«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39  |  40

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Өфөбөҙҙәге был көндәрҙә яңыртыуҙан һуң ҡабаттан ҡапҡаларын асасаҡ Ленин паркы тураһында ниндәй хәтирәләр һаҡлайһығыҙ?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
АПТЫРАТАЛАР, ҺОҠЛАНДЫРАЛАР
+  - 


Быйылғы көҙ өләсәй ҡулдарылай йылы оҙайлы әбейҙәр сыуағы менән ҡыуандырҙы. Тап шундай мәлдә Ишембай районының Байғужа ауылында ҡояштай алсаҡ йөҙлө ағинәйҙәр юрматы ырыуы ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейеменә арналған сара уҙғарҙы.

Сараға Ишембай районы ауылдарынан ғына түгел, Салауат ҡалаһы, Стәрлебаш, Федоровка райондары һәм Өфө районының Шамонин ауылы ағинәйҙәре лә ҡунаҡҡа килгәйне. Байрам хужабикәләре - Байғужа ауылы ағинәйҙәренең ҡунаҡ ҡаршылау йолаһын атҡарыуынан һуң барыһы ла ауыл мәҙәниәт йорто залына үтте. Унда уларҙы Ишембай районының Байғужа, Урман-Бишҡаҙаҡ, Кинйәбулат, Ҡолғона, Кузьминовка ауылдары ағинәйҙәренең күҙ нурҙарын һалып эшләгән ҡул эштәре, милли һәм стилләштереп башҡарылған биҙәүестәре һәм милли кейем өлгөләре йыйылған күргәҙмә ҡаршы алды.
Байғужа ауылы ағинәйҙәренең, Ишембай ҡалаһының Милли мәҙәниәттәр үҙәге эргәһендәге "Аманат" ағинәйҙәр фольклор төркөмөнөң дәртле йырҙары менән биҙәлгән сараның төп өлөшөндә Ишембай районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлнур Аҙнабаева был сараның маҡсаты булған һөйләшеүҙе башлап ебәрҙе. Юрматы ырыуы ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейемдәренең үҙенсәлеге, уларҙың башҡа ырыуҙарҙыҡынан айырмаһы ниҙә? Сығыш яһаусылар ошо һорауҙарға яуап табырға тырышты.
Мәҫәлән, Ишембай ҡалаһында ойошҡан, юрматы ырыуының милли кейемен тергеҙеүселәрҙе, реконструкциялаусыларҙы бергә туплаған "Ете ҡыҙ" төркөмө ағзалары Сәриә Ғәбитова һәм Гөлгөнә Мәмбәтова сәхнәлә үҙ ҡулдары менән теккән күлдәк һәм елән, ҡашмау һәм селтәр өлгөһөн күрһәтеп, ҡуйылған һорауға яуап тотто. Аңлашыла, улар милли кейемдәр буйынса бик ентекле эҙләнеүҙәр алып бара һәм шуға ла сығыштары ла ҡыҙыҡлы, фәһемле булды. "Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының традицион милли күлдәге башлыса билдән киҫелгән була, әммә юрматыларҙа ул күбеһенсә тотош итеп тегелгән, йәғни һыпайта күлдәк киң таралған, уны ултырма яғалы, оҙон еңле, бер йәки ике бәбәйле итеп теккәндәр, - тип һөйләп китте Гөлгөнә Мәмбәтова. - Юрматыларҙа кейәүгә сыҡҡан һәм бала табыу йәшендәге ҡатын-ҡыҙҙың милли баш кейеме ҡашмауҙың ҡойроғо тар ғына, бары 8 см киңлектә һәм оҙонлоғо бары 80 см ғына булған, башҡа ырыуҙарҙа иһә уның киңлеге 15 йә 18 см-ға етә.
Өлгөләрҙе күбеһенсә китаптарҙан, музейҙарҙан, боронғо фотоларҙан ҡарайбыҙ. Мәҫәлән, Өфөләге Археология һәм этнография музейында беҙҙең райондың Кинйәкәй ауылынан алынған иҙеүҙең реконструкцияһы һаҡлана, беҙ уның да күсермәһен эшләнек. Ишембай районында күп ғаиләләрҙең шәхси коллекцияларында мәрйендән эшләнгән селтәрҙәр, еләндәр һаҡланып ҡалған. Әле беҙ күрһәткән милли костюмдың төп нөсхәһе, мәҫәлән, Байғужа ауылында йәшәүсе Нурия апай ғаиләһендә һаҡлана. Был костюм уға әсәһенән ҡомартҡы булып ҡалған.
Минең тыуған яҡтарымда, мин үҙем тыумышым менән Хәйбулла районынан, ябайыраҡ итеп эшләнгән, төрлө төҫтәге, әммә сәскәле биҙәктәре булмаған туҡымаларҙан тегелгән боронғо иҙеүҙәр күпләп осрай. Ундай биҙәүесте, аңлауығыҙса, бик үк хәлле булмаған ғаиләләрҙә ҡул аҫтында булған туҡымаларҙан теккәндәр. Вертикаль көмөш тәңкәләр баҫылған алмиҙеүҙәр иһә байыраҡ ғаиләләрҙә булған. Ике райондың милли кейемдәрен сағыштырып ҡарағанда, әллә ни айырма күренмәй, әлбиттә. Ғөмүмән, көньяҡ-көнсығыш райондарының кейемдәрендә оҡшашлыҡтар күп кенә. Мәҫәлән, Хәйбулла районы Рафиҡ ауылындағы боронғо түшелдеректәр фотоларын ҡараһаң, улар 30 см тирәһе, йәғни ныҡ ҙур түгел, ә шул уҡ Әбйәлил районы өлгөләре күпкә ҙурыраҡ. Шулай уҡ Ишембай районында "ҡуш элмә" (двойной тамбурный шов) менән алъяпҡыстар сиккәндәр, был бер аҙ Арғаяш башҡорттары сигеүенә оҡшашыраҡ тип әйтергә лә мөмкин. Башҡа яҡтарҙа иһә уларҙы ябай элмәле (тамбур) сигеү менән тултырып биҙәгәндәр..."
Белеүебеҙсә, бынан 15 йыл элек республикала "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ойошторолған тәүге көндән үк уның ағзалары алдына шундай бурыс ҡуйыла: башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейемдәрен һәм биҙәүестәрен төп нөсхәлә тергеҙергә, уларҙы көндәлек кейемгә әйләндерергә. Көндәлек кейемгә үк әйләнмәһә лә, бөгөн ниндәй генә районға, ауылға барма, ниндәй генә мәҙәни сарала ҡатнашма, һине милли кейемле ағинәйҙәр ҡаршылай. Һәм элек беҙ сәхнәләрҙә генә күреп өйрәнгәне түгел, ә үҙ ерлегенә, үҙ ырыуына ярашлы итеп тегелгәне инде уларҙың кейгәне. Эйе, тап ағинәйҙәр милли кейемдең сәхнә өсөн тегелгән ҡалыбынан китеп, уларҙы Сергей Руденко, Светлана Шитова, Айгөл Камалиева хеҙмәттәрен, музейҙарҙағы экспонаттар өлгөләрен файҙаланып, төп нөсхәлә тергеҙеүҙе башлаусылар булды, тип әйтә алабыҙ. Байғужала булып үткән сарала ла был хаҡта ҡат-ҡат телгә алынды.
Әммә ағинәйҙәр йыйылған майҙанда һөйләшеүҙәр бер тема менән генә сикләнмәй, сөнки улар эшләгән эштәр ифрат күп төрлө. Уларҙың барыһы хаҡында ла сурытып тормай, ошо Байғужа ағинәйҙәренең тағы бер фиҙаҡәр эшмәкәрлеге тураһында һөйләмәй булмай. Хәйер, һүҙҙе ауылдың ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Раҡия Шәрипованың үҙенә бирәйек: "Хәҙер инде оло йәштә булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, беҙ ауылдағы күп эштәрҙе башлап йөрөүселәрҙән. Бына әле ауылдың паркын булдырыу менән мәж киләбеҙ. Ул нисек башланды? Ауыл халҡы Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына таҡтаташ асырға тигән тәҡдим менән сығыш яһағайны. Халыҡтан аҡса йыйып, бағыусылар табып, ағинәйҙәр шул эште башлап ебәрҙе. Тәүҙә ауыл биләмәһе башлығы менән участка мәсьәләһе хәл ителде, унан йыйылған аҡсаға таштар һатып алынды. Был таштарҙың береһенә һуғыштан иҫән-имен әйләнеп ҡайтҡан 84 яугир исеме, икенсеһенә ауылдашыбыҙ, Советтар Союзы Геройы Ғәли Иркәбай улы Бирҙин исеме, өсөнсөһөнә яу яландарында ятып ҡалғандарҙың исемлеге яҙылып, улар бер нигеҙгә берләштерелде. Был таштар урынлашҡан паркты 2015 йылда Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 70 йыл тулыу айҡанлы тантаналы астыҡ. Унан һуң Афған һуғышы ветераны Булат Баһауетдинов тәҡдиме менән Афғанда һәм Чечняла һәләк булған егеттәребеҙгә һәм Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытындағы тыл ветерандарына арналған хәтер таштары асырға булып киттек. Был эш 2021 йылда уҡ башланғайны, әммә пандемия арҡаһында ике йылға кисектерелеп, быға тиклем ҡуйылған таштарҙың да нигеҙҙәре яңыртылып, бар таштар ҙа бер гранит плиталарға ултыртылды. Был парк буйынса эшләйһе эштәр бихисап әле: алдағы көндәрҙә МХО-ла һәләк булғандар иҫтәлегенә таш плита ҡуяһы, һәйкәлдәр артындағы буш ерҙә Хәтер аллеяһы ултыртаһы һәм парктың кәртәләрен яңыртаһы, ҡапҡаһын алмаштыраһы бар, Алла бирһә. Барлыҡ эштәр ауыл биләмәһе башлығы менән һөйләшеп, халыҡ көсө менән эшләнә. Әммә парк янында һыу булмауы ғына күңелде өйкәп, башҡарған эштәрҙе бер ни тиклем ҡатмарландырып тора, сөнки әлеге ваҡытта һыуҙы беҙ яҡын-тирә йорттарҙан һуҙырға мәжбүрбеҙ..."
Ағинәйҙең һөйләгәндәре аптыраттымы? Әлбиттә! Бына шулай аптыратырлыҡ, һоҡландырырлыҡ эштәр эшләй "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзалары. Улар бөгөн Махсус хәрби операциялағы уландарға гуманитар ярҙам ойоштороу, һаҡ сеткалары үреү буйынса ирекмәнлеклек эшмәкәрлеген дә иңдәренә йөкмәгән. Әммә улар барыбер бына шундай парктарҙа, һәйкәлдәрҙә ил азатлығы өсөн яуҙа ҡатнашҡандар, һәләк булғандар исемдәрен мәңгеләштереп, шулар өлгөһөндә йәш быуында ғына түгел, бар йәмәғәтселектә илһөйәрлек тәрбиәләп, киләсәк өсөн эшләй, донъяларыбыҙға тыныслыҡ ҡайтыр, тигән ышаныс менән йәшәй...
...Әйткәндәй, халҡыбыҙҙың аҫыл ҡомартҡыһы булған милли кейемдең әлеге ваҡытта модаға инеүе, әлбиттә, ҡыуандыра. Әммә шул уҡ ваҡытта уны дөрөҫ итеп, тарихи ерлеккә тап килтереп кейеү мөһим. Ишембай районында тап ошо маҡсат менән ойошторолған сара килеп күргән һәр ҡунаҡтың күңелендә уйланырлыҡ орлоҡ ҡалдырғандыр, тигән ышаныу бар.

Айһылыу ДАУЫТОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №41, 16 - 22 октябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.10.26 | Ҡаралған: 8

Киске Өфө
 

Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru