
Һыуҙың төрлө үҙенсәлектәре булыуы тураһында бөтәһе лә белә. Әммә бик һирәктәр генә уның үҙенсәлектәрен үҙ файҙаһына ҡуллана. Алыҫ 1969 йылда совет рентгенологтары донъяға киң билдәле фастфут һатыусы компанияларҙың һыуыҡ һыуҙың бер ҡыҙыҡлы үҙенсәлеге арҡаһында аҡса эшләүен асыҡлаған.
Рентгенологтар барийлы бутҡаны билдәле бер ваҡыт буйына ашҡаҙанда тотоу буйынса тикшеренеүҙәр үткәрә. Әммә ғалимдар аппаратураны яйлап өлгөргәнсе, бутҡа ашҡаҙанда эшкәртелеп бөтә. Күп тикшеренеүҙәр үткәргәндән һуң, ашағанда һыуыҡ эсемлектәр эсһәң (һыуыҡ һыу, боҙ ҡушылған газлы һыу), ашҡаҙанда 4-5 сәғәт эшкәртелергә тейеш аш 20 минут эсендә "төшөп китә". Аш туҡлыҡлы булмай, тиҙ генә асыҡтырғас, кеше тағы ла өҫтәп ашай, һөҙөмтәлә һимерә. Бынан тыш, ашҡаҙан яҡшы эшләмәү сәбәпле сереү процесы башлана.
Киң билдәле "Макдоналдс" үҙ бизнесын тап ошоға таянып асҡан. Кеше ашты (сэндвич, гамбургер, чизбургер) һыуыҡ эсемлек ҡушып ашаһа, туймай, тағы килә. "Макдоналдс"та эҫе эсемлектәргә (сәйгә, ҡәһүәгә) хаҡтарҙы юғарыраҡ ҡуялар, бер ҡасан да комплекслы йыйылмалар эсенә индермәйҙәр, хатта рекламаларында ла һирәк күрһәтәләр. Ә бына боҙло "Кока-кола" күпкә осһоҙ тора, рекламала ла, комплекслы йыйылмаларҙа ла һәр саҡ күрһәтелә.
Ашағанда һыуыҡ һыу эскән саҡта аҙыҡ аҡһымдары эсәктәрҙә тороп ҡала һәм серей башлай. Һөҙөмтәлә эсәк ауырыуҙары һәм дизбактериоз менән сирләү ҡурҡынысы тыуа. Һыуһынды ҡандырыу өсөн һыуыҡ һыу эсергә кәрәк, тигән кәңәш тә дөрөҫ түгел. Белгестәр әйтеүенсә, бының өсөн һыу кеше организмының температураһына тиклем йылынырға тейеш.
Шулай итеп, ашағандан һуң һыуыҡ эсемлектәр эсмәгеҙ. Бөтә эсемлектәр бүлмә температураһына тиклем булһа ла йылынған булырға тейеш. Аштан һуң туңдырма ашаған осраҡта ла ризыҡ ашҡаҙандан тиҙ төшә һәм унда булған аҡһымдар эсәктәрҙә эшкәртелмәй тороп ҡала.
"Киске Өфө" гәзите, №42, 23 - 29 октябрь 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|