
Эстә бейек үлән, тумар. Аҡсай һаман да ары ла, бире лә ташланып өрә. Уның тауышына яҡынлағандан-яҡынлайым. Ана, алда бер төптән өс-дүрт тармаҡ булып үҫкән ҡарт өс тал күренә. Дарыуға ҡабыҡтарын һыҙырып ала торған ҡара талға оҡшай. Эт хәҙер бер урындараҡ өрә. Тағы ла тумарға һөрөлә-һөрөлә, ете-һигеҙ аҙым алға, ҡара талдарға табан атлайым. Аҡсай шунда ғына, талдар аръяғында ғына өрә. Бына бейек үләндәрҙе йыра-йыра өйкөм талдарға килеп еттем. Мышы алдымда ғына торалыр, тип уйлайым. Әммә ҡара-һоро мышы күренмәй. Тағы ла ике-өс аҙым атланым да, шаҡ ҡаттым.
Өйкөм ҡара талдар араһында башын эйә биреп, Аҡсайға ташланырға әҙер торған ҙур ҡара-һоро айыуҙы күрҙем. Арабыҙ ун биш, ун ете аҙым самаһы ғына. Минең килеп сығыуҙы һиҙгән айыу, иғтибарын эттән алып, башын яй ғына миңә борҙо. Әммә кәүҙәһе нисек торған, шулай ҡалды. Ҙур, йыуан, оҙон, бейек. Башы ун биш литрлыҡ ҡоромға буялған биҙрә хәтлем. Беҙ бер-беребеҙҙең күҙҙәренә текләшеп ҡарап ҡаттыҡ. Бәләкәй генә түңәрәк ут күҙҙәрендәге асыу яйлап артҡандан-арта барҙы. Мин ни эшләргә лә белмәй, торған урынымда шаҡҡатҡанмын. Эт уның ян-яғына сығып абалай ҙа абалай. Ҡайһы ваҡытта ул айыуҙың арт яғына сығып, ботонда һалбырап торған оҙон йөнөнән тартырға ла самалай. Шул ваҡытта айыу минән һис ҡарашын алмай ғына алғы аяғы менән эткә "бар кит" тигәндәй һелтәнә. Эт шунда уҡ һөжүм йүнәлешен үҙгәртә. Башҡа йүнәлештән һөжүм итеүенә айыу иғтибар ҙа итмәй. Уның бөтә иғтибары миндә. Күҙҙәрен минән һис алмай.
Бына ул яйлап ҡына өйөм талдың аръяғынан сығып, миңә ҡарап баҫты. Әммә ике аяғына түгел, ә дүрт аяғына ла. Быныһы инде ҡурҡыныс алым. Ташланыу алымы. Дошманын ҡурҡытыр булһа ул ике арт аяғына баҫыр ине. Эт мине күргәс, бигерәк тә дәртләнде. Асырғаланып-асырғаланып айыуҙың ян-яғынан йөнөн тартҡыларға самаланы. Хәҙер инде айыу уға бөтөнләй иғтибар итмәй. Исмаһам, һелтәнеп тә ҡуймай. Уның бөтә иғтибары миндә. Бына ул күҙҙәрен минән алмайынса, башын түбәнерәк эйҙе. Арҡа йөндәре яй ғына ҡабара башланы. Миңә ташланырға ҡарар итте был. Мин дә уны ҡалдырып, кире сығырға ҡарар иттем. Таяҡты һөңгө кеүек ике ҡуллап алға тотоп, арт менән сигенә башланым. Айыуға арҡа күрһәтергә ярамай. Ул уны ҡурҡыу, ҡасыу билдәһе итеп таный ҙа, шунда уҡ ташлана. Ни тиһәң дә, уны күҙ ҡарашы тота. Көндөҙ йыртҡыстар ҡорбандарына күп осраҡта арттан йәбешә. Төндә генә уларға күҙ нурҙары кәртә була алмай. Күрәһең, кешенең күҙ нурҙарында йыһан ҡеүәте сағылмаһы йыртҡыстыҡына ҡарағанда көслөрәктер. Айыуҙы ла минең күҙ ҡарашым нуры тотҡандыр.
Бына айыу, мин икенсе талға әҙ генә ышыҡланыу менән, ике-өс аҙым миңә табан алға атланы. Беҙ тағы ла бер-беребеҙҙең күҙҙәренә ҡарап торабыҙ. Дөрөҫөрәге, ул миңә ҡарап тора, ә мин арт менән сығыу яғына атлайым. Хәҙер иң мөһиме - һөрөнөп артҡа йығылып китмәү. Йығылып киттеңме, айыуға ташланыр өсөн бойороҡ була. Күҙ ҡарашы йоғонто итеүҙән туҡтай. Айыу шунда уҡ үҙен иркенлектә тоя. Уның эске ҡеүәте ҡорбанына ташланырға тәбиғи фарман бирә. Ҡулда осо осланған ҡайын таяҡтан башҡа бер нәмә лә юҡ. Уның менән айыуға ҡаршы йөрөп буламы ни? Бил ҡайышына хәнйәр эленгән эленеүен. Әммә нисек тура килә бит. Өҫтөңә килеп менеү менән башыңдан ҡабып ҡыҫһа, шунда уҡ иҫеңде юғалтаһың. Ул ваҡытта хәнйәр ярҙам итмәй. Әгәр ул ятҡан көйө ҡаршылашырға иткән һул ҡулың менән мәшғүл булһа, иҫең етеп, уң ҡулың менән хәнйәр һурып сығара алһаң, бәлки, аҫтан бер-ике тапҡыр сәнскеләй алырһың. Ун биш, ун ете сантиметрлыҡ хәнйәр мылтыҡ йәҙрәһендәй яра һалыр. Берәй ағзаңды айырып тартып алмаһа, бәлки, ҡотолорһоң.
Ә әлегә мин, тумарға һөрөнөп йығылмаҫ өсөн аяҡтарҙы күтәрә-күтәрә баҫып, артҡа атлауымды дауам итәм. Айыуҙың бер-ике аҙым алға атлауы була, Аҡсай тегене арттан тартҡылай ҙа ситкә һикерә. Айыу уны ҡыуып ебәрә лә тағы ла миңә төбәлә. Айыу миңә ынтылам тигәндә генә Аҡсай, арттан килеп, бот араһына йәбешә. Тегегә башҡа сара ҡалмай. Кинәт боролоп, этте тотайым тип уҡталһа, ул инде өс-дүрт метр ситтә була. Мин Аҡсайҙың шул алымын ҡулланып, айыу уның менән мәшғүл булғанда, ун-ун биш аҙым йырағайып ҡалам. Бына шырлыҡ ситенә килеп еттем. Уф, Алла! Айыу эттән ҡотолоп, инде туҡтамайынса миңә ташланырға булғайны. Минең шырлыҡ ситендә икәнде шәйләгәс, миңә ташланыу дәррәүе бөттө. Туҡтап, миңә ҡарап торор булды. Тик беҙҙең аралыҡ арыу ғына алыҫлашҡайны.
Айыу бүре түгел. Алыҫтағы ҡорбанына ташланмай. Ә Аҡсай тегене һаман да кеҙәләй генә. Йә арттан тарта, йә алдынан абалай. Миңә ташланырға ирек бирмәй. Ә мин уны саҡырам да саҡырам. Тик ул мине ишетһә лә, тыңламай. Үҙ эше менән шул тиклем мәшғүл. Әйтерһең дә, донъяға нимә өсөн килгәнен белә. Тоҡомона тоғро. Айыу уға албырғап, нимә ҡылырға ла белмәйенсә, шырлыҡ ситендә тороп ҡалды. Ә мин үлемдән ҡотолоп сыҡтым да: "Улым, айыу, улым, айыу", - тип ҡысҡырып, кисеүҙе кисеү тимәй, шап та шоп йүгереп аша сығып, ул ултырған ҡарағай төбөнә йүгерҙем. Мине күреп, улым ҡаршы сыҡты. Шырлыҡ киң ине, ярты саҡрымдай булыр. Ел дә ул ултырған түпһәлдән миңә өрә. Улым бер нәмә лә күрмәгән дә, ишетмәгән дә. Айыу шырлыҡ эсендә мине талап үлтерһә лә, ул бер нәмә лә белмәй, был яҡта ултырыр ине.
Йәш, көслө, дәртле улым, айыу һүҙен ишеткәс, ҡоторҙо ла китте:
- Әйҙә, әйҙә атай, тиҙерәк барайыҡ, мин уны хәҙер атам, - ти был.
- Юҡ, улым. Беренсенән, рөхсәтһеҙ айыуҙы атырға ярамай, әжере бик ҙур. Икенсенән, айыу атыу ҡуян алыу түгел. Хәҙер кис. Тиҙҙән мәҙек һуғыла. Шырлыҡ эсе ҡараңғылана. Бәлки, ул берәй емтек янындалыр. Бара башлаһаң, ҡыҙғанып, тора ла йәбешәсәк.
Шул дәлилдәрҙе килтергәс, улым һыуына төштө. Ә Аҡсайҙан тауыш та, тын да юҡ. Иң алда арба янына төшөп, аттарҙы тотоп бәйләнек. Шул арала Аҡсайҙың эстә һаман да айыуҙы абалауы ишетелә. Башҡа сара юҡ. Тоттоҡ та Аҡсайҙы саҡырырға шырлыҡ араһына йүгерҙек. Донъя хәлен белеп булмай, тип, мин оҙон һаплы балтаны ҡулға эләктереп алдым. Кисеү аша сыҡҡанда Аҡсайҙың тауышы ишетелә ине, әммә ҡайҙалыр төптә, йыраҡта кеүек. Мин ҡасып сыҡҡан ергә килеп туҡтаныҡ та, Аҡсайҙы саҡырабыҙ, әммә ләм-мим. Бер тауыш та, өн дә юҡ. Тыңлайбыҙ. Тауыш юҡ. Мин айыуҙан ҡасып сыҡҡан ерҙән улым мылтығын тотоп, эскә инеп киткәс, уны ҡурсалап, балтаны тотоп, мин дә артынан эйәрҙем. Шырлыҡ эсе инде ҡараңғы. Аҡсайҙы төрлөсә итеп саҡырабыҙ. Тауыш-тын ишетелмәгәс, туғайлыҡҡа кире сыҡтыҡ. Унда ла мәҙек тулыһынса ерҙе солғаған.
- Шырлыҡ аша сығып, аттар янына киткәндер ул, - ти улым.
Уның был фаразына ышанып, тиҙ-тиҙ арба янына атланыҡ. Әммә Аҡсай арба янында ла юҡ ине. Аттарға менеп, икебеҙ ике яҡтан шарлыҡты урап, Аҡсайҙы саҡырып йөрөп сыҡтыҡ. Тик Аҡсай һыуға батҡан кеүек юҡ. Өн дә, тын да юҡ. Бик бошоноп, төндә генә ҡайтып киттек. Өйгә ҡайтҡас, Аҡсай тураһында һүҙ сығармаҫҡа тырыштыҡ. Ул бик арыған, йоҡлай, тигән уйҙырма һүҙ әйттек. Хатта тәгәсенә аш сығарып һалдыҡ. Төндә, бәлки, ҡайтыр, тип өмөт иттек. Сыҡҡан һайын аш һалынған тәгәсен тикшерҙек. Әммә ул тулы көйөнсә тора бирҙе. Иртәгеһен бик иртә тороп, аттарҙы егеп, бесәнгә барабыҙ тигән булып, Аҡсайҙы эҙләргә киттек.
Шырлыҡты тағы ла икебеҙ ике яҡтан урап сығырға ҡарар иттек. Һанама юл менән шырлыҡ башындағы ҡалҡыулыҡ араһына сәселгән һоло игененә китеп барам. Юлдағы һәр эҙҙе күҙәтәм. Иген ситендә өйөлөп ятҡан тик һоло ҡатыш айыу тиҙәген ике ерҙә осраттым. Улым килде. Был төндә ул һоло игенендә булған икән. Күп ерҙә һолоноң баштарын һындырып ашап бөткән. Еңеләйгән ҡоро һабаҡтары ғына елдә елберҙәп ултыра. Был алпамыша шырлыҡҡа кире кереп ятҡандыр, тип уйлайбыҙ. Аттарҙан төшөп, ялан ерҙәрәк үҫкән ҡайынға бәйләнек тә, кисә кис кергән юл менән эскә инә башланыҡ. Үләндәр тапалған, иҙелгән. Бына мин айыуҙы тәүләп күргән ҡара тал өйкөмө. Бында үләндәр бөтөнләйгә тапалып бөткән. Ауыр еҫ килгән кеүек. Ян-яҡты ентекләп ҡарағас, күреп ҡалдым. Әллә айыу үҙе, әллә бүре мышының башмағын йыҡҡан булған икән. Байтаҡ ваҡыт элек булған байрам урынында туҙған йөндәр, яртылаш ҡаҡ баш һөйәге, ике тояҡ ята. Тояҡтарға ҡарағанда, бер йәшлек башмаҡ. Аҡсай менән минән шул емтекте ҡыҙғанып ҡарауыллап ятҡан икән айыу. Хәҙер уның тәбиғи холҡо асыҡланды.
Ә Аҡсай, Аҡсай ҡайҙа һуң? Үләнде йығып, ишәләнеп киткән юлдарынан тағы ла төпкәрәк үтәбеҙ. Бына алдараҡ ҡоролоҡ ситендә үлән айырыуса ишәләнгән. Ниҙер тырналған, өйөлгән. Ян-яҡты иғтибар менән ҡарайбыҙ. Бына дүңгәк, уның төбөндә сатыр-сотор өйөмө. Улым өйөмдө арлы-бирле типкесләне лә, аҫтынан үле Аҡсайҙы һөйрәп сығарҙы. Бахырҡайым! Эсе йыртылып киткән, эсәктәре күренеп тора. Башы тотош ҡан. Бер күҙе һытылып килеп сыҡҡан. Артҡы аяғы һынған. Артабан көрәк килтереп, шырлыҡ ситендәге туғайлыҡҡа сығарып, өс тармаҡлы ҡайын төбөнә Аҡсайҙы күмдек.
Уның ҡәбере янына ултырып, айыу менән һуңғы алышын күҙ алдына килтерәм. Айыу миңә ана ташланам, бына ташланам тип, Аҡсай ҡамасаулағанға ташлана алмағас, мин дә унан йыраҡ уҡ яланға сығып өлгөргәс, ҡапыл емтеге иҫенә төшкәндер. Мине боролмала күҙҙән юғалтыу менән емтеген Аҡсайҙан ҡыҙғанып, ҡапыл уға ташланғандыр. Асыуы килгән айыу, Аҡсайҙы төпкә баҫтырып, хатта бире тороп ҡалғандыр. Әммә һеркә кеүек сәбейәшкә көсөк, кире сабып килеп, был хужаны емтегенән тағы ла ҡыуырға керешкәндер, тип бик дөрөҫ фаразлайым, шикелле. Эйе, ярһыған Алпамыша был юлы Аҡсайға, уның абалауынан да ялҡып, маҡсатлыраҡ ташлана. Айыуҙың әлегә тиклем былай ҙур асыу менән ташланғанын көтмәгән Аҡсай, ҡаушап уҡ ҡала. Сөнки әлегә тиклем Алпамышаға Аҡсай үҙе ташлана ине. Бындай һөжүмде көтмәгән Аҡсай, әллә һөрөнөп китә, әллә ситкә һикерергә ағас ҡамасаулай… Күрәһең, уға айыу шул ваҡытта алғы ҡулы менән бик ныҡ һуғыуға өлгәшә. Тәкмәсләп барып төшкән Аҡсайҙы ул тотоп та ала. Ҡаршылашырға ауыҙын асҡан Аҡсайҙың бөтә башын ҡабып, иҙгәнсе бер тешләй ҙә ҡуя. Тот-ҡан йә йыҡҡан ҡорбанын күмеп ҡуйыу ғәҙәте булғанлыҡтан, ул Аҡсайҙы шунда уҡ сүп-сар тырнап күмә. Ә беҙ уны был ваҡытта шырлыҡ тышында саҡырып эҙләгәнбеҙ…
Аптырарһың. Ер йөҙөндә күпме үлтереш, күпме ҡан ҡойош. Кемдер кемгәлер ысынлап та эт! Ә эт кем? Ниңә насарҙы кеше, эт, ти? Ә бит эттәр араһында ла, эт булһа ла, эт булмағандары ифрат күп. Кеше үҙ ишен, үҙ кешеһен эткә тиңләп: ул эт, хатта эттән дә насар, тип тиргәй икән, ул, ысынлап та, кешеләр араһындағы, бәлки, иң насар кешелер. Ә ниңә ул насар кешене эткә тиңләп һүгә? Кеше өсөн йәнен биргән эттәр ҙәбаһа, был эт кешеләр ҡорған донъяны йәмләй, хатта данлай ҙа алалар. Бына минең ғүмеремде һаҡлап алып ҡалған был йоҙроҡтай ғына аҡ көсөк миңә кем? Әллә ғүмерем ҡыл өҫтөндә торған ваҡытта йәнемде һаҡлап алып ҡалыу өсөн Тәңремдән ебәрелгән фәрештәнең һаҡ көсөгө булдымы? Шулайҙыр. Башҡаса булмаҫ. Сөнки ваҡиға булды. Мин уға шаһитмын. Аҡсай булмаһа, бәлки, мин шәһит булыр инем. Исеме лә минең күңелемә ҡапыл күктән бирелгән кеүек булды. Аҡ фәрештә ярҙамсыһы булған икән Аҡсай! Уның алдында хәҙер минең бурысым да юҡ кеүек. Ул мәңгелеккә - баҡыйлыҡҡа китте. Уға ни бары 11 ай ғына ғүмер бирелгән булған. Булмышындағы үҙ бурысын үтәр өсөн. Эйе. Фәрештәһе уға батырлығын үтәргә насип иткән. Шул бурысын үтәп, үҙе баҡыйлыҡҡа күсте. Ул теге донъяға минең был донъяла йәшәүем өсөн китте.
Тик намыҫымды бер нәмә өйкәй: Аҡсайҙы һаҡлап алып ҡала алманым…
(Аҙағы. Башы 40-сы һанда).
"Киске Өфө" гәзите, №41, 16 - 22 октябрь 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА