«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39  |  40  |  41

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Өфөбөҙҙәге был көндәрҙә яңыртыуҙан һуң ҡабаттан ҡапҡаларын асасаҡ Ленин паркы тураһында ниндәй хәтирәләр һаҡлайһығыҙ?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ТАҒЫ ЛА БЕР БАҺА!
+  - 

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Чечен Республикаһының Грозный ҡалаһында үткән VII "Федерация" Бөтә Рәсәй милли театрҙар фестивалендә ҡатнашып, Гөлсирә Ғиззәтуллина әҫәре буйынса режиссер Айрат Абушахманов ҡуйған "Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем" спектаклен Ханпаши Нурадилов исемендәге Чечен дәүләт академия драма театры сәхнәһендә уйнаны.

Бығаса Башҡорт академия театры был фестивалдә "Зөләйхә күҙҙәрен аса" (Г.Яхина), "Бөйрәкәй" (Т.Ғарипова) спектаклдәре менән ҡатнашҡайны инде. "Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем" спектаклендә һүҙ 19 йәшендә генә ирен фронтҡа оҙатҡан, "яратам" тип әйтеп өлгөрмәгәненә ғүмер буйы үҙен ғәйепле тойған Фәрхинур хаҡында бара. Һуғыштан бер бөртөк хаты менән "Хәбәрһеҙ юғалды" тигән ҡағыҙы ғына килгән Нурулланың яҙмышы 64 йылдан һуң асыҡлана һәм ҡатын иренең аҫыл һөйәктәре ятҡан ергә - Германияға барып етергә ниәтләй. Спектаклдең премьераһы 2025 йылдың 23 апрелендә булды, кинодрама 2024-2025 йылдар миҙгеле һөҙөмтәләре буйынса "Алтын битлек" Рәсәй милли театр премияһы һәм фестиваленең Лонг-листына инде. VII "Федерация" Бөтә Рәсәй милли театрҙар фестивале тамашасыһы, тәнҡитселәр, баһалама ағзалары Башдрамтеатрҙың сығышын юғары баһаланы. Түбәндә уларҙың ҡайһы берҙәренең фекерҙәре:
Владимир Стаценко: "Абушахманов исеме - хәҙер бренд, режиссёрҙан да ҙурыраҡ төшөнсә. Милли театрҙар араһында Башҡорт драма театры дөрөҫ йүнәлештә үҫешә".
Елена Дунаева башҡорт театрының ҡатмарлы темаға мөрәжәғәт итеп, һуғыш тураһында үҙенсәлекле спектакль сығарыуға өлгәшеүен, авторҙың хеҙмәтен һәм артистарҙың көслө сығышын билдәләне.
Ярослав Седов: "Спектакль тамашасы күңелен тетрәндерҙе, илатты. Төп ролде башҡарыусы актриса Илгизә Ғилманова уйыны сәхнә сәнғәте өлгөһөнә тиң".
Нина Монова спектаклде бер мөхәббәт тарихы аша һуғыштың ҡот осҡос асылын сағылдырған "теүәл, бөтөн ижад емеше" тип баһаланы.
Екатерина Морозова: "Башҡорт рухы ярылып ятһа ла, спектакль дөйөм кешелек ҡиммәттәре хаҡында".
Леонид Алимов театрҙың һуғыш тураһында тетрәндергес тарихты ҡоралһыҙ тыуҙыра алыуын телгә алып, труппаға йылы рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Искәндәр Сакаев: "Спектакль ҡарағанда Башҡортостан өсөн ғорурланып, театр сәнғәтенең юғары көсөн, мәғәнәһен тойҙом".

"Киске Өфө" гәзите, №41, 16 - 22 октябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.10.26 | Ҡаралған: 23

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru