«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Атайҙар көнө билдәләнде. Ә ҡайҙарҙа, ниндәй хәстәрҙәр менән йөрөй икән хәҙерге атайҙар?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

УЛАР ДОНЪЯНЫҢ ҠОЯШЛЫ ЯҒЫНДА
+  - 

Баш ҡалабыҙҙа Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһы асылыуға быйыл 20 йыл тулды.

Тарих шундай: 2006 йылдың 21 авгусында Башҡорт гимназияһының асылыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһының Беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов һәм шағирҙың ҡыҙы Әлфиә Мостай ҡыҙы Кәримова ҡатнашып, белем усағына фатиха бирәләр һәм уның тәүге директоры Фәйзулла Ғәбделйән улы Абдрафиҡовҡа, уҡытыусылар коллективына, уҡыясаҡ балаларға изге бурыс йөкмә-тәләр: оло шәхес исемен йөрөткән, Башҡорт гимназияһы тип нарыҡланған мәғариф усағында уҡыу, уҡытыу ябайҙарҙан булмаған яуаплылыҡ икәнен уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа һәр аҙымдарында тойоп йөрөргә тейеш. Был яуаплылыҡ ошо 20 йыл буйына иңдәренән төшмәй уларҙың. Бөгөнгө көндә гимназияла 50 класта 1400 бала уҡый. 2025-2026 уҡыу йылында 69 уҡыусы гимназияны уңышлы тамамлай, шуларҙың 65-е юғары уҡыу йорттарына уҡырға инә. Был үҙе үк баяғы яуаплылыҡтың, Мостай Кәрим васыятының уҡыусының да, уҡытыусының да йөрәгендә тәрән тамыр йәйеүе күрһәткесе түгелме ни!
Мостай Кәрим васыяты тигәндән, уның мираҫын өйрәнеү һәм һаҡлау, милли тәрбиә биреү йәһәтенән гимназияла төрлө педагогик алымдар ғәмәлдә. Шуларҙың береһен генә телгә алып үтәм. Ул - йыл һайын үткәрелеп килгән "Мостай уҡыуҙары". Был сара күптән инде гимназия сиктәренән сығып, республика балаларын берләштерә. Ғөмүмән, гимназиялағы һәр тәрбиәүи эштең нигеҙендә Мостай Кәрим тәғлимәте, Мостай Кәрим фәлсәфәһе ята. Беренсе тапҡыр 2008 йылда "Мостай уҡыуҙары" ҡала уҡыусылары өсөн уҙғарылһа, хәҙер ул төбәк-ара кимәлгә күтәрелеп, ай дауамында бара. Йыл һайын номинациялары үҙгәреп торған был сарала 6-7 мең уҡыусы ҡатнаша.
Тағы шул. Әҙиптең шиғыр, проза, драма әҙәрҙәрен, публицистикаһын өйрәнеүселәр уның ижадының педагогик асылы хаҡында ла һүҙ алып бара. Хәйер, был аксиома, яҙыусының төрлө жанрға ҡараған әҫәрҙәрен уҡып, кемдәр генә ҡанатланмаған, аң, зиһен һабағы алмаған, тормош дәресе үтмәгән. Башҡорт әҙәбиәтендә иһә был йүнәлеште "Мостай Кәрим мәктәбе" тип атайҙар. Шағирҙың мәғариф, мәктәп, уҡытыусы хеҙмәте, тәрбиә, рухиәт, туған тел хаҡындағы күп һандағы ҡанатлы һүҙҙәренә туҡталып, зиһенебеҙҙе үткерләйек әле:
- Әҙәбиәттең, яҙыусының бурысы - иң тәүҙә кешеләр күңелендәге яҡтылыҡты, яҡшылыҡты, изгелекте һаҡларға ярҙам итеү;
- Беҙ һәйбәт итеп уҡытырға өйрәндек. Ләкин бигүк яҡшы итеп тәрбиәләргә өйрәнмәгәнбеҙ әле. Ә был төшөнсәләрҙе бутарға ярамай. Уҡытыуҙың нигеҙе - белем, тәрбиәнең нигеҙе - ышаныс;
- Һеҙҙең тәғәйенләнешегеҙ шул яғы менән яуаплы: уҡытыусы иң нескә һәм һығылмалы материал - йәш кешенең аҡылы һәм күңеле менән эш итә. Хатта бәләкәй генә хаталарҙың да ҙур юғалтыуҙарға илтеүе ихтимал;
- Талантлы уҡытығыҙ, ул сағында һеҙҙең барыһы ла килеп яҡшы буласаҡ;
- Яуапһыҙ әҙәмдәрҙең шәкерттәре булмай - был барлыҡ даирәгә лә, ижтимағи тормоштоң барлыҡ сағылышына ла ҡағыла;
- Иман, намыҫ туған тел менән һеңә кешегә;
- Мәктәптә уҡыйҙар, белем алалар, әҙәпте, иманды өйҙә өйрәтәләр. Өйҙә әҙәп һәм иман алмаған баланың донъя менән гармонияһы боҙола;
- Бала тәрбиәләү - ул ғаиләлә кешеләр тураһында күберәк яҡшы һүҙ әйтеү;
- Донъя гел яҡшылыҡтан тормай. Элек тә шулай булған, хәҙер ҙә. Бала күңелендә иң элек донъяның яҡтылығын, хозурлығын һеңдерергә кәрәк, үҫкәс, яманын ул үҙе беләсәк;
- Ҡатындары янында атайҙар бәләкәй балаларын тубығына ултыртып һөйә икән, ошо бәхет;
- Ҙур бәхет бәләкәй өйгә лә һыя, бәләкәй бәхеттең ҙур өйҙә лә сысҡан шикелле мөйөшкә боҫоп йәшәүе ихтимал: һәр нәмәнең ҡәҙерен белергә кәрәк;
- Зыяраттағы хәл. Ҡәбер ташы эргәһендә йәш кенә егет тора. Ташҡа шиғыр яҙылған.
- Ағай, уҡып бирегеҙсе.
- Кем ҡәбере был?
- Әсәйемдеке.
Был егеттең әсәһе, күрәһең, балаһына ҡәбер ташындағы яҙыуҙы уҡырлыҡ та үҙ телен (әсә телен) өйрәтмәгән.
Шағирҙың был ҡанатлы һүҙҙәрен плакатҡа яҙып, республикабыҙҙың һәр мәктәбенең стенаһына яҙып ҡуйырға булыр ине. Уны уҡыусылар, уҡытыусылар, шулай уҡ мәктәпкә килеүсе ата-әсәләр уҡып, һабаҡ алырҙар ине. Бер тапҡыр уҡырҙар, икенсегә күҙ һалырҙар, өсөнсөһөндә инде ятлап алырҙар... Ә халыҡ шағирының был һүҙҙәре рухи тәрбиә өлгөһө, тотош мәктәп булырлыҡ.
Шағирҙың иң йылы хәтирәләре лә уҡытыусыларға бәйле. Барыбыҙ ҙа яратып ҡабул иткән "Уҡытыусыма" шиғырын шағир уҡытыусыһы Нәби ағайға бағышлаған. Уның тураһында көндәлектәрендә лә яҙа: "Ҡар яуа. Уҡытыусыбыҙ Нәби Усманов төплө быймалары менән беҙҙән йөҙ метрҙан самаһы алда киң баҫып бара. Беҙ уның артынан атлайбыҙ. Ниндәй ҡәҙерле ине беҙгә ул эҙҙәр! Шул тиклем рәхәт, сөнки уҡытыусының эҙенә баҫып барабыҙ, шуны ҙур бәхеткә һанайбыҙ".
Эйе, Мостай Кәрим исемен йөрөткән 158-се Башҡорт гимназияһы уҡыусылары, уҡытыусылары ниндәй мәктәптә уҡығандарын, ниндәй мәктәптә эшләгәндәрен, ата-әсәләр балаларының ниндәй мәктәптә белем алыуҙарын бик яҡшы аңлай. Өфө мәктәптәрендә, бигерәк тә баш ҡалабыҙҙың башҡорт гимназияларында йыш булырға тура килә. Әгәр ҙә: "Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһы башҡа гимназияларҙан ни яғы менән айырыла?" - тип һораһалар, шулай яуапларға мөмкин булыр ине: "Был уҡыу йортонда шағирҙарға хас уйсанлыҡ, шул уҡ ваҡытта күңел күтәренкелеге бар. Сөнки гимназия уҡыусылары һәм уҡытыусылары халыҡ шағиры әйтергә яратҡан "донъяның ҡояшлы яғында йәшәй", - тип әйтергә мөмкин булыр ине.

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
"Киске Өфө" гәзите, №42, 23 - 29 октябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.10.26 | Ҡаралған: 18

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru