
Башҡорт халҡының йыр-моңо һәм йыраусылыҡ оҫталығы йәштәребеҙгә лә мираҫ булып күскән икәнлеге бәхәсһеҙ. Был юлы беҙ шундай йәштәребеҙҙең береһе - Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, Ырымбур егете Илдар АБДУЛЛИН менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
Күптәр һеҙҙе Үҙәк телевидениеның "Голос" тапшырыуы аша танып белде, ә уға тиклем ижад юлығыҙ нисек башланды?
- Беҙҙең ғаиләлә миңә тиклем йырсылар булмаған, тиһәм дә, тоҡомобоҙ өсөн, әлбиттә, йыр-моңға, ҡурайға оҫталыҡ ят түгел. Йылайыр районында йәшәгән әсәйемдең атаһы Сәйфетдин олатайым, үҙе урмансы булып эшләһә лә, бик оҫта ҡурайҙа уйнаған һәм моңло итеп йырлаған. Ә мин, тумалаҡ ҡара ғына малай, өйҙә һәр саҡ йырлай торғайным һәм, әлбиттә, күп фатирлы йорттағы күрше-тирә минең йырсы икәнемде ишетеп белә ине. Тәүге педагогым бер саҡ минең балалар менән ойошторолған кисәлә "Әгәр мин солтан булһам..." тип йырлағанымды ишетеп ҡалған. Ул ваҡытта кеҫә телефондары юҡ әле, әммә ул таныш-тоноштар аша мине эҙләп тапҡан. Шулай итеп, мин Ольга Васильевна етәкселегендәге ижади студияға йөрөй башланым, унда рус халыҡ йырҙарын башҡара торғайныҡ. Ижад юлым Ырымбур өлкәһендәге тыуған ҡалам Гайҙа балалар студияһынан, халыҡ вокалы һәм музыка мәктәбенән башланды, тип әйтергә мөмкин.
Мәктәптән һуң мин Л. һәм М. Ростроповичтар исемендәге Ырымбур дәүләт сәнғәт институтының музыка колледжына уҡырға индем, эстрада вокалы буйынса иң оҫта педагог Ольга Евгений ҡыҙы Тушева минең уҡытыусым булды. Унан һуң сәнғәт институтын ҡыҙыл дипломға тамамланым. Уҡыу осоронда конкурстарҙа ҡатнашыу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тырыштым. Минең өсөн иң-иң мөһимдәре - ул "Золотая звезда" телепроектында ҡатнашыу (тәүҙә Ырымбур өлкәһенән булараҡ, аҙаҡ Башҡортостан исеменән дә сығыш яһаным), "Дельфа уйындары"нда алтын миҙал яулауым һәм башҡа проектар, премиялар. Унан һуң ғына мин "Голос" проектына эләктем.
Был проектҡа мин өс тапҡыр ғариза биреп ҡараным. Тәүге икеһендә Мәскәүгә, Останкиноға барып, тыңлауҙар үтеүҙән ары китә алмаһам, өсөнсө тапҡырында, ниһайәт, артабан юл асылды. Үҙәк телевидениеның төп проектында ҡатнашыу, яңы тәҫьораттар алыу - минең ҙур хыялым ине.
Үҙегеҙҙең башҡорт тамырҙарығыҙға ҡайтыу мөһимлеген ҡасан аңланығыҙ?
- Тамырҙарыма, башҡорт йырҙарына яҙмыш үҙе алып ҡайтты, ахыры, мине. Мин - Ырымбур өлкәһендә рус мөхитле ғаиләлә тыуып үҫкән бала. Шулай ҙа өләсәйем, рус телендә бер-ике генә һүҙ белгән ҡатын, минең менән башҡортса ғына һөйләшкән. Шуның арҡала мин дүрт йәшемә тиклем таҙа башҡорт телендә генә аралашҡанмын, унан һуң балалар баҡсаһына йөрөй башлағас, рус теленә өйрәнгәнмен. Тормоштағы хәлдәр, ҡатнашҡан конкурстар мине Башҡортостанға алып ҡайтты, тип әйтергә мөмкин.
"Гололс"тан һуң Башҡорт дәүләт филармонияһынан эш тәҡдиме килеп төштө. Тәүҙә Ырымбурҙан китеү планда булмаһа ла, беҙ күсенеү яғына еңелбеҙ, тәҡдимдән баш тартманыҡ. Шулай итеп, әлеге ваҡытта беҙ Өфөгә килеп төпләндек.
Башҡортостанға күсеүҙән дә, әлбиттә, иҫ киткес тәҫьораттар алынды. Минең менән бергә ул осорҙа тағы ла ике йәш солист эшкә алынғайны. Тәүге ваҡытта "Шаңдау" проектын уңышлы ғына тормошҡа ашырҙыҡ, Рөстәм Ғиззәтуллин менән тығыҙ эшләп алдыҡ, унан инде яйлап һәр кем үҙаллы ижад юлын башлап алып китте.
Башҡортостанға күсеүем минең өсөн ҙур аҙым булды, бик ҙур тәжрибә һәм профессиональ яҡтан үҫеш мөмкинлеген бирҙе.
Тормошто артылаһы бейек тау менән сағыштырырға мөмкиндер, моғайын. Һеҙ үҙегеҙҙең артыласаҡ тауығыҙҙың ҡайһы еренә еткәнһегеҙ тип уйлайһығыҙ?
- Өлгәшелгәндәрҙе барлап ҡарайым да, әлеге ваҡытта мин үҙ тауымдың яҡынса өстән бер өлөшөндәлер, тип уйлайым. Әлбиттә, алда яңынан-яңы үрҙәр яулайһы, ирешер маҡсаттар бар. Шуға ла әле мин ҙур-ҙур пландар булған оло тормошомдоң башындамындыр, тип өмөтләнәм.
Айһылыу ДАУЫТОВА әңгәмәләште
"Киске Өфө" гәзите, №40, 9 - 15 октябрь 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА