөнөм. Балабыҙ ҙа тыуҙы. Әммә Өфөгә күсергә ынтылыш һәр ваҡыт булды. Бер ваҡыт Башҡорт дәүләт педагогия институтынан Талмас Мәғәсүм улы Ғарипов миңә шылтыратып, башҡорт филологияһы кафедраһына мөдир урыны барлығы хаҡында әйтте. Ректор Хәмитов менән үҙем һөйләшәм, тине. Барҙым, һөйләштек, ҡапыл ғына йәшәп торорлоҡ урын да табылды. Тик мәсьәлә был эште Өлкә комитет менән килешеүгә барып еткәндә миңә Өфөгә юл ябылды. Уның да сәбәбе Өлкә комитет тәҡдименән баш тартып, Стәрлегә сығып китеүем ине. Шуға күрә баш ҡаланан был мәсьәлә буйынса шылтыратыуҙы тертләүһеҙ ҡабул итә алмай инем.
Бер мәл Хөкүмәт етәксеһе урынбаҫары Вазифа Байтурина шылтыратып, Өфөгә килеп сығыуымды һораны. Шундуҡ ниндәй хәлдә булһам, йөрөһәм, шул килеш Өфөгә сығып киттем. Хатта кәләшем дә белмәй ҡалды. Барһам, коридорҙа күптәнге танышым Булат Зиннуров йөрөп ята. Ул миңә үҙенең пинжәген сисеп бирҙе, йәнәһе, ҡиәфәт булырға тейеш. Вазифа Хәмит ҡыҙы миңә мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте, спорт бүлеге мөдире вазифаһын тәҡдим итте. Бүлек ниндәй мәсьәләләр менән шөғөлләнә, унда бөгөн кемдәр эшләй - барыһын да аңлатырға тырышты. Хәтерҙә: "Һинең ҡул аҫтыңда эшләйәсәк башҡортса һөйләшкән бер татар, татарса һөйләшкән бер башҡорт бар", - тип көлөп һөйләгәйне.
Шул уҡ көндә атҡа атланғандай йән атып ҡайтып китеп, иртәгәһенә республика Хөкүмәте йортонда эш башланым. Өс-дүрт көн йөрөйөм, тик һаман да минең эшкә урынлашыуым тураһында ҡарар юҡ. Баҡһаң, М.П. Мирғәзәмов тәүге ғаиләм барлығын белеп ҡалып, унда кеше ебәрә. Ул кешене кем тип уйлайһығыҙ? Дуҫым Хәлил Әбүбәкер улы Барлыбаев. Ул ниндәй һөйләшеү булғанлығын ентекләп һөйләмәне. Аңлауымса, Хәлил Ғилминурҙы тауышланмаҫҡа, мәсьәләгә аҡыл менән тыныс ҡарарға өгөтләгәндер, Миҙхәттең ҡайтыуы балалар өсөн дә кәрәк, тип ышандырғандыр.

Премьер-министр урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы ла булып эшләнегеҙ...

- Ул ҡатмарлы осорға тура килде. Бер мәл Вазифа Хәмит ҡыҙы, премьер-министр менән борсағы бешмәү сәбәпле, Президент аппараты яғына ябай ғына вазифаға күсте. Уның урынына Мансур Әйүпов килде. Аҙаҡ уны Президент аппаратына дәүләт секретары итеп күсерҙеләр. Шунан вице-премьер вазифаһын миңә тәҡдим иттеләр. Был урын минең өсөн ғүмерҙә лә буй етмәҫлек яуаплы һәм ҡатмарлы вазифа ине. Риза булмаҫҡа дәлилем юҡлыҡтан барҙым инде. Хөкүмәт аппаратына эшкә килгәс, Роберт Байымов миңә уҡытыуҙы, фәнде ташламаҫҡа, махсус курс алып барырға тәҡдим итте.

Беҙ беҙҙең эраға тиклем ХХ быуатта тыуып үҫеп, яңы эраға күсеп, үҙебеҙ тәрбиәләнгән, белем алған ижтимағи ҡоролоштоң емерелеүенә шаһит булып, хәҙер бөтөнләй башҡаса шарттарҙа йәшәргә мәжбүр ителдек. Был үҙгәрештәрҙе нисек кисерҙегеҙ?

- Мин 1970 йылда Лениндың тыуыуына 100 йыл тулғанда партия сафына индем. Совет осоронда алған тәрбиә күп бәләләрҙән ҡотҡарҙы, әле лә ҡотҡара килә. Яңы осорҙа һатыу ҙа, хыянат та бер ни тормай. Беҙҙе Мортаза Ғөбәйҙулла улының тәжрибәһе, тәрән аҡылы күп бәләләрҙән һаҡлап ҡалды. ГКЧП, ваучер, приватизация тигән төшөнсәләр килеп сыҡты. Ҙур тетрәнеүҙәр осоро булараҡ хәтеремә уйылды ул йылдар. Шул уҡ ваҡытта республикабыҙҙың үҙаллылыҡ яулауына бәйле өмөттәр ҙә йәшәтте беҙҙе. Тап шуға күрә, ҡалаға эшкә күскәс тә, байтаҡ башҡорт гимназиялары асыуға өлгәштек.

Башҡортостан Президенты ярҙамсыһы ла булып эшләнегеҙ...

- Ул вазифаны атҡарыу Мортаза Ғөбәйҙулла улына хас тынғыһыҙлыҡ сифатын талап итте. Президент иртәнгә сәғәт 7-лә эшкә килә. Көн һайын 8-ҙә кабинетына эш ҡағыҙҙары менән инергә кәрәк. Әгәр ҙә командировкаға булһа, маршруттар, саралар, осрашыуҙар схемаһы әҙер булырға тейеш. Көн һайын 14 сәғәт буйына уның менән булырға, командировкаларға бәйле барлыҡ сараларҙы ойошторорға, оперативкаларының протоколын алып барырға, күтәрелгән мәсьәләләрҙе ведомстволарға, министрлыҡтарға, ойошмаларға ебәрергә тейешһең. Ял көнө сәғәт 1-ҙә ул мунсаға киткәс кенә бушайһың. Командировкаларҙан нисәлә ҡайтһаҡ та, һәр ваҡыт эшкә килә.
Эшләү дәүеремдә Президенттан бер тапҡыр шелтә алдым. Ул былай булды. Ниндәйҙер сарала Президент эргәһенә билдәле йырсы килә лә: "Мортаза Ғөбәйҙуллович, һеҙгә инергә ине", - ти. Президент: "Ин һуң!" - ти. "Ана, Миҙхәт Әхмәтханович һеҙгә индермәй", - тип ошаҡлай был, зарлана. Бер нисә тапҡыр ҡабатлана был хәл. Бер көн Президент: "Һин миңә килгән кешеләрҙе индермәйһең икән", - тине. Бер нисә секунд шаңҡып торҙом да: "Мортаза Ғөбәйҙуллович, һәр көн иртәнге 8-ҙә һеҙгә исемлек индерәм. Кемдәрҙе индерергә икәнлеген үҙегеҙ билдәләйһегеҙ", - тинем. Башҡаса был темаға һүҙ ҡуҙғатылманы. Шелтә лә булманы.
Президент ярҙамсыһы булып эшләү күп нәмәгә күҙемде асты. Кире ҡалаға күскәс, тарихта тәүге тапҡыр транспортта башҡортса иғландар, алтаҡталарҙа, учреждениелар кабинеттарында, рекламаларҙа ике дәүләт телендәге яҙмалар барлыҡҡа килде. Бар урында ла. Быға халыҡ шундуҡ иғтибар итте. Ҡалала кадрҙарҙың милли нисбәте ул тиклем һаҡланмай ине, йәғни башҡорттар юҡ кимәлендә булды. Минең ҡул аҫтындағы идаралыҡтарҙа бер генә башҡорт булһасы! Был хатаны ла төҙәтергә тура килде. Президент аппаратына күсер алдынан хушлашыу оперативкаһын башҡортса үткәрҙек. Кәңәшмәлә ҡатнашҡандарға быны тарихта булмаған хәл тип әйтергә тура килде.

Юғары белем алыуға мөнәсәбәтегеҙ нисек? Ни өсөн тигәндә, хәҙер икешәр-өсәр юғары уҡыу йорто тамамлап, диплом алып, белеме буйынса бөтөнләй эшләмәгән йәштәр күп. Ғөмүмән, юғары белем тормоштан айырылып, кәрәкһеҙ бер институтҡа әүерелә бара түгелме?

- Техник юғары уҡыу йорттарын тамамлағандар өсөн проблема ул тиклем ҡәтғи түгелдер, тип уйлайым. Был мәсьәлә күберәк гуманитар йүнәлештәргә ҡағылалыр. Минеңсә, элекке "отработка" системаһын кире ҡайтарырға кәрәктер. Бигерәк тә дәүләт иҫәбенә уҡығандар өсөн. Ә үҙҙәре түләп белем алғандарға был тәртип ҡағылмаҫҡа мөмкин. Элек ауылға барғандарға байтаҡ аҡса ла түләнә ине, "подъемный" тип аталды. Бөгөн табиптарға бер миллион түләгән һымаҡ.

Рәсәй буйынса ауылдарҙың яйлап бөтөүгә табан барыуына шаһитбыҙ. Эш урыны булмағас, йәштәр ҡалаларға күсенә, шуның һөҙөмтәһендә мәктәптәр ябыла. Әммә тәбиғәт бушлыҡты һөймәй, изге урын буш тормай. Ҡасандыр кемдәрҙер килеп, бушап ҡалған төйәктәрҙе яуларға тейеш булып сыға. Нисек итеп ауылдарҙы һаҡлап ҡалырға һуң? Уларҙы тергеҙеүҙең мөмкинлектәре тик дәүләттә генәме икән?

- Мин әрмелә Калуга өлкәһендә хеҙмәт иттем. Совет власының әле иң көслө йылдарында ундағы ауылдарҙа ҡарт-ҡоро ғына тороп ҡалғайны. Ә Башҡортостан шарттарында ауылды һаҡлау милләтте һаҡлауға тиң мәсьәлә итеп ҡаралырға тейештер. Ауылды халыҡ үҙе һаҡларға бурыслы. Ҡаланы үҫтереү проблема түгел, ул һин теләһәң-теләмәһәң дә алға бара.
Бөгөн Европала ла балалар юҡ. Унда күберәк африкандар, төрөктәр һ.б. килә. Әгәр ҙә ауылдарҙы һаҡлап ҡалырлыҡ дәүләт сәйәсәте булдырылмаһа, беҙҙә лә шундай уҡ хәлдәр көтөлмәҫ тимә. Ниндәйҙер кимәлдә был күренеш күҙәтелә лә инде.

Хәҙерге йәштәрҙең ниндәй сифаттары һеҙгә оҡшай?

- Йыш ҡына замандың беҙҙең тәрбиәгә тап килмәгәнен танырға тура килә. Әлеге быуындың да төрлөһө бар. Ана, ҡайһы берәүҙәрен Мостай ағай "шайтан балалары" менән сағыштыра. Ундайҙары ла бар, үкенескә. Мин, ғөмүмән, һәр ваҡыт йәштәрҙән креативлыҡҡа, ҡыйыулыҡҡа, төрлө техник сараларҙы ҡулланырға өйрәнәм.
Хакимиәттә саҡта ҡул аҫтымда, нигеҙҙә, йәштәр хеҙмәт итте. Улар алдында ла: "Мин һеҙҙән күп нәмәгә өйрәнәм, шунһыҙ тормошта артта ҡалыуым бар", - тип әйткеләй торғайным. Хәҙерге йәштәр йүнсел, сос, булдыҡлы. "Бизнес" тигән төшөнсәне аңлап та, ҡабул итеп тә бөтмәйем. Ә йәштәр шул шөғөлгә әүәҫ, тимәк, заман еленә һиҙгерҙәр.

Үҙегеҙҙе бәхетле йәшәнем тип иҫәпләйһегеҙме?

- Минең дошмандарым юҡ. Төрлө мөхиттә аралашып йәшәргә тура килде - эшемдә, ғаиләмдә, ауылда, Мәскәүҙә. Күп кенә хәлдәрҙе алдан һиҙеүем хатта үҙемде дошманы тип һанаған кешеләр менән дә мөнәсәбәтте ыңғай ҡорорға ярҙам итте. Күңелемә ятмаған, күрә алмағандар менән дә аралашырға, ниндәйҙер бәйләнеш булдырырға тура килде, сөнки биләгән вазифаларым шулай ҡушты. Бер ваҡытта ла мөнәсәбәттәрҙе ҡатмарлаштырырға тырышманым. Хаҡлы ялға киткәнсе кемдәр менән эшләгәнмен - барыһының да телефон номерҙары бар миндә, һәммәһе менән дә аралашам. Урамда осрап: "Һеҙ миңә шул ваҡытта ярҙам иттегеҙ", - тип әйтеүселәр күп. Уларҙың күбеһен танымайым да. Хөкүмәттә, Президент аппаратында эшләгәндән һуң ҡала хакимиәтенә күскәс, ундағы водителдәр, йыйыштырыусылар донъяуи йомоштары менән килә торғайны. Уларға хәлемдән килгәнсе ярҙам итергә тырыштым.
Бер мәл пенсиялар, балалар пособиелары, эш хаҡтары түләнмәй йә һуңлап бирелә башлаған ауыр заман килде. Шул саҡта ҡала хакимиәте бинаһына һуғыш, хеҙмәт ветерандары, инвалидтар митингка килде. Уларҙы урамда тотмаҫ өсөн тамаша залына индереп, хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары булып эшләүсене аңлашырға ултыртып ҡуйҙылар. Ярһып-ярһып һөйләне ветерандар, таяҡтары менән туҡылдаттылар, тормошобоҙҙоң ауыр булыуы хаҡында дөрөҫ дәлилдәр килтерҙеләр. Парҙарын сығарып бөткәнсе, уларҙы ҙур түҙемлек менән тыңлап ултырҙым да шулай һүҙ башланым: "Хөрмәтле һуғыш, тыл ветерандары, һеҙҙең алда Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙең улы баҫып тора. Һеҙ яуҙан иҫән ҡайтып, балаларығыҙҙы уҡытып, тәрбиәләп, кеше итеп аяҡҡа баҫтырғанһығыҙ. Ә беҙ атайһыҙ үҫтек. Һеҙ фашистарҙы һуғышта еңеп ҡайтып, ҡыйралған илебеҙҙе, хужалыҡтарҙы аяҡҡа баҫтырғас, беҙҙең әсәйҙәргә еңеллек килде. Ғаиләләребеҙгә еңеллек килде. Һеҙҙең арҡала икмәккә туйҙыҡ. Өҫтөбөҙ бөтәйҙе. Шуға күрә үҙемдең быуын исеменән һеҙҙең алда баш эйәм, оло рәхмәтемде белдерәм. Әлеге ҡыйынлыҡтар ваҡытлыса. Һеҙ яуҙарҙа йөрөгәндә түҙә белдегеҙ. Ошо ауыр мәлдә лә оло сабырлыҡ теләйем. Тормош еңеләйер ул, гел былай бармаҫ..."
Залда тынлыҡ урынлашты. Ветерандар яйлап сыға башланы. Кемеһелер килеп арҡамдан һөйә, кемеһелер ҡосаҡлай. Бындай хәлдәр тормошомда байтаҡ булды.
Күп осраҡта инициатива башлап йөрөүсе өсөн "яза"ға ла әүерелеүсән. Хөкүмәттә эшләгәндә Яңы йыл шыршылары, Еңеү көндәре, Хөкүмәт, Президент исеменән сәскәләр, веноктар һалыу кеүек бихисап сараларҙы үткәрә торғайным. Ҡалаға эшкә күскәйнем, шул ғәмәлдәр артымдан бурыс булып эйәреп барҙы ла ҡуйҙы. Саралар йөкмәткеле, күңелле, оригиналь булһын өсөн фантазияны ла эшкә егергә тура килде. Бер йыл Бөйөк Еңеү байрамында трамвай вагондарын бергә ялғап, "һуғыштан ҡайтыусы" поезд эшләнек. Күҙ алдына килтерегеҙ: ҡала советы ҡаршыһына ветерандарҙы тейәп, таптаналы рәүештә поезд килеп туҡтай. Ҡатындар, йәштәр, балалар һалдаттарҙы сәскәләр менән ихлас ҡаршылай. Ҡосаҡлашалар, илашалар. "Кемдең идеяһы булды ул?" - тип шуны Урал Насир улы Бакиров һаман иҫләй, шул Еңеү байрамын маҡтап һөйләй.

Тыуған ауылығыҙ Мәмбәттә шәжәрә байрамы үткәндә бик ҡыҙыҡ атамалы аралар исемлегенә иғтибар иткәйнем. Һеҙ ниндәйенә ҡарайһығыҙ?

- Беҙ - "шамтырҙар". Студент саҡта йәйге каникулға ҡайтһам, барлыҡ туғандар ҡунаҡ күрһәтеп саҡыра ине. Беҙҙең ауылда һәр ара кешеләре яҡынса бер тирәлә йәшәй, зыяратта ла урындары айырым. Бер еңгәй район үҙәгендәге дауаханаға бәпәйләргә барғанда фамилияһын һораһалар, аптырап тормаған, "Әллә, Шамтырова шикелле", тигән. Шул Шамтыровтар инде беҙ.

Ҡыҙыҡлы һәм фәһемле әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Миҙхәт Әхмәтхан улы!

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №40, 9 - 15 октябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.10.26 | Ҡаралған: 10

Киске Өфө
 

Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru