«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39  |  40

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Өфөбөҙҙәге был көндәрҙә яңыртыуҙан һуң ҡабаттан ҡапҡаларын асасаҡ Ленин паркы тураһында ниндәй хәтирәләр һаҡлайһығыҙ?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ҺАҘАНАҠ
+  - 

Һаҙанаҡ (Багульник болотный - Ledum palustre L.) һәр ваҡыт йәшел, үҙенә генә хас еҫле, 20 - 25 см бейеклегендәге үҫемлек. Оҙонса япраҡтары алмаш урынлашҡан. Япраҡтарының оҙонлоғо 2 - 4,5 см, киңлеге 1,5 - 4 мм. Ҡышҡылыҡҡа япраҡтары аҫҡы яҡҡа төрөлгән көйө һабаҡта тороп ҡала. Уның йөнтәҫ япраҡтары ҡуйы йәшел төҫтә, урта тирәһе һорғолт була.

Сәскәләре аҡ төҫтә, ярайһы уҡ ҙур ғына, таж япраҡсаларының оҙонлоғо - 4-8 мм. Улар ботаҡ остарына йыйылып, сәскәлек барлыҡҡа килтерә. Сәскә һабы һорғолт төк менән ҡапланған. Емеше оҙонса түңәрәк формала, ҡара төҫтә. Май - июль айҙарында сәскә ата. Емеше июль - август айҙарында өлгөрә.
Һаҙанаҡ беҙҙең илдең төрлө географик зоналарында үҫә. Һаҙанаҡты урман һәм тундра зонаһында, ылыҫлы урмандарҙа, ҙур-ҙур майҙандарҙы биләгән һаҙлыҡлы, торфлы урындарҙа осратырға мөмкин.
Бынан тыш, Алыҫ Көнсығышта ла, Байкал тауҙары һырттарында ла, Уралдың төньяҡ һәм урта өлөшөндә, Украинала, Белоруссияла күпләп осратырға мөмкин. Башҡортостанда һаҙанаҡ артыҡ күп осрамай. Уның тәбиғәттәге запасы ла йылдан-йыл кәмей. Биология фәндәре докторы, профессор Е. В. Кучеров билдәләүенсә, ул хәҙер - бик һирәк осрай торған үҫемлек. Бының төп сәбәптәренең береһе - һаҙлыҡтарҙы күпләп киптереү. Ошо уйлап еткерелмәгән эш (бигерәк тә таулы, урман-таулы райондарҙа) был ҡиммәтле дарыу үләнен юҡҡа сығарыуға килтергән.
Һаҙанаҡтың составында эфир майҙары, эриколин, катехин группаһына ингән матдәләр, флавоноидтар, аскорбин кислотаһы бар. Япрағы менән һабағын тире иләүҙә күпләп ҡулланалар. Шул уҡ ваҡытта уны һәйбәт интектицид итеп тә беләләр. Һаҙанаҡ - ағыулы үҫемлек. Хатта унан йыйылған бал да ағыулы булыуы мөмкин.
Умартасыларға ярҙамға. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда бал ҡорттары араһында варроатоз ауырыуы (бал ҡортоноң ҡанаттары аҫтында үрсеп киткән ваҡ ҡына талпандар) киң таралды. Уның менән зарарланған ҡорт күстәре күпләп һәләк була, иҫән ҡалғандары балды аҙ бирә.
Ғалимдар һәм умартасылар был ауырыуға ҡаршы төрлө саралар ҡуллана. Уларҙың ҡайһылары бик файҙалы. Күп кенә урындарҙа варроатоз ауырыуына ҡаршы һаҙанаҡ үләнен уңышлы ҡулланалар. Бының өсөн умартаны дауалау күреге ярҙамында һаҙанаҡ үләне төтөнө менән эшкәртәләр. Быны теләһә ниндәй ваҡытта: яҙ көнө ҡорттар тәү тапҡыр осҡандан алып күс барлыҡҡа килгәнгә тиклем ҡорт ғаиләһенең ниндәй торошта булыуына ҡарамаҫтан эшләргә мөмкин. Эшкәртеүҙе шулай ҙа кис үткәреү уңайлыраҡ. Күреккә сөрөк урынына киптерелгән һаҙанаҡ үләнен һалалар һәм төтөндө умартаның аҫҡы кейәһенә өрҙөртәләр. Һәр умартаға төтөндө 20 тапҡыр өрҙөртөргә кәрәк. Умартаны герметизациялайҙар, рамдарын күсермәйҙәр һәм кейәләрҙе асыҡ көйө ҡалдыралар. Ҡорттар быны еңел үткәрә, талпандар үлеп ҡойолоп төшә.
Һаҙанаҡ булмаған осраҡта ошо уҡ маҡсатта кейәү үләнен дә ҡулланырға мөмкин.

Сәфәрғәле ЙӘНТҮРИН,
биология фәндәре докторы, профессор.

"Киске Өфө" гәзите, №41, 16 - 22 октябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.10.26 | Ҡаралған: 10

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru